Ҡышҡы юл — водителдәр һәм пассажирҙар өсөн ысынлап та ҙур һынау. Республика юлдарында көн һайын кешеләр ҡазалана һәм һәләк була. Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы (көнөнә — уртаса 12!) теркәлгән, уларҙа 5494 кеше зыян күргән һәм 549-ы һәләк булған. Статистика буйынса һәр өсөнсө ҡорбан — йәйәүле. Йыл һайын илебеҙҙә Рәсәй Чечня һәм Афғанстандағы ҡанлы бәрелештәрҙә юғалт-ҡан ҡәҙәр кеше үлә. Юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һуғыштан яманыраҡ һөҙөмтәләргә килтерә.
— Республика юлдарында ҡот осҡос күренеш күҙәтелә, сөнки кешеләр «оса», улар үҙ-үҙҙәрен үлтерә, — юлдарҙағы бөгөнгө торошто республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тип билдәләне.
Һәләк булғандарҙың күпмеһе нәҡ уларға бер нимә лә булмаясаҡ, сөнки улар машина менән яҡшы идара итә һәм юлды яҡшы белә, тип уйланы икән? Беҙҙеңсә, барыһы ла.
Ә бит өйгә, балаларығыҙ янына иҫән-һау ҡайтып етер өсөн һеҙгә яҡшы таныш булған ни бары биш ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.
* Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа. Беҙҙә тиҙ хәрәкәт итеүҙе күҙ уңында тотҡан автобандар юҡ, иң ҙур тиҙлек күпме булырға тейеш икәнен дә яҡшы хәтерләйһегеҙҙер. Сәғәтенә 90 саҡрым. Әлбиттә, һеҙ быны беләһегеҙ! «Уҙыу тыйыла» тигән билдә тора икән, тимәк, алда хәүефле участка, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡларға кәрәк. Маневрҙарҙы әкрен генә, башҡа водителдәрҙе алдан «боролош сигналдары» менән иҫкәртеп яһау зарур. Кинәт алға сығыу яныңдағы водителде уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға мөмкин.
* Руль артына эскән килеш ултырмаҫҡа. Хатта бер шешә һыра эскәндән һуң да. Ярты шешәнән һуң да. Бер рюмка араҡынан һуң да. Әлбиттә, һеҙ иҫерек түгел, бер кем дә бәхәсләшмәй. Ләкин юл бит ул, нимәлер була ҡалһа, һеҙҙе ғәйепләйәсәктәр, сөнки һеҙ эскәнһегеҙ.
Бер аҙ ҡурҡыныс статистика. Былтыр ғына Башҡортостанда иҫерек водителдәр ғәйебе менән 103 кеше һәләк булған һәм 509 кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 18 меңдән ашыу иҫерек водителде тотҡан, шуларҙың 2210-ы эскән килеш икенсе йәки унан да күберәк тапҡыр тотолған.
* Алыҫ юлға сығыр алдынан тейешенсә ял итергә. Пассажирҙар йоҡлай йәки тәҙрәгә ҡарап бара ала. Ә һеҙгә иғтибар менән алға ҡарап, бер нисә сәғәт барырға һәм һәр автомобилде, һәр йәйәүлене, һәр боролошто һәм асфальттағы соҡорҙо иҫәпкә алырға тура киләсәк.
* Машинағыҙҙың төҙөклөгөн тикшереп торорға. Был ғәҙәти эш — һәр ваҡыт үҙ мәлендә техник тикшереү үтеү һәм нимәлер «шаулай» башлаһа, уның тулыһынса ватылғанын көтмәйенсә, автомобилегеҙҙе сервисҡа индерегеҙ. Тормоздар торошон ҡарап тороу ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, уларҙың төҙөклөгө (һәм һеҙҙең тиҙ эш итеүегеҙ, әлбиттә) ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ.
* Бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа. Ғинуар-февраль — иң хәүефле айҙар, һауа торошон күҙаллап булмай. Көн һайын тиерлек ҡарлы буран буласағы хаҡында иҫкәртәләр. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә өйөнән сығармаҫ, ә бында алыҫ юл тураһында һүҙ бара. Һауа торошо насар булғанда айырыуса таулы юлға — мәҫәлән, Өфө-Белорет трассаһына сығыу хәүефле. Йыл һайын ҡышҡыһын халыҡта «ҡәйнә теле» тип йөрөтөлгән участкала бер нисә саҡрымға һуҙылған тығындар хасил була. Икенсе төрлө юл һайларға ла мөмкин бит. Әйтәйек, теләгән урын-ға тимер юл транспорты йәки автобус менән барырға.
Аварияны булдырмай ҡалып булмаһа, нимә эшләргә?
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эксперттары шундай кәңәш бирә: бөтә сараларҙы ҡул-ланғандан һуң да аварияны булдырмау мөмкин булмаһа, хәрәкәт иткән машинанан һикермәгеҙ, ә ҡаршыға килгән машина менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеүҙән ҡасырға тырышығыҙ. Уға төкөгәнсе, соҡорға төшөү, ҡоймаға, ҡыуаҡтарға, хатта ағасҡа бәрелеп туҡтау хәйерлерәк.
Бәрелер алдынан аяҡтарығыҙҙы иҙәнгә ныҡлап терәгеҙ, башығыҙҙы алға, ҡулдарығыҙ араһына, эйегеҙ, рулгә йәки алдағы панелгә терәлегеҙ. Артта ултырған пассажир башын ҡулдары менән тотоп, бер яҡҡа ауырға тейеш. Бала ситтән ултыр-һа, уны ныҡ ҡына итеп ҡыҫырға, үҙеңдең кәүҙәң менән ҡапларға һәм шулай уҡ бер яҡҡа ауырға кәрәк.
Бик мөһим ҡағиҙә! Айырым осраҡтарҙа ғына аварияла зыян күреүселәрҙе машинанан үҙаллы сығарырға ярай: машинанан бензин еҫе ныҡ килһә, салонда төтөн булһа һәм ул янһа, һауа торошо зыян күреүсене машинала ҡалдырырға форсат бирмәһә (мәҫәлән, ныҡ һалҡын) йәки яраһы салонда тәүге ярҙам күрһәтергә форсат бирмәһә. Башҡа осраҡтарҙа табиптар йәки ҡотҡарыусылар килгәнен көтөргә кәрәк! Эш шунда: кеше бәрелгәндән һуң умыртҡа бағанаһы имгәнергә мөмкин һәм һеҙҙең «ярҙам» уның хәлен тағы ла ҡатмарлаштырыуы ихтимал.
Башҡортостанда иң хәүефле юлдар ҡайҙа?
Авариялар йышыраҡ машиналар күп йөрөгән урындарҙа теркәлә. Был Өфө-Ырымбур һәм М5 Урал «Һамар-Өфө-Силәбе» трассалары. Сибай, Октябрьский ҡалаларында, Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондарында үлемесле авариялар һаны артҡан. Йыл дауамында балалар зыян күргән авария осраҡтары Өфөлә, Учалыла, Әлшәй һәм Архангел райондарында артҡан. Былтыр водителдәр ғәйебе менән 21 бала һәләк булған һәм 470-е йәрәхәт алған.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн йыйылған штрафтар юл ремонтлауға йүнәлтеләсәк
Ошо йылдан көсөнә ингән законға ярашлы, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар, ә был йыл буйына 1,6 миллиард һум, республиканың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү өсөн Юл фондына индереләсәк. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары шундай ҡарар ҡабул иткән. Шул рәүешле, быйыл федераль субсидияларҙы иҫәпкә алмайынса, фонд күләме 17,2 миллиард һум булыр тип көтөлә.
БЫЛ — МӨҺИМ! Тиҙ ярҙам хеҙмәттәрен саҡырыу өсөн берҙәм телефон номеры —112.
2018 йылда 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
549 кеше һәләк булған, шуларҙың 21 -е – бала
5494 кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың 470-е – бала