Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
30 Август 2018, 14:09

Ғорурланырлыҡ уңыштар етерлек

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәште 2019 йылда республикабыҙ халҡы Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу-ҙы билдәләйәсәк. Юбилейҙы ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылайбыҙ? Һеҙҙең иғтибарға иң әһәмиәтле ҡаҙаныштарға күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.

Ваҡиғаларға бай биш йыллыҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышында сығыш яһап, һуңғы биш йылға байҡау яһаны.

— Был биш йыллыҡ тарихи йәһәттән әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды һәм илебеҙ тормошонда хәл иткес роль уйнаны. Рәсәй финанс-иҡтисади көрсөк баҫымын, ҡайһы бер сит илдәр тарафынан иғлан ителгән санкцияларҙы лайыҡлы үткәрә алды, улай ғына түгел, күп кенә сәнәғәт тармаҡтарын тергеҙеү йәһәтенән киң даирәле программа йәйелдерҙе. Рәсәй Президентының май Указы иҡтисади һәм технологик алға китеш, социаль йүнәлешле сәйәсәтте көсәйтеү буйынса яңы бурыстар билдәләне.

Быйылғы йылдың мартында үткән Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа йәмәғәтселек ил етәкселеге алып барған курсҡа тулы ышанысын күр-һәтте. Халыҡ милли лидерыбыҙ Владимир Владимирович Путинды хуплай, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән ҙур үҙгәрештәргә иҫәп тота.

Илдең дөйөм уңыштарында беҙҙең республиканың һәм уның һәр кешеһенең тос өлөшө бар. Һуңғы йылдарҙа иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу йәһәтенән күләмле эштәр башҡарылды.

Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 1,5 трлн һумға етте. Сәнәғәт производствоһында үҫеш темпы ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.

Һуңғы биш йыл дауамында республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән закондар дөйөм етештереү капиталына 1,5 трлн һум инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итте.

Бынан тыш, бюджет күләме (һуңғы биш йылда бюджеттың сығымдар өлөшө 900 млрд һумдан артты) иҡтисадты байытыуға, социаль өлкәне нығытыуға, ҡала һәм ауылдарҙа юл инфраструктураһын яҡшыртыуға мөмкинлек бирҙе. 2013 йылдан алып 97 балалар баҡсаһы һәм мәктәп сафҡа инде. Йылдар буйына балалар баҡсаһына сират көткән ғаиләләрҙең проблемаһы хәл ителде. Бөгөн уҡыусыларҙың 90 проценты бер сменала белем ала. 20 һаулыҡ һаҡлау объекты, 38 спорт комплексы, 336 саҡрым яңы юлдар һәм 1900 метр оҙонлоҡта күперҙәр төҙөлдө. Торлаҡ төҙөлөшөндә лә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшелде.

ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Башҡортостан үҙен эшлекле, фәнни һәм мәҙәни тормош үҙәге булараҡ танытты.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күп кенә илдәр һәм төбәктәр менән парламент-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеп, Башҡортостанды танытыуға ҙур өлөш индерә.

Әлеге биш йыллыҡтың иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе — эш хаҡының артыуы, тип һанайым. 2013 йылдан алып ҡарағанда, уртаса хеҙмәт хаҡы өстән бер өлөшкә артып, 22 меңдән 30150 һумға етте. 1 майҙан минималь эш хаҡы күләме йәшәү минимумы менән тиңләштерелде. Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса барлыҡ маҡсатлы күрһәткестәргә ирешелде.

Иҡтисад

Үрҙә әйтелгәндәргә тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк: Башҡортостан тулайым төбәк продукты күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында — 10-сы, ә Волга буйы федераль округында 2-се урынды биләй. Илдең тулайым төбәк продуктында беҙҙең өлөш — 2,1 процент.

Сәнәғәт етештереүе индексы үҫеше буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 4-се баҫҡыста килә.

Ил күләмендә республикабыҙ автомобиль бензины, дизель яғыулығы етештереү буйынса — 1-се, эшкәртеүгә йүнәлтелгән нефть күләме буйынса — 2-се, каустик сода, көкөрт етештереү, нефть табыу буйынса 3-сө урында (Төмән өлкәһе һәм Татарстандан ҡала) билдәләнә.

Оҙайлы йылдар дауамында Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегенән төшкәне юҡ. Башҡортостанстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың ете айы һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беҙ торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереүҙә — 2-се, йән башына тәғәйен торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән 3-сө урынды биләйбеҙ. Был — дөйөм майҙаны 1044,9 мең квадрат метрға тиң 12578 фатир тигән һүҙ.

