Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәндәр барыһын да булдыра

Республика халҡын ошондай исем аҫтында ойошторолған Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡыралар Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Ирекмәндәр йылы сиктәрендә Федерация Советының аграр-аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ярҙамы менән уҙғарыла.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Бөгөн республика ирекмәндәре күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, инвалидтарға, йәшәр урыны булмағандарға ярҙам итә, дауаханаларҙа ауырыуҙарҙы ҡараша, хәйриә акциялары уҙғара.


Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгендә билдәләүҙәренсә, акцияның маҡсаты — Рәсәйҙә хәйриә һәм эколог-ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү. Уға төрлө йәштәге кешеләр, ойошмалар һәм киң мәғлүмәт саралары ҡушыла ала. Ойоштороу комитеты шәхсән һәм коллектив ғаризалар ҡабул итә.

Акция сиктәрендә түбәндәге номинациялар билдәләнгән:

— «Экологик һуҡмаҡтар буйлап» (экологик һуҡмаҡтарҙы өйрәнеү, хуп-лау һәм булдырыу буйынса эшмәкәрлек);

— «Тәбиғәткә зыян килтереүгә ЮҠ тибеҙ» (экопатрулдәр, экомониторинг ойоштороу);

— «Шау сәскәле планета» (сәскә түтәлдәре ултыртыу, мәктәп, йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эшмәкәрлек);

— «Сүп-сарҙы яңынан эшкәртеүгә тапшырабыҙ» (ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы хуплау һәм ойоштороу, халыҡ араһында экологияға ҡағылышлы аңлатыу эштәре алып барыу);

— «Ирекмәндәр ярҙамға ашыға» (балалар, ҡарттар йорттарында ирекмәндәр ярҙамы ойоштороу, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә һ.б. ярҙам итеү);

— «Тәбиғәт моңо» (шәхсән ижад ителгән музыкаль әҫәр; ҡош тауыштарын, һыу шаулауын, урман өндәрен өйрәнеү буйынса эшмәкәрлек һәм был проект материалдарын халыҡҡа экологик тәрбиә биреү эшендә ҡулланыу);

— «Ватан ҡаһармандары» (мәрхүм яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәрбиәләү, уларҙың атай-әсәйҙәренә ярҙам итеү һ.б.);

— «Изгелекте һаңғырауҙар ҙа ишетә, һуҡырҙар ҙа күрә» (эссе, шиғырҙар, хикәйәләр);

— «Бәләкәй дуҫтарыбыҙ» (хайуандар тураһында хәстәрлек күреү менән бәйле эшмәкәрлек);

— «Ирекмәндәр донъяны матурлай» һүрәттәр һәм фотографиялар конкурсы (объекттың акцияға тиклем һәм унан һуң төшөрөлгән фотоһы һәм рәсемдәре, төрлө материалдар-ҙан ҡул эштәре һ.б.);

— төбәктәрҙә Федерация Советы ағзалары ҡатнашлығында балалар экологик форумдары уҙғарыу (тура бәйләнеш һ.б.).

Ҡатнашыусыларҙы теркәү 2018 йылдың 1 ноябренә тиклем дауам итәсәк. Ижади эштәрҙе, фото һәм видеоматериалдарҙы, презентациялар-ҙы түбәндәге электрон почтаға ебәрергә: [email protected]. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы декабр-ҙә Мәскәүҙә, Федерация Советында уҙасаҡ.

Республика ирекмәндәре проекттарын конкурсҡа әҙерләгән арала, беҙ был йүнәлештәр буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы, ярҙам һәм хәйриә йәһәтенән ниндәй үҙенсәлекле акциялар ойошторолоуы тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Ирекмән-экологтар

Белорет районы ирекмәндәре ҡыҙыҡлы экологик проектты тор- мошҡа ашыра. Улар күмер яғыусылар-ҙың таш мейестәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. «Борисов мейестәре»нә 200 йылдан ашыу. Был атаманы Көньяҡ Урал ҡорос иретеү заводтары өсөн ағас күмере әҙерләүсе сәнәғәтселәр династияһы хөрмәтенә атайҙар. Өфө мәктәбе уҡыусыһы Илья Жмаев, туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан объектты тергеҙеү маҡсатында проект төҙөп, Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрә һәм 200 мең һум күләмдә грант яулай.

