Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
4 Октябрь 2018, 14:06

Башҡортостан юбилейға әҙерләнә

Төбәктең 100 йыллығына йөҙҙән ашыу объект төҙөлә Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы составындағы тәүге республика, йәғни беренселәрҙән булып әлеге статусҡа эйә булыусы төбәк.

11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә. Йылдан-йыл беҙ был датаны ҙурыраҡ ҡаҙаныштар менән ҡаршылайбыҙ һәм оло юбилейға — 2019 йылда билдәләнәсәк республиканың йөҙ йыллығына яҡынлашабыҙ. Бөгөнгө яҙмаларыбыҙ ошо түңәрәк датаға ҡарата башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында.


Халыҡҡа кәрәкле объекттар

2016 йылда, Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйыу менән, төбәгебеҙҙә ҙур әҙерлек эштәре башланды. «100 йыллыҡҡа — 100 объект» тип аталған проект булдырылды. Һәр район һәм ҡала үҙ тәҡдимен еткергән. Бихисап коллектив мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, исемлеккә иң кәрәкле, әһәмиәтле проекттар ғына индерелгән. Тәү сиратта халыҡтың теләге, был объекттарға урындарҙағы ихтыяж иҫәпкә алынған.

Юбилей төҙөлөштәре исемлегенә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын капиталь ремонтлау, Республика онкодиспансерының палата корпусы, «Рәсәй — минең тарихым» тарихи паркы, халыҡ-ара «Өфө» аэропортының яңы терминалы, бер нисә балалар поликлиникаһы, яңы күперҙәр, үткәүелдәр, шулай уҡ балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, бассейндар төҙөү һәм башҡалар — йәмғеһе 106 объект ингән.

Мәҫәлән, Дүртөйлө районында балалар һауыҡтырыу лагерының йоҡо корпусы һәм балалар поликлиникаһы төҙөлгән. Былтыр Яңауыл ҡалаһында һәм Тәтешле ауылында 150 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсалары ҡалҡып сыҡҡан, һөҙөмтәлә сират һиҙелерлек кәмегән. Быйыл тамамланасаҡ иң ҙур «юбилей төҙөлөштәре» — Стәрлетамаҡта 1225 урынлыҡ һәм Баҡалы ауылында 825 урынлыҡ яңы мәктәптәр. Межгорьела реконструкциянан һуң спорт комплексы үҙ ишектәрен асҡан, шулай уҡ бында бассейн һәм саңғы-роллер трассаһы төҙөләсәк. Туймазыла боҙ һарайының икенсе сираты сафҡа индерелгән. Хәҙер был мөһабәт спорт комплексында йәш спортсыларҙы әҙерләү менән бер рәттән төбәк-ара һәм федераль кимәлдәге ярыштар уҙғарыу мөмкин буласаҡ.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 100 объекттың 20-һе сафҡа индерелгән. Улар араһында — Бүздәк, Красноусол, Дәүләкән, Үрге Тәтешле, Яңауылдағы балалар баҡсалары бар. Өфө районының Нуғай ҡасабаһындағы мәктәптең беренсе сираты төҙөп тапшырылды. Нуриман районының Иҫке Күл ауылында клуб, китапхана һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған социаль-мәҙәни үҙәк ҡалҡып сыҡты.

Әләге ваҡытта 50-ләп объектта эштәр дауам итә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов иң мөһим төҙөлөштәргә вице-премьерҙарҙы, Хөкүмәт ағзаларын беркетеп, уларҙағы эш барышын даими контролдә тотоу, объекттарҙы ваҡытында тапшырыу бурысын ҡуйҙы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: юбилей йылында республикала Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк, ә 2020 йылда тағы ла бер ҙур халыҡ-ара сара — Бөтә донъя фольклориадаһы көтә. Унда баш ҡала майҙансыҡтары ғына түгел, бөтә район һәм ҡалаларҙың мәҙәниәт усаҡтары йәлеп ителәсәк. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡиға алдынан урындарҙа дүрт мең мәҙәниәт йорто төҙөкләндереләсәк. Финанслау күләме 1,5 млрд һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Быйыл Мишкә районындағы Мари мәҙәни үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы мәҙәниәт йорто һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы капиталь ремонт кисерәсәк. Шулай уҡ Асҡын, Благовещен, Дүртөйлө, Миәкә һәм Йылайыр райондары мәҙәниәт йорттарының ғаризалары ҡаралыу өҫтөндә.

Конкурстар һәм акциялар

2019 йылда, республиканың бер быуатлыҡ юбилейынан тыш, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы ла билдәләйәсәкбеҙ. Ошо айҡанлы «Йәшлек» гәзите Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә ирекле темаға әҙәби конкурс ойошторҙо. Иң яҡшы хикәйәләр гәзиттә донъя күреп барасаҡ, ә танылған әҙиптәрҙән һәм редакция хеҙмәткәрҙәренән торған абруйлы баһалама комиссияһы улар араһынан бер еңеүсене билдәләйәсәк. Төп бүләк — 50 мең һум аҡса, тағы ла дүрт дәртләндереү призы булдырылған.

Республиканың дәүләт архив хеҙмәте лә бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы менән БР Милли архивы «Башҡортостандың фото йылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!» тип аталған акция иғлан итте.

