Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
5 Сентябрь 2018, 12:10

Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ

Тауыш биреү йәкшәмбелә — 9 сентябрҙә үтәсәк Республика халҡы алдында алтынсы тапҡыр Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау бурысы тора. Халыҡ тарафынан һайланыусы исеменә 735 кандидат дәғүә итә, уларҙың 110-ы депутат мандатына эйә буласаҡ.

Максималь асыҡлыҡ менән

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко алда торған һайлауҙарға әҙерлек мәсьәләһе тураһында һөйләште.

— Беҙҙең маҡсат бер – намыҫлы, ғәҙел, асыҡ һайлау, — тип билдәләне Хәмитов. — Әлеге мәлдә беҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайларға әҙерләнәбеҙ. Уны ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ шарттарында уҙғарыу ниәтенән тайпылмаясаҡбыҙ. Башҡа төрлө варианттарҙы ҡабул итмәйәсәкбеҙ. Президент һайлауында ярайһы уҡ әүҙем эшләнек. Ул сәйәси сара бар йәһәттән ғәҙел, асыҡ шарттарҙа үтте, тип һанайым. Тейешле һөҙөмтәгә эйә булдыҡ. Киләсәктә лә тап шулай эшләйәсәкбеҙ.

Әлеге һайлауҙың төп үҙенсәлектәренең береһе — һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ) киң ҡулланыу. Улар менән 811 участка тәьмин ителәсәк, был республикалағы барлыҡ һайлау участкаларының яҡынса 24 проценты (23,92%) тигән һүҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был участкаларҙа һайлаусыларҙың 50 процентҡа яҡыны (49,52%) исемлеккә индереләсәк. Шулай уҡ «Мобиль һайлаусы», протоколдарҙы QR-кодлау кеүек яңы алымдар ҡулланыласаҡ. Бөтә был башланғыстар 18 мартта уҙған ил Президентын һайлауҙа уңышлы һынау үтте һәм сәйәси сараның асыҡлығын тәьмин итте, тауыштарҙы һанау эшен тиҙләтте.

Үҙ сиратында Евгений Шевченко республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы эшмәкәрлегенә һәм граждандарҙың һайлауҙа әүҙемлегенә юғары баһа бирҙе.

— Беҙ Рәсәй Президентын һайлауҙа күрһәтелгән юғары кимәлдең артабанғы сәйәси сараларҙа ла дауам ителеүен теләйбеҙ, — тип билдәләне Шевченко. — Һеҙгә ҙур рәхмәт белдергем килә, сөнки тап һеҙҙең теләк буйынса республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау барышында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары һаны дүрт тапҡырға артасаҡ. Беҙ был башланғысты хуплап ҡаршы алдыҡ. КОИБ-тар менән ярҙам итеүсе, уларҙы республикаға биреп тороусы төбәктәргә лә рәхмәтлебеҙ.


Башҡортостан әүҙем

Республикабыҙ һайлауҙарҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2013 йылда уҙған бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреүгә хоҡуҡлы граждандарҙың 48 проценты үҙ бурысын үтәне. Быйыл мартта үткән ил Президентын һайлауҙа әлеге күрһәткес 75 процентҡа етте — был ил буйынса уртаса күрһәткестән 8 процентҡа, ә ҡайһы бер төбәктәр менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Алда торған һайлауға килгәндә инде, уға республика халҡы әле үк ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Евгений Шевченко әйтеүенсә, Башҡортостан халҡы төрлө һорауҙар менән Үҙәк һайлау комиссияһына йыш мөрәжәғәт итә, айырыуса «Мобиль һайлаусы» буйынса тауыш биреүгә ҡағылышлы шылтыратыуҙар күп. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: был технология һайлау көнөндә булған урында тауыш биреүгә мөмкинлек аса. Был хаҡта беҙ август айында баҫылған «Киләсәк беҙҙең ҡулда» яҙмаһында ентекле һөйләгәйнек.


Һайлауға барыһы ла әҙер

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, берҙәм һайлау округы буйынса тауыш биреү өсөн бюллетендәр 3059787 дана — һайлау хоҡуғына эйә граждандар һанына ярашлы баҫыласаҡ. Бер мандатлы һайлау округтары буйынса ла шул күләмдә бюллетень әҙерләнәсәк. Барлыҡ бюллетендәрҙең 1483200-ө КОИБ-тар ярҙамында тауыш биреү өсөн ҡулайлаштырылған буласаҡ. 19618 кеше быйылғы һайлауҙа тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк.

Тауыш биреү көнөндә 3426 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Уларҙың 3391-е — стационар, 35-е һайлаусылар ваҡытлыса булған урындар өсөн тәғәйенләнә. Һайлау участкаларында барлыҡ кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, инеү урындарына пандустар, тотонғостар ҡуйылған.

8 сентябрь тынлыҡ көнө тип иғлан ителгән, уның дауамында барлыҡ һайлау алды агитацияһы тыйыла.


