Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
7 Декабрь 2018, 13:04

«Был — алға ынтылыш өсөн мөмкинлек»

Башҡортостанда милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла Рәсәй халҡы йәшәү кимәленең яҡшырыуын һәр нәмәлә — эш хаҡында, пособиеларҙа, сифатлы һаулыҡ һаҡлауҙа һәм белем биреүҙә, мәҙәниәттә, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә тойһон өсөн дәүләт алты йылда 28 триллион һум аҡса бүләсәк.

Илебеҙ Президенты Владимир Путин Дәүләт Советындағы сығышы мәлендә, учреждениеларҙа түгел, ә халыҡ йәшәгән биләмәләрҙә — ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү зарур, тип билдәләне. Кешеләр был үҙгәрештәрҙе үҙҙәре тойорға тейеш, уларҙың ҡағыҙҙа йәки отчеттарҙа ғына ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай.

«Рәсәй Президентының 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән милли проекттары. Нисек итеп уларҙы һеҙҙең барығыҙға ла (шул иҫәптән минең дүрт балама ла) алып барып еткерергә икән? Уларҙың әһәмиәтен әлегә аңлап етмәйҙәр, әммә мин бының алға аҙым яһау өсөн ҙур мөмкинлек, тотош ил өсөн ныҡлы үҫеш ихтималлығы булыуына ышанам. Был аҡсаларҙы урлауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Әлеге тәңгәлдә миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк буласаҡ», — тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә.

Беҙ был мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн нимәләр эшләнеүе һәм эшләнәсәге хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.

Яҡшы юлдар

«Әкрен барһаң — алыҫыраҡ китер-һең», — ти халыҡ, илебеҙҙәге ҡайһы бер юлдарҙың насар торошона ишара яһап. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы комитетында белдереүҙәренсә, Башҡортостанда киләһе алты йылда алты йөҙгә яҡын ауылға илтеүсе алты мең километр оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндереү бурысы тора. Радий Хәбиров һәр райондың етәкселегенә ғаризалар әҙерләргә ҡушты, шуларға ярашлы берҙәм план-график төҙөләсәк.

«Юл мәсьәләһенең» тағы ла бер мөһим өлөшө — киң республикабыҙҙың ҡала һәм райондарын тоташтырған төп трассаларҙы ремонтлау. Мәҫәлән, яҡын арала «Өфө — Ырымбур» юлын төҙөкләндерә башлаясаҡтар, уның Стәрлетамаҡты урап үткән өлөшө дүрт һыҙатлы итеп киңәйтеләсәк.

— Беҙ әкренләп республикабыҙҙың көньяҡ сиктәренә ҡарай хәрәкәт итәсәкбеҙ, тәүҙә Ергән йүнәлешендә, унан инде Мәләүезгә, Күмертауға, артабан Ырымбурғаса заман талаптарына яуап биргән трасса барып етер тип күҙаллайбыҙ. Был — ҙур сығым талап иткән эш, — тине Радий Хәбиров.

Тимер юлдар тураһында. «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы, «РЖД» йәмғиәтенең етәксеһе Олег Белозеров менән осрашып, Мәскәү — Ҡазан — Екатеринбург юғары тиҙлекле магистрале картаһына Өфөнө индереү тураһында килеште. Был Башҡортостан халҡына бер нисә сәғәт эсендә, уңайлы шарттарҙа Ҡазанға йәки Мәскәүгә барып етеү мөмкинлеге тыуҙырасаҡ.

Әлбиттә, ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алырға, тигән һорау тыуыуы ихтимал. Сығымдар алдан уҡ күҙалланған. Киләһе йылда юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм төҙөкләндереүгә республика бюджетынан ныҡ ҙур сумма — 17 миллиард һум бүленәсәк, тағы ла кәм тигәндә бер миллиардты федераль бюджет бирәсәк.

Белем биреү сифаты

«Ниндәй генә уҡыу булмаһын, ул той-ғоларға бәйле», — тигән боронғо грек философы Платон. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ алған белем сифатына улар-ҙың мәктәпкә ниндәй кәйеф менән йөрөүе лә тәьҫир итә. Уңайлы график, яҡшы шарттар тыуҙырылған мәктәп, йылы автобустар — былар барыһы ла тәжрибәле педагогтар кеүек үк мөһим.

