Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
18 Октябрь 2018, 12:06

Асыҡ, законлы һәм һөҙөмтәле

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий ХӘБИРОВ тәғәйенләнде Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: – Артабан үҫешеү, граждандарҙың тормошон яҡшыртыу бурысын барлыҡ тырышлыҡтарыбыҙҙы берләштергәндә генә хәл итеп була. 11 октябрҙә был хаҡта указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ошо уҡ документ менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың үҙ теләге менән отставкаға китеүе ҡабул ителде.

Тырышлыҡтарҙы бергә тупларға

13 октябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Йортонда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ менән рәсми рәүештә таныштырҙы.

– Ул Башҡортостан халҡына яҡшы таныш сәйәсмән, – тине Комаров. – Республиканың ижтимағи-сәйәси тормошоң үҙенсәлеген яҡшы белә, милли характерҙы, социаль-иҡтисади үҫештең бөтә өлкәләрен дә аңлай. Радий Хәбиров – урындағы үҙидаранан алып федераль кимәлгә хәтле эштең иң күп төрлө йүнәлештәрен үҙләштерергә һәләтле етәксе, профессионал.

Үҙ сиратында, Радий Хәбиров РФ Президенты Владимир Владимирович Путиндың ышаныс белдереүе өсөн рәхмәт әйтте һәм үҙенең эш принциптары тураһында һөйләне.

– Үҙемдең бөтә көсөмдө, тәжрибәмде, белемемде Башҡортостан Республикаһын артабан үҫтереүгә һәм граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен, – тине Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙан ошоно уҡ үтенәсәкмен һәм тулы кимәлдә талап итәсәкмен. Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының көслө иҡтисади потенциалға, тәбиғи ресурс- тарға, географик урынға, кешелек капиталына эйә булған уникаль субъекты. Ләкин артабан үҫешеү, граждандарҙың тормошон яҡшыртыу бурысын фәҡәт тырышлығыбыҙҙы туплағанда ғына хәл итергә мөмкин.

Тик властың закондар сығарыу, баш-ҡарыу тармаҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала округтары һәм муниципаль райондар башлыҡтары, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре тырышлығын берләштереп кенә беҙ уңышҡа ирешә аласаҡбыҙ.

Беҙҙең эште илебеҙҙең күп миллионлы халҡы, республикабыҙҙың һәр гражданы мәнфәғәттәренән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Эшебеҙҙе беҙ Рәсәй Федерацияһы Президентының ил үҫеше стандарттарын бер нисә йыл алға билдәләгән указдарына нигеҙләнеп төҙөйәсәкбеҙ. Беҙҙең эште һәр беребеҙҙең эш урынында асыҡлыҡ, законлылыҡ һәм нәтижәлелек нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм.

Тәүге аҙымдар

Радий Хәбиров тарафынан ҡул ҡуйылған тәүге документ Рөстәм Хәмитовты “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградлау тураһындағы указ булды. БР Башлығы вазифаһын башҡа- рыусы республика башлығы посында һигеҙ йыл уңышлы эшләгәне өсөн үҙенән алда эшләгән кешегә рәхмәт әйтте, ә Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, яңы командаға уңыштар теләне.

Шул уҡ көндө, 13 октябрҙә, Радий Хәбиров Башҡортостандың тәүге президенты, 1990 – 2010 йылдарҙа республикаға етәкселек иткән Мортаза Рәхимов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тап ошо йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән иң уңышлы төбәктәренең береһенә әйләнә, шулай уҡ Мортаза Рәхимовтың кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселекте туплау өсөн үҙенең уникаль тәжрибәһен эшләтеп ебәреренә ышаныс белдерҙе.

Унан тыш, Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм Өфө митрополиты һәм Стәрлетамаҡ Никоны менән осрашты. Осрашыуҙа республикала милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса күп кенә мәсьәләләр тикшерелде.

Шулай уҡ үткән ялдарҙа республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы нефть эшкәртеүсе комплексы эше менән танышты.

– Ҙур бизнестың, эре предприятиеларҙың һалым нигеҙен фомалаштырыуын һәм республикабыҙ үҫешенә булышлыҡ итеүен асыҡ аңларға кәрәк. Әлбиттә, был мөнәсәбәттәр конструктив булырға тейеш. Бының эш урындары ла, социаль өлкә лә, үҫеш тә, кешеләребеҙҙең именлеге лә икәнлеген беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта республика территорияһында эшләүсе предприятиелар ҙа социаль яуаплылыҡ тойорға, экология мәсьәләләре, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейеш, – тип билдәләне Хәбиров. – Эре предприятиеларҙың оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Башҡорт-остандың барыһы менән дә конструк-тив мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Ошо трендты беҙ дауам итербеҙ тип уйлайым.

Тағы ла бер сәфәр – ӨДНТУ-ның йәштәр технопаркы. Унда төбәк етәксеһе йәш тикшеренеүселәр менән аралашты, уларҙың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды һәм ғилми-техник ижадтарында уңыштар теләне.

