Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
8 Ноябрь 2018, 14:01

Башҡортостан аграр ҡеүәтен арттыра

Республикабыҙ илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһенә әйләнә бара Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:— Беҙ киләсәктә лә аграр тармаҡтағы лидерлыҡ позицияһын нығыта барасаҡбыҙ. Бының өсөн ресурстар ҙа, тәжрибә лә, белем дә, белгестәр ҙә етерлек.

Тәбиғәт шарттарының уңайлылығы, уңдырышлы ерҙәр, дәүләт яҡлауы һәм инвестиция проекттары — былар барыһы ла төбәктә ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Башҡортостан һөт, ит, бал, ҡымыҙ етештереү, йылҡы һәм һыйыр малы һаны буйынса алдынғы урындар биләй. Ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләме буйынса ышаныслы рәүештә тәүге ун төбәк араһына инә. Бөгөн республика предприятиелары төп туҡланыу аҙыҡ-түлегенең барлыҡ төрҙәрен етештерә, тип әйтергә мөмкин. Беҙ үҙебеҙҙе тулыһынса һөт ризыҡтары, шәкәр, һыйыр ите, йомортҡа менән тәьмин итәбеҙ.


Позицияларҙы нығытыу

31 октябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

— Быйыл республикала 3,3 млн тонна иген йыйып алынды, аграр сәнәғәт комплексы продукцияһы күләме 120 млрд һум тәшкил итте, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров, аграрийҙарҙы яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлап, Башҡортостан киләсәктә лә илдең аграр сәнәғәтендә алдынғы урынын нығытасаҡ, тип билдәләне. Бының өсөн яңы эш урындары булдырыу, ауыл хал-ҡының килемен күтәреү күҙаллана.

— Ауылдарҙа заманса юлдар, мәктәптәр, спорт комплекстары һәм ФАП-тар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ, улар өсөн белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ, газ, һыу үткәрәсәкбеҙ — ҡыҫҡаһы, ауыл тормошон яҡшыраҡ, йәштәрҙе эшле итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине сығышында Радий Хәбиров.

Быйыл аграр комплексҡа 5,8 млрд һум аҡса бүленгән. Республикала заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия күләме арттырыласаҡ. Ағымдағы йыл башынан хужалыҡтар 1400 берәмек техника һатып алған һәм уның үҙебеҙҙең республикала етештерелеүен билдәләп үтеү зарур. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Башсельхозтехника» предприятиеһында «Беларус» трактор-ҙарын йыя башланылар.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, беҙҙә артабанғы үҫеш өсөн мөмкинлектәр етерлек. Бөгөн маржиналь культура-ларға баҫым яһау, аграр фән ҡаҙаныш- тарын, заманса технологияларҙы әүҙемерәк ҡулланыу мөһим. Юғары теүәллектәге ер эшкәртеүгә иғтибар арта, сөнки был осраҡта дөрөҫ ашланған һәм эшкәртелгән ерҙең бер гектары элек бер нисә гектарҙа үҫтерелгән уңышты биреүгә һәләтле. Аграр сәнәғәттә һөҙөмтәле бизнес-проекттар эшләү, бәләкәй хужалыҡтарҙы берләштергән кооперациялар төҙөү, килем арттырыуға йүнәлтелгән проекттарға, ауыл хужалығы кластерҙарына, фермерҙарға ярҙам күрһәтеү иғтибар үҙәгенә сыға.

— Ил етәкселеге экспортты, тәү сиратта уның эшкәртелгән төрөн арттырыу бурысын ҡуя. Беҙ сит илгә төбәгебеҙҙе танытыусы брендҡа әйләнгән бал, ит деликатестары, хәләл ризыҡтар оҙата алабыҙ. Башҡортостанды тәбиғи һәм экологик йәһәттән таҙа ризыҡтар етештереүсе төбәк итеп танытырға тейешбеҙ, — тине Радий Хәбиров.

Ә иң мөһиме — ауылда яңы эш урындары булдырыу, халыҡтың килемен арттырыу, йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу. Радий Хәбиров күптән түгел райондарға яһаған эш сәфәрендә был тәңгәлдә ни тиклем ҙур эштәр тороуын үҙ күҙҙәре менән күреүе хаҡында әйтеп үтте. Бөгөн йәштәр сит төбәктәргә эшкә китә. Ауылдарҙың яҡынса 60 процентына ғына һыу һәм газ үткән. Меңдәрсә ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Республика был проблема- ларҙың барыһын да хәл итәсәк.

Ауылдарҙа үҙ эшен асыусы йүнсел, маҡсатлы кешеләр бихисап, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул миҫал итеп Ейәнсура районындағы һарыҡсылыҡ кластерын килтерҙе. Был үҙенсәлекле проект, асылда, энтузиастар тарафынан булдырылған.

— Беҙҙең ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа һоҡланғыс кешеләр йәшәй, улар — эшһөйәр, яуаплы, асыҡ күңелле, — тине Радий Хәбиров, республика аграрийҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап.

