«Стартаптар автобусы» 2014 йылдың декабрендә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды тарафынан булдырыла. Уның ярҙамында яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар үҙ бизнесын асып, уны республика ҡала һәм райондарына тарата.
Проекттың төп асылы түбәндәгесә: теге йәки был районға махсус бүленгән автобуста эксперттар, бизнес-тренер-ҙар, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды, банк, урындағы хакимиәт вәкилдәренән торған делегация бара. Улар яңы эш башлаған йәки шундай уй менән янған йүнселдәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, семинарҙар үткәрә. Бынан тыш, тәжрибә туплау, яңы башланғыстар хаҡында хәбәрҙар булыу маҡсатында уңышлы предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу ойошторола. Артабан, төбәккә хас проблемаларҙы, буш торған биналарҙы, ҡулланылмаған ерҙәрҙе иҫәпкә алып, бизнес-проекттар төҙөлә.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, барлыҡ тәҡдим ителгән стартаптар бизнес үҫешәсәк биләмә өсөн әһәмиәте, ихтыяжы йәһәтенән ныҡлы тикшереү үтә. Белгестәр тарафынан ыңғай баһаланған проекттар артабан урындағы хакимиәттең, башҡарма власть органдарының ярҙамына өмөт итә ала.
«Стартаптар автобусы»нда йүнселлеккә тотонорға теләүсе һәр кем, шулай уҡ теркәлеүенә өс йыл үтмәгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала.
— Иң төп һөҙөмтә — эшҡыуарҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уяныуы, тип иҫәпләйем. Проектта ҡатнашыусылар беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы. Улар үҙҙәре өсөн яңы йүнәлештәр, яңы мөмкинлектәр асты, — ти башланғыстың модераторы Владимир Усов.
Эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахманова белдереүенсә, «Стартаптар автобусы» барлыҡҡа килгән көнөнән алып республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында булған. Уның эшендә меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. 300-ҙән ашыу бизнес-проект ҡаралып, шуларҙың 200-ҙән ашыуы тормошҡа ашырылған. Эшҡыуарлыҡты яҡлау программаһы сиктәрендә 95 проектҡа йәмғеһе 20 миллион һумға торошло финанс ярҙам күрһәтелгән.
«Стартаптар автобусы» республиканы гиҙә
Проекттың тәүге ҡатнашыусылары Шишмә районы эшҡыуарҙары булды. Әүҙем, берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә улар бер нисә бизнес-башлан-ғыс барлыҡҡа килтерҙе. Мәҫәлән, шуларҙың береһе — Шишмә районында экотуризмды үҫтереү. Был башланғысҡа бер нисә эшҡыуар бергәләп тотонмаҡсы.
— Беҙҙең һәр беребеҙҙең үҙ йүнәлеше, әммә берләшеп, төбәгебеҙ өсөн кәрәкле һәм файҙалы, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы, был эштә ҡатнашыусы һәр эшҡыуар өсөн табышлы ҙур проектты тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ. Әгәр «Стартаптар автобусы» булмаһа, берләшеү хаҡында уйлап та ҡарамаҫ инек, — ти эшҡыуарҙар. Шулай уҡ балыҡ үрсетеү һәм ғаилә күңел асыу үҙәге булдырыуға ҡағылышлы проекттар ҙа иғтибар йәлеп итте.
Һуңғы ике йылда «Стартаптар автобусы» Урал аръяғының ете районында булды: Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Учалы. Яңы эш башлаусы йүнселдәр үҙ төбәгенең хәл итәһе бурыстарын барланы, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың роле, тәүге осорҙағы ҡаршылыҡтар тураһында фекер алышты. «Стартаптар автобусы»ның Күгәрсен районындағы эш һөҙөмтәһе — өс бизнес-башланғыс. Улар — лазер ҡорамалдары ярҙамында сувенир продукцияһы етештереү, туристик база төҙөү һәм быйма баҫыу. Ейәнсура һәм Йылайыр эшҡыуарҙары ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, мебель һәм материалдар етештереү буйынса проекттар тәҡдим итте.
Салауатта үткән бизнес-планлаштырыу буйынса семинарҙа яңы эш башлаусы йүнселдәр менән бер рәттән студенттар ҙа ҡатнашты. Уларға инвестициялау, һалым һалыу, маркетинг, идара итеү һәм башҡа темаларға арналған тренингтар ҙа ойошторолдо.
Асҡын районы өсөн шәхси балалар баҡсаһы ойоштороу һәм ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ материалы (пеллеттар) эшләү буйынса проекттар иң әһәмиәтлеләр рәтендә билдәләнде. Был башланғыстар урындағы хакимиәттә лә хуплау тапты, уларҙың тәүгеһе — социаль йүнәлешле, икенсеһе экологияға ыңғай йоғонто яһаясаҡ проект булараҡ билдәләнде.