Хәбировтың яңы вазифала үткәргән тәүге кәңәшмәһе төбәктең алдағы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге мәсьәләләренә арналды. Унда БР Хөкүмәте ағзалары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары башлыҡтары ҡатнашты. Юл-транспорт комплексын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының әҙерлеге, коммуналь хеҙмәттәрҙе кәрәкле техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү, шулай уҡ Өфөлә пассажир транспорты системаһын камиллаштырыу темаһы тикшерелде.

* * *

Башҡортостан юлдаш телевидение-һы каналында төбәктең яңы етәксеһе тураһында сәйәсмәндәр, сәйәсәт белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекер-ҙәрен белдерҙе.

Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Баш-ҡортостандағы төбәк штабы рәйес-тәше.

– Йыл һайын республика етәксеһенә үткәрелгән мониторингҡа нигеҙләнеп әҙерләгән йәмәғәт тәҡдимдәре бергәләп эш итеү планына әйләнер, тип көтәбеҙ. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йәмәғәт контроле инструменттары бар. Яңы етәксенең халыҡ тарафынан тултырылған интерактив хәрәкәт картаһына иғтибар итеүен теләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең закондар сығарыуға бәйле инициативаларыбыҙ күп. Уларҙы власть ярҙамынан башҡа ғәмәлгә ашырыу ярайһы уҡ ҡатмарлы, үҙ-ара конструктив эш итеүгә иҫәп тотабыҙ.

Андрей Назаров, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше:

– Был тәғәйенләү Радий Фәрит улына Федераль үҙәк менән үҙ-ара эшмәкәрлек төҙөргә, шулай уҡ масштаблы бурыстарҙы ваҡытында һәм һөҙөмтәле башҡарырға ярҙам итәсәк. Башҡортостандың йылдам иҡтисади үҫеш өсөн мөмкинлектәре бар. Бер-нисә йылдан төбәгебеҙҙе иҡтисади күрһәткестәр буйынса ла, эшлекле әүҙемлек өлкәһендә лә яңы кимәлдә күрәсәгебеҙгә ышанам.

Дмитрий Казанцев, сәйәсәт белгесе:

–Төбәк кимәлендә лә, республика кимәлендә лә эшләгәнлектән, Радий Хәбиров субъекттар һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙарын аңлай һәм министр-ҙар кабинеты эшен төҙөй, шулай уҡ туплай аласаҡ.

Михаил Виноградов, сәйәсәт белгесе:

– Минеңсә, Хәбировтың федераль кимәлдә бәйләнештәре һәм эшләү күнекмәһе әһәмиәтле. Уның федераль кимәлдә аҙ эшләмәүен иҫәпкә алғанда, был алдан уҡ ышаныс тыуҙыра. Икенсе яҡтан ҡарағанда, муниципаль өлкәлә – Мәскәү янындағы ҡалала эшләү тәжрибәһе муниципалитеттар менән мөнәсәбәткә һәм хәлгә башҡасараҡ ҡарар-ға: “төбәк һәр ваҡыт хаҡлы, муниципалитет һәр ваҡыт хаҡлы түгел” тип ҡарамай, ә муниципалитеттар башлыҡтары тормошондағы күп нескәлектәрҙе аңларға мөмкинлек бирә, сөнки муниципалитет башлыҡтарына хәл ителмәҫлек йәки ауыр хәл ителә торған проблемаларҙы йыш хәл итергә тура килә.

Валерий Шәрипов, БР-ҙың финанс омбудсмены:

– Рәсәй өсөн финанс, социаль өлкәләге барлыҡ яңы механизмдар ҡулланылған Мәскәү яны муниципалитетында эшләп, Радий Хәбиров ҙур йөкләмәне башҡара алырлыҡ квалификациялы кадрҙар, белгестәр һайлай алды. Ундай тиҙлектә эшләү өсөн ойоштороусы һәләтенә эйә булырға кәрәк. Ул һәләте ошо яуаплы вазифала ла күренер, тип ышанам.


Радий Хәбиров министрҙарҙың муниципалитеттар башлыҡтары шылтыратыуҙарына яуап биреүҙәрен талап итте

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзаларынан муниципалитеттар етәкселәре шылтыратыуҙарына яуап биреүҙәрен талап итте.

– Мин бер-нисә башлыҡ менән һөйләштем. Ни өсөндөр улар һеҙҙе шылтыратып ала, ҡабул итеүгә эләгә алмай. Барығыҙ ҙа ҙур начальник булдығыҙмы? Әгәр муниципалитет башлығы шылтырата икән, телефонды алырға йәки һуңынан шылтыратырға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының ауыр эш башҡарыуҙарын билдәләне. Улар, һәр муниципалитеттың аныҡ проблемаларын хәл итеп, республика халҡы менән урындарҙа эш итә.


Белешмә

Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезеровщик өйрәнсеге булып башлай.

1989–1992 йылдар – Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуҡиәте һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.

1994–2003 йылдар – Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы, доцент, декан урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.

2003 – 2008 йылдар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.

2008 йыл – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән бәйләнеш буйынса департаменты директоры.

2009 – 2016 йылдар – Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары.

2017 – 2018 йылдар – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы.

Юридик фәндәр кандидаты, Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған юрисы.