Партиялар һәм һайлауҙың үҙенсәлектәре тураһында

Константин Сафронов, «Самрау» евразия үҙәгенең башҡарма директоры:

— Әлеге мәлдә барған һайлау кампанияһын ике өлөшкә бүлеп ҡарарға кәрәк: партиялар һәм бер мандатлы округтар. Улар алып барылышы, ҡулланылған технологиялары буйынса ныҡ ҡына айырыла. Партияларға килгәндә, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа киң мәғлүмәт саралары аша эшләүгә һәм урамда агитация материалдары таратыуға өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ һайлау кампанияһына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә интернет-технологияларҙы һәм социаль селтәрҙәрҙе киңерәк ҡуллана башлау күҙәтелә. Был һайлауға ҡағылышлы закондарҙың ҡәтғиләштерелеүе, ябай киң мәғлүмәт саралары менән эшләүҙең ҡатмарлашыуы менән аңлатыла. Әлбиттә, партияларҙың стратегияһы уларҙың сәйәси системалағы урынына ярашлы бер-береһенекенән айырыла. Мәҫәлән, «Берҙәм Рәсәй» төп иғтибарҙы үҙенең партия проекттарына йүнәлтә. Әйткәндәй, «Аныҡ эштәр» һәм «Ҡала мөхите» проекттары күп кенә муниципалитеттарҙа бик яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Үҙ сиратында, оппозиция социаль йүнәлешле һорауҙарҙы күтәреп маташа. Әгәр КПРФ тураһында һүҙ алып барһаҡ, улар ҡаршылыҡ күрһәтеүсе хәрәкәт менән етәкселек итмәксе. Әммә был ҡатмарлы мәсьәлә, сөнки ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың күпселеге ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыуға әҙер түгел. ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Рәсәй патриоттары» ла халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә баҫым яһай. «Йәшелдәр»ҙең үҙ хәстәре — улар экология мәсьәләләре менән яна.

Бер мандатлы округтарҙа хәл-торош бер аҙ башҡасараҡ. Бында йәмәғәтселек лидерҙарының роле ҙур, ә кемдең ниндәй партияға ҡарауына әллә ни әһәмиәт бирелмәй. Үҙ округында яҡшы билдәле, һайлаусыларының мәнфәғәтен яҡлауға әҙер булыуын күрһәтә алыусы кандидаттарҙың хәле күпкә отошло, тип һанайым. Әммә дәғүәселек йәһәтенән округтар бер-береһенән айырыла. Үткән саҡырылыш Ҡоролтайҙан икешәр депутат күрһәтелгән округтар бар. Ҡайһы бер урындарҙа көслө йәмәғәт лидерҙары бергә тап килгән, уларҙа әле үк ҡыҙыу көрәш барыуын күрәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, көсөргәнеш һәр ерҙә күҙәтелә, һәм һәр һайлаусы үҙ тауышын кемгә бирәсәген алдан уйлап, аныҡ ҡарар ҡабул итергә тейеш.


Дәүләт Йыйылышының әһәмиәте тураһында

Дмитрий Казанцев, политолог:

— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың, республикабыҙҙың төп закондар сығарыу институты булараҡ, әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан парламенты, закондар әҙерләү һәм ҡабул итеүҙән тыш, бюджетты раҫлау һәм уның үтәлешен контролдә тотоу, төбәк кимәлендә һалымдар һәм йыйымдар кимәлен билдәләү, шулай уҡ ул дәүләт вазифаларын, шул иҫәптән республика Хөкүмәтенең Премьер-министрын, төбәк прокурорын, контроль-иҫәп палатаһы рәйесен һәм мировой судьяларҙы тәғәйенләү буйынса киң эшмәкәрлек алып бара.

Шуға күрә Дәүләт Йыйылышы депутаттар корпусының эшмәкәрлек сифаты төбәктең норматив акттарын федераль кимәлгә яраҡлаштырыуға ғына түгел, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемгә ҡағылған социаль-иҡтисади өлкәнең торошона ла туранан-тура тәьҫир итә. Мәҫәлән, барлыҡ төҙәтмәләрҙе индергәндән һуң, быға тиклем дә, быйыл да төбәк бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала килә. Йәғни, барлыҡ аҡсаның 65-70 проценты социаль сәйәсәткә, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа йүнәлтелә.

Дәүләт Думаһына сығарылған закон проекттары иҫәбе буйынса беҙҙең Дәүләт Йыйылышы иң әүҙем төбәк парламенттарының береһе һанала — барлығы 63 федераль закон проекты тәҡдим ителгән.

Шул уҡ ваҡытта республика парламенты закондар сығарыусы орган булыу менән бер рәттән дәүләт власының вәкәләтле органы булып та тора. Халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү, үҙҙәренә беркетелгән муниципаль биләмәләрҙә булыу, һайлаусылар менән даими осрашыу Ҡоролтай депутаттарының иң төп бурыстарынан һанала.


Һайлау бюллетененең йөкмәткеһе тураһында

Йәрәбәгә ярашлы, тауыш биреү ҡағыҙында партияларҙың эмблемалары һәм исемдәре түбәндәгесә урынлашты:

1. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

2. «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе.

3. «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе.

4. «Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

5. «Рәсәй либераль-демократик партияһы» — ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

6. «Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе.

Территориаль комиссиялар тарафынан бирелгән ғаризаларға ярашлы, бюллетендәр өс телдә — рус, рус-башҡорт, рус-татар телдәрендә эшләнәсәк.

Берҙәм республика округы буйынса бюллетендә түбәндәге мәғлүмәт буласаҡ:

— кандидаттар исемлеген теркәгән һайлау берекмәһенең атамаһы;

— әлеге һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелеп, кандидаттар исемлегенең дөйөм республика өлөшөнә индерелгән кандидаттарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме;

— кандидаттар исемлегенең төбәк төркөмө атамаһы һәм һаны;

— әлеге төбәк төркөмөнә индерелгән кандидаттарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме.


Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 110 депутат һайланасаҡ. Был вазифаға алты сәйәси партиянан 735 кандидат дәғүә итә.