Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
25 Февраль 2019, 12:08

Һаулығыңды ҡаҡшатма

Беҙ законһыҙ юл менән һатылған иҫерткес эсемлектәрҙең ысынбарлыҡта ниндәй шыйыҡса булыуын, уларҙың ни дәрәжәлә хәүефле икәнен һәм алкоголдең сифатын тикшереү алымдарын асыҡланыҡ

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, республика прокуратураһы коллегияһында сығыш яһап, барлыҡ хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәренән муниципалитеттарҙа ялған араҡы һатыуҙы туҡтатыуҙы һораны. «Асылда был — халҡыбыҙҙы ҡырыу ул», тип билдәләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.


Нимә ул ялған алкоголь, һәм ул ғәҙәти эсемлектән нисек айырыла?

Ғәҙәттә, был аңлатма насар сифатлы суррогат араҡыға ҡарата ҡулланыла. Ул лицензияһы һәм тейешле ҡорамалдары булған заводта түгел, ә йәшерен цехтарҙа етештерелә. Бындай эсемлек- тәрҙе «етештереүселәр» технология, рецептура нескәлектәрен иҫәпкә алып тормай. Продукттың үҙҡиммәтен мөмкин тиклем кәметеү һәм күберәк табыш алыу маҡсатында иң арзан һәм зыянлы материалдар ҡулланыла.
Спирт спирт инде.

Ул нимәһе менән хәүефле?

Спирт та төрлө була. Алкоголь етештереүҙә этил спирты ҡулланыла, уны икенсе төрлө «медицина спирты» тип тә йөрөтәләр. Ғәҙәттә, ялған араҡы етештереүселәр күпкә осһоҙораҡ метанол, йәғни «ағас спирты» менән эш итә. Этил спиртынан айырмалы рәүештә, метанол — ул ағыу, сәнәғәттә шыйыҡлаусы ҡушымта булараҡ ҡулланыла. Тәме һәм еҫе буйынса этил спиртынан айырылмай тиерлек, әммә организмға эләгеү менән емергес «эшен» башлай: күңел болғана, ҡоҫтора, тән ҡалтырай, ауыр эҙемтәләргә килтер- һә, һуҡырайтыуы, хатта үлемгә илтеүе ихтимал. Составында сивушлы май булған араҡы ла ялған һанала. Улар иҫәбенә ацетон, фурфурол, изопропил спирттар, етештереү технологияһын теүәл үтәмәү һәм тейешенсә таҙартмау арҡаһында барлыҡҡа килгән башҡа матдәләр инә. Улар иҫерткес эсемлектең еҫенә, төҫөнә һәм тәменә йоғонто яһай. Әгәр концентрация юғары булһа, кешене тулыһынса ағыулай. Статис-тика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2017 йылда алкоголь менән ағыула-ныуҙан 151 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Магазиндарҙа көмөшкә аппараттары һатыла.

Улар менән сауҙа итеү законлымы?

«Законлы. Һәр кем көмөшкәне үҙ мәнфәғәте өсөн ҡыуа ала, һәм был енәйәт тип һаналмай. Ә бына уны һатырға ярамай, бының өсөн дәүләттән лицензия алыу мотлаҡ. Әгәр тотол-һағыҙ, 80 мең һумғаса штраф түләргә тура киләсәк», — тип аңлатты адвокат Роман Петров.


Ысын алкоголде ялғанынан нисек айырырға?

Иң төп ҡағиҙә — алкоголле эсемлектәрҙе ҡулдан, палаткаларҙан, баҙар-ҙан һатып алмағыҙ. Рәсми теркәлгән, касса чегы ярҙамында эшләгән сауҙа нөктәләренә генә мөрәжәғәт итегеҙ.

