Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
22 Ноябрь 2018, 14:00

Автомобиль хужаларына һәм ата-әсәләргә нимәләрҙе белергә кәрәк

Уҡыусыларҙы яңы ҡағиҙәләр һәм закондар менән таныштырабыҙ Быйылғы көҙҙә ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр балалар хәүефһеҙлегенә, автомобиль йөрөтөүселәргә, социаль өлкәгә ҡағыла.

Балалар хәүефһеҙлеге

17 ноябрҙән балаларҙың уйын май-ҙансыҡтарындағы таусыҡ, бәүелсәк, карусель, ҡомсоҡтарға талаптар үҙгәрҙе. Хәҙер кескәйҙәр өсөн тәғәйен майҙансыҡтарҙағы ҡорамалдар мөмкин тиклем хәүефһеҙерәк булырға тейеш: уларҙа осло мөйөштәр рөхсәт ителмәй, иретеп йәбештерелгән урындарҙың шыма, майҙансыҡ биләмәһендәге япманың йәрәхәтләнеүҙән һаҡлау сифаттарына эйә булыуы шарт. Шулай уҡ биләмәнең ҡойма менән уратып алыныуы, күтәрмәләрҙә тотонғостарҙың булыуы зарур. Уйын майҙансығы физик йәһәттән мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың да мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнергә тейеш. Ҡорамалдарҙы һаулыҡ өсөн зарарлы, тиҙ яныусан материалдарҙан эшләү тыйыла.

Балалар уйын комплекстары ҡулланылыуға тапшырылырҙан алда яңы техник регламентҡа яраҡлылығы буйынса тикшереү үтә. Яраҡлылыҡ ваҡыты үтеү менән, төҙөк булып күренеүенә ҡарамай, майҙансыҡтағы барлыҡ ҡорамалдар алынырға тейеш. Яңыртылған талаптар менән Евразия иҡтисад союзының «Балалар уйын майҙансыҡтары өсөн ҡорамалдарҙың хәүефһеҙлеге тураһында» техник регламентында (ТР ЕАЭС 042/2017) танышырға мөмкин.

Шуны белеү мөһим: был яңылыҡтар 17 ноябрҙән һуң ҡуйылған уйын комплекстарына ғына ҡағыла. Әлеге ваҡытта файҙаланыуҙа булған балалар май-ҙансыҡтарына ла етди иғтибар бирелә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та үҙенең сығышында кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән иҫке уйын ҡорамалдарын заман һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән яңыларына алмаштырыу бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта октябрь айында баҫылған «Уңайлылыҡ һәм именлек өсөн» тигән яҙмала ентекле һөйләгәйнек.

Балалар ялы

5 ноябрҙә РФ Мәғариф министрлығының балалар ялына ҡағылышлы бойороғо (2018 йылдың 23 авгусындағы 6-сы һанлы бойороҡ) ғәмәлгә инде. Документта балаларҙы ялға ҡабул итеүсе ойошмалар, мәҫәлән, йәйге һауыҡтырыу лагеры, менән килешеү формалары раҫланған.

Хәҙер килешеүҙә мотлаҡ түбәндәге пункттар булырға тейеш:

— дауалау режимын һаҡлау өсөн тейешле шарттар булдырыу тураһында (диета, дарыуҙар ҡабул итеү йәки дауалау туҡланыуын ойоштороу);

— балалар учреждениеһында табип-педиатрҙың булыу-булмауы тураһында;

— ата-әсә тарафынан баланы миҙгелгә ярашлы өҫ, аяҡ кейемдәре, гигиена әйберҙәре менән тәьмин итеү тураһында:

— күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында;

— ял ваҡытында бала тарафынан ойошманың милкенә ҡарата килтерелгән зыянды түләү тураһында.

Дөйөмләштереп әйткәндә, баланың тулы ҡанлы ялы өсөн ойошмаға ғына түгел, ата-әсәгә лә яуаплылыҡ һалына. Һуңғылары уны кейем, теш пастаһы кеүек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә, әгәр бала учреждениеға берәй төрлө зыян килтерһә, уны ҡапларға әҙер булырға тейеш.

Әсәлек капиталы

Әсәлек капиталына ҡағылышлы сертификатты ҡарау ваҡыты ҡыҫҡарҙы. Был хаҡта БР Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Әгәр элек сертификат юллау хаҡында ғаризаны ҡарауға закон тарафынан бер ай ваҡыт бирелһә, хәҙер ул 15 көнгә ҡалдырылды. Был ваҡыт Пенсия фондына ғариза биргән көндән иҫәпләнә.

