Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
15 Ноябрь 2018, 12:00

Һалым түләргә ваҡыт (15.11.18)

Бурысығыҙҙы 3 декабргә тиклем үтәп ҡуйығыҙ Күсемһеҙ милке, ер участкаһы һәм транспорт сараһы булған һәр кем ошо ваҡыттан да ҡалмай 2017 йыл өсөн һалымын түләргә тейеш. Республикабыҙ халҡына һалым белдереүҙәре сентябрҙә таратылды, күптәр үҙ бурысын атҡарып та ҡуйған, әммә, үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә уны ваҡытында үтәмәй.

Һалымдар тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итеүгә мөмкинлек бирә. Физик шәхестәрҙең милек һалымы тулыһынса республика һәм муниципаль берәмектәр-ҙең урындағы бюджеттарын тулыландырыуға йүнәлтелә. Шуға күрә күпме юлдар, тротуарҙар төҙөкләндерелеүе, ихаталарҙа балалар майҙансыҡтары ҡалҡып сығыуы һалымды нисек йыйыуыбыҙға туранан-тура бәйле. Ҡыҫҡаһы, тормош сифаты үҙебеҙҙең ҡулда.

Ваҡытында түләү мөһим

Һалым түләү бурысы Рәсәй Конституцияһының 57-се статьяһы менән билдәләнгән. Ваҡытында түләнмәгән һалым өсөн штраф, пеня, шулай уҡ суд ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеү ҡаралыуы хаҡында оноторға ярамай.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының мәғлүмәт хеҙмәте белдереүенсә, былтыр республика халҡының 76 проценты һалымын ваҡытында түләгән. Волга буйы федераль округында һалым түләүгә Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Татарстан беҙҙән яуап-лыраҡ ҡарай.

Дөйөм алғанда, республика буйынса ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата физик шәхестәрҙең милек һалымынан йыйылған бурыс 1 млрд 896 млн һум тәшкил итә. Уның төп өлөшө — 1,3 млрд һумы, йәғни 65 проценты, транспорт һалымына тура килә.

Һалым белдереүе: яңылыҡтар бармы?

Ҡайһы бер граждандарҙың белдереүендә милек һалымынан тыш, физик шәхестәрҙең килеменә һалым да күр- һәтелгән. Был һалым органына һалым агенты (ойошма йәки шәхси эшҡыуар) тарафынан физик шәхескә килем түләнеүе тураһында белешмә бирелеүе, әммә әлеге килем өсөн һалым тотолмауы тураһында һөйләй.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында (www.nalog.ru) һалым түләүселәргә ярҙам маҡсатында «Һалым белдереүе 2018» промо-бите булдырылған. Уның ярҙамында һалым белдереүендәге мәғлүмәттәргә ҡағылышлы аңлатма табырға мөмкин. Ошонда уҡ 2017 йыл өсөн һалым билдәләүгә ҡағылышлы барлыҡ яңылыҡтар менән таныша алаһығыҙ.

Шәхси кабинет менән ҡулланып, документтарҙы ҡағыҙ вариантта алыуҙан баш тартыусыларға һалым белдереүе тик электрон төрҙә ебәрелде. Ундайҙар республикала 600 мең самаһы кеше.

Төбәктәге ҡалған 2 миллиондан ашыу һалым түләүсегә белдереүҙәр Рәсәй почтаһы аша ебәрелде, ҡағиҙә булараҡ, улар 1 ноябргә таратылып бөтөргә тейеш ине.

Халыҡҡа тәғәйен льготалар һәм ташламалар

Барлыҡ күсемһеҙ милек эйәләренә һалым һалыныусы бөтә төр объекттар буйынса һалым базаһын, йәғни милектең кадастр хаҡын кәметеүгә йүнәлтелгән ҡайтарма ҡаралған. Бында граждандарҙың ташламаға, социаль ярҙамға хоҡуғы роль уйнамай. Ҡайтарма түбәндәге майҙанға билдәләнә:

фатир буйынса — 20 кв. метр,

бүлмә буйынса — 10 кв. метр,

шәхси йортта — 50 кв. метр.