Ит етештереүҙә — беренсе, һөт етештереүҙә — икенсе

Республика һыйыр ите етештереү буйынса Рәсәйҙә — беренсе, һөт буйынса икенсе урын биләй.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Баш-ҡортостанда 1,7 млн тонна һөт етештерелгән. Һауым өс процентҡа артып, бер һауын һыйырына ҡарата биш мең килограмм тәшкил иткән, һөҙөмтәлә төбәк тарихындағы рекордлы күрһәткескә ирешелгән. Учалы, Саҡмағош һәм Ауыр-ғазы райондарында бер һыйырҙан алты мең килограмдан ашыу һөт һауып алын-ған.

Республика эре мал һәм ҡош ите етештереү буйынса ил кимәлендә — унынсы, Волга буйы федераль округында икенсе урында билдәләнә. Төбәгебеҙ 190 мең тонна һыйыр ите етештереп, был йүнәлештә Рәсәй буйынса беренселекте һаҡлап ҡалды.

Былтыр һуңғы биш йыл эсендә иген культураларынан бығаса булмаған уңыш йыйып алынған: 3,783 млн тоннанан ашыу. Быйыл, беренсел мәғлүмәттәр- ҙән күренеүенсә, 3,15 млн тонна ашлыҡ һуғылған. Юғары маржиналь культуралар (етен, рапс, гәрсис) майҙандары, йәшелсә, атап әйткәндә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш етештереү артҡан.

Дәүләт ярҙамы

Республиканың агросәнәғәт комплексын субсидиялауға йыл һайын бюджеттан яҡынса алты миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Һөт етештереү, тоҡомло малсылыҡ, үҫемлекселек һәм тупраҡты туҡландырыу йүнәлештәренә һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Техника һатып алыуға, кредиттар буйынса процентлы ставкаларҙы ҡаплауға субсидия бүленә. РФ Хөкүмәте тарафынан ауыл хужалығы продукцияларының көнәркәшлеген арттырыу маҡсатында дизель яғыу-лығына өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Экспорт

Быйыл Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа оҙатыу яҡынса өс тапҡырға артҡан. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүсе төп илдәр — Иран, Ҡаҙағстан, Латвия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Үзбәкстан һәм Төркиә.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, экспорттың өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукциялары, шулай уҡ май һәм иген һанала.

Экспорт өсөн һорау менән ҡуллан- ған тауарҙар — арпа, бойҙай, шәкәр. Ағымдағы йылдың 9 айында сит илгә яҡынса 200 мең тонна иген оҙатылған. Бынан тыш көнбағыш майы, етен орлоғо, сәсеү материалы, мал аҙығы булараҡ ҡулланылған үҫемлектәр, һөт ризыҡтары, йомортҡа, бал ебәрелгән.

Быйыл Башҡортостан тәүге тапҡыр Европаға рапс майы һатҡан, унда был майҙан биодизель яғыулығы эшләйҙәр. Тәүге партиялар Шишмә май һығыу заводынан оҙатылған.

Республика үҫемлектәр үҫеше стимуляторҙары, биопрепараттар, йоморт-ҡа, тоҡомло мал, дарыу үләндәренән яһалған сәй һәм сироптар иҫәбенә экспорт исемлеген тағы ла киңәйтеү мөмкинлегенә эйә.

Инвестициялар

Бөгөн тармаҡта йәмғеһе 80 млрд һум-ға торошло 40 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, өс мең самаһы эш урыны булдырылған.

Һуңғы өс йылда биш инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған. Благовар районында ҡатнаш аҙыҡ цехы төҙөлгән. «Алексеевский» совхозында 2,5 гектар майҙанлы теплица барлыҡҡа килгән. Өфөлә — һөт заводы, Күмертауҙа элеватор һәм май һығыу заводы сафҡа ингән.

Быйыл тағы ла биш инвестиция проектын тамамлау бурысы тора. Улар — сусҡасылыҡ буйынса селекция-генетика үҙәге, ит эшкәртеү цехы, Дәүләкән икмәк комбинаты базаһындағы ҡатнаш аҙыҡ заводы, Мәләүез районында «Строганов» ит һаҡлау камералары, экологик йәһәттән хәүефһеҙ ризыҡтар, атап әйткәндә, башҡорт ҡымыҙы етештереү һәм һатыу.

— Ауыл хужалығын етеҙерәк темптарҙа үҫтереү өсөн тағы ла күләмлерәк проекттар кәрәк, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фермерҙар

Республикала алты мең ярым самаһы фермер хужалығы иҫәпләнә. Барлыҡ ауыл хужалығы продукцияһының 11 процентын тап улар етештерә. Тулайым продукция күләме буйынса Рәсәй рейтингында беҙҙең фермерҙар — 11-се, Волга буйы федераль округында 4-се урын биләй.

