Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
1 Октябрь 2018, 12:06

Хаҡлы ялдағы һәр кем хаҡында хәстәрлек

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Пенсия йәшенә етеүселәргә ярҙам итергә кәрәк. Баш- ҡортостанда пенсионерҙар һәм ветерандар өсөн ҡаралған республика кимәлендәге барлыҡ льготалар һаҡланасаҡ. 2019 йылға күҙалланған дөйөм сумма яҡынса 4,5-5 миллиард һум тәшкил итә. Бының өсөн бюджетта аҡса бар. 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәштән оло ир-егеттәргә тәғәйен барлыҡ ташламалар ғәмәлдә ҡала.

Был көн айҡанлы хәйриә акциялары, байрам концерттары, экскурсиялар, күргәҙмәләр, күңел асыу кисәләре һәм сәй табындары ойошторола, оло йәштәгеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән саралар үтә. Барыһы ла өлкән быуынға хөрмәт-ихтирамын күрһәтеп ҡалырға ашыға.

Башҡортостанда ла был дата киң билдәләнә, әммә башҡа ваҡытта ла өлкәндәр иғтибар-хәстәрҙән ситтә ҡалмай.


Өлкән быуын

Бөгөн республикабыҙҙа 1 миллион 800 мең самаһы пенсионер иҫәпләнә. Уларҙың 200 меңе эшләй.

Әлеге мәлдә эшләүсе граждандар һәм пенсионерҙар нисбәте яҡынса икегә берәү тура килә.

— Әгәр пенсия йәшен үҙгәртһәк, 2030 йылға был нисбәт яңынан өс эшләүсе кешегә бер пенсионер кимәленә яҡынлашасаҡ, — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фонды идаралығы рәйесе Антон Дроздов.

Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, эшләүсе пенсионерҙар һаны киләсәктә тағы ла артасаҡ. Был күренеш бихисап илдәрҙә күҙәтелә. Ғүмер оҙайлығы артҡан һайын оло йәштәге кешеләр һаны ла күбәйә. Шуға күрә бөгөн пенсионерҙарҙың мөмкин тиклем әүҙемерәк тормош алып барыуы — хәленән килгәнсә эшләүе, белем кимәлен күтәреүе, лайыҡлы һәм сифатлы медицина ярҙамы һәм социаль хеҙмәттәр алыуы бик мөһим.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Өлкән быуын» федераль проекты тап ошо бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ул былтыр башланды, йәмғеһе биш йылға иҫәпләнгән. Проект сиктәрендә ҡарттар һәм инвалидтар өсөн интернат-йорттар-ҙағы сираттарҙы бөтөрөү, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын төҙөкләндереү күҙаллана. Был башланғыста ҡатнашыусылар пенсионерҙарға һәр төрлө алдаҡсыларҙан һаҡланыу алымдары тураһында һөйләй, компьютер менән эшләргә өйрәтә, шәхси ихаталарҙы төҙөкләндерә. Ирекмәндәр хәрәкәтенең төп асылы түбәндәгесә: «йәштәр — ололарға, ололар — йәштәргә».

— Башҡортостанда оло йәштәгеләргә лайыҡлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн күләмле эштәр башҡарыла, — тип һөйләй «Өлкән быуын» проектының төбәк йәмәғәт советы рәйесе Альбина Буранғолова. — Был тәңгәлдә айырыуса медицина хеҙмәтләндереүенең сифатлы һәм уңайлы булыуына ҙур иғтибар бирелә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы 80 йәшкә етергә тейеш, тип билдәләне. Бөгөн был күрһәткестең 72,5 йыл булыуын иҫәпкә алһаҡ, киләсәктә гериатрия тармағының ил медицинаһының өҫтөнлөклө йүнәлешенә әйләнергә тейешлеге аңлашылалыр. Баш-ҡортостан гериатрия хеҙмәтен үҫтереү буйынса тәжрибә төбәктәре исемлегенә инде. Республика дауаханаларында гериатрия бүлектәре, ә поликлиникаларҙа ошо йүнәлештәге кабинеттар барлыҡҡа килде. Дөйөмләштереп әйткәндә, был проект һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау органдары тарафынан пациенттарҙы бергә хеҙмәтләндереү нигеҙендә оҙайлы медицина ярҙамының берҙәм системаһын булдырыуға йүнәлтелгән.

Шундай бүлектәрҙең береһе «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәтенең тергеҙеүсе медицина һәм реабилитация үҙәгендә асылды. Ул 40 урынға иҫәпләнгән, пациенттарҙың уртаса йәше — 75-80 арауығында. Бүлмәләр ике-өс урынлыҡ, хәрәкәт йәһәтенән сикләнгән пациенттар юғары уңайлылыҡтағы палаталар- ға урынлаштырыла. Бүлексәнең төп тәғәйенләнеше — планлы рәүештә гериатрия йүнәлешендәге медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ башҡа стационарҙарҙа дауалау курсы үткәндән һуң ололарҙың сәләмәтлеген нығытыу, социаль-көнкүреш йәһәттән реабилитациялау.

