Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
25 Октябрь 2018, 16:05

Уңайлылыҡ һәм именлек өсөн

Республикала ихаталар һәм урамдарҙы төҙөкләндереү нисек бара Башҡортостан Хөкүмәтендә уңайлы ҡала мөхите һәм йәшәү өсөн яҡшы шарттар булдырыу мәсьәләләре ҡаралды

Берҙәм көс менән

Кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау, урамдарҙағы, балалар май-ҙансыҡтарындағы, ихаталарҙағы хәүеф-һеҙлек һәм уңайлылыҡ тураһында һүҙ барҙы. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, муниципалитеттар үҫешенә ҡағылышлы программаларҙы тормошҡа ашырған саҡта ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙө тураһында ла оноторға ярамай.

— Имен, уңайлы ҡала мөхите булдырыу — мөһим бурыстарҙың береһе, — тип билдәләне Хәбиров. — Был мәсьәләгә етди иғтибар бүленәсәк.

Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында, ихаталарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү комплекслы рәүештә алып барылырға тейеш, тине. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы айырыуса балалар май-ҙансыҡтарының, ундағы ҡорамалдар-ҙың хәүефһеҙлегенә иғтибар йүнәлтергә саҡырҙы. Бала һаулығына зыян килтерерҙәй ҡорамалдарҙы алып ташлау ғына етмәй, улар урынына яңыларын — хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән замансаларын ҡуйырға кәрәк, ҡаты, йәғни тимер бәүелсәктәр бөтөнләй булырға тейеш түгел, тип белдерҙе ул.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, киләсәктә муниципалитет башлыҡтарының эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу һөҙөмтәһенә һәм федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү кимәленә ҡарап баһаланасаҡ.

— Төрлө программалар буйынса эшләп, федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү ҙә мөһим бурыстарҙың береһе, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Күләмле проекттарҙы төбәктең, муниципалитеттарҙың ғына көсө менән тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.

Эш дауам итә

Капиталь ремонт һәм төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Туманин мәғлүмәт бирҙе.

2018 йылда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына 1205 йорт индерелгән. Уларҙың тышҡы йөҙөн, ҡыйығын яңыртыу, инженер селтәрҙәрен һәм лифт ҡоролмаларын алмаштырыу буйынса эштәр алып барыла. Төҙөкләндереү программаһына 228 торама пункт йәлеп ителгән, Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында 500-ҙән ашыу ихата һәм йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелә.

Бынан тыш, инициатив бюджетлау сиктәрендә халыҡтың финанс ярҙамы менән урамдар һәм ихаталар яңы төҫ ала, инженер селтәрҙәре ремонтлана, коммуналь техника һатып алына.

Мәҫәлән, Мәләүез районының Воскресенск ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проекты ярҙамында балалар ҡаласығы төҙөлгән. Кескәйҙәр өсөн таусыҡтар, ҙур уйын комплексы, спорт ҡоролмалары ҡуйыл-ған, роликта йөрөү өсөн тәғәйен юл- дарға асфальт түшәлгән, майҙансыҡ биләмәһе кәртәләп алынған. Учалы районының Абҙаҡ ауылында урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә мәктәп ремонтланған һәм балалар өсөн яңы спорт-уйын комплексы булдырылған. Быйыл «Реаль эштәр» проектына ярашлы Яңауыл ҡалаһының «Истәк» һәм «Көнсығыш» биҫтәләрендә балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Стәрлетамаҡта «Ҡала мөхите» проекты буйынса ихата биләмәләре яңы төҫ ала. Ағымдағы йылда ике тиҫтә самаһы ихата төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, ихаталағы һәм балалар майҙансыҡтарындағы хәл-торошто күҙ уңында тотоу өсөн видеокамералар ҡуйылған.

Балалар хәүефһеҙлеге

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, ихаталарҙағы барлыҡ балалар майҙансыҡтарын идарасы компаниялар хеҙмәтләндерә. Был предприятиелар ремонт эштәрен башҡара, әгәр кәрәк тип табылһа, иҫкергән ҡоролмаларҙы һүтеп ала. Майҙансыҡтарҙың торошон йылына ике тапҡыр — яҙғыһын һәм көҙгөһөн белгестәр тикшерә. Ә йәй дауамында йорт яны биләмәһен күҙәтеү аҫтында тотҡан мастерҙар балалар өсөн тәғәйен уйын ҡоролмаларын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса кисекмәҫтән сара күрергә тейеш.

