Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ете айға йомғаҡ яһанылар: бөтә кимәлдәге бюджеттарға 248 миллиард 467 миллион һум йыйылған. Улар — мотлаҡ социаль страховкалауға һалымдар һәм иғәнәләр (пенсияға бүленгән сумма).
Федераль ҡаҙнаға — 128,9 миллиард, төбәктекенә 98,5 миллиард һум йүнәлтелгән.
Керемдәрҙең төп күләме файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн һалымға — 80,39 миллиард һум, һәм ойошмалар табышына һалымға тура килә — 54,39 милилард.
Мотлаҡ социаль страховкалауға керемдәр ете айҙа 59,36 миллиард һум тәшкил иткән.