Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса ҙур программа старт алды, ул «Башҡорт ихаталары» тип атала. Ағымдағы йылда ғына уға ярашлы 1,7 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ һәм республиканың барлыҡ ҡала-райондарында биш йөҙгә яҡын күп фатирлы йорт ихатаһы яңы төҫ аласаҡ. Дөйөм алғанда, киләһе биш йылда программа буйынса өс мең самаһы биләмә яңырасаҡ тип күҙаллана.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, эштәр комплекслы баш-ҡарыласаҡ, йәғни айырым бер урынды түгел, тотош ихатаны төҙөкләндерәсәктәр. Инфографиканы ҡарағыҙ.
Әгәр урын һәм техник шарттар мөмкинлек бирһә, торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта башҡа төрлө эштәрҙе лә өҫтәй ала. Мәҫәлән, баскетбол майҙансығы йәки эт йөрөтөү урыны һәм башҡалар.
Сығымдарҙың төп өлөшөн республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала. Барлыҡ эштәр хаҡының 94 процентын – республика, 5 процентын муниципалитет ҡаплаясаҡ. Ҡалған бер процентты халыҡ үҙаллы йыйырға тейеш. Бында ҡаҙна аҡсаһын янда ҡалдырыу тураһында һүҙ бармай, төп маҡсат – халыҡты дөйөм эшкә йәлеп итеү. Бығаса тупланған тәжрибәнән күренеүенсә, беренсенән, кешеләр нимәне төҙөкләндерергә кәрәклекте үҙҙәре хәл итһә, икенсенән, дөйөм эшкә мөмкин булғанса өлөш индерһә, милеккә ҡараш бөтөнләй башҡа төрлө була.
Иғәнә күләмен хатта яҡынса ла иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки ул баш-ҡарылған эш күләменә, ихаталағы йорттар һәм фатирҙар һанына бәйле. Ғәҙәттә, бер фатирға 100, 300 йәки 500 һум самаһы тура килә. Ҡайһы бер осраҡта теүәл сумманы билдәләмәйҙәр, кем күпме бирә ала – шуныңса иғәнә индерә, ә яуаплы кеше һәр һумдың нимәгә тотонолоуын теркәп бара.
Аҡсаны нисек йыйыуҙы торлаҡ милекселәре хәл итә. Быны үҙ аллы ла эшләргә мөмкин. Шулай уҡ дөйөм йыйылышта идарасы компания менән килешеп, сығымдарҙы квитанцияла күрһәтелгән түләүҙәргә ҡуштырырға була.
Быйылғы йылға программала ҡатнашыусылар һайлап алынды – урындағы хакимиәттәр ниндәй ихатаның төҙөкләндереүгә нығыраҡ мохтаж булыуын иҫәпкә алып эш итте. Март аҙағында әҙер исемлектәр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының һәм муниципалитеттарҙың сайттарында «Төҙөкләндереү» бүлегендә урын аласаҡ. Киләһе йылда программаға эләгеү өсөн бөгөндән үк әүҙемлек күрһәтергә кәрәк. Сентябргә тиклем бына нимә-ләрҙе башҡарып өлгөрөү мотлаҡ:
- Торлаҡ милекселәре идарасы компания һәм хакимиәт вәкилдәре ҡатнашлығында йыйылыш уҙғарып, программала ҡатнашырға ризалығын белдерә. Был хаҡтағы протокол урындағы хакимиәткә ебәрелә.
- Хакимиәт, ғаризаларҙы тикшереп, ысынлап та төҙөкләндереүгә мохтаж ихаталарҙы һайлап ала. Комиссия составына идарасы һәм торлаҡ-коммуналь компаниялар, инвалидтар йәм-ғиәте вәкилдәре, йәмәғәтселәр, депутаттар инә. Әммә «кемдең проекты иң яҡшыһы» тигән юҫыҡтағы конкурс ойошторолмаясаҡ, кем беренсе булып ғариза биреп өлгөрә – шул ихатаға бәхет йылмая. Кем һуңлай – улар киләһе йылға ҡала.
Мөһим! Һәр муниципалитет документтарға үҙ талаптарын билдәләй. Һеҙҙең районда йәки ҡалала ниндәй документтар кәрәк булыуын урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегендә белешегеҙ.
- Ихатағыҙ программаға индерел- һә, төҙөкләндереү проектын эшләргә кәрәк буласаҡ. Был – һеҙ йәшәгән биләмә, шуға күрә унда нимә кәрәклеген – балалар майҙансығымы, парковка урынымы йәки башҡа ҡоролмалармы – һеҙҙән дә яҡшыраҡ белеүсе булмаясаҡ. Проект эшләү йәһәтенән хакимиәт ярҙам итәсәк.
- Проектығыҙҙы техник белгестәр ҡарап сығасаҡ: барыһы ла дөрөҫ эшләнгәнме, мәҫәлән, балалар майҙансығы өсөн тәҡдим ителгән урын йылылыҡ трассаһына тура килмәйме, бәүелсәктәр менән таусыҡтар араһы дөрөҫ иҫәпләнгәнме һәм башҡалар.
- Тағы ла бер тапҡыр йыйылыш үткәреп, әҙерләнгән төҙөкләндереү проектын торлаҡ милекселәре тарафынан раҫлатырға, аҡса йыйыу алымын асыҡларға һәм яуаплы кеше һайларға кәрәк буласаҡ. Ул милекселәр исеменән барлыҡ документтарға ҡул ҡуя, эштәр барышын контролдә тота (уның ҡултамғаһынан тыш, подрядсыларға аҡса түләнмәйәсәк).
Төҙөкләндереү ҡышҡа тиклем тамамланырға тейеш. Милекселәр баш-ҡарылған эштәрҙең сифатын контролдә тотоуға хоҡуҡлы. Әгәр оҫта-ларҙың насар эшләүен, илке-һалҡылығын күрһәгеҙ, урындағы хакимиәткә ялыу менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, сөнки заказсы булып урындағы хакимиәт сығыш яһай. Яуаплы кешеләрҙең исем-шәрифтәре һәм телефон һандары программала ҡатнашыусы һәр ихатаның мәғлүмәт стендында элеүле торасаҡ.
Ихаталарҙағы видеокамералар «Хәүефһеҙ ҡала» программаһына ярашлы урынлаштырыласаҡ, ундағы мәғлүмәт берҙәм диспетчер хеҙмәтенә ебәрелеп торасаҡ. Барлыҡ сығымдарҙы муниципалитет үҙ өҫтөнә ала, йәғни халыҡ улар өсөн түләмәйәсәк.
Кәрәк була ҡалһа, камералағы күренештәрҙе консьерждар, идарасы компания, хатта фатир хужалары ла ҡарау мөмкинлегенә эйә. Был техник саралар юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кешене йәки йәмәғәт урындарында тәртип боҙоусыны асыҡларға ла ярҙам итәсәк.
1. хәүефһеҙ резина япмалы