Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
19 Октябрь 2018, 16:03

Арымаҫҡа һәм ауырымаҫҡа

Көҙгөһөн нисек сәләмәтлекте һаҡларға һәм яҡшы кәйефтә булырға Көҙгө миҙгелдә кешеләр сир-сырхауға тиҙерәк бирешеүсән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүсән. Бөгөн бына ошоларҙан һаҡланыу серҙәре тураһында һөйләмәксебеҙ.

Миҙгелгә хас үҙгәрештәр

Йылдың һуңғы айҙарында беҙ айырым бер физик һәм психологик көсөргәнеш кисерәбеҙ. Йәйге йылы көндәрҙе алмаштырған йонсоу һауа торошо, оҙайлы ямғырҙар кәйефкә лә йоғонто яһамай ҡалмай.

Хроник сирле ауырыуҙар һауа торошондағы бәләкәй генә үҙгәрешкә лә үтә һиҙгер. Көҙгөһөн гастрит, язва, панкреатит, холецистит һәм аш эшкәртеү системаһына хас башҡа сирҙәрҙең көсәйеүе күҙәтелә. Әммә был миҙгелгә хас иң таралған сырхау — ғәҙәти тымау, йәғни һалҡын алдырыу, ул хатта сәләмәтмен тигән кешене лә ваҡытлыса сафтан сығарып ҡуя. Бынан тыш, йонсоу көндәрҙә төрлө вирустар баш ҡал-ҡыта.

Тымауға һәм вирустарға ҡаршы торабыҙ

Һалҡын тейеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы — сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү һәм сынығыу.

Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Азат Кинйәбулатов фекеренсә, көн һайын физик күнекмәләр яһау организмды сыныҡтыра. Әгәр был шөғөл саф һауала башҡарылһа, тағы ла яҡшыраҡ.

— Урамда йәки паркта 40-45 минут йәйәү йөрөгөҙ. Ошо ваҡыт эсендә ҡан бәләкәй һәм ҙур ҡан әйләнеше системаһы аша үтеп өлгөрә. Балаларға 30-35 минут йәйәү йөрөү кәңәш ителә. Әйткәндәй, беҙҙең мейе эшмәкәрлеге атомар кислород ҡабул иткән осраҡта һиҙелерлек яҡшыра, ә уны бары тик саф һауала йәйәү йөрөү йәки йүгереү ваҡытында ғына алырға мөмкин. Әгәр нимәнелер иҫтә ҡалдырыу йәки ятлау ҡыйын икән, урамда йәки паркта йөрөп килегеҙ, организмығыҙҙы кислород менән байытығыҙ, — тип кәңәш итә Азат Кинйә-булатов.

Миҙгел алмашынғанда һауа торошона ярашлы кейегеҙ. Әммә балаларҙы үтә ҡалын әйбер кейҙереп йонсотмағыҙ, улар һәр саҡ хәрәкәттә һәм ололарға ҡарағанда күберәк энергия тотона, ти белгес.

— Балалар һәм оло йәштәгеләрҙең бүлмәһендә температура яҡынса 200С, дымлылыҡ 50-70% тәшкил итергә тейеш. Үтә өрөп торған ел йәки үтә тынсыу һауа булмаһын. Даими рәүештә еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороғоҙ, сөнки бүлмәләге туҙан — иң яман аллергендарҙың береһе. Шифалы эсемлектәрҙе күберәк эсегеҙ (сәй, компот, төнәтмәләр, минераль һыу), әммә әскелтем эсемлектәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Был маҡсатта көртмәле, ҡарағат, лимон кислотаһы ҡулланырға мөмкин. Һалҡын тейеүгә ҡаршы халыҡ дауаларынан ҡурай еләге, бал йәки лимон менән эҫе сәй эсеү һөҙөмтәле. Ашаған ризығығыҙға һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос өҫтәгеҙ. Иммунитетты күтәреү өсөн дарыуханала һатылған үлән төнәтмәләре файҙалы. Был йәһәттән эхинация, йәншән, алтын тамыр, элеутерококк, прополис, маньчжурия аралияһы, мумие тәҡдим итергә була. Даими рәүештә комплекслы витаминдар ҡулланығыҙ. Ауырыр алдынан аппетит насарая. Көсләп ашарға ярамай, әммә организм хәл-һеҙләнмәһен өсөн аҙ-аҙлап туҡланырға кәрәк. Еңел үҙләштерелгән, шыйыҡ, углеводтарға һәм витаминдарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Тән температураһы 37,1-37,30С араһында торһа, дарыу ярҙамында төшөрмәҫкә кәңәш ителә, организм сиргә ҡаршы үҙе көрәшә, — ти медицина фәндәре докторы Наталья Дружинина.