Уҡыусылар һанының күп булыуы арҡаһында бихисап мәктәптәр бер сменалы уҡытыуға күсә алмай. Республика был мәсьәләне 2025 йылға тиклем хәл итергә йыйына. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Эйе, яңы мәктәптәр төҙөргә, әлегеләренең мөмкинлектәрен киңәйтергә. Республиканың Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, киләһе ике йылда Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә 49 мәктәп төҙөләсәк йәки реконструкцияланасаҡ.

Мәҫәлән, Дыуан районында 2020 йылда ике яңы мәктәп ишектәрен асасаҡ. Таҙтүбә ауылындағы мәктәп бынан ярты быуат самаһы элек төҙөлгән. Ул өлөшләтә авария хәлендә һәм балалар уҡытыуға яраҡһыҙ тип табылып ябылған. Белем усағын ремонтлау мөмкин түгел, яңыһын төҙөргә кәрәк. Төньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров, объектты ҡарап, 120 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн республиканың адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты. Райондың Озеро ауылында яңы белем усағы төҙөү ҙә әлеге программаға ярашлы башҡарыласаҡ. Йылдар дауамында ремонт күрмәгән бина авария хәлендә: түбәлә һәм стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән, спорт залы һәм ҡайһы бер уҡыу бүлмәләре ябылған.

— Проектлауҙы оҙаҡҡа һуҙмауығыҙҙы һорайым. Киләһе йылда төҙөлөш эштәре башланһын һәм 2020 йылда ике мәктәп тә файҙаланыуға тапшы-рылһын өсөн ваҡытында аҡса бүлергә тейешбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиевҡа.

Әле булһа хәл ителеп бөтмәгән һорау-ҙарҙың береһе — мәктәптәрҙә йылы бәҙрәфтәр булдырыу. Ҡалаларҙа был мәсьәлә күптән яйға һалынған, ә ауылдарҙа ҡырҡыу тора. Быйыл мәғариф учреждениеларында сантехник ҡорамалдар ҡуйыуға республика власы 28 млн һум аҡса бүлгән. Әммә был ғына етмәй, тағы ла 300-ҙән ашыу (!!!) белем усағы сиратта тора. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ошо маҡсатта өҫтәмә рәүештә 167,5 млн һум аҡса бүлергә ҡушты.

Мәктәп автобустарына бәйле һорауҙы ла ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Быйыл республика балаларҙы йөрөтөү өсөн 142 автобус һатып алды, йыл аҙағына тиклем райондарға тағы 130 транспорт сараһы оҙатыласаҡ. Һөҙөмтәлә техника паркын яңыртыу һәм өҫтәмә рәүештә 70 яңы маршрут асыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Киләһе йыл бюджетында тағы 170 автобус һатып алыу ҡаралған. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: Хөкүмәттә үткән кәңәшмәләрҙең береһендә Радий Хәбиров бензинды экономиялау маҡсатында автобустар-ҙың йылытылмауына иғтибар йүнәлтте. 20 градус һыуыҡта һалҡын автобуста балалар, әлбиттә, өшөй.

— Мәсьәлә бик ябай хәл ителә. Йә яғыулыҡ аҙ ғына күберәк тотонола, йә автобустар йылы бокстарға ҡуйыла. Был һорауҙарҙы урындағы хакимиәт башлығы хәл итергә тейеш, — тине Радий Хәбиров.

Тағы ла бер проблема: башланғыс класс балалары өйгә ҡайтыу өсөн өлкән класс уҡыусыларын көтөргә мәжбүр һәм был ваҡытты улар нисек теләй, шулай үткәрә. Республика етәксеһе әлеге арауыҡта түңәрәктәр һәм секциялар эшен ойошторорға кәрәк тип һанай.

Киләсәк сәләмәтлеге

Власть алдында торған мөһим бурыс-тарҙың береһе — 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 80 йәшкә еткереү. Дауаханаларҙы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтламай тороп, ауылда был проблеманы хәл итеп булмаясаҡ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров төбәк етәксеһенә, 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының дүрттән өс өлөшө насар торошта, күптәре ашығыс капиталь ремонтлауҙы, ә бәғзе берҙәре тулыһынса һүтеүҙе талап итә, тип белдерҙе.