Һаулыҡ һаҡлау

Беҙ медицина өлкәһендә лә алға табан ҙур аҙымдар яһаныҡ. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү күләме алты тапҡырға артты: 2012 йылда 500 млн һум булһа, 2017 йылда — 3 млрд һум. Бөйөр, бауыр, йөрәкте күсереү буйынса операциялар ғәҙәтигә әйләнде.

Медицина хеҙмәттәренең уңайлылығы һәм сифаты күтәрелә, быға «Һаҡсыл поликлиника» проекты ла булышлыҡ итә. Был башланғыс сираттарҙы бер нисә тапҡыр ҡыҫҡартыу, анализдар тапшырыу һәм уларҙың һөҙөмтәһен алыуҙы тиҙләтеү, күберәк пациенттарҙы ҡабул итеү йәһәтенән отошло. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын да билдәләп үтергә кәрәк, улар арҡаһында ауыл ерҙәренә 1,5 меңгә яҡын йәш белгес эшкә ҡайтты.

Яңы һәм төҙөкләндерелгән һаулыҡ һаҡлау объекттары араһынан 130 урынға иҫәпләнгән Республика перинаталь үҙәген, Мишкә район дауаханаһының яңы хирургия үҙәген, Борай район үҙәк дауаханаһының яңы корпусын айырып билдәләргә мөмкин. Эштәр дауам итә: быйыл медицина объекттары төҙөү буйынса ҙур программа ғәмәлгә ашырыла башлай. Кәм тигәндә ун эре һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа инәсәк, улар иҫәбендә — онкология диспансерының палата корпусы, кардиология үҙәгенең яңы корпусы, Бөрөлә поликлиника, Октябрьский, Учалы ҡалаларында хирургия корпустары, бер нисә районда балалар поликлиникалары.

Ауыл хужалығы

Бөгөн республиканың агросәнәғәт комплексы тармағында 21 проект тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 67 млрд һумдан ашыу. Был 3 мең самаһы яңы эш урыны булдырыуға булышлыҡ итте. Ташламалы кредит биреү алымы уңышлы ҡулланыла. 2017 йыл менән сағыштырғанда ташлама менән кредит алыусылар һаны 1,4 тапҡырға артҡан.

Республиканың ауыл хужалығы тармағының уңыштарын барлағанда, ил күләмендә эре мөгөҙлө мал иҫәбе һәм һыйыр ите етештереү буйынса — 1-се, һөт эшкәртеү буйынса 2-се урын биләүебеҙҙе әйтеп үтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостан ауыл хужалығы продукциялары етештереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында — 8-се, Волга буйы федераль округында 3-сө баҫ-ҡыста килә.

Аграр сектор үҫешенә ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тос өлөш индерә. Былтыр улар тарафынан 83 млрд һумлыҡ продукция етештерелгән. Республикала «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» һәм «Эш башлаусы фермер» грант программалары уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Программалар эшләгән биш йыл дауамында (2012-2017 йылдар) 712 фермер 1,5 млрд һумға торошло ярҙам алған. Ошо ваҡыт эсендә ике мең самаһы яңы эш урыны булдырылған.

Мәғариф

Фән һәм мәғариф үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанда күптән инде балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе махсуслашҡан учреждениелар уңышлы эшләй. Улар — лицейҙар, гимназиялар, ике кадет мәктәбе, айырым фәндәрҙе тәрәндән өйрәнеүсе белем усаҡтары. 570-тән ашыу мәктәптә профилле уҡытыу ойошто-ролған. Вуздар янында предуниверсарийҙар проекты тормошҡа ашырыла. Улар сығарылыш кластары уҡыусыларына, мәктәп программаһын үҙләштереүҙән тыш, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары етәкселегендә айырым фәндәрҙе ныҡлы өйрәнергә булышлыҡ итә.

Һөҙөмтәлә, өлгәш кимәле яҡшыра. Мәҫәлән, быйылғы БДИ йомғаҡтарынан күренеүенсә, күпселек фәндәр буйынса уртаса балдар күрһәткесе артҡан, насар баһа алыусылар һаны 4 процентҡа кәмегән, имтихандарҙа 81-ҙән юғарыраҡ балл йыйыусылар 2,4 процентҡа күберәк булған.

Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, белем биреүҙең сифатына ғына түгел, белгестәрҙең артабан эшкә урынлашыуына ла баҫым яһала. Университеттар республика предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, студенттар практика мәлендә үк үҙҙәрен күрһәтеп, киләсәктә эшле булыуҙы хәстәрләй. Эшкә урынлашыу күрһәткесе 72 проценттан (ӨДНТУ) 100-гәсә (БДМУ) кимәлдә билдәләнә.