Ирекмәндәр ололарға ярҙам итә

«Өлкән быуын» проекты сиктәрендә ойошторолған акцияларҙың береһе «Ветеранға барам» тип атала. Ул республикалағы ирекмәндәр хәрәкәте менән тығыҙ бәйле. Теләге булған һәр кем ветерандың өйөнә килеп, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә ала.

Мәҫәлән, Мәсетле районында ирекмәндәр тыл хеҙмәтсәне Елизавета Михайловна Берсенева янына йөрөй. Йәштәр пенсионерға баҡса эштәрендә булыша, утынын яра, ихатаһын тәртипкә килтерә.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан райондың үҙәк балалар моделле китапханаһында Оло Ыҡтамаҡ лицейының һигеҙенсе класс уҡыусылары өсөн «Һуғыш балалары» тип аталған тарих дәресе үтте. Осрашыуға бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән ҡатын-ҡыҙҙар — Анна Яковлевна Белобородова менән Евгения Яковлевна Паначева килде. Ҡунаҡтар балаларға тәүлегенә ун икешәр сәғәт эшләүҙәре, асығыуҙары, әммә шундай шарттарҙа ла уҡырға тырышыуҙары хаҡында һөйләне. Үҙ сиратында уҡыу-сылар һуғыш осоро тураһында күңелгә үтеп инерлек итеп һөйләгән ветеран ҡатындарға рәхмәтен белдерҙе, һәр ваҡыт шулай әүҙем булыуҙарын, тормошто яратып йәшәүҙәрен теләне.

Ҡариҙел районынан бер төркөм хеҙмәт ветерандары Өфөгә сәйәхәткә килеп ҡайтты. Улар Республика хәрби дан музейында булды, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Мулла» спектаклен ҡараны, спектакль башланғансы фойела оркестр уйнаған көйҙәр аҫтында рәхәтләнеп вальста өйөрөлдө, милли бейеүҙәргә ҡушылды. Юлда өлкән йәштәгеләрҙе медицина хеҙмәткәре оҙатып йөрөнө. Сәйәхәттән һуң ололар сәй табыны артына йыйылып, матур тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Стәрлетамаҡта Еңеү көнө алдынан «Ветеран» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә «Йылы йорт» тигән акция ойошторолдо. Ирекмәндәр Ветерандар йортоноң эргә-тирәһен тәртипкә килтерҙе, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен һәм тыл хеҙмәтсәндәрен байрам менән ҡотлап, аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырҙы.

Әлбиттә, бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин.

Эш — шатлыҡ ул

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар араһында йәштәргә биргеһеҙ дәртле, әүҙем ололар бик күп. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының физик тәрбиә етәксеһе Миңлегөл Янбаеваға 60 йәш. Тормошто ярат-ҡан, дәртле ханым хаҡлы ялға сығырға йыйынмай. Йәш күңелле булып ҡалыуының сере — йәштәр менән әүҙем эшләүҙә һәм аралашыуҙа. Бынан тыш, Миңлегөл Янбаева — Салауат ҡалаһы пенсионерҙарының йыйылма спорт командаһы капитаны.

— Мин оҙаҡ йылдар физкультура дәресен алып барам. Студенттар менән эшләгәс, һәр ваҡыт уларға тиңләшергә тура килә. Бер үк ваҡытта райондың социаль үҙәгендә сәләмәтлек төркөмө туплап, пенсионерҙар менән шөғөлләнәм, оло йәштәгеләргә әүҙем йәшәү рәүеше өлгөһө күрһәтәм. Йыш ҡына ололар һәм йәштәргә күнекмәләрҙе бергә уҙғарам. Бындай аралашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Эшемде яратам, ул миңә дәрт, илһам бирә. Күптәр ваҡыт етмәүгә зарлана. Иң мөһиме — ялҡауланмаҫҡа, тәүлектә 24 сәғәт, уны дөрөҫ ойошторорға ғына кәрәк. Мәҫәлән, телевизор ҡарауҙы бер сәғәт-сәғәт ярым физкультура йәки саф һауала йөрөү менән алмаштырырға мөмкин. Һаулығың хаҡында хәстәрлек күрһәң, «көмөш» йәштә лә күп эштәр атҡарырға була. Беҙҙең йыйылма команда өсөнсө йыл рәттән пенсионерҙар спартакиадаһында алдынғы урын яулай.


Ололарҙы тәрбиәгә алыу

Күптән түгел оло йәштәге яңғыҙаҡ кешеләргә ғаиләлә йәшәү мөмкинлеге булдырылды, йәғни 2016 йылдың декабрендә «Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу тураһында» 432-се закон ғәмәлгә инде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, ололарҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр ҡарттар йорто кеүек учреждениеларға альтернатива булып тора. Законға ярашлы, ғаилә оло йәштәге кешене йәки инвалидты тәрбиәгә ала. Был осраҡта ҡарауға мохтаж граждандың стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы ҡарамағында булыуы йәки үҙаллы йәшәп ятыуы мөһим түгел.

Оло йәштәге кеше йәки инвалид тарафынан ғаиләгә бирелгән аҡса йән башына уртаса килемдең 75 процентынан күберәк була алмай. Сығымдар өсөн ай һайын отчет бирелә. Был документҡа тәрбиәгә алыныусы ла ҡул ҡуя. Өлкән кешене йәки инвалидты ҡараусыға айына 6200 һум күләмдә аҡса түләнә. Әгәр тәрбиәгә алыныусы 80 йәштән уҙған кеше йәки I төркөм инвалиды булһа, түләү 30 процентҡа арттырыла. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтеү кәрәк: социаль йүнәлештәге стационар учреждениела бер оло кешене йәки инвалидты бағыу айына 16 мең һумға төшә. Бөгөн беҙҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы биш йорт-интернат эшләй, республика буйынса уларҙың 29 бүлексәһе иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, дәүләт ҡарамағындағы бындай учреждениелар ике мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә ала.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 80 ғаилә тарафынан 84 кеше тәрбиәгә алынған. Йыл аҙағына тиклем улар-ҙың һанын 124-кә еткереү бурысы ҡуйылған.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова белдереүенсә, бындай ғаиләләр институтын үҫтереү оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн уңайлыраҡ йәшәү шарттары булдырыуға, уларҙың тормош сифатын яҡшыртыуға, быуындар бәйләнешен нығытыуға, социаль яңғыҙлыҡ күренешен профилактикалауға (бигерәк тә ауыл ерендә) булышлыҡ итәсәк.


Һаҡ булығыҙ!

Полиция сит кешеләргә ишек асыр-ға, уларҙы фатирға индерергә ярамауы тураһында иҫкәртә. Әгәр килеүселәр үҙҙәрен социаль йәки коммуналь хеҙмәт вәкилдәре тип танытһа, танытма күрһәтеүҙәрен һорағыҙ йә иһә улар әйткән ойошмаға шылтыратып белешегеҙ.

Йыш ҡына мутлашыусылар оло-ларҙы телефон аша алдай. Әгәр телефонығыҙға туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙҙан аҡсалата ярҙам һорап смс-хәбәр килһә, уларға үҙегеҙ шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ. Туғандар исеменән курьер булып килгән кешегә бер ваҡытта ла аҡса тоттороп ебәрмәгеҙ. Ябай ғына һаҡлыҡ ҡағиҙәләре үҙегеҙҙе лә, йорт-мөлкәтегеҙҙе лә хәүеф-зыяндан аралар.


Ташламалар һаҡлана

7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» законға ҡул ҡуйҙы. Төҙәтмәләр БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары тарафынан да яҡлау тапты. Быға тиклем социаль ярҙам саралары хаҡлы ялға сығыусы граждандар-ға тәғәйен ине. Яңы законда йәш күрһәткестәрен һаҡлау билдәләнә. 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште уҙған ир-егеттәр, пенсияға сығыу-сыҡмауына ҡарамай, түбәндәге ташламалар менән ҡуллана аласаҡ:

— хеҙмәт ветерандарына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсация;

— хеҙмәт ветерандарына ай һайын аҡсалата түләү;

— оҙайлы хеҙмәт стажына эйә ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләү;

— маҡтаулы исемдәргә һәм айырым ҡаҙаныштарға эйә ветеран-дарҙың пенсияһына өҫтәмә түләү.

Закон Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.


Ышаныс телефондары

Быйыл ғинуарҙан оло йәштәгеләргә ярҙам буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башланы. Бушлай 8-800-250-57-64 телефонына шылтыратып, хәлегеҙҙе һөйләргә, кәңәш һорарға, иң мөһиме — хәстәр һәм иғтибар тойорға мөмкин.

Бынан тыш, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ике «ҡыҙыу линия» булдырылған:

8 (347) 218-06-87 — был телефон буйынса министрлыҡтың белгестәре яуап бирәсәк;

8 (347) 286-21-73 — ғаиләгә урынлашырға йәки оло кешене, инвалидты тәрбиәгә алырға теләүселәр-ҙән ғариза ҡабул итеүсе Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге телефоны.

«Ҡыҙыу линия»ларға эш көндәрендә 9.00-13.00 һәм 14.00-18.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға мөмкин.