БР Милли архивы директоры урынбаҫары Гөлнара Кәлимуллина әйтеүенсә, республика халҡы иҫтәлекле фотоһүрәттәрҙе даими һаҡлауға тапшыра ала. Улар кәрәкһеҙ «йөк» булып ятмаясаҡ, онотолмаясаҡ. Архив фотоларының төп нөсхәләре төрлө тематик күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, күсермәләре менән архивҡа мөрәжәғәт итеүселәр, уҡыу залында шөғөлләнеүселәр файҙалана. Республиканың 100 йыллығына бәйле фотоһүрәттәр тематик йыйынтыҡҡа индереләсәк.

Бөтә фотоһүрәттәргә аңлатма яҙыу мотлаҡ, унда ваҡиғаның исемен, ваҡытын, кемдәр төшөүен (исем-шәрифтәрен) күрһәтергә кәрәк.

«Башҡортостандың фото йылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!» акцияһына фотоһүрәттәр быйылғы йылдың 15 декабренә тиклем ҡабул ителә. Төп нөсхәләрҙе түбәндәге адресҡа алып килергә: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 4-се йорт, БР Милли архивы, 10-сы бүлмә. Сканер аша үткәрелгән күсермә-ләрҙе электрон почтаға ебәрергә: [email protected]

«Беренсе республика» тарихи тулы метражлы нәфис фильмы экрандарға сығырға әҙер булып килә. Фильм 2019 йылдың яҙында экрандарға сығасаҡ.

Юбилей йылы

Шулай итеп, киләһе йыл бөтә Баш-ҡортостан өсөн әһәмиәтле буласаҡ. Республиканың барлыҡҡа килеүенә, Мос-тай Кәримдең тыуыуына 100 йыл ту- лыуҙан тыш, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыллыҡ, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 80 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдименә ярашлы, театр коллективы һәм бейеүселәребеҙ республика һәм Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастроль турҙарына юлланасаҡ.

Шулай уҡ Рәсәй төбәктәре, мәҫәлән, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Вологда өлкәһе ҡатнашлығында байрам саралары уҙғарыу ҙа күҙаллана.




Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе:

— Республикабыҙ бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршыларға әүҙем әҙерләнә... Ҙур мәҙәни, ижтимағи саралар үтәсәк. Республика парламенты ла был эштәрҙән ситтә ҡала алмай. Беҙ әҙерләгән тәҡдимдәр байрам сараһының республика планына инде. Бынан тыш, айырым план да эшләнек. Уны тормошҡа ашырыуҙа депутаттар ғына түгел, секретариат хеҙмәткәрҙәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнаша. Беҙ рәсмилектән ҡасырға, йәғни ҡыҙыҡлы, фәһемле, үҙенсәлекле сараларҙан торған план эшләргә тырыштыҡ. Улар мәктәп уҡыусыларында, студенттарҙа, киң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, республиканың 100 йыллыҡ юбилейын сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаға әйләндереү менән бер рәттән төрлө быуын кешеләрен тыуған төйәгебеҙҙең тарихы, мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныштырыр, хоҡуҡи белемде арттырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.


Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе:

— Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллыҡ юбилейы — төбәк, Рәсәй даирәһендәге генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиға. Тап 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Баш-ҡортостан Хөкүмәте араһында Башҡортостандың Совет Автономияһы тураһында төҙөгән килешеүҙән Рәсәй Федерацияһында ысын федератив ҡоролош башлана. Был эш даирәһенә элекке союздаш, әлеге бойондороҡһоҙ дәүләттәр ҙә йәлеп ителә. Автономиялы Башҡортостандың Үҙәк власть менән мөнәсәбәттәр моделе СССР барлыҡҡа килгәндә нигеҙ итеп алына.

Был тантаналы датаны билдәләү сиктәрендә Баш-ҡортостан Республикаһының Конституция Суды «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы — балалар күҙлегенән» тип аталған баҫма әҙерләп сығар-ҙы. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьялары һәм белгестәре тарафынан Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тарихи-хоҡуҡи комментарий әҙерләнде, был эшкә республиканың хоҡуҡ өлкәһе ғалимдары ла йәлеп ителде.

Рәсәй Федерацияһының федератив ҡоролошоноң төп принциптары РФ Конституцияһында билдәләнгәнлектән, Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияларының төп йүнәлештәрен аңлатыу буйынса республиканың киң мәғлүмәт сараларында, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙа нәшер ителгән фәнни журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа фекер алышыуҙар ойоштора.

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тулыу ҙа — иҫтәлекле даталарҙың береһе. Ошо ваҡиға айҡанлы Баш- ҡортостан Республикаһының Конституция Суды ағымдағы йылдың 19-21 декабрендә «Башҡортостан Республикаһының Конституцияһына — 25 йыл: һығымталар һәм үҫеш йүнәлештәре» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғара.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелгән саралар сиктәрендә, 2019 йылдың 21-24 мартында, Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы менән берлектә Өфөлә Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыуға әҙерләнә. Ул Үҙәк Совет власы тарафынан Башҡортостан Автономияһын таныу сиктәрендәге Рәсәй федерализмы проблемаларына арналасаҡ. Конференция ҡунаҡтары араһында хоҡуҡ, сәйәсәт белгестәре менән бер рәттән иҡтисадсылар, социологтар, философтар, экологтар, йәғни Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән фәндең төрлө йүнәлештәре буйынса эшләүсе вәкилдәр буласаҡ. Был Халыҡ-ара форум менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да көтөп ҡалабыҙ!


40 млрд һумдан ашыу — БР-ҙың 100 йыллығына төҙөләсәк объекттарҙың дөйөм хаҡы