Шешәнең тышҡы торошона иғтибар итегеҙ. Ғәҙәттә, контрафакт араҡының ярлығы ҡыйыш йәбештерелә, ҡап-ҡасы сифатһыҙ, «акциз маркалары» тоноҡ һәм аңлайышһыҙ була, алтын-һыу һыҙаты һүрәт һымаҡ итеп төшөрөлә (ысынында ул айырым элемент булараҡ эшләнә), голограммаһы ялтырап торһа ла, бер төрлө лә үҙгәрмәй.


Был осраҡта заманса технологиялар ярҙам итә аламы?

Алкоголдең ысынмы-түгелме икәнен смартфон ярҙамында белергә мөмкин. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: һатыусылар спиртлы эсемлектәрҙең шешәһен ике тапҡыр сканерлай. Рәсәйҙә етештерелгән һәм һатыуға сығарылған бөтә төр алкоголь иҫәпкә алына: һәр шешәгә штрих-кодтан тыш шәхси һан һуғыла. Ул ил күләмендә етештерелгән барлыҡ алкоголгә ҡағылышлы берҙәм мәғлүмәт базаһынан (ЕГАИС) алына. Шешәнең һанын Рәсәй алкоголде көйләү сайтының «Маркаларҙы тикшереү» бүлегендә асыҡларға була. Шулай уҡ смартфонға уларҙың «Антиконтрафакталко» махсус ҡушымтаһын ҡуйып алырға мөмкин.

Ул бик ябай. Урынлаштырғандан һуң ҡушымта һеҙгә акциз маркаһын сканерларға тәҡдим итәсәк (быны магазинда уҡ, йәғни һатып алғанға ҡәҙәр эшләргә мөмкин). Шулай уҡ касса чегын да сканерларға мөмкин. Система һеҙгә продукцияның маркаһын, күләмен, ҡатылығын, етештереүсеһен яҙасаҡ (тикшереп ҡарағыҙ, тура киләме-юҡмы). Шулай уҡ һатып алыу ваҡытын һәм урынын да күрһәтәсәк. Әгәр берәй нәмә тап килмәһә, ялыу яҙырға мөмкин: законды һанламаған һатыусыға тикшереүселәр киләсәк һәм тейешле сара күрәсәк.
Магазиндарҙа контрафакт алкоголь күпме?

Мәсьәлә бик ҡырҡыу тора. Республиканың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтырғы йылда ялған алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән биш йәшерен цехтың эшмәкәрлеге туҡтатылған. Законһыҙ әйләнештән 10 миллион һумға торошло 265 мең литр продукция, шулай уҡ ҡойоу һәм төрөү буйынса автоматлаштырылған ике линия, конвейер, болғау һәм бүлеп ҡойоу ҡорамалы алынған. Былтырғы йылдың 11 айында полиция хеҙмәткәрҙәре 830 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған, контрафакт менән сауҙа итеүселәргә 11,6 миллион һумға торошло штраф һалған.

Радий Хәбировтың сығышынан һуң тикшереүҙәр көсәйҙе. Әле Әбйәлил һәм Урал аръяғының башҡа райондарында «ағыу һатыусыларҙы» фашлау бурысы ҡуйылды, был төбәктә даими рәүештә рейдтар уҙғарыла. Төрлө йүнәлештәге ведомстволар ҙа күләмле саралар ойоштора. Мәҫәлән, сауҙа буйынса дәүләт комитеты йәмәғәт ойошмалары менән берлектә магазиндар-ҙағы продукцияның сифатын тикшереү маҡсатында рейдтар үткәрәсәк.

Был саралар ялған алкоголгә күпмелер кимәлдә кәртә булыр, тип ышанғы килә, әммә эш, тәү сиратта, халыҡтың үҙенең әүҙемлегенә бәйле. Ихтыяж булмаған ерҙә тәҡдим дә булмай бит. Кәрәк булған осраҡта, күптәр иң тәүҙә хаҡын, йәғни арзаныраҡ булыуын иҫәпкә ала, ә сифат менән хәүефһеҙлек төшөнсәләре ситтә тороп ҡала.