Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
18 Сентябрь 2018, 13:08

Иртәнсәк — мәктәпкә, көндөҙ — түңәрәккә

Баланың буш ваҡытын нисек ойошторорға Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Уҡыусыны тормошон дөрөҫ ойошторорға, аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәтеү мөһим, артабан ул һөнәри, ижади һәм башҡа йәһәттән шул маҡсаттарға ирешергә тейеш. Был сифаттарҙы бала саҡтан, мәктәп йылдарынан кластан тыш саралар, түңәрәктәр һәм секциялар ярҙамында үҫтереү зарур. Тап шулар балала хеҙмәткә, дуҫтарға, үҙенә, йәшәйешенә ҡараш һәм ҡиммәттәр тәрбиәләй.

Яңы уҡыу йылы башланды. Мәктәп һәм балалар баҡсаһынан тыш, беҙҙә бихисап түңәрәктәр һәм секциялар эшләй — йәнең теләгәненә йөрө. Шулай ҙа бала өсөн тап килгәнен нисек дөрөҫ һайларға? Өфө ҡалаһының В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Светлана Самойлова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.


— Балаға өҫтәмә шөғөл һайлағанда нимәләргә иғтибар итергә?

— Баланың ҡыҙыҡһыныуҙарын, талантын билдәләү өсөн мәктәп йәшенә тиклем үк уға үҙ һәләттәрен асыҡлау мөмкинлеге булдырыу зарур, әммә был эштә сама белеү мөһим. Артабан бала үҙенә ниндәй шөғөлдөң яҡын булыуын билдәләй, мәҫәлән, спорт, вокал йәки хореография йүнәлештәренең береһен һайлай ала. Ҡала һәм райондарҙағы балалар ижады үҙәктәрендә өҫтәмә белем биреү буйынса бик киң хеҙмәттәр күрһәтелә. Ҡабул итеү барышында балалар һөнәри һынау үтмәй, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа медицина рөхсәте (педиатрҙан белешмә) талап ителә. Тәүҙә түңәрәккә йөрөүгә әллә ни атлығып тормаған кескәйҙәр бер нисә йылдан тырышлыҡ һәм даими күнекмәләр ярҙамында яҡты йондоҙсоҡтарға әйләнә.

— Бала күнекмәләргә ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаһын өсөн нимә эшләргә?

— Барыһын да баланың теләгенән сығып ойоштороу мөһим. Уның барлыҡ башланғыстарын хуплап ҡаршы алығыҙ, әгәр нимәлер килеп сыҡмай икән, бер үк тәнҡитләмәгеҙ. Ата-әсә менән педагог араһында тығыҙ бәйләнеш булырға тейеш. Бынан тыш, бала үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрһә, тәүге уңыштарын татыһа, шөғөлөнә тағы ла етдиерәк ҡарай башлай. Мәҫәлән, күргәҙмәлә ҡатнашып, ыңғай баһа алған ҡул эше, ярышта яуланған миҙал, пьесалағы яңы роль уны дәртләндереп ебәрәсәк. Күнекмәләргә һуңламай йөрөһөн, тышҡы йөҙ-ҡиәфәтенә иғтибарлы бул-һын, өйгә бирелгән эштәрҙе теүәл баш-ҡарһын. Даимилыҡ һәм режим ғәҙәткә әйләнһен. Уҡытыусының да үҙ эшенә етди ҡарауы кәрәк, был да баланың күнекмәләргә ҡарашын формалашты- рыуҙа мөһим роль уйнай.

Балалар мотлаҡ рәүештә төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып торорға тейеш. Тәүҙә белем усағы кимәлендә, артабан ҡала, республика һәм башҡа киңлектәргә сығырға мөмкин. Яуланған уңыштар кескәйҙәргә ышаныс өҫтәй, улар тағы ла аңлыраҡ, маҡсатлыраҡ шөғөлләнә башлай. Конкурстар коллективты ла, баланы ла үҫтерә.

— Сәләмәтлеккә көсөргәнеш тыу-ҙырмаҫ өсөн нисә түңәрәк һайлау етә?