Был ҡайтармалар барлыҡ объекттарға һалым билдәләгәндә автоматик рәүештә ҡулланыла. Мәҫәлән, кешенең өс фатиры, бүлмәһе һәм ике шәхси йорто булһа, уларҙың барыһына ла ҡайтарма ҡаралған. Был осраҡта гражданға ғариза менән һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Республикабыҙҙа транспорт сараһы хужаларына — физик шәхестәргә транспорт һалымы буйынса Башҡортостан Республикаһы Законы менән һалым ставкаһын кәметеүсе ташлама булдырылған. Мәҫәлән, двигателенең ҡеүәте 120 ат көсөнә тиң еңел автомобиль хужаһы һәр ат көсө өсөн 35 һум урынына 20 һум түләй. Был льгота бер һалым объектына ҡарата барлыҡ граждандарға ҡаралған. Бының өсөн һалым органына ниндәй ҙә булһа документ йәки ғариза алып килеү талап ителмәй.

Милек һалымы буйынса яңы ташламалар

Физик шәхестәрҙең милек һалымы буйынса:

2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының 28 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында ла, физик шәхестәргә милек һалымы билдәләгәндә кадастр хаҡы ҡулланыла. 2017 йылғы һалым осоронан башлап закон тарафынан һалым үҫешен сикләүсе коэффициент ғәмәлгә индерелде. Ул һалым кимәлен уҙған йыл менән сағыштырғанда 10 проценттан күберәккә арттырыуҙы тыя. Шулай итеп, 2017 йыл өсөн физик шәхестәргә тәғәйен милек һалымы 2016 йылдағынан 10 проценттан да артыҡ булмаҫҡа тейеш. Һалым закондарына индерелгән үҙгәрештәр гараж, машина ҡуйыу урыны кеүек күсемһеҙ милек объекттарына ҡағылышлы һалым ставкаларын һәм ташламаларын теүәлләй. Эш шунда: быға тиклем офистарҙа һәм йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналарҙа урынлашҡан гараж һәм машина урындары хужалары һалым билдәләгәндә ташламалар һәм түбән һалым ставкалары менән ҡуллана алманы. Хәҙер һалым өҫтөнлөктәре уларға ла ҡағыла.

2017 йылғы һалым осоронан башлап физик шәхестәргә сауҙа-офис тәғәйенләнешендәге объекттарҙа урынлашҡан гараждар һәм машина урындары өсөн һалым билдәләгәндә иң сикке һалым ставкаһы 0,3 проценттан артмаҫҡа тейеш, ә уларҙың хужалары ташламалар менән ҡуллана ала.

Яңы һалым ташламалары тураһында положениелар ҡайтанан ҡаралып, инвалид балалар өсөн 2015 йылдан һалым яңынан иҫәпләнә йәки кире ҡайтарыла. Ташлама һәр төр буйынса бер генә объектҡа — бер фатирға, бер шәхси йортҡа ҡаралған.

Ер һалымы

2017 йылдан льготаға хоҡуҡлылар өсөн һалым базаһы алты сутый хаҡына тиң өлөшкә кәметелде. Был барлыҡ пенсионерҙарға ла ҡағыла. Ҡараусыһын юғалтыу буйынса өҫтәмә түләү алыу- сылар, ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығыусылар ҙа ташлама менән ҡуллана. Ер биләмәһе хужаһы I һәм II төркөм инвалиды, бала саҡтан физик мөмкинлеге сикләнгән кеше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы булһа, шулай уҡ ҡайтармаға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, ер участкаһы май-ҙаны алты сутыйҙан артмаһа, һалым бөтөнләй һалынмай, әгәр алты сутый- ҙан ҙурыраҡ булһа, артыҡ өлөшкә генә тәғәйенләнә.