Сертификатты Пенсия фондының клиент хеҙмәте һәм күп функциялы үҙәк аша алырға мөмкин. Шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының сайтындағы (es.pfrf.ru) йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы (gosuslugi.ru) шәхси кабинеттар аша юллау мөмкинлеге лә бар. Шәхси кабинет аша электрон ғариза биреү һәм сертификаттың үҙен дә электрон формала алыу — бик уңайлы алым.

Ҡышҡы тәгәрмәс

11 ноябрҙән Таможня союзының «Тәгәрмәсле транспорт сараларының хәүеф-һеҙлеге тураһында» техник регламентына (ТР ТС 018/2011) үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, декабрҙән мартҡа ҡәҙәр ауырлығы 3,5 тоннаға тиклем еңел һәм йөк автомобилдәренең бөтә тәгәрмәстәренә лә ҡышҡы шина кейҙерелергә тейеш. Шулай ҙа был ҡағиҙә өсөн штраф ҡаралмаған. Әгәр тәгәрмәс үтә иҫке булып, протекторҙарҙың тәрәнлеге нормаға тура килмәһә, 500 һум түләтеүҙәре ихтимал.

«Шипы» билдәһе

Хәҙер ҡышҡы тәгәрмәстәр махсус тимер ҡаҙаулы булған хәлдә лә, был хаҡта иҫкәртеүсе «Ш» билдәһен ҡуймаҫҡа мөмкин, ти ҡайһы бер водителдәр. Республика ЮХХДИ-һында аңлатыу-ҙарынса, әлегә ул проект ҡына, шуға күрә ҡышҡы тәгәрмәскә күскән һәр автомобилдә «Шипы» билдәһенең булыуы мотлаҡ (РФ КоАП, 1-се өлөш, 12.15-се статья). Ҡағиҙәне һанламаусыларға 500 һум штраф һалына йәки иҫкәртеү яһала.

«Инвалид» билдәһе

Көҙ башынан Рәсәй Хеҙмәт министрлығының яңы ҡарары ғәмәлгә инде. Хәҙер беренсе, икенсе, ҡайһы бер осраҡтарҙа өсөнсө төркөм инвалидтары автомобиленә ҡуйырға «Инвалид» билдәһе алыу өсөн медик-социаль экспертиза үтә. Элек ирекле һатыуҙа булған билдәләр ғәмәлдән сығарылды.

Шулай итеп, сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәре булмаған ябай водителдәр машинаһына әлеге билдәне ҡуя алмай. Был сара автомобиль туҡталҡаларында күҙәтелгән баш-баштаҡлыҡҡа — инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы законһыҙ ҡулланыуға сик ҡуясаҡ.

— Яңы өлгөләге билдәләрҙә уның бирелеү һәм ғәмәлдә булыу ваҡыты күр- һәтелә. Сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең автомобилдәренә тәғәйен рәсми билдәнең бер генә төрө бар, — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко. — Әгәр һеҙ инвалидлыҡҡа эйә булып та, ошоғаса тейешле билдә алмаһағыҙ, йәһәтерәк хәстәрлек күрегеҙ, сөнки ул хәҙер — исемле документ һәм шунда уҡ бирелмәй. Юллау өсөн яҡынса бер ай самаһы ваҡыт китә. Яңы билдә алғансы ошоғаса ғәмәлдә булған иҫкеһе менән йөрөп торорға мөмкин, тик үҙегеҙ менән инвалидлыҡ тураһында белешмәнең булыуы шарт.

«Инвалид» билдәһе «Медик-социаль экспертиза бюроһы»нда бирелә. Уны алыу өсөн машинаға эйә булыу мотлаҡ түгел, был билдәне инвалидты алып йөрөтөүсе кешенең автомобиленә ҡуйырға мөмкин.

Электрон белешмәләр һәм рецепттар

Шәхси медицина учреждениелары электрон документ әйләнешенә күсә. Дәүләт ҡарамағында булмаған клиникалар һәм шәхси медицина эшмәкәрлеге субъекттары пациенттың рөхсәте менән уларға медицина һығымталарын, белешмәләрҙе һәм рецептарҙы электрон вариантта биреү хоҡуғына эйә булды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында» законға үҙгәрештәр ин- дерҙе. Дәүләт медицина учреждениеларында был алым 2017 йылдан ҡулланыла.

— Электрон документ әйләнеше төрлө тармаҡтарҙа киң ҡулланылыш ала бара, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Был төҙәтмәләр бик ваҡытлы индерелде. Закон шәхси медицина ойошмаларына пациент, уға күрһәтелгән ярҙам төрҙәре, медицина ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт системалары булдырыу хоҡуғы бирә. Тик был осраҡта шәхси мәғлүмәттәргә һәм табиплыҡ серен һаҡлауға ҡағылышлы барлыҡ талаптар теүәл үтәлергә тейеш.