— Был мәсьәлә һәр осраҡта шәхсән хәл ителә. Эйе, баланың һаулығы хаҡында оноторға ярамай, уның өйгә эштәрен башҡарыуға һәм ял итеүгә лә ваҡыты ҡалырға тейеш. Өс-дүрт түңәрәккә йөрөп тә, яҡшы өлгәшкән уҡыусылар бар. Әммә, ғәҙәттә, бер йәки төрлө йүнәлештәге ике түңәрәк һайлау отошло. Мәҫәлән, хәрәкәтсән шөғөл (спорт, бейеү) менән ҡул эшен берләштерергә мөмкин.

— Өҫтәмә белем биреү усағын һәм педагогты һайлағанда нимәләргә иғтибар итергә?

— Әлбиттә, иң беренсе — урынлаш-ҡан ере мөһим. Баланың күнекмәләргә үҙаллы йөрөй алыуы тураһында уйларға кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарын үҙҙәре алып йөрөй, әммә ундай осраҡтар һирәк. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында балалар ижады үҙәктәре бар, улар хаҡында мәғлүмәт һәр кемгә асыҡ. Белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия менән учреждениеның сайтында йәки мәғлүмәт стендында танышырға мөмкин. Шулай уҡ педагог һайлау ҙа – мөһим эш. Һөнәри оҫталыҡҡа эйә булыуҙан тыш, ул балалар коллективын бергә туплай, улар күңелендә осҡон ҡабыҙа алырлыҡ шәхес булырға тейеш. Уның ҡаҙаныштары менән танышығыҙ, башҡаларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Әгәр һеҙ йөрөйәсәк түңәрәктең етәксеһе йәш белгес булһа, тәүге бер йыл эсендә күп нәмә асыҡланасаҡ: берҙәм коллектив туплап, уны һаҡлай алыусы йәш педагогҡа ышанырға мөмкин.

Ижади үҙәктәр, шәхси ойошмалар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Күп осраҡта өҫтәмә белем биреү киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрҙе билдәләй, ижадҡа һөйөү уята. Белем менән бергә балалар тәрбиә ала, мәҙәни йәһәттән үҫешә. Ижад кешегә үҙеңде бәхетле тойорға булышлыҡ итә.

Бөтә балалар ҙа талантлы

Балалар бөтә төр ижадҡа ла асыҡ. Мәҫәлән, сольфеджио уҡытыусылары әйтеүенсә, барлыҡ кешелә лә музыканы, ритмды тойоү һәләте бар, уны үҫтереү генә мөһим. Бәлки, шуғалыр ҙа кескәй-ҙәр рәхәтләнеп йырлай, бейей. Ғәҙәттә, музыка мәктәптәренә балаларҙы алты-ете йәштән алалар. Әгәр ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ саҡ ҡына һуңғараҡ музыкаль белем алырға теләк белдерһә, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Мәҫәлән, классик гитарала уйнарға өйрәнеү курсы биш йыл тәшкил итә, шуға күрә мәктәпкә 12 йәштән дә алалар.

Иртә йәштән музыкаль күнекмәләргә йәлеп итеү кәрәкме икән? Бындай күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе икеле (әгәр балағыҙ Моцарт булмаһа). Үтә иртә шөғөлләнә башлау баланы ялҡытыуы ла ихтимал, аңлы йәшкә еткәс, ул ҡасандыр ташлаған шөғөлөнә кире ҡайтҡыһы килмәүе лә бар.

Бейеүгә ҡағылышлы нимә әйтергә мөмкин? Был шөғөл бер йәштә лә бер кемгә лә зыянлы түгел.

— Өс-дүрт йәштән бейей башларға мөмкин, — ти БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Маркидонова. — Әммә тәүге осорҙа етди һөҙөмтәгә өмөт итергә ярамай. Был йәштә уҡытыу бик әкрен темптарҙа алып барыла. Балалар етди рәүештә коллектив бейеү менән шөғөлләнә башлауға физик һәм психологик йәһәттән алты-ете йәштәргә әҙер була.