Әлеге ҡайтарма һалым түләүсенең теләгенә ярашлы бер генә ер участкаһына ҡарата ҡулланыла. Әгәр һалым түләүсе аныҡ объект буйынса ташлама яһау зарурлығын күрһәтмәһә, ул иң ҙур күләмдәге һалым тәғәйен ер участкаһына ҡарата файҙаланыла. Был федераль льгота үрҙә һанап үтелгән граждандарға ғына ҡағыла (РФ Һалым кодексының 391-се статьяһы). Әммә шул уҡ ваҡытта урындағы үҙидара органдары тарафынан булдырылған ташламалар ҙа бар. Улар буйынса льготаға хоҡуҡлылар исемлеге ярайһы уҡ ҙур ғына.

Һалым нормалары һәм ташламалар буйынса мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, Федераль һалым хеҙмәте сайтының (www.nalog.ru) «Милек һалымдары буйынса нормалар һәм ташламалар тураһында мәғлүмәти белешмә» электрон сервисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Берҙәм федераль Контакт-үҙәктең бушлай телефонына шылтыратып та белешмә алырға була (8-800-222-22-22).

Һалым ташламаһы менән ҡулланыу өсөн нимә эшләргә

Льгота тәғәйенләү ғаризаға ярашлы башҡарыла. Әгәр һалым түләүсе ниндәй ҙә булһа ташламаға хоҡуҡлы икән, һалым органына мөрәжәғәт итергә, был хоҡуғын документтар менән раҫларға тейеш.

Ер һалымы буйынса ҡайтарма алыуға һәм милек һалымы буйынса ташлама менән ҡулланыуға хоҡуҡлы граждандарға һалым органына ҡайтанан ғариза бирергә кәрәкмәй.

Әгәр һалым түләүсенең бер нисә күсемһеҙ милке һәм ер участкаһы булһа, ул льгота йәки ер буйынса ҡайтарма тәғәйенләтеү өсөн һалым осоро булған йылдың 1 ноябренә тиклем һалым органына мөрәжәғәт итеп, үҙе теләгән объектына һәм ер участкаһына ташлама билдәләүҙе һорарға тейеш. Әгәр был хаҡта хәбәр ителмәһә, льгота иң ҙур һалым тейеш объектҡа ҡарата тәғәйенләнә.

Был хаҡтағы ғаризаны төрлө ысулдар менән ебәрергә мөмкин: һалым органына шәхсән мөрәжәғәт итеп, почта аша хат ебәреп, Күп функциялы үҙәк һәм Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы Шәхси кабинет аша.

Һалым белдереүендә күрһәтелгән сумманың дөрөҫлөгөн нисек тикшерергә

Милек һалымдары күләменең дөрөҫлөгөн интернет-сервистар ярҙамында үҙаллы иҫәпләргә лә мөмкин. Был тәңгәлдә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) урынлаштырылған «Кадастр хаҡына ярашлы ер һәм физик шәхестәрҙең милек һалымын иҫәпләү калькуляторы» һәм «Транспорт һалымын иҫәпләү калькуляторы» ярҙамға килер.

Милек һалымдарын ҡайҙа һәм нисек түләргә

Һалымды яҡындағы банк йәки Рәсәй почтаһы бүлексәһендә, шулай уҡ терминалдар аша түләргә мөмкин. Шәхси кабинет булдырыусылар уның аша ла бурыстарын ҡаплай ала. Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы (www.nalog.ru) «Һалымыңды түлә» интернет-сервисы менән ҡулланыу мөмкинлеге лә бар.


Һалым түләүсенең

Шәхси кабинетында нисек теркәлергә

Һалым түләүсенең Шәхси кабинетында теркәлеү ҡатмарлы эш түгел. Бының өсөн яҡындағы һалым органына мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ менән шәхесте танытыусы документ (паспорт) булыуы мотлаҡ. Артабан теркәү картаһы булдырып, порталға инеү мөмкинлеге (пароль һәм логин) алығыҙ. Шәхси кабинеттағы барлыҡ мәғлүмәт — һалым сере, шуға күрә һалым түләүсене теркәү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел. Был эш барышында яңы ҡулланыусының һалым органында шәхсән булыуы мотлаҡ. Бер тапҡыр эште теүәлләп ҡуйһағыҙ, ураған һайын һалым инспекцияһына йөрөүҙән ҡотолорһоғоҙ.