Республикала балалар ҡаласыҡтарының торошо әүҙем йәмәғәтселәрҙең дә даими иғтибары үҙәгендә. Был мәсьәлә менән башлыса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре, йәш депутаттар, ирекмәндәр шөғөлләнә. Мәҫәлән, бынан бер-ике йыл элек Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларындағы балалар майҙансыҡтарының торошо күп һорауҙар тыуҙыра ине. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында белдереүҙәренсә, тикшереү уҙғарылған 30 уйын һәм спорт биләмәһенең 20-һе хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән. Иң йыш осраған етешһеҙлек — ҡоролмаларҙа йәш сикләүҙәре күрһәтелмәүе. Ҡомлоҡтарҙың санитар торошо ла шик уятҡан. Стәрлетамаҡтың бер ихатаһындағы балалар майҙансығы автомобилдәр ҡуйыу һәм көнкүреш ҡалдыҡтары түгеү урынына әйләнгән.

Быйылғы йәйҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йәштәр командаһы» республикала «Бала саҡ хәүефһеҙлеге» тип аталған акция үткәрҙе.

— Рейдтар барышында беҙ балалар майҙансыҡтарындағы тутыҡҡан тимер ҡоролмаларҙы, боҙолған бәүелсәктәрҙе асыҡланыҡ. Күп урындарҙа ҡом, мәғлүмәт стендтары юҡ, — тине команданың координаторы Рафаэль Хәкимов.

Республиканың йәш депутаттары ассоциацияһы халыҡтың мөрәжәғәттәренә ярашлы район һәм ҡалаларҙа рейдтар ойоштора. Мәҫәлән, Өфө районының Лебяжий ҡасабаһындағы балалар майҙансығы тулыһынса емерек хәлдә. Туймазылағы 1981 йылда төҙөлгән ҡаласыҡта барлыҡ ҡоролмалар һелкенеп тора. Шишмә халҡы иҫке майҙансыҡтағы бейек таусыҡтың балалар өсөн хәүефле булыуы тураһында хәбәр иткән.

Тикшереү һөҙөмтәләрен йәмәғәтселәр ҡала һәм район хакимиәттәренә, Роспотребнадзорға ебәрә һәм барлыҡ етешһеҙлектәрҙе төҙәтеүҙе үҙ контролендә тота.


Әгәр һеҙҙең йорт янындағы балалар майҙансығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирмәй, иҫкергән йәки хәүеф уята икән, был хаҡта мотлаҡ идарасы компанияға йәки үҙегеҙ йәшәгән ҡала, район хакимиәтенә хәбәр итегеҙ.


Балалар майҙансыҡтарына ҡағылышлы ҡағиҙәләр

Баланың кейеме уңайлы булһын, ул тирләмәҫкә лә, өшөмәҫкә лә тейеш. Аяҡ кейемендәге бауҙарҙы, өҫ кейемендәге билдектәрҙе ныҡлы бәйләү зарур.

Балағыҙҙың йәшенә тура килгән майҙансыҡ һайлағыҙ. Ғәҙәттә, унда мәғлүмәт стенды була.

Бала менән бәүелсәктәр, таусыҡтар, карусель һәм башҡа ҡоролмалар менән ҡулланыу, уларҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ.

Йәйгеһен тимер ҡоролмалар менән һаҡ булығыҙ, сөнки улар ҡояшта ныҡ ҡыҙа, һөҙөмтәлә тән тиреһе бешеүе ихтимал.

Шуны иҫтә тотоу зарур: балалар махсус майҙансыҡтарҙа уйнау менән генә сикләнмәй, ғәҙәттә, улар тотош ихата һәм урамдарҙы айҡап сыға. Бында улар-ҙы төрлө хәүеф һағалауы ихтимал: асыҡ канализация люктары, соҡорҙар, тейешенсә урынлаштырылмаған электр сымдары, төҙөлөш арматураһы, нығытылмаған спорт ҡоролмалары һәм башҡалар. Төрлө бәлә-ҡазаға юл ҡуймау өсөн ата-әсәләр, ғөмүмән, бар халыҡ битараф булмаҫҡа, республикабыҙ ихаталарында осраған хәүефле урындар хаҡында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итергә тейеш.


Юлдан кәм тигәндә 15 метр алыҫлыҡта урынлашыуы шарт.

Биләмәнең ҡойма йәки сетка менән уратып алыныуы хуплана.

Осло деталдәр, мөйөштәр булмаҫҡа, уйын ҡоролмаларындағы баҫҡыстар резина япма менән ҡапланырға тейеш.

Тайып йығылыуҙы сикләгән, ҡолаған осраҡта ныҡ бәрелеүҙән һаҡлаған япманың, тотонғостарҙың, ҡоймаларҙың булыуы мотлаҡ.

Бәләкәстәр өсөн тәғәйен уйын ҡоролмаһында баҫҡыстар ерҙән үк башлана.

Биләмәгә сүп-сар, хәүефле әйберҙәр ташлауға юл ҡуймағыҙ.