Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
27 Август 2018, 12:12

Киләсәк беҙҙең ҡулда

Башҡортостанда республика парламентына депутаттар һайлау үтәсәк 9 сентябрҙә республика халҡына һайлау участкаларына барып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау бурысы тора. Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау быйылғы көҙҙөң мөһим сәйәси ваҡиғаһы буласаҡ. Ғәҙәттә, һайлау кампаниялары юғары көнәркәшлек шарттарында үтә.

Ҡоролтай тураһында

Республиканың Дәүләт Йыйылышы дәүләт власының юғары закондар сығарыу (вәкәләтле) органы иҫәпләнә, ул 110 депутаттан тора. Беренсе саҡырылыш парламенты 1995 йылда эшмәкәрлеген башлай. Дәүләт Йыйылышы депутаты булып 21 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандары һайлана ала. Ҡоролтайға һайлау йәшерен тауыш биреү шарттарында дөйөм тигеҙ һайлау хоҡуғы нигеҙендә үткәрелә. Депутаттарҙың статусы федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм закондары тарафынан билдәләнә. Әгәр депутаттар корпусының өстән ике өлөшө һайланһа, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай хоҡуҡи көскә эйә тип һанала. Республика парламенты биш йылға һайлана. 19 депутат даими эш урыны булараҡ мандат биләй, ҡал- ғандары үҙенең һөнәри эшмәкәрлеген дауам итеп, ултырыштарға килеп йөрөй.

Һайлауҙар хаҡында

Депутаттарҙың яртыһы — партия исемлеге, икенсе яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Йәғни, һайлау участкаларында граждандар ике бюллетень аласаҡ: береһендә — партиялар исемлеге, икенсеһендә депутаттарҙың фамилияһы буласаҡ. Быйылғы һайлауҙа алты партия теркәлгән: «Берҙәм Рәсәй», «КПРФ», «ЛДПР», «Ғәҙел Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр» экологик партияһы. Бер мандатлы округтарға килгәндә, бөтә республика 55 округка бүленгән. Уларҙың һәр береһенән кандидаттар шәхсән күрһәтелә. Округ буйынса иң күп тауыш йыйыусы депутат мандатына эйә була.

Мобиль һайлаусы

Быйыл төбәк кимәлендәге һайлау-ҙарҙа тауыш биреү көнөндә теркәү урынында була алмаған граждандар өсөн тәүге тапҡыр «Мобиль һайлаусы» технологияһы индерелә.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы был башланғыстың асылын аңлатты.

Һайлау көнөндә булған урында тауыш биреү кемдәр өсөн көнүҙәк?

Тәү сиратта, республиканың бер төбәгендә теркәлеп, икенсе ерҙә йәшәүселәр, эшләүселәр, шулай уҡ командировкала, алыҫ сәфәрҙә, ялда булыусылар өсөн.

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа «Мобиль һайлаусы» системаһын ҡулланыуҙың үҙенсәлектәре нимәлә?

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа «Мобиль һайлаусы» системаһы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә генә ҡулланыла. Әгәр граждан һайлау көнөндә — 2018 йылдың 9 сентябрендә республиканан ситтә булһа, ул тауыш бирә алмай. Әгәр инде һайлаусы республиканан ситкә китмәһә, әммә үҙенең участкаһына бара алмаһа, Башҡортостан биләмәһендәге теләһә ҡайһы һайлау участкаһына теркәлеп, кандидаттар исемлеген раҫлаған алты партияның береһе өсөн тауыш бирә ала. Ә депутатлыҡҡа айырым кандидат өсөн тауыш биреү үҙ округың биләмәһендә генә мөмкин (һайлаусы йәшәү һәм теркәү урынында булмаған хәлдә лә, үҙ һайлау округында ғына тауыш бирә ала).

Теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға кәрәкме?

Элек һайлау көнөндә теркәү урынында булмаған граждандар теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға тейеш ине, хәҙер был мөһим түгел. «Мобиль һайлаусы» системаһы ҡағиҙәләренә ярашлы, граждан һайлау көнөндә буласаҡ урынындағы исемлеккә индереүҙе һорап, алдан ғариза яҙырға тейеш. Ғариза түбәндәге пункттарҙың береһенә тапшырыла:

— 2018 йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының теләһә ҡайһы территориаль һайлау комиссияһына йәки күп функциялы үҙәктең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү бүлегенә;

— 2018 йылдың 29 авгусынан 5 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының теләһә ҡайһы участка һайлау комиссияһына.

Ғаризала граждан үҙе тауыш бирәсәк һайлау участкаһын күрһәтергә тейеш.

Әгәр ғариза бирергә теләһәгеҙ, нимә эшләргә?

Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуығыҙҙы раҫлаусы документ, йәғни паспортығыҙ менән иң яҡын урынлаш-ҡан территориаль йәки участка һайлау комиссияһына, йә иһә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны ҡабул иткәс, һайлаусыға йыртып алынмалы талон бирелә, унда 9 сентябрҙә тауыш биреү мөмкин буласаҡ һайлау участкаһының һаны һәм адресы күрһәтелә. Ғаризаны бер генә тапҡыр бирергә мөмкин. Әгәр граждан бер нисә ғариза яҙһа, уның иң беренсеһе генә ғәмәлгә яраҡлы була, ҡалғандары иҫәпкә алынмай. «Дәүләт хеҙмәттәре» интернет-порталы аша онлайн режимда ғариза биреү мөмкинлеге лә бар. Әгәр һайлаусы порталда теркәлгән булһа, ул биргән мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн бер нисә секунд ҡына ваҡыт талап ителә.

Ғариза ҡабул итеү пункттарының эш ваҡыты

Территориаль һайлау комиссиялары 2018 йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем эш көндәрендә — 14.00-20.00, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-14.00 сәғәттәрҙә һайлаусыларҙы ҡабул итә. Участка һайлау комиссиялары 29 августан 5 сентябргә тиклем эш көндәрендә — 16.00-20.00, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-14.00 сәғәттәрҙә эшләй. Күп функциялы үҙәктәрҙәге пункттар учреждениеның эш ваҡытына ярашлы хеҙмәттәр күрһәтә.

Республиканың икенсе ҡала-районында урынлашҡан участка тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан белергә?

Үҙегеҙ өсөн уңайлы тауыш биреү участкаһын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының (cikrf.ru) «Һайлаусылар» бүлегендә табырға мөмкин. Бының өсөн «Үҙеңдең һайлау участкаңды тап» махсус сервисын ҡулланып, йәшәү урыны адресын йәки участканың һанын күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ был эштә «Һайлау участкаларының интерактив картаһы» ла ярҙамға килә ала.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-222-11-83. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линияһы» телефонына (8-800-347-54-54) мөрәжәғәт итеп, «Мобиль һайлаусы» системаһының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы аңлатмалар алырға була. Ике телефонға ла шылтыратыуҙар бушлай.

Хәлдәр үҙгәреп китһә, мәҫәлән, ғариза биреп тә, командировка кисектерелһә, нимә эшләргә? Яңы урынға барып етмәгәнһең, ә үҙ участкаңдан һине «һыҙып» өлгөргәндәр...

Бындай осраҡта һайлау көнөндә һәр кем үҙ участкаһына килә ала. Әммә тауыш биреү бер аҙ ҡатмарлашасаҡ: бының өсөн тейешле тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ. Һайлаусының алдан планлаштырған, йәғни ғаризала күрһәтелгән участкала тауыш бирмәүе раҫланған осраҡта ғына уға үҙ биләмәһендә гражданлыҡ бурысын үтәргә рөхсәт итәсәктәр. Участка һайлау комиссияһы быны һайлаусы мөрәжәғәт иткәндән алып ике сәғәт эсендә эшләргә бурыслы.

5 сентябргә тиклем ғариза яҙып өлгөрмәһәң йәки 5 сентябрҙән һуң командировкаға барыу зарурлығы тыуһа, нимә эшләргә?

6 һәм 7 сентябрҙә — 16.00-20.00, 8 сентябрҙә 9.00-13.00 сәғәттәрҙә теркәү урыны буйынса участка һайлау комиссияһына килеп, тауыш биреү көнөндә буласаҡ урындың һайлаусылары исемлегенә индереүҙе һорап махсус ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Төрлө мутлашыуҙарға юл ҡуймау өсөн бындай ғаризаларға һаҡлау билдәһе — марка ҡуйылған.

Әгәр һайлаусы өйөнән сығып йөрөй алмаһа

Был осраҡта граждан йәшәгән урыны буйынса һайлауҙа ҡатнашасағы хаҡында территориаль йәки участка һайлау комиссияһына телдән йәки яҙма рәүештә хәбәр итә, быны социаль хеҙмәткәр ҙә башҡара ала. Участка һайлау комиссияһы уның өйөнә килеп, ғариза яҙҙырта. Ошонда уҡ һайлау участкаһына бармай, өйҙә тауыш биреү хаҡында белдерергә кәрәк. Һайлау көнөндә физик мөмкинлеге сикләнгән гражданға күсмә йәшник менән комиссия вәкилдәре киләсәк.

Теркәүе булмаған һайлаусылар нимә эшләргә тейеш?

Ундайҙар өсөн Өфө ҡалаһында 119-сы һайлау участкаһы эшләйәсәк. Адресы: Посадская урамы, 26.


Республикала 3 050 303 һайлаусы теркәлгән