Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан кешеләре нисек итеп үҙ подъезында ремонт эшләтә ала?

Республика етәкселеге йыл һайын күп фатирлы йорт- тарҙың подъездарын ремонтлауға миллиард һум аҡса бүлергә ҡарар итте. Ошоға ярашлы, киләһе алты йылда 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк, шуның дүрт меңгә яҡыны быйыл ремонтланасаҡ. Был ниндәй программа, унда нисек ҡатнашырға — ошо хаҡта ентеклерәк һөйләмәксебеҙ.

1-се аҙым. Ғариза һәм йыйылыш.

Программала ремонт талап ителгән һәр күп ҡатлы йорт ҡатнаша ала.

Тәү сиратта, милекселәрҙең йыйылышын үткәрергә, был сараға урындағы хакимиәт һәм идарасы компания вәкилдәрен саҡырырға кәрәк. Шуны белеү мөһим: дөйөм торлаҡ майҙанының өстән ике өлөшөнөң милекселәре ҡатнашҡан осраҡта ғына йыйылыш хоҡуҡи көскә эйә тип билдәләнә. Әгәр йорттағы фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 1000 квадрат метр тәшкил итһә, шуның кәм тигәндә 667 квадрат метрының хужалары йыйылышта ҡатнашырға тейеш. Был осраҡта һәр бер кеше әһәмиәткә эйә!

Йыйылышта ҡатнашыусылар ниндәй эш төрҙәрен һайларға, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға, өҫтәмә эштәр башҡарыу кәрәкме-юҡмы икәнен асыҡлай, шулай уҡ торлаҡ милекселәре араһынан эштәр барышын контролдә тотасаҡ һәм ремонт тамамлан-ғас, акттарға ҡул ҡуясаҡ ышаныслы кеше билдәләй.

Йыйылыштың протокол бланктарын үҙегеҙҙең идарасы компаниянан алығыҙ. Уны урындағы хакимиәткә тапшырырға кәрәк буласаҡ. Унда булдырылған махсус комиссия һәр ғаризаны ҡарап, подъезға ремонт яһауға ихтыяжды һәм уны башҡарыу ваҡытын билдәләй.

Бында ике нәмәгә иғтибар бирелә: йорттоң техник торошо һәм ремонттың һуңғы тапҡыр ҡасан эшләнеүе. Нормативтарға ярашлы, подъезд биш йылға бер тапҡыр төҙөкләндерелергә тейеш. Эштәрҙең заказсыһы – «Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы» программаны планға ярашлы алып барылған капиталь ремонт менән сағыштырырға тейеш. Был бөгөн подъезды матурлап, иртәгәһенә унда сымдарҙы һәм торбаларҙы алмаштырыу кеүек эштәр башҡарылмаһын өсөн эшләнә.

Быйылғы йылға ҡатнашыусылар билдәләнгән, был исемлектәр менән һәр кем үҙ ҡалаһының йәки районының сайтындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегендә таныша ала. Әлегә программаға ике, биш һәм туғыҙ ҡатлы йорттар ғына эләккән. Башҡа бейеклектәге йорттарҙы 2020 һәм артабанғы йылдарҙың ремонт планына индереү күҙаллана. Киләһе йылға исемлек быйыл йәйгеһен төҙөләсәк. Унда тәү сиратта быйыл йыйылыш уҙғарып та, программаға ҡушыла алмаған йорттар индереләсәк, әлбиттә, подъезд тороштары ла иҫәпкә алынасаҡ. Әгәр киләһе йылда подъезығыҙҙың яңы төҫ алыуын теләйһегеҙ икән, был эшкә ныҡлап тотоноғоҙ, әлегә ваҡыт бар.


2-се аҙым. Аҡса.

Был хаҡта оҙон һөйләп тормайбыҙ. Ҡатнашыу тулыһынса бушлай, бөтә сығымдар бюджет иҫәбенә башҡарыла. Торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта өҫтәмә эштәр башҡарыуҙы һорауы ихтимал. Мәҫәлән, сүп-сар торбаһын ябыу. Идарасы компания эштең хаҡын билдәләп, иҫәп-хисап төҙөй ала. Ҡайҙан аҡса табыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Уны үҙаллы йыйырға мөмкин, шулай уҡ идарасы компания сығымдарҙы түләү квитанцияларына индерә ала.
3-сө аҙым. Нимәне белеү мөһим

Подъездарҙа башҡарыласаҡ төп эштәр инфографикала асыҡ күрһәтелгән. Бынан тыш ҡайһы бер нес-кәлектәрҙе белеү ҡамасауламаҫ:

- Күп кенә йорттарҙа «тамбурҙар» бар, ғәҙәттә, унда кешеләр аяҡ кейемен ҡуя. Әгәр улар асыҡ булһа, ремонт эшләйәсәктәр. Әгәр «тамбур» ишеге һәр ваҡыт бикле торһа, уны тыштан буяп ҡына китәсәктәр.

- Элекке ятаҡтар ҙа программала ҡатнаша ала. Ғәҙәти күп фатирлы йорттарҙағы кеүек, уларҙа ла баҫҡыс майҙансыҡтарын ремонтлаясаҡтар.

- Иҫке, әммә әлегә йәшәү өсөн яраҡлы һаналған йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ремонт эшләтеүгә хоҡуҡлы.

- Әгәр һеҙ йәшәгән йорт милекселәре ниндәй ҙә булһа эш төрөнән баш тартһа, тотонолмай ҡалған аҡса ошо уҡ муниципалитеттағы башҡа йорт мәнфәғәтендә файҙаланасаҡ.

- Әгәр һеҙҙең подъезығыҙҙа күптән түгел ремонт яһалған булһа, был программа буйынса тағы бер ремонтҡа өмөт итә алмайһығыҙ. Баш-ҡарылған эштәр менән риза булмаһағыҙ, идарасы компания ҡатнашлығында йыйылыш уҙғарып, «йортто тейешле тәртиптә тотоу» өсөн түләгән аҡсағыҙ иҫәбенә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итә алаһығыҙ. Яңы ремонт хаҡында биш йылдан һуң ғына һүҙ алып барырға мөмкин.

- Әгәр былтыр бер генә подъезды ремонтлап, ҡалғандарына төҙөкләндереү талап ителһә, йортто программаға индерергә мөмкин.

- Программа сиктәрендә башҡарылған барлыҡ эштәргә өс йыл гарантия бирелә.
4-се аҙым. Башҡарылған эштәр сифатын нисек контролдә тоторға?

Бының менән һеҙ йәшәгән ҡала йәки район хакимиәтендә булдырылған комиссия шөғөлләнәсәк. Уның составына хакимиәт, төбәк операторы, йәмәғәт ойошмалары (мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге) вәкилдәре һәм йыйылыш тарафынан тәҡдим ителгән торлаҡ милекселәре инә.
Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы – (347) 216-49-11, ремонттың оҙайлылығы һәм сифаты буйынса – эштәрҙең заказсыһына. Яуаплы ойошмалар-ҙың телефоны йорт янына ҡуйыласаҡ.

Үҙең йәшәгән ҡала йәки район хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ бүлегенә – йортто программаға индереү буйынса һорауҙар менән.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына – 8 (347) 218-00-25. Бәхәс тыуҙырған һорауҙарға торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге белгестәре яуап бирәсәк.