Юбилейҙы лайыҡлы ҡаршылайбыҙ

Шулай итеп, 100 йыллыҡ юбилейҙы Башҡортостан ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Белеүебеҙсә, бер быуатлыҡ түңәрәк датаға арнап «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» проекты ғәмәлгә ашырыла. Улар иҫәбендә — мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни үҙәктәр, китапханалар, поликлиникалар, спорт комплекстары, автомобиль юлдары. Был төҙөлөштәрҙең күбеһе тамамланған.

Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалырға ярамай — киләсәккә яңы бурыстар билдәләнгән. Уларҙы беҙ, республика халҡы, бергәләп хәл итергә тейешбеҙ.


Киләсәккә бурыстар

23 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең кәңәшмәһен уҙғарҙы. Сара төбәктең ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығындағы социаль-иҡтисади хәленә һәм яҡын киләсәккә билдәләнгән бурыстарға арналды. Башлыҡтың сығышынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостан өсөн төп маҡсатлы йүнәлеш — һәр ваҡыт илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегендә булыу. Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә, ресурстар ҙа етерлек. Дөйөм алғанда, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары беҙ алып барған сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген раҫлай... Әммә халыҡ өсөн башҡа йүнәлештәр һәм күрһәткестәр мөһимерәк. Был – тәү сиратта лайыҡлы эш урындары, хеҙмәт хаҡы, имен йәшәү мөхите, белем алыу, сәләмәтлек һәм башҡалар. Беҙ һәр ваҡыт ошоларға бәйле күрһәткестәрҙе күҙ уңында тоторға, ябай халыҡтың тын алышын, нисек йәшәүен белергә тейешбеҙ.

***

Беренсе ярты йыллыҡта бюджет 114 млрд һум табыш менән тулыланған. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 21 млрд һумға күберәк һәм ил күләмендә иң яҡшы күрһәткестәр-ҙең береһе. Рәсәй төбәктәренең әлеге йүнәлештәге рейтингында 60-сы урындан икенселеккә күтәрелгәнбеҙ.

30 процентҡа тиң үҫеш динамикаһы бюджетҡа «Башнефть» компанияһының табыш һалымы инеүгә лә бәйле. Бынан тыш физик шәхестәр- ҙең килем һалымынан йыйылған аҡса ла ярайһы уҡ, йәғни 1,6 млрд һумға артҡан.

Шул уҡ ваҡытта урындағы бюджеттарҙа бер аҙ көсөргәнеш тыуҙы. Муниципалитеттарға ярҙам итеү маҡсатында ябайлаштырылған система буйынса йыйылған һалымдың 40 процентын ҡала округы бюджеттарына йүнәлтергә тәҡдим итәм. Был уларға өҫтәмә рәүештә 1,7 млрд һумға торошло табыш килтерәсәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай көҙгөһөн ошо хаҡтағы закон проектын ҡараясаҡ.

***

Төҙөлөш секторы. Күрһәткестәр 22 процентҡа кәмегән. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләйбеҙ. 870 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән — был 15 процент тирәһенә кәм... Беҙ арзаныраҡ, шул уҡ ваҡытта сифатлы төҙөргә тейешбеҙ. Шәхси төҙөлөш үҫешенә ярҙам итеү зарур. Тармаҡты алға ебәреү өсөн яңы алымдар табырға кәрәк.

***

Тыуым кәмей — былтырғы йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштыр-ғанда яҡынса 900-гә аҙыраҡ бала тыу-ған. Шул уҡ ваҡытта үлем күрһәткестәре арта. Хәл-торошто яҡшыртыу өсөн өҫтәмә саралар талап ителә.

***

Йыл-йыл ярым элек беҙҙә сабый-ҙар үлеме күрһәткесе ете промилле тирәһендә ине. Ә быйыл – 5,5 промилле. Беҙ Рәсәй Федерацияһы, Волга буйы федераль округы буйынса һуңғы урындарҙан күтәрелә алдыҡ һәм Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә яҡынланыҡ. Әгәр киләсәктә лә был юҫыҡта етди, төптән уйланған эшмәкәрлек алып барһаҡ, әлбиттә, бөтөнләй икенсе күрһәткестәргә эйә буласаҡбыҙ.

***

Республиканың 100 йыллығына тағы берҙе туҡталып үткем килә. Юбилей объекттары буйынса эштәр ваҡытында тамамланырға тейеш. Төбәгебеҙҙе ҙур, шул иҫәптән халыҡ-ара саралар сиктәрендә танытырға тейешбеҙ. Был ваҡиғаны киң даирәлә, һәр кемдең иҫендә ҡалырлыҡ итеп үткәреү бурысы тора.

2017 йылда БР-ҙа:

453 ихата һәм йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән;мәҙәниәт өлкәһен финанслау күләме 7,7 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән;70 процентҡа яҡын балалар өҫтәмә белем ала