Проблеманы хәл итеү өсөн йыл һайын кәм тигәндә 20 ФАП төҙөргә кәрәк. Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, мәсьәлә Балаҡатай районында һәм Октябрьский ҡалаһында айырыуса ҡырҡыу тора.

Был хаҡта фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә әйтә килә. Радий Хәбиров республика буйынса һәр эш сәфәрендә мотлаҡ медицина учреждениеларында туҡтала. Үҙенең сығыштарында ла ул ФАП-тар системаһын һәр йәһәттән күтәрергә һәм үҫтерергә кәрәклеген билдәләй.

Тағы бер мөһим мәсьәлә — ауыл ерендә тар йүнәлешле белгестәрҙең етешмәүе. Был йәһәттән хатта «Ауыл табибы» программаһы ла проблеманы тулыһынса яйға һалыуға булышлыҡ итмәй. Уның буйынса ауылға йәшәргә һәм эшләргә ҡайтҡан белгестәргә бер миллион һум аҡса бирелһә лә, ашҡынып тороусылар һирәк. Медицина кадрҙарына ҡытлыҡты кәметеү өсөн Радий Хәбиров киләһе йылда бюджеттан өҫтәмә рәүештә 50 млн һум аҡса бүлергә һәм «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашмаған ҡалаларға белгестәр йәлеп итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә ҡушты.

Хеҙмәт етештереүсәнлеге

Былтыр Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү буйынса федераль программа һынау үткән ете пилот-төбәк исемлегенә инеүгә иреште. Ябай тел менән әйткәндә, мөмкин тиклем аҙыраҡ көсөргәнеш түгеп, күберәк файҙа һәм, шуға ярашлы, яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы алыу механизмы ҡулайлаштырыла.

Әлегә проектта 19 предприятие ҡатнаша, уларҙың алтауһында хеҙмәткәр-ҙәрҙе яңы технологияларға өйрәтәләр. Киләһе алты йылда программаға тағы 120-ләп урта һәм эре предприятие ҡушыласаҡ.

Иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Сергей Новиков белдереүенсә, «СТЕКЛОНиТ» һәм «ОЗНА» йәмғиәттәрендә проекттар уңышлы тамамланған. Уларҙа етештереү циклы тиҙлеген ике тапҡырға арттырыу һәм сменанан һуң ҡалып эшләү осраҡтарын бөтөрөү мөмкин булған.

«БАСЭТ» һәм «Альтернатива» предприятиеларында ла проект тамамланыу өҫтөндә, ә «Искож» һәм «Grain» йәм-ғиәттәрендә «һаҡсыл производство» алымы үҙләштерелә.

Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, милли проект сиктәрендә 2,2 мең кеше белемен камиллаштырған. Республика быйыл ошо маҡсатта, йәғни хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға 181,6 млн һум аҡса бүлде.

— Һәр кем үҙ ойошмаһында ҡалды, берәүҙе лә эштән ебәрмәнеләр. Бары тик үҙ предприятиеһында икенсе вазифаға күсеүселәр генә булды, — тип аңлатты Ленара Иванова.


ӘЙТКӘНДӘЙ

2019 йылда Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 11 млрд һум аҡса аласаҡ, уның 1 млрд һумы — юлдар төҙөү һәм реконструкциялауға, 1,4 миллиарды — «Ҡала мөхите» проектына, 430 миллион һумы — мәктәптәр төҙөү һәм реконструкциялауға, 1,4 млрд һумы — өс йәшкә тиклемге төркөмдәргә иҫәпләнгән балалар баҡсалары төҙөүгә. Тәүге тапҡыр «Таҙа һыу» проекты буйынса һыу селтәре предприятиеларына 137 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланған Дәүләт Думаһы депутаты, Өфө ҡалаһының элекке мэры Павел Качкаев һөйләне.


Башҡортостанда киләһе ике йылда 49 мәктәп төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ, юлдар төҙөүгә һәм реконструкциялауға 17 млрд һум бүленәсәк, 170 мәктәп автобусы

һатып алынасаҡ, ауылға эшкә ҡайтҡан медицина белгестәренә 50 млн һум аҡса йүнәлтеләсәк.