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарында икмәк бешереү буйынса бәләкәй цехтар, байрамдар ойоштороу буйынса компаниялар асыу, халыҡтың ярҙамға мохтаж ҡатламына юридик хеҙмәттәр күрһәтеү, тауарҙар һәм хеҙмәттәр сайты булдырыуға бәйле проекттар-ҙы айырып билдәләнеләр. Балаҡатай һәм Ҡыйғы районы эшҡыуарҙары ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарынан пеллеттар, блоктар һәм профнастил, мини-заводта лего-кирбестәр етештереү, балаларға тәғәйен клуб-кафе, фитнес үҙәге асыу, йәшелсә һаҡлағыс төҙөү башланғыстары менән сығыш яһаны.
— 2016 йылда мин иптәштәрем менән бергә шәхси эшемде астым, — тип һөйләй «РУСКОМ» йәмғиәтенең (Сибай) генераль директоры Ҡыуаныс Тажбаев. — Беҙ эзбиз оно етештереү менән шөғөлләнәбеҙ. Уны мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт өсөн ҡатнаш аҙыҡ эшләүҙә ҡулланалар. 2017 йылдың октябрендә Аҡъяр ауылында Эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәге «Стартаптар автобусы» проекты сиктәрендә семинар ойошторғайны. Уның барышында етештергән продукцияны тейешле талаптарға ҡулайлаштырыу һәм ирекле сертификация алыу буйынса ярҙам күрһәтелеүе хаҡында белдек. Эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, бер ай эсендә бушлай барлыҡ документтарға һәм яраҡлылыҡ сертификатына эйә булдыҡ.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында «Стартаптар автобусы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған уңышлы башланғыстарҙы айырып билдәләйҙәр. Әбйәлил районында, Магнитогорск-Яҡтыкүл юлында кафе-ҡунаҡхана төҙөлә, был проектҡа дәүләттән 500 мең һум күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Әлшәй районында Балаларҙың иртә үҫеше үҙәге булдырғандар, 300 мең һумға торошло дәүләт ярҙамы иҫәбенә ҡуртымға алын-ған бина төҙөкләндерелгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Бөрйән районында ағас эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашырыуға 289 мең һум аҡса бүленгән. Дыуан районы эшҡыуары һыйыр малы һәм комбайн һатып алыу өсөн 300 мең һумлыҡ ярҙамға эйә булған. Ҡариҙелдә кәмә, һал менән ағыуҙы ойоштороу өсөн туристик база төҙөлгән (дәүләт ярҙамы — 300 мең һум). Нуриманда «Ҡыҙыл инеш» ҡунаҡханаһы төҙөлгән (298 мең һум). Туймазы районында яңы төр материалдар-ҙан кейем тегеү цехы проекты тормош-ҡа ашырыла, әлеге маҡсатта 300 мең һум аҡсалата ярҙам алынған.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, Рәсәй йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан «Эшҡыуар әлифбаһы» (бизнесҡа тотоноу) һәм «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» (бизнесты үҫтереү) программалары эшләнгән.
Тыңлаусылар бизнес-план төҙөү, яңы бизнес-проектты ғәмәлгә ашырыу, идара итеү системаһын анализлау һәм ҡулайлаштырыу буйынса бихисап файҙалы мәғлүмәткә эйә була. Шулай уҡ уларҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау саралары менән таныштыралар.
Сараларҙы үткәреү ваҡыты «Баш-ҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзының сайтында (ufa.tpprf.ru/ru/msp) ҡуйылған, шунда уҡ теркәлеү өсөн һылтанма бирелгән. Тренингтарҙа «Башҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзы сайты йәки +7 (347) 276-95-71 телефоны аша теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала.
Бөгөн күптәр, эш биреүсенән бойондороҡһоҙ булыу маҡсатында, ҙур булмаған предприятиеһын булдыра, ваҡлап һатыу нөктәләре аса, хеҙмәттәр күрһәтә. Күпмелер ваҡыттан улар шәхси эшҡыуарлыҡ хаҡында уйлай башлай.
Тәү сиратта, эшҡыуар булыуҙың йәки был эшмәкәрлектең асылын аңларға кәрәк. Законға ярашлы, йүнселлек менән коммерциялы ойошмалар йәки шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән граждандар шөғөлләнә ала. Шуны ла аңлау мөһим: эшҡыуарлыҡ даими табыш килтерергә тейеш, шун-һыҙ уға тотоноуҙан файҙа юҡ.
Эште нимәнән башларға? Дәүләт теркәүенә документтар әҙерләүҙән. Уны үҙаллы башҡарып, интернеттағы мәғлүмәт ресурстары һәм электрон ҡушымталар ярҙамында шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес булараҡ теркәлергә мөмкин. БР Эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәгенә, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондына мөрәжәғәт итеп, документтар әҙерләү һәм дәүләт теркәүе буйынса бушлай ярҙам алырға мөмкин.
Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы,
37-се йорт, 2-се корпус, 3-сө ҡат