— «Борисов мейестәре» Айғыр ауылынан ике ярым саҡрым арауыҡта урынлашҡан, — тип һөйләй Илья. — Урман-таулы был һоҡланғыс төбәк яҙҙан көҙгәсә меңәрләгән туристы йәлеп итә. Айғыр янында өс таш мейес бар, улар тулыһынса емерелгән тиерлек. Әлеге мәлдә «Борисов мейестәре» мәҙәни мираҫ объекты тип ҡабул ителмәгән, әммә бының өсөн нигеҙ бар. Грант ярҙамында тергеҙеү эштәрен башлап ебәрҙек. Аҡса ирекмәндәрҙең юл һәм туҡланыу сығымдарын ҡаплауға тотонола. Мейес стенаһын тәшкил иткән һәр ташты берәмләп тигәндәй һүтәбеҙ, биләмәне тулыһынса таҙалағандан һуң, уларҙы элек нисек булған, шул рәүештә кире ҡорасаҡбыҙ. Был эштә теләге булған һәр кем — уҡыусылар, студенттар, өлкәндәр ҡатнаша ала. Бынан тыш, беҙ Айғыр йылғаһы буйында экологик өмәләр ойоштороп, уның ярҙарын ял итеүселәрҙән ҡалған сүп-сарҙан таҙалайбыҙ.

«Борисов мейестәре» проектына ҡушылырға теләһәгеҙ, «Бәйләнештә» селтәрендә vk.com/borisov_pechi төркөмөнә инергә кәрәк.

Архангел районында экология түңәрәгенә йөрөүсе мәктәп уҡыусылары батарейкалар ҡабул итеү пункттары селтәре ойошторған. Был акция ла Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында 200 мең һумлыҡ грант яулай. «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» экология түңәрәге етәксеһе Гөлнара Фәйрүзова әйтеүенсә, районда ҡулланыл-ған батарейкаларҙы, люминесцент лампаларҙы һәм аккумуляторҙарҙы утилләштереү көнүҙәк мәсьәлә һанала. Әлегәсә был йүнәлештә бер пункт та булмаған. Апрелдә грант аҡсаһына экобокстар һатып алып, райондың ун мәктәбенә һәм хакимиәт бинаһына урынлаштырғандар.

— Был эш бөтә район буйынса пункттар асыуға һәм батарейкаларҙы дөрөҫ утилләштерә башлауға булышлыҡ итер, тип уйлайым, — ти Гөлнара Фәйрүзова. — Проектыбыҙ «Терпене ҡотҡар» тип атала, сөнки ергә ташлан-ған бер батарейка бер терпенең йәки ике һуҡыр сысҡандың йәшәү биләмәһен юҡ итеүгә һәләтле. Был хаҡта беҙ класс сәғәттәрендә һөйләйбеҙ. Экология түңәрәгенә йөрөүселәр «Парктар маршы», «Тере һыу» кеүек акцияларҙа, экологик өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша.

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Дарья Ковшова «HomoLudens. Уйнаусы кеше» проектын ойошторған. Уның сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары интернаттарҙа йәшәүсе ололарға һәм инвалидтарға ярҙам итә.

— Мин бәләкәй саҡта хаҡлы ялдағы ҡартатайым шул тиклем шахмат менән мауыҡты. Ҡала буйынса үткәрелгән ярыштарға мине лә үҙе менән алыр ине, — тип һөйләй Дарья. — Был ярыштарҙағы байрамса мөхит шул тиклем оҡшай торғайны: оло йәштәге бабайҙар үҙҙәрен дәртле, иң мөһиме — кәрәкле итеп тоя. Уларҙың кубок һәм грамоталар алғандан һуң шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәре әле лә күҙ алдымда тора. Йылдар үтеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәс, «Палитра» тип аталған ирекмәндәр отряды төҙөнөм. Артабан командабыҙ менән ҡарттар һәм инвалидтар өсөн тәғәйен йорт-интернаттарға йөрөп, тематик концерттар һәм уйындар ойоштора башланыҡ. Улар беҙҙе шул тиклем ашҡынып көтөп ала, йышыраҡ килеүебеҙҙе үтенә, һөйләп хәбәрҙәре бөтмәй. Мин уларҙың яңғыҙаҡ ҡартлығын тағы нисек биҙәргә икән, тип уйландым. Ошоға бәйле шәхси проект һәм автор уйыны булдырыу өҫтөндә эшