Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
30 Август 2018, 17:10

Мәсетле районының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары

Хакимиәттең эшмәкәрлеге Мәсетле районын социаль-иҡтисади үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашы- рыуға йүнәлтелде. Эре һәм урта ойошмалар әйләнеше, сәнәғәт етештереүе индексы, оҙатылған продукция күләме артты. Ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше күрһәткесе үҫте.

Ауыл хужалығы

Ошо йылдың 7 айында район аграрийҙары 528,4 млн һумлыҡ тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, физик күләм үҫеше индексы – 110,1%.

3270 гектар майҙанда ураҡ эштәре башҡарылған. Бункер ауырлығында игендең тулайым йыйымы 6,3 мең тонна тәшкил итте. Район буйынса иген культураларының уңышы гектарынан 19,2 центнер булды. Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтары дәүләт ярҙамы булараҡ 2,9 млн һум күләмендә субсидия бүлде. 30 хужалыҡ, шул иҫәптән МТС субсидия алды.

2018-2019 йылғы ҡышҡы осорға мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнде: 17000 тонна – бесән, 21800 тонна – сенаж. Бер шартлы баш малға пландағы 30,2 центнер аҙыҡ берәмеге урынына 27,5 центнер әҙерләнгән.

Малсылыҡта йәмәғәт секторындағы хужалыҡтарҙа тауар һөтө етештереү 3,4 мең тонна йәки дөйөм тулайым күләмдең 24 проценты тәшкил итте. Тулайым һөт етештереү күләме 13,9 мең тонна тәшкил итә (уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 97%). Тере ауырлыҡта 929 тонна ит (уҙған йыл кимәленә ҡарата +16%) етештерелгән.

Граждандарҙың ҡулланыусылар кооперативтарына берләшеүе шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа тауар продукцияһын арттырыу потенциалдарының береһе булып тора. Уҙған йылда һөт етештереү буйынса ике ҡулланыусылар кооперативы булдырылды. Был эш артабан дауам ителә.

2018 йылда райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре яҡшы һөҙөмтәләргә иреште һәм хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды. “Һөт иле” фестивале сиктәрендә уҙғарылған “Башҡортостандың иң яҡшы сыры” конкурсы йомғаҡтары буйынса “Урарту” ойошмаһы рәйесе Гагик Аветян “Сулугуни” ыҫланған сыры өсөн “Яңылыҡ-2018” номинацияһында I дәрәжә дипломы менән һәм “Һыйыр һөтөнән иң яҡшы сыр” номинацияһында “Чечил” исемле ыҫланған сыр-спагетти өсөн II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.


Проекттарҙа ҡатнашыу

Республиканың ҡала һәм райондарында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проекты ғәмәлгә ашырыла. Мәсетле районы ла был проектҡа әүҙем ҡушылды. Быйыл ул Оло Ыҡтамаҡ (скверҙы яңыртыу), Әләгәҙ (күп фатирлы йорттарҙың өй яны территорияларына асфальт түшәү), Яңы Мөслим (Еңеү паркын эшләү) ауылдарында ғәмәлгә ашырыла. 2018 йылда финанслау күләме 5778,5 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 4828 мең һум, Баш- ҡортостан Республикаһы бюджетынан – 950,5 мең һум.

2016 йылдан башлап халыҡ “Урындағы башланғыс- тарға ярҙам” программаһында ҡатнаша. Быйыл унда ҡатнашыуға райондың һәр ауыл биләмәһе заявка бирҙе. 12 проекттың 3-ө конкурс һайлап алыуында үтеү өсөн кәрәкле балл тултыра алманы.

Шулай итеп, 2018 йылда 4 млн 731 мең һум дөйөм суммаға 9 проект ғәмәлгә ашырыла. Программа ауыл биләмәләренең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирҙе.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Уҙған йылда республика автомобиль юлдарын ремонтлауға 200 миллиондан ашыу аҡса бүлде.

Республика етәкселеге һәм Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ хужалығы министрлығы ярҙамы менән районға күп фатирлы йорттарҙа фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. 2016 йылда Әләгәҙ ауылында фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсеү ғәмәлгә ашырылды. Хәҙер уларҙа йәшәүселәр йылылыҡ өсөн түләгәндә аҡсаларын аҙыраҡ сарыф итә.

Быйыл программа Оло Ыҡтамаҡ ауылында тулы көсөнә ғәмәлгә ашырыла. Айырым йылытылырға тейешле 815 фатирҙың быйыл Ленин һәм Тракт урамдарындағы 465-е газ менән йылытыуға күсәсәк. “Колосок” һәм “Ромашка” балалар баҡсаларында блоктан үҙ ҡаҙанлыҡтары буласаҡ. Район үҙәгенең ҡалған ойошмалары һәм фатирҙары киләһе йылда күсә.

Төҙөлөш күләме буйынса беҙҙең район республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары араһында өсөнсө урын биләй. Күптән түгел Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводы асылыуы яңы объекттар төҙөү өсөн стимул буласаҡ, әлбиттә. Заводты тергеҙеү һәм эшен йәйелдереү буйынса инвестпроектын “УралСтройКерамика” ЯСЙ-һы ғәмәлгә ашырҙы. Бөгөн предприятие кирбес етештереүҙе башлауға завод комплексының юғары дәрәжәлә әҙерлегенә иреште. Заводты реконструкциялауға бөтәһе 18 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынды. Уҙған йылдың ноябрендә тикшереп ҡарау өсөн бер партия етештерелде һәм продукцияға сертификат алынды.


Мәғариф

Районда үҫеп килгән быуынға белем биреүгә һәм уларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә уҡытыусыларҙың уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән маҡсатлы, системалы һәм берҙәм эше һөҙөмтәһендә 2017-2018 уҡыу йылында берҙәм дәүләт имтихандары юғары кимәлдә үтте. Йыл дауамында бюджет сығымдарын оптималләштереү буйынса эш алып барылды.

Сиратта тороуҙы бөтөрөү өсөн уҙған йылдың 1 мартынан Яңы Мишәр ауылының “Умырзая” балалар баҡсаһында 3-7 йәшлек балалар өсөн өҫтәмә төркөм асылды.


Мәҙәниәт

Мәҙәни-ял эшмәкәрлеге өлкәһендә бик күп ҡаҙаныштарға ирешелде. “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары советы илдәре фоторәссамдары ҡатнашлығында “Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2017” халыҡ-ара акцияһы, ҡумыҙсыларҙың һәм өзләүселәрҙең алтынсы халыҡ-ара конкурсы, район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” бейеү коллективының һәм “Өлгөр” ансамбленең “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашыуҙары мәсетлеләр хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Төбәк-ара статусына эйә “Мәсетле оҫтаханаһы” конкурсы өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.