Төбәктә етештерелгән игендең — 30, көнбағыштың — 25, шәкәр сөгөлдөрөнөң — 20, ябыҡ ысул менән үҫтерелгән йәшелсәнең — 14, иттең — 5, һөттөң яҡынса 10 проценты фермерҙар өлөшөнә тура килә.

Быйыл граждандарҙың башланғысы менән ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативы төҙөгән осраҡта килемде арттырыусы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа эш башланы (БР Хөкүмәтенең 2018 йылдың 8 июнендәге 254-се ҡарары). Был проекттарға 300 млн һум аҡса бүленгән. Уның ярҙамында меңдән ашыу бәләкәй хужалыҡ грант яуланы.

Техник тәьминәт

Һуңғы биш йылда республика аграрийҙары машина-трактор паркын яңыртыу программаһы сиктәрендә 14 мең берәмек техника һатып алған. Һөҙөмтәлә техниканың торошо яңырған, механизацияланған эштәрҙе башҡарған ваҡытта көсөргәнеш кәмегән. Тимер аттың йыл һайын туҙа барыуын иҫәпкә алғанда, тағы ла кәм тигәндә 1200 комбайн һәм төрлө класлы 3000 трактор талап ителә.

Был осраҡта үҙебеҙҙә етештерелгән техникаға баҫым яһала. Республика предприятиелары тарафынан 130 төрлө яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар етештереү үҙләштерелгән. Мәҫәлән, «БашАгроМаш» базаһында «Сулпан» КС-100 үҙйөрөшлө бесән сап-ҡыс, Стәрлетамаҡ районының «Муромец» производство берләшмәһендә «Муромец-1500» иген йыйыу комбайны, «Башсельхозтехника»ның Шишмә филиалы базаһында Т-150К тәгәрмәсле тракторы етештерелә.

Быйыл «Башсельхозтехника» предприятиеһында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр «Беларус-1221.3» тракторы йыйылды. Ул үҙен төрлө ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуҙа танытып өлгөргән техника булараҡ билдәле.

Башҡортостанда йыйылған техниканың төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары уны республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында алыу мөмкинлегенә эйә.

— Быйыл республика бюджетынан ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға 1,150 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Киләһе йылға тағы 800 миллион һум субсидия бүлеү күҙаллана. Был сумма аграрийҙарҙың техника һатып алыуға киткән сығымын ҡаплауға тотонола. Башҡортостанда йыйылған «Беларус-1221.3» тракторы ла ошо йүнәлештәге республика программаһына инә. Баш- ҡа төбәктәрҙән һатып алынған техника өсөн субсидия бүленмәй, — тип аңлатты БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Үҫеш юлдары

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, сеймал етештереүҙән китеп, юғары өҫтәмә хаҡҡа эйә эшкәртеү сәнәғәтенә (он, макарон, сыр һ.б) күсергә ваҡыт. Ошо маҡсатта, килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә, тәү сиратта ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе күҙаллаған башланғыстарға ярҙам күр-һәтеләсәк. Шулай уҡ быйыл субсидия ҡаралған техника исемлегенә эшкәртеү буйынса ҡорамалдар ҙа индерелде. Яҡын арала Шишмә май һығыу заводы рапс эшкәртеүгә тотонмаҡсы. Учалы элеваторы менән май культураларын эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бөгөн бөтә донъяла органик продукция етештереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлеш иң тотороҡло үҫешеүсе тармаҡ һанала: йыл һайын 15-16 процентҡа арта бара. Башҡортостан органик ауыл хужалығы буйынса һынау проекты тормошҡа ашырыласаҡ төбәктәр исемлегенә инде. Белгестәр фекеренсә, республика был етештереү тармағын ике йылда үҙләштерә аласаҡ. Әлеге йүнәлештә беҙҙең төбәктең төп өҫтөнлөгө 200 мең гектарҙан ашыу ҡулланылмаған һөрөнтө ерҙәргә эйә булыуыбыҙҙа. Улар башлыса республиканың төньяҡ-көнсығышына һәм Урал аръяғына тура килә.


Илшат ФӘЗРАХМАНОВ,

БР ауыл хужалығы министры:

— Башҡортостан аграрийҙары лайыҡлы эшләй һәм бөгөн ҡаҙаныштар менән ғорурланырға, һәр берегеҙгә ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерергә мөмкин. Эйе, быйыл ҡатмарлы һауа шарттарында эшләргә тура килде, финанс мәсьәләһе лә еңел булманы. Әммә ярай- һы уҡ яҡшы уңыш — өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынды. Заманса техника һәм алдынғы технологиялар киң ҡулланыла. Төбәктә генә түгел, унан ситтә лә көнәркәшлеккә эйә продукция етештерелә.


Тулайым агропродукция күләме

120 млрд һум

Иген 3,3 млн тонна

Һөт 1,5 млн тонна

Ит 230 мең тонна

Сөгөлдөр 1,3 млн тонна