Теркәү картаһын электрон почта аша алырға ла мөмкин. Бының өсөн Шәхси кабинетҡа инеү тураһында ғариза менән үҙегеҙ теләгән Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы (www.gosuslugi.ru) ҡулланыусыһының иҫәп яҙмаһын файҙаланығыҙ. Тик ул хеҙмәтләндереү урындарының береһендә — Күп функциялы үҙәктә, «Рәсәй почтаһы» бүлексәһендә йәки баш- ҡа урында электрон ҡултамға менән раҫланған булырға тейеш. Электрон ҡултамғаны тикшереүсе квалификациялы асҡыс алыу өсөн Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында аккредитация үткән Раҫлаусы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сервиста электрон ҡултамға ҡулланып эшләү өсөн был хаҡта электрон юл менән ғариза ебәреү шарт.

РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, республикала Шәхси кабинет менән файҙаланыусылар һаны даими арта бара, бөгөн был хеҙмәт менән 1 млн 846 меңдән ашыу кеше ҡуллана.

Ниндәй осраҡтарҙа белдереү ебәрелмәй

Әгәр һалым түләүсе был бурыстан тулыһынса азат ителһә йәки иҫәпләнгән һалым суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, һалым белдереүе ебәрелмәй (ҡағиҙәнең икенсе өлөшө 2015 йыл өсөн тәғәйен һалымдарға ҡағылмай).

Һалым белдереүе килмәһә, нимә эшләргә

Һалым органында һеҙҙең мөлкәтегеҙ хаҡында мәғлүмәт булмаһа, һеҙгә белдереү ебәрелмәүе ихтимал. Был хаҡта һеҙ һалым осоронан һуң килгән йылдың 31 декабренә тиклем хәбәр итергә тейешһегеҙ. Был осраҡта һалым инспекцияһына шәхси милеккә хоҡуҡты раҫлаусы, шәхесте танытыусы документтар һәм ИНН менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Документтарҙы үҙең алып барып бирергә йәки заказлы хат итеп ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ һалым түләүсенең Шәхси кабинеты аша электрон формала хәбәр ебәрергә була, әммә һеҙҙең мөрәжәғәт квалификациялы электрон ҡултамға менән раҫланырға тейеш.

Һалымды ваҡытында түләмәһәң, нимә көтә?

2017 йылдың 4 декабренән һалым органдары түләнмәгән суммаға Рәсәй Федерацияһы Үҙәк Банкының 1/300 күләмдәге рефинанслау ставкаһына ярашлы пеня өҫтәй башлай. Шулай уҡ суд ярҙамында бурысты мәжбүри түләтеү һәм Рәсәй Федерацияһынан ситкә сы-ғыуҙы сикләү кеүек алымдар ҙа ҡулланыла.

Сит илгә сығыуҙы тергеҙеү яҡынса бер-ике аҙна ваҡытты ала. Шуға күрә Рәсәйҙән ситкә сәфәргә юлланырға теләүселәр бурыстарын түләүҙе алдан хәстәрләргә, был эште башҡарып сығыу өсөн ваҡыт кәрәклеге хаҡында белергә тейеш.

Ваҡытында түләнмәгән бурыс күләменә башҡа сығымдар ҙа өҫтәлә.


Миҫал:

Түләнмәгән һалым күләме — 1000 һум.

Пеня күләме түбәндәгесә иҫәпләнә:

Бурыс суммаһы Х 1/300 (рефинанслау ставкаһы) Х түләнмәгән көндәр һаны

1000 Х 7,5/100 Х 1/300 Х 365 = 91,25 һум

+ 200 һум — суд өсөн дәүләт пошлинаһы

+1000 һум — башҡарма йыйым суммаһы

Бөтәһе 2291,25 һум.


Ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата физик шәхестәрҙең милек һалымынан йыйылған бурыс күләме — 1 млрд 896 млн һум