— Сир таралған ваҡытта кешеләр күп булған урындарға барыуҙан тыйылығыҙ, ауырыған кеше менән аралашыуҙы сикләгеҙ. Вирус организмға танау аша ғына түгел, ауыҙ, күҙ аша ла йоға. Сирле кеше сөскөрә, йүткерә, танауын таҙарта, ҡулланылған салфеткаларын ташлай, һауыт-һаба, шәхси гигиена әйберҙәре менән файҙалана һәм уларҙың барыһына ла зарарлы инфекция эләгеп, тирә-йүнгә тарала. Ул урамда, магазинда, транспортта, йәғни ҡайҙа ғына булмаһын, вирус тарата. Сәләмәт кеше ул тотонған әйбергә ҡулы менән тейеп, артабан вирусты ауыҙына, танауына йәки күҙенә эләктерә. Шуға күрә киләһе мөһим кәңәш: ҡулығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ, — тип дауам итә Наталья Дружинина.

Сәләмәт тормош алып барығыҙ. Йоҡо туйғансы йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу (аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү), физик әүҙемлек миҙгел алмашын-ғанда һаулыҡты һаҡларға ярҙам итер.

Прививка

Әгәр һалҡын тейеүҙән иммунитетты нығытыу ярҙамында һаҡланып йәки сирҙе еңелерәк үткәреп ебәреүгә өмөт итеп булһа, табиптар фекеренсә, киҙеүҙе профилактикалауҙың иң яҡшы сараһы — вакцинация. Иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрһөн өсөн прививканы эпидемия осоро башланғанға тиклем ике аҙна алдан яһатыу зарур. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, вакцина грипп йоҡтороу ихтималлығын 90 процентҡа кәметә. Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға — баҡсаға йөрөүсе балаларға, уҡыусыларға һәм студенттарға, 60 йәштән өлкән кешеләргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға прививка эшләнә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы эпидемия миҙгелендә 1,6 миллион кешегә (республика халҡының 40 проценты), шул иҫәптән 350 мең балаға вакцина яһау күҙаллана. Әлеге көнгә федераль бюджет иҫәбенә республикаға балалар өсөн — 149 мең, ололарға 562 мең доза вакцина алынған.

Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ҡырҡыу респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары арта бара, әлегә грипп теркәлмәгән. Сир кимәле эпидемия сиген үтмәгән. Төбәктә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау кампанияһы башланды. Сентябрь аҙағына республика халҡының 15,6 проценты вакцинацияланған.

Хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға прививка бушлай эшләнә. Пенсионерҙар йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала. Быйыл прививкалар-ҙың Милли календары сиктәрендә Рәсәйҙә етештерелгән «Совигрипп» һәм «Гриппол плюс» вакциналары яһала, улар вирустың билдәле штамдарын үҙ эсенә ала һәм бер нисә йыл дауамында үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Түләүле медицина клиникаларында сит ил вакциналарын һалдырырға мөмкин.

СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гүзәл Ғәбитова белдереүенсә, «Совигрипп» һәм «Гриппол плюс» вакциналары сертификация үткән һәм барлыҡ сифат талаптарына яуап бирә.

— Әгәр һеҙҙә тауыҡ аҡһымына аллергия булһа, хроник, аллергик сирҙәр баш ҡалҡытһа, тымау тейһә, прививка яһатыуҙан баш тартырға кәрәк. Прививка алдынан табипҡа күренеү мотлаҡ, — тип аңлатты Гүзәл Ғәбитова.

