Грантты кем һәм ҡасан алыуға хоҡуҡлы?
Быйыл бер-бер артлы өс конкурс уҙғарыла. Беренсеһе әле бара, документтар ҡабул итеү 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Икенсеһе – 10 июндән 31 июлгә тиклем, өсөнсөһө 14 октябрь – 25 ноябрь арауығында үтәсәк. Әммә һуңғыһы өсөн аҡсаны 2020 йылда бирәсәктәр. Президент грантын Юстиция министрлығында рәсми рәүештә теркәлгән коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмалары (некоммерческие общественные организации – НКО) алыуға хоҡуҡлы. Уларҙың ойоштороусылары булып дәүләткә һәм урындағы үҙидара органдарына ҡарамаған структуралар сығыш яһарға тейеш. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының һалымдар буйынса бурысы булмауы, уның ғариза ҡабул итеү тамамланғанға тиклем кәм тигәндә ярты йыл алдан теркәлеүе шарт.
Әлегә коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмаһы төҙөлмәгән. Нимә эшләргә?
Теркәлегеҙ һәм мөмкин булған бөтә конкурстарҙа ҡатнашығыҙ. Быны Дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһы аша онлайн режимда эшләргә йәки Юстиция министрлығының бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ведомствоның сайтында «Коммерциялы булмаған ойошмалар» тигән бүлектә (
https://to03.minjust.ru/ru/node/2490) был йүнәлештә бик күп файҙалы мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Теркәлеү яҡынса бер ай самаһы ваҡытты ала, тимәк, һеҙ киләһе йылда грант алыуға документтар биреп өлгөрәсәкһегеҙ.
Статистиканан күренеүенсә, был эш әллә ни ҡатмарлы түгел — һуңғы биш йылда республикала коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмалары 4933-тән 5167-гә еткән, йәғни 200-гә яҡынға артҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһе Өфөлә теркәлгән, ҡалғаны республика ҡалалары һәм райондары өлөшөнә тура килә. Йәмәғәт ойошмаларының өстән бер өлөшө — дини берләшмәләр, артабан йәмәғәт һәм профсоюз ойошмалары килә.
Нимә өсөн грант алырға мөмкин?
Тәҡдим ителгән 13 йүнәлештең береһенә ярашлы проект эшләп, уны яҡларға кәрәк буласаҡ. Улар араһында «Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау», «Тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм хайуандарҙы яҡлау», «Милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу», «Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау» кеүек йүнәлештәр бар. Тулы исемлек һәм һәр теманың ентекле аңлатмаһы менән президентскиегранты.рф сайтының төп битендә танышырға мөмкин.
Башҡортостанда быға тиклем грант алыусылар булдымы?
Йыл һайын алып торалар! Мәҫәлән, 2016 йылда конкурста 426 йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашып, 31-е еңеү яуланы. Уларға бирелгән гранттың дөйөм суммаһы 62,8 миллион һум тәшкил итте. Ә 2018 йылда инде ҡатнашыусылар һаны 630-ға етеп, уларҙың 87-һе еңеүсе тип табылды һәм 93,4 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Еңеүселәр һаны буйынса был — Рәсәй күләмендә алтынсы һөҙөмтә, ә алынған аҡса буйынса 16-сы баҫҡыста торабыҙ.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йылдан-йыл республиканың бәләкәй ҡалаларынан һәм райондарынан ғариза биргән ҡатнашыусылар йышыраҡ еңеү яулай. Мәҫәлән, Мәсетле районының социаль үҫешен яҡлау фонды Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләү оҫталары конкурсын уҙғарыу өсөн 494 мең һум аҡса алыуға өлгәште. Октябрьский ҡалаһының «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау» йәмәғәт ойошмаһы «Һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлаясаҡбыҙ» тип аталған проект өсөн 326 мең һум грантҡа эйә булды. Уның төп асылы — халыҡтың яҡлауға мохтаж ҡатламына хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү. Сибай ҡалаһының социаль үҫешен яҡлау фондына «Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында «Mini Maker Fest» техник ижад фестивале»н уҙғарыу өсөн 293 мең һум аҡса тапшырылған.
Килештек! Артабан нимәләр эшләргә?
Президент грантына конкурста ҡатнашыу өсөн түбәндәгеләрҙе үтәргә кәрәк:
1) Президентскиегранты.рф сайтында теркәлергә;
2) Өйрәтеүсе «онлайн курс» үтергә;
3) Шәхси кабинетта ғариза әҙерләргә;
4) Ғаризаның һәр бер бүлеген тултырырға һәм ойошманың уставын ҡуйырға;
5) Раҫлау формаларын баҫып сығарып, ҡултамға ҡуйырға, сканер аша үткәрергә һәм ғаризаға беркетергә.
Минең бик яҡшы идеям бар, әммә һорауҙарым ҡалды. Ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында өсөнсө йыл инде коммерциялы булмаған ойошмаларға консультация биреү буйынса махсуслашҡан майҙансыҡ — «Ресурс үҙәге» эшләй. Был бүлексә даими рәүештә семинарҙар уҙғара, эш нескәлектәрен (мәҫәлән, финанс отчетты тултырыуҙы) төшөндөрә. Шулай уҡ ҡайҙа ниндәй конкурс уҙғарылыуы тураһында даими хәбәр итеп тора. Һәм быларҙың барыһы ла — бушлай!
— Президент грантына конкурсҡа ғариза бирергә теләүселәр өсөн мәғрифәти саралар серияһын булдырҙыҡ. Улар үҙ эсенә аҙна һайын коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмаларынан алынған ғаризаларҙы ҡарауҙы, урындағы ойошмалар һәм йәмәғәт советтары өсөн вебинарҙарҙы, ике көнлөк семинарҙы ала. Сараларҙың үткәрелеү ваҡыты һәм барлыҡ методик материалдар менән беҙҙең сайтта һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә танышырға мөмкин, — тип һөйләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты рәйесе урынбаҫары, «Ресурс үҙәге»н етәкләүсе Дмитрий Казанцев.
«Ресурс үҙәге»нең бәйләнештәре түбәндәгесә: 8(347)218-12-52, электрон почта
[email protected], Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 316-сы бүлмә. Сайт: op.bashkortostan.ru.
Бәйләнештәге төркөм: vk.com/nko_rb.