Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
21 Ғинуар 2019, 17:07

Эсеүҙе ташлап, сәләмәт тормош башларға ваҡыт икәнде белдереүсе һигеҙ билдә

Яңы йыл байрамдарын тамамлап, эшкә сығыу — күптән уйлап та, тотонорға ҡыймай йөрөгән ниәттәрегеҙҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн бик яҡшы сәбәп ул. Ҡатынығыҙ әллә ҡасандан һораған ҡаҙауҙы ҡағып ҡуйығыҙ, иртәнсәк йүгерә башлағыҙ, ғөмүмән, сәләмәт тормош рәүешенә аяҡ баҫығыҙ.


1. Контролде юғалтыу

Кеше күпме эсеүенең иҫәбен юғалта икән — был алкоголизмдың тәүге билдәһе. Ул бер-ике рюмка ғына күтәрәм тип башлай, әммә туҡтай алмай. Артабан бөтөнләй контролде юғалтып, рюмка артынан рюмканы бушата һәм йығылмайынса туҡтамай.

Был осраҡта кешенең ниндәй даимилыҡта эсеүе һәм нимә эсеүе (хатта һыра булыуы ла мөмкин) мөһим түгел, тип билдәләй табиптар. Эш икенсе нәмәлә — кеше аҙ ғына эсеп туҡтай аламы, юҡмы? Әгәр һеҙ, аҙ ғына эсәм дә туҡтайым тип башлап, саманан сығаһығыҙ икән — был хәүефле билдә.

2. Күңелһеҙ айыҡлыҡ

Алкоголизмдың икенсе билдәһе — кешенең айыҡ сағында үҙен күп ваҡыт күңелһеҙ, кәйефһеҙ тойоуы. Иҫерткес эсемлек ҡулланмаһа, ул тиҙ генә ярһып, сығырынан сығып бара, үҙ-үҙенә бикләнә. Араҡы эсә алмауының асыуын яҡындарына төшөрә, тормош мәшәҡәттәренә туҡтауһыҙ зарлана.

Әкренләп психик тороштағы үҙгәрештәр — үҙ-үҙеңә йомолоу, ҡуҙғыу-санлыҡ, күңел төшөнкөлөгө, депрессия даими төҫ ала.

Бындай ыҙа кисереүҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы — эсеүҙән бөтөнләй баш тартыу.

3. Эсеү мөмкинлеге тыуғанда кәйефтең үҙгәреүе

Эсеү өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп табылыу менән кешенең кәйефе ҡырҡа үҙгәрә, ул күңелсәккә, дәртлегә әйләнә. Бының сәбәбе — кеше төпкө аңында күптән инде был эскелекте ниәтләп ҡуйған, уны түҙемһеҙләнеп көткән һәм теләгәне алдына килеү менән, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыуана, эстән тантана итә.

4. Алкоголизмды ҡабул итмәү

Алкоголгә бәйлелеге булған кеше быны һәр төрлө сәбәптәр табып кире ҡаға, ни өсөн эсеүен үҙенсә аҡлай. Әгәр уға бәйлелеге, дауаланырға кәрәклек тураһында иҫкәртһәң, асыулана, ярһый.

5. Һәр мөмкин булған осраҡта эсеп ҡалыу

Кеше сәбәп табылыу менән эсеп ҡалырға тырыша. Ә улар күп: сираттағы ҡунаҡ, кафелағы киске аш, Бастилияны алыуҙың юбилей датаһы һәм башҡалар булыуы ихтимал.

Кешенең бөтә уйҙары эскелек тирәһендә урала, уның алкоголгә бойондороҡлоҡтан тыуған көсөргәнеште юҡҡа сығарғыһы килә. Эстән генә алып барылған «эсергәме — эсмәҫкәме» тигән көрәштә һәр ваҡыт араҡы еңә.

Табиптар башҡа төрлө етди билдә- ләрҙе лә билдәләй, уларға ла мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк.

6. Кешенең үҙ-үҙен тотошо үҙгәреүе. Ҡуҙғыусанға әйләнеү, уйламаған эштәр ҡылыу, әҙәп ҡағиҙәләрен онотоу, айыҡ саҡта бөтөнләй ҡыланмағанды ҡыланыу.

7. Иҫ юғалтыу. Кисә нимә булғанын иҫләй алмау — үҙәк нервы системаһының тайпылышын, шәхес булараҡ холоҡтоң насар яҡҡа үҙгәреүен белдереүсе билдә.

8. Бахмур синдромы. Иртәнсәк уяныу менән баш төҙәтергә теләү — алкоголгә тулы бәйлелекте раҫлаусы дәлил. Был осраҡта кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.