Өфөлә «Ос!» («Взлетай!») мәғариф форумы үтте, унда төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҡын арала республика мәктәптәрендә ғәмәлгә инәсәк бер нисә мөһим яңылыҡты еткерҙе.
1-се яңылыҡ. Биш көнлөк уҡыу.
— Беҙ был мәсьәлә өҫтөндә эшләнек, уны төрлө яҡлап ҡараныҡ. Тәҡдим нисек тыуҙы? Бөгөн беҙҙең ғәзиз балаларыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ нисек йәшәй, уҡый? Алты көн дауамында беҙ уларға белем бирергә тырышып, арытып, йонсотоп бөтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, әхлаҡи яҡтан камил кешеләр булып сығыуын теләйбеҙ. Шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итәм, — тине Радий Хәбиров. Зал уның һүҙҙәрен алҡыштарға күмде.
Бында ике мөһим нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Беренсенән, балалар ял көндәрен бушҡа үткәрмәҫкә тейеш. Айҙың һәр шәмбеһендә мәктәп ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы сара үткәрә ала. Мәҫәлән, класс менән 300 йәки 500 метрға йүгереү буйынса спартакиада үткәрергә мөмкин. Икенсе шәмбене — тыуған төйәккә, өсөнсөһөн республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә арнарға була. Икенсенән, был яңылыҡ уҡытыусыларҙың былай ҙа әллә ни юғары булмаған эш хаҡына йоғонто яһарға тейеш түгел. Сәғәттәр һаны ҡыҫҡарыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт өсөн түләүҙе кәметергә ярамай.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, ҡайһы бер мәктәптәр-ҙе биш көнлөк уҡыуға 1 апрелдән, йәғни дүртенсе сирек башланыу менән, күсереү күҙаллана.
— Биш көнлөк уҡыу арҡаһында предметтар кәмемәйәсәк! Дәүләт белем биреү стандартында билдәләнгән барлыҡ фәндәр ҙә дәрестәр теҙмәһендә ҡаласаҡ, — тине Айбулат Хажин.
Һәр уҡыу көнөнә дәрестәр тигеҙ бүленәсәк, әммә ул биш көнлөк уҡыу осрағына ҡаралған максималь көсөргәнештән артмаясаҡ, йәғни федераль СанПиНға ярашлы буласаҡ. Башлан-ғыс кластарҙа ул — 21-23, өлкән клас-тарҙа 33-34 сәғәт тәшкил итә.
— Көндәлек көсөргәнеш күләме түбәндәгесә билдәләнә: 1-се класс уҡыусылары өсөн дүрт сәғәт, аҙнаға бер тапҡыр биш дәрес уҡыу рөхсәт ителә; 2-4-се кластарҙа биш сәғәттән артмаҫҡа тейеш; 7-11 кластарҙа — ете дәрес, — тип аңлатма биреп үтте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хафизова.
Алты көнлөк уҡыу менән сағыштырғанда өс сәғәткә кәмерәк килеп сыға. Нимәләр ҡыҫҡарасаҡ — әлегә билдәләнмәгән, был йәһәттән берҙәм ҡарарҙың булмауы ла ихтимал. Быны һәр мәктәп үҙ аллы хәл итәсәк.
2-се яңылыҡ. Яңы файҙалы шөғөлдәр
Радий Хәбиров тарафынан тәҡдим ителгән икенсе яңылыҡты ла йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Уның төп асылы — Башҡортостан мәктәптәрендә автомобиль йөрөтөүгә һәм һөйләш кимәлендә инглиз теленә уҡытыу, шулай уҡ шахмат, бейеү һәм башҡа файҙалы шөғөлдәргә өйрәтеү. Республика етәксеһе мәктәптәрҙә «Ос!» тип аталған программаны ғәмәлгә индерергә уйлауы хаҡында белдерҙе. Был яңылыҡты Радий Фәрит улының командаһы Красногорск ҡалаһында тормошҡа ашырған. Уның төп маҡсаты уҡыусыларҙы мәктәптә үк тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтеүгә ҡайтып ҡала.
— Мәҫәлән, балаларыбыҙға кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе — автомобиль йөрөтөү. Күп балалы йәки мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға уҡыу өсөн бүлеп түләү йәки унан тулыһынса азат итеү мөмкинлектәрен дә ҡараясаҡбыҙ, — тине Радий Хәбиров.
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 10-сы класта уҡыусылар — «Шахмат уйнарға өйрән»; «Спорт менән дуҫ бул»; «Интерактив башҡорт теле»; «Иркен һөйләш» (дебаттарҙа ҡатнашыу), «Минең ғаиләм» һәм «Хәүеф-һеҙ интернет», ә 11-се кластар «Бейе» (вальс бейергә өйрәнеү); «Руль артына ултыр!»; «Интерактив башҡорт теле» һәм «Иркен һөйләш» тигән программаларҙы үҙләштерә ала.
Проект бөтә ерҙә лә эшләп киткәнсе ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Шуға күрә республиканың Мәғариф министрлығы һынау үткәреү маҡсатында 10-11 мәктәпте һайлап аласаҡ.
3-сө яңылыҡ. Иң яҡшы ауыл уҡытыусылары 600 мең һум аласаҡ
Радий Хәбиров «Ауыл уҡытыу-сыһы» тигән программа булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Ошо маҡсатта быйыл уҡ бюджеттан 60 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса, йәғни 600 мең һум күләмендәге 100 грант иң яҡшы ауыл уҡытыусыларына тапшырыласаҡ. Асылда әлеге проект «Ауыл табибы» программаһына ауаздаш.
— Был сара ауыл мәктәптәренә уҡытыусылар йәлеп итеүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Шулай уҡ ер участкаһы бүлеүгә бәйле тәҡдимдәр ҙә бар. Беҙ белгестәр ауылға эшкә ҡайт-һын, шунда төпләнһен, ауылдарыбыҙ йәшәһен, үҫһен тигән маҡсаттан сығып эш итәбеҙ. Әгәр был аҡса аҙ, ә лайыҡлы уҡытыусылар күп булһа, бюджеттан өҫтәмә саралар табасаҡбыҙ, — тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
4-се яңылыҡ. Мәктәптәр рейтингы булдырыласаҡ
Шулай уҡ Радий Хәбиров республика мәктәптәренең рейтингын булдырып, иң яҡшыларҙы билдәләргә тәҡдим итте.
— Әгәр беҙ йыл һайын тантаналы шарттарҙа, рейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, иң яҡшы 10 ҡала мәктәбен һәм 10 ауыл мәктәбен билдәләп, улар-ға гранттар тапшырһаҡ, был да белем усаҡтарының үҫешенә бермә-бер булышлыҡ итәсәк, — тине ул.
Мәктәп рейтингына һәләтле балалар менән эшләү ҙә йоғонто яһаясаҡ, Радий Хәбиров һәр һәләтле уҡыусы хаҡында хәстәрлек күрергә саҡырҙы.
— Әгәр бала Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшыра икән, әлеге райондың йәки ҡаланың хакимиәт башлығы ла, ул белем алған мәктәп директоры ла, педагогик коллектив та уның артабанғы тормошон күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа бурыслы. Хатта ул Мәскәү, Санкт-Петербург йәки баш-ҡа ҡала вуздарында уҡыған осраҡта ла. Беҙгә ундай балалар туған республикаһына кире ҡайтһын һәм үҙебеҙҙә эшләһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тине ул.