Бейеү балаға иҫ киткес көслө физик үҫеш бирә, хәрәкәт координацияһын, хәтерен яҡшырта, ти хореограф. Бөгөн күп кенә ҡыҙ һәм малайҙарҙы һаулыҡ күр-һәткестәренә ярашлы бейеү түңәрәгенә бирәләр. Шул юл менән үҫмерҙәрҙә йыш осраған сир — сколиозға ҡаршы көрәшәләр.

— Әммә баланың ижадтан күңел ҡәнәғәтлеге алыуы мөһим, — ти Наталья Маркидонова.

Бер үк ваҡытта балаһын профессиональ сәхнәлә күрергә теләгән ата-әсәләргә шуны ла белеү шарт: хореография училищеһы педагогтары бейеү студияһында шөғөлләнмәгән балаларға өҫтөнлөк биреүсән. Һәр хореографтың үҙ алымы, шуға күрә улар уҡытыуҙы «таҙа биттән» башлау яҡлы.

Бәләкәсен иртә йәштән спортҡа ылыҡтырырға теләүсе ата-әсәләр ҙә бихисап. Физик күнекмәләр һаулыҡты нығыта, тәртипкә өйрәтә, холоҡ тәрбиәләй. Әммә һәр спорт төрөндә лә йәрәхәт алыу хәүефе бар. Тәүге осорҙа кескәй спортсы, физик көсөргәнештән тыш, тренер яғынан да, ата-әсәһенән дә психологик баҫым кисереүе ихтимал. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булыуын оноторға ярамай.

Психологтар баланың һаулыҡ йәһәтенән проблемаһын хәл итеү өсөн спорт секцияһына биреүҙе хупламай, сөнки физик йәһәттән сәләмәт тиҫтерҙәре араһында ул үҙен кәм тоясаҡ.


Вәсилә АБДРАХМАНОВА,

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм балаларға өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы:

— Мәғариф министрлығы ҡарамағында балаларға өҫтәмә белем биреүсе республика әһәмиәтендәге алты дәүләт бюджет учреждениеһы иҫәпләнә. Улар — балалар һауыҡтырыу-белем биреү туризм, крайҙы өйрәнеү һәм экскурсиялар, балалар экология-биология үҙәктәре, балалар белем биреү технопаркы, уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм Олимпия резервы әҙерләү буйынса идаралыҡ, уҡыусы йәштәрҙең мәҙәни үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге. Улар-ҙың бишәүһе — Өфөлә, ә берәүһе, йәғни һуңғыһы, Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Был үҙәктәр республиканың 207 өҫтәмә белем биреү муниципаль учреждениеһы өсөн теоретик һәм ғәмәли эш алымдары әҙерләй. Дәүләт бюджет учреждениеларындағы түңәрәктәр һәм секциялар бушлай эшләй. Шулай уҡ мәктәп базаһындағы түңәрәктәргә йөрөү ҙә бушлай. Уларҙағы күнекмәләр методикаһын уҡыу йорто үҙе булдыра.

Төрлө шәхси ойошмалар, үҫтереүсе үҙәктәр нисек эш итә? Дәүләт ҡарамағында булмаған учреждениеларға талаптар шартлы рәүештә ҡуйыла. «Мәғариф тураһында» Законға ярашлы, уларға йомғаҡлау аттестацияһы үткәрмәй һәм белем алыу тураһында документ тапшырмай ғына күнекмәләр алып барыу рөхсәт ителә.


Онлайн-навигатор

«Балаларға уңайлы өҫтәмә белем биреү» Рәсәй өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә яңы интернет-портал — р02.навигатор.дети эш башланы. Уны түңәрәктәр һәм секциялар каталогы тип атарға ла мөмкин. Һәр кем йәшәү урынына, балаһының йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап кәрәкле ойошманы таба ала. Сайтта техник, тәбиғи-фәнни, экология-биология, туризм һәм крайҙы өйрәнеү, ижади, физик тәрбиә һәм спорт, патриотик һәм социаль-педагогик йүнәлештәрҙәге түңәрәктәр буйынса ентекле мәғлүмәт бирелгән. Шулай уҡ ошонда слеттар, конкурстар, фестивалдәр тураһында яңылыҡтар ҙа ҡуйылып бара.