Әгәр ауырыһағыҙ

Сирҙең беренсе билдәләре беленеү менән, башҡаларҙы зарарламаҫ өсөн, өйҙән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Киҙеү эләктереү шиге булһа, шунда уҡ участка табибына мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙаллы дауаланырға ярамай. Табиптың бөтә кәңәш-талаптарын теүәл үтәгеҙ: дарыу-ҙарҙы ваҡытында ҡабул итегеҙ, түшәк режимын һаҡлағыҙ, сөнки ауырыған мәлдә йөрәк-ҡан тамырҙары, иммун һәм башҡа системаларға көсөргәнеш арта. Күберәк шыйыҡлыҡ эсергә тәҡдим ителә. Сирлене сәләмәт кешеләр-ҙән айырырға, мөмкин булһа, айырым бүлмәгә урынлаштырырға кәңәш ителә. Бүлмәне даими елләтеү, ауырыу кеше тотонған әйберҙәрҙе, шулай уҡ иҙәнде дезинфикация саралары менән эшкәртеү шарт. Был эштәрҙе башҡарғанда битлек кейергә онотмағыҙ.


Киҙеү, тымау, йоғошло ауырыуҙар

Был сирҙәрҙең билдәләре, айырмалары тураһында табип-инфекционист Александр Дмитриев һөйләй:

— Әгәр тамаҡ әсетеп, көслө ауыртыу тойһағыҙ, был билдәләр бер нисә сәғәт эсендә йылдам «үҫешһә» (иртәнсәк үҙегеҙҙе яҡшы тойоп, кискә табан 38-400С температура менән аяҡтан йығылһағыҙ), һеҙҙә киҙеү ихтималлығы ҙур. Кеше хәлһеҙләнә, ҡалтырай, башы, күҙ алмалары ауырта, мускулдары, быуындары һыҙлай. Танауҙан һыу ағыу, йүткереү кеүек билдәләр йә күҙәтелмәй, йә сирләүҙең өсөнсө көнөнә барлыҡҡа килә. Сусҡа киҙеүенең айырым билдәһе — эҙемтәләрҙең иртә барлыҡҡа килеүе. Әгәр миҙгел киҙеүе мәлендә эҙемтәләр бишенсе-етенсе көндә (ҡайһы берҙә унан да һуңыраҡ) үҙен һиҙҙерһә, А(H1N1) вирусы осрағында сирләүҙең икенсе-өсөнсө көнөндә үк ҡатмарлыҡтар тыуыуы ихтимал. Тәү сиратта, бында һүҙ вируслы пневмония тураһында бара. Хәл-торош бик тиҙ насарая, күпселек пациенттарҙа 24 сәғәт эсендә тын алыу ауырлашыуы күҙәтелә.

Ҡырҡыу респиратор вируслы инфекцияларҙың билдәләре улай уҡ ауыр түгел: танауҙан һыу ҡойола, ҡайһы берҙә күҙ йәшләнә, сөскөртә, тән температураһы 37,5-38 градусҡаса күтәрелә, әммә кеше үҙен сағыштырмаса яҡшы тоя.

Әлбиттә, сирлегә дөрөҫ диагнозды белгес кенә ҡуя ала.


Күңел төшөнкөлөгөнә юл ҡуймайбыҙ

Көҙгөһөн күптәрҙә кәйеф тотороҡһоҙлоғо күҙәтелә. Уға ҡаршы тороу серҙәре тураһында психолог Алиса Курамшина һөйләй:

— Көҙгө миҙгелгә хас күңел төшөнкөлөгөн күптәр депрессия менән бутай. Был осорҙағы кәйеф үҙгәреүе, хәлһеҙлек көндөң ҡыҫҡарыуы, тереклектең ҡышҡа әҙерләнеүе менән бәйле. Беҙ организмыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, хюгге алымын тәҡдим итәм. Ул күптән түгел Скандинавия илдәрендә барлыҡҡа килгән күренеш, йәм һәм уңайлылыҡ булдырыу, ҡәнәғәтлек алыу тигәнде аңлата. Хюгге беҙҙең илдә лә билдәле була бара. Уның төп асылдары:

— Үҙең булған урында — өйҙә, эштә йәм булдырыу.

— Дуҫтарыңды, яҡындарыңды ҡунаҡҡа саҡырыу.

— Тәмле ризыҡтар ашау, бешеренеү.

— Әүҙем тормош алып барыу.

— Уңайлы кейенеү.

— Бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йәм табыу.

— Күңелеңә ятҡан шөғөл, ижади эштәр менән булышыу.

— Һәр нәмәлә, хатта ҡәнәғәт булыуҙа ла сама белеү.

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр әллә күпме һалҡын ҡыштарҙы еңел үткәрергә ярҙам итер. Ҡыштың үҙенсәлектәрен скандинавтар, рәсәйҙәр кеүек үк, бик яҡшы белә. Барығыҙға ла сағыу, матур көҙ теләйем!