Был эш 1 марттан алып барыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, халыҡтан ялыуҙар килгәнен көтөп тормайынса, ихаталарҙы тикшереп сыҡты һәм 25,5 мең квадрат метрға тиң тағы ла 16 мең соҡорҙо теркәне. Был Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙан биләмәһенән аҙ ғына ҙурыраҡ. Әлеге көндә дүрт меңдән ашыу соҡор ямал-ған, ҡалғандары буйынса эш дауам итә. Юл саттарында 27,3 мең соҡор ремонтланған. 5 апрелдән асфальт-бетон етештереүсе 17 завод эшмәкәрлеген башлап ебәрҙе.
Фотоға төшөрһәң, соҡорҙо ямарҙар
Проблеманы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл итеү өсөн Башҡорт- останда «Юл эксперты» тип аталған махсус мобиль ҡушымта эшләнде. Хәҙер теләге булған һәр кем соҡорҙо фотоға төшөрөп, ошо ҡушымта ярҙамында ебәрә ала. Проблеманы хәл итеү өсөн яуаплы хеҙмәттәргә өс көн ваҡыт бирелә. Программа эшләй башлау менән, йәғни тәүге көндәрҙә үк ихаталарҙағы соҡорҙарға бәйле – 450, юлдарға ҡағылышлы 1719 ғариза килде.
Ҡушымта менән ҡулланыу өсөн һеҙҙең иғтибарға ябай ғына иҫкәртмә тәҡдим итәбеҙ.
1) Смартфонығыҙға «Юл эксперты» тип аталған ҡушымтаны урынлаштырығыҙ. Бөгөнгө көндә андроидтар өсөн дә, iPhone тибындағылар өсөн дә айырым ҡушымта бар. Яҡын арала уның тағы ла яңы төрҙәре, атап әйткәндә Windows Phone платформаһы өсөн тәғәйенләнгәне барлыҡҡа киләсәк.
2) Ҡушымтала теркәлергә кәрәк. Быны эшләүҙең ҡыйынлығы юҡ: исемде, электрон почтаның адресын яҙабыҙ һәм серһүҙ уйлап табабыҙ. Программа геомәғлүмәттәргә рөхсәт һораясаҡ – рөхсәт итергә кәрәк, сөнки система һеҙҙең торған урынығыҙҙы асыҡларға һәм ремонт өсөн яуаплыны дөрөҫ билдәләргә тейеш.
3) Эш башлау өсөн «Яңы соҡор» тигән төймәгә баҫығыҙ. Программа ҡай-һы урында ремонт талап ителеүен һораясаҡ: «Юлда» йәки «Ихатала».
4) Соҡорҙо фотоға төшөрөгөҙ. Янындағы бина, объект, шлагбаум һәм башҡа нәмәләр күренеп торһа, тағы ла яҡшыраҡ. Экранда ҡыҙыл төҫтәге маркер буласаҡ, ул һеҙ тор- ған урынды күрһәтәсәк. Уның ярҙамында соҡор урынлашҡан ерҙе аныҡ итеп билдәләгеҙ. Әгәр программа яңылышһа, уны яңынан эшләтергә мөмкин. Кәрәк тип тапһағыҙ, ҡыҫҡа ғына комментарий ҙа яҙырға була. «Әҙер» тигән төймәгә баҫһағыҙ, һеҙҙең ғариза кәрәк урынға китәсәк.
5) Программа был биләмә өсөн кем яуаплы булыуын үҙе билдәләй һәм ялыуҙы тейешле ведомствоға ебәрә. Башта ғаризаны модератор тикшерә: бәлки, кемдер шаяртып бөтөнләй сит төбәктәге соҡорҙарҙы ебәреп яталыр.
6) Проблема өс көн эсендә хәл ителергә тейеш. Әлегә эш күләменең ҙурлығы арҡаһында күптәр был ваҡыт эсендә өлгөрә алмай. Соҡорҙо ямағандан һуң яуаплы хеҙмәттәр был урынды яңынан фотоға төшөрөп һала, һәм һеҙ мобиль ҡушымтаның «Ғаризалар» тигән бүлегендә яуап-фотоны күрә аласаҡһығыҙ.
Башҡортостан – авариялар буйынса алдынғы
Әйткәндәй, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй күләмендә дүртенсе урында билдәләнде. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр беҙҙә 5494 авария теркәлгән, был алдағы йыл менән сағыштыр-ғанда 19 осраҡҡа күберәк. Юл һәләкәттәрендә 550 кеше үлгән (2017 йылдағынан 38-гә күберәк), 4406 кеше тән йәрәхәттәре алған (71 кешегә аҙыраҡ).
Алдағы йыл менән сағыштырғанда Өфө, Октябрьский ҡалаларында, Мишкә, Благовещен, Краснокама, Салауат, Мәсетле, Яңауыл, Борай һәм Тәтешле райондарында авариялар һаны артҡан.
– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә һуңғы ваҡытта ҙур иғтибар бүләбеҙ. Үлем осрағы теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы – тәү сиратта кешенең туғанын, яҡындарын юғалтыу-ға бәйле оло ҡайғы ул, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был – мөһим дәүләт бурысы, һәм беҙ уны хәл итергә тейеш. Юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр бар. Әгәр һөҙөмтәгә өлгәшергә теләһәгеҙ, быны эҙмә-эҙлекле, системалы ҡарарҙар ярҙамында хәл итергә, иртәнән алып кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк.
Республика ЮХХДИ-һы етәксеһе Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, аварияларҙың төп сәбәптәренең береһе – юл билдәләренең етешмәүе, ҡай- һы бер урындарҙа тротуарҙарҙың булмауы. Бөгөн Башҡортостанда 500 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйылған, тағы ла 25 мең самаһы урынлаштыраһы бар.
– Юл һыҙатына билдә һалғанда, термопластик ҡулланырға кәрәк, сөнки башҡа төр буяуҙар бер ай эсендә юйылып бөтә, – ти Динар Ғилметдинов. Республиканың баш ҡалаһында был йүнәлештә эш башланды – термопластик етештереү буйынса өс ҡорамал һатып алынды. Был маҡсатта ҡала 31 миллион һум аҡса тотонасаҡ.
Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов белдереүенсә, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа билдәләр йәй айҙарында һалынасаҡ.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, депутаттар алдында сығыш яһап, былтыр юл тармағына 15,8 миллиард һум аҡса бүленеүе, уның 1,5 миллиард һумы федераль бюджеттан булыуы хаҡында белдерҙе. Норматив талаптарға яуап биргән юлдар һаны артҡан. Быйыл Өфөнән көньяҡҡа табан сыҡҡан ерҙә күпер төҙөлөшөн башларға 500 миллион һумлыҡ ғариза Мәскәү тарафынан хуплау тапты, шулай уҡ тиҙҙән «Өфө – Ырымбур» Р-240 трассаһы киңәйтелә башлаясаҡ. Юлдарға фото һәм видеокамералар ҡуйыу эше дауам итә. Республика биләмәһендә 800-ҙән ашыу шундай комплекс ҡуйыу күҙаллана. Был сара водителдәрҙе тәртипкә өйрәтеүҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ.
2019 йылда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн 800 фото һәм видеоҡоролма урынлаштырыу күҙаллана.