2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар «һанлы» тапшырыу алымына күсәсәк. Был эш «2009-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.
Әлеге үҙгәрештәр кабель һәм юлдаш операторҙары хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларға ҡағылмай. Уларҙан айырмалы рәүештә, һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни, тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Телерадиоканалдар пакеты түбәндәге исемлектән тора:
«Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы»,
«Вести ФМ», «Маяҡ», «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары.
Республика халҡы 2018 йыл аҙағына РТРС-2 мультиплексын ҡабул итеү мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ, ул үҙ эсенә түбәндәге каналдарҙы ала:
Бынан тыш, һанлы эфир тапшырыуы «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм «Рәсәй радиоһы» каналдарын, «Башҡортостан» ДТРК-һы төбәк тапшырыуҙарын үҙ эсенә ала, йәғни телевизор ҡараусылар урындағы яңылыҡтар хаҡында ла хәбәрҙар буласаҡ.
Башҡортостанда һанлы эфир телеселтәре булдырыу менән Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәре филиалы — «Башҡортостан Республикаһы радиотелетапшырыу үҙәге» шөғөлләнә.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәр һанлы эфир мультиплексы менән ҡуллана алмаясаҡ. Был райондарҙа йәшәүселәргә юлдаш тәрилкәһе һатып алыу йәки кабелле телевидениеға тоташыу тураһында уйларға кәрәк буласаҡ.
Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, республика халҡының 95,5 проценты һанлы телевидениеға күсеү мөмкинлегенә эйә. Бында өйҙәге техниканың торошо ла роль уйнай. Бөгөн Өфө һәм башҡа ҙур ҡалалар халҡы ғына түгел, күпселек ауыл кешеләре лә кабель операторҙары хеҙмәте йәки юлдаш тәрилкәләре менән ҡуллана. Уларҙың операторҙары әкренләп үҙҙәре «һанлы» күрһәтеүгә күсәсәк, ә абоненттарға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Әгәр һеҙ антенна менән файҙаланһағыҙ, телевизорығыҙҙың төрөнә ҡарап, түбәндәге ҡулланма ярҙамында эш итегеҙ.
Күп фатирлы йортта йәшәүселәргә коллектив антенна һәм бер подъезға йәки тотош өйгә тәғәйен бүлеү системаһын һайлау отошло. Коллектив телевидение ҡабул итеү системаһы — һыу, йылылыҡ йәки электр менән тәьмин итеү кеүек коммуналь инфраструктура төрө, уны урынлаштырыу менән идарасы компания шөғөлләнә. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр коллектив антенна ҡуйыуҙы һорап тап уға мөрәжәғәт итергә тейеш.
Республиканың төп телеканалы «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» элекке алым менән эшләүен дауам итәсәк. БЮТ каналы тапшырыуҙарын ҡарауҙы дауам итеү өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал урынлаштырған хәлдә лә метрлы диапазонда ҡабул итеүсе антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ. Әгәр һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә юлдаш тәрилкәһе ҡуйырға ниәт итһәгеҙ, операторҙар тәҡдим иткән пакетта БЮТ каналы бармы-юҡмы икәненә иғтибар итегеҙ.
Төбәк консультацион ярҙам үҙәге
Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыу селтәренең БР-ҙағы консультацион ярҙам үҙәге белгестәре һанлы телевидениеға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә, ҡабул итеү ҡоролмаһын дөрөҫ һайлау, урынлаштырыу буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашырға әҙер.
Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем 8.30-17.30 сәғәттәрҙә, төшкө ял — 13.00-14.00.
Үҙәк хаҡында тулыраҡ белешмә менән рәсми сайтта (РТРС.РФ) «Телетамашасыларға» бүлегендә танышырға мөмкин. Һанлы эфир тапшырыуына тоташыуға бәйле һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләүсе бушлай федераль «ҡыҙыу линия» телефонына ла шылтыратырға мөмкин: 8-800-220-2002.