Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шаулама!

Башҡортостанда нимә өсөн административ штрафҡа тарырға мөмкин?

Радий Хәбиров республиканың ҡала һәм район хакимиәттәренә административ комиссияларҙың эшмәкәрлеген көсәйтергә һәм тәртип боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы әүҙемләштерергә ҡушты.


Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин билдәләүенсә, ялыуҙарҙың иң күп өлөшө ғаиләләге һәм көнкүрештәге ыҙғыштарға, урамда сауҙа итеү ҡағиҙәләрен, киске һәм төнгө ваҡытта тыныслыҡты боҙоуға, төҙөкләндереү мәсьәләләренә, газондарҙа автомобиль ҡуйыуға бәйле. Административ комиссиялар тарафынан ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең 80 проценты тап ошо һорауҙарға ҡағылышлы.

— Халыҡтан алынған ялыуҙарға ваҡытында тейешле иғтибар бүленһә, ҡала һәм райондарҙа көнкүрештә тәртип урынлаштырыу йәһәтенән хәлдәр күпкә яҡшырыр ине, — тине Александр Сидякин.

Радий Хәбиров белдереүенсә, административ комиссиялар беренсе сиратҡа штраф йыйыуҙы түгел, ә “тормош сифатын яҡшыртыуҙы” ҡуйырға тейеш.

— Бындай тәртип боҙоуҙар ябай халыҡтың тыныс, имен, уңайлы тормошта йәшәү мөмкинлеген сикләй. Тауыш, ыҙғыштар, парковкаларҙағы тәртипһеҙлек — йәшәйешебеҙҙе йәм-һеҙләгән күренештәр. Һуңғыһы, йәғни парковкалар тураһында һөйләге лә килмәй, сөнки республикала әлегә был йәһәттән эшләргә лә эшләргә, — тине ул.

Башҡа илдәрҙең эш тәжрибәһе күр-һәтеүенсә, етди штрафтар һәм юғары талаптар кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошона бик көслө тәьҫир итә. Мәҫәлән, Сингапурҙа һәр ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрә. Әгәр ергә ҡағыҙ киҫәге ташлаһаң да, 500 доллар — 30 мең һумдан ашыу штраф түләргә тура киләсәк! Бәлки, беҙҙә лә тәртип урынлаштырырға һәм Ер йөҙөндә яңғыҙы ғына йәшәмәүен аңламаған кешеләрҙе аҡылға ултыртырға ваҡыттыр?

Ниндәй тәртип боҙоуҙар тураһында һүҙ бара? Машинаһын балалар майҙансығында ҡалдырған йәки төн уртаһында тирә-йүнде яңғыратып музыка тыңлаған күршене ниндәй суммаға штрафҡа тарттырырға мөмкин? Беҙ һеҙҙең иғтибарға бәләкәй генә иҫкәртмә әҙерләнек. Штрафтар исемлеге менән Башҡортостан Республикаһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексында танышырға мөмкин. Уға һуңғы үҙгәрештәр ағымдағы йылдың 4 февралендә индерелде.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү

Юлдарҙы һәм ҡыйыҡтарҙы ваҡытында таҙартмау

(күп фатирлы йорттарҙан һәм улар-ҙың йорт яны биләмәләренән тыш)

Вазифалы кешеләр — 5-10 мең/15-20 мең*.

Юридик шәхестәр — 15-20 мең/30-40 мең*.

*әгәр зыян күрелһә.

Торлаҡ йорттар янында ер эштәрен башҡарғанда төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу

Вазифалы кешеләр — 5-10 мең.

Юридик шәхестәр — 20-30 мең.

Урамдарҙы яҡтыртыуҙы ойоштороуҙағы тәртип боҙоуҙар

(урамдарҙың яҡтыртылмауы, яҡтыртыу ҡорамалдарының төҙөк булмауы һәм башҡалар)

Вазифалы кешеләр — 2-4 мең.

Юридик шәхестәр — 10-20 мең.

Фатирҙы үҙаллы үҙгәртеп бүлеү

Граждандар — 4-5 мең.

Вазифалы кешеләр — 20-25 мең.

Юридик шәхестәр — 30-50 мең.

Ныҡ ҡысҡыртып музыка тыңлау

(Ғаилә байрамдары үткәреүҙән тыш)

Граждандар — 2-3 мең һум/3-5 мең һум*.

*ҡабат тәртип боҙған осраҡта.

Милек хужаларының рөхсәтенән тыш йорт стеналарына һүрәт төшөрөү, нимәлер яҙыу

Граждандар — 300 һум.

Вазифалы кешеләр — 1-2 мең.

Юридик шәхестәр — 2-3 мең.

Балалар, спорт, хужалыҡ, ял май-ҙансыҡтары биләмәһенән транспорт сараһы менән үтеү һәм уны шунда ҡалдырыу

Граждандар — 3-4 мең.

Вазифалы кешеләр — 15-20 мең.

Юридик шәхестәр — 35-50 мең.

Хайуандар тотоу

Йәмәғәт урындарында бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ килеш эт йөрөтөү (декоратив бүлмә эт тоҡомдарына ҡағылмай)

Граждандар — 0,5-2 мең.

Уҫал тоҡомло эттәрҙе морондоҡһоҙ, муйынсаһыҙ һәм бәйһеҙ йөрөтөү

Граждандар — 4-5 мең.

Йорт хайуанының кешегә ташланып, һаулығына зыян килтереүенә юл ҡуйыу

Граждандар — 4-5 мең.

Вазифалы кешеләр — 10-15 мең.

Юридик шәхестәр — 40-60 мең.

Йорт хайуанын кешеләргә йәки башҡа төр хайуандарға һөсләтеү

Граждандар — 4-5 мең.

Хайуандарға ҡарата ҡанһыҙ мөнәсәбәт күрһәтеү, уларҙы йәберләү

Граждандар — 3-4 мең.

Вазифалы кешеләр — 5-8 мең.

Юридик шәхестәр — 10-15 мең.

Умарта күстәрен айырғанда, күсергәндә хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу

Граждандар — 2-3 мең.

Вазифалы кешеләр — 8-9 мең.

Юридик шәхестәр — 14-15 мең.

Ауыл хужалығы малдарын көтөү ҡағиҙәләрен боҙоу

Граждандар — 1-3 мең.

Вазифалы кешеләр — 5-8 мең.

Юридик шәхестәр — 15-20 мең.

Йәмәғәт тәртибе

Киске ваҡытта граждандарҙың тыныслығын боҙоу (23.00 сәғәттән һуң)

Граждандар — 2-3 мең/3-5 мең*.

Вазифалы кешеләр — 5-8 мең/8-10 мең*.

Юридик шәхестәр — 20-30 мең/30-50 мең*.

*ҡабат тәртип боҙған осраҡта.

Ғаиләләге, көнкүрештәге ыҙғыш

Граждандар — 300/500 һум*.

* ҡабат йәки бала алдында тәртип боҙған осраҡта

Урамда, рөхсәт ителмәгән урында, сауҙа итеү

Граждандар — 500-1500 һум.

Вазифалы кешеләр — 20-40 мең.

Юридик шәхестәр — 50-100 мең.

Кеше алдында Башҡортостандың дәүләт символдарын мыҫҡыл итеү, боҙоу, емереү

Барыһы өсөн штраф — 3-5 мең.

Урамда йәки йәмәғәт урындарында күрәҙәлек итеү, хәйер һорау, төрлө дини тәғлимәттәр таратыу, әйбер һатыу, һатып алыу һәм алмаштырыу, хеҙмәттәр тәҡдим итеү маҡсатында кешеләргә бәйләнеү

Граждандар — 500-1000 һум.

Күмәк халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни саралар үткәргән ваҡытта йәмәғәт тәртибен боҙоу. Трибунаға, сәхнәгә, концерт майҙансығына әйберҙәр ташлау. Билетта күрһәтелмәгән урынға ултырыу.

Граждандар — 3-5 мең

МӨҺИМ!

Был ниндәй градация?

Әйҙәгеҙ быны аныҡ миҫалда ҡарап үтәйек.

Граждандар — ул беҙ, ябай кешеләр. Әгәр кемдер берәү төн уртаһында перфоратор ярҙамында стена тишергә ҡарар итһә, уға ике мең һум штраф һаласаҡтар.

Вазифалы кешеләр, законда әйтелеүенсә, билдәле бер вәкәләттәргә эйә граждандар. Мәҫәлән, магазин директоры. Әгәр ул төндә перфоратор менән стена тишергә ҡушһа, штраф күләме һигеҙ мең һум буласаҡ һәм уны ул үҙ кеҫәһенән түләргә тейеш.

Юридик шәхестәр — ул компаниялар. Перфоратор менән төндә эшләү компания алып барған эшмәкәрлеккә ҡағылышлы булыуы асыҡланһа, штраф күләме 20 мең һум тәшкил итәсәк һәм уны уларҙың иҫәбенән аласаҡтар.

Штрафтар ҡайҙа китә?

Барлыҡ штрафтар бюджетты тулыландыра. Әгәр ниндәй ҙә булһа зыян күрһәгеҙ, ғәйепленән уны һеҙҙең үҙегеҙгә юлларға тура киләсәк.

Эт минең баламды тешләне, ә штрафы дүрт мең генә һум?

Әгәр күрелгән зыян ҙур булһа, тәртип боҙоу осрағы административ тип түгел, ә енәйәт эше булараҡ баһаланасаҡ һәм ул полиция йәки тәфтиш комитетына тапшырыласаҡ. Ә енәйәт эштәре буйынса башҡа төрлө яза саралары ҡарала.

Йомғаҡлап шуны әйтке килә: әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә хөрмәт менән ҡарайыҡ, ул саҡта сетерекле хәлдәр ҙә, штрафтар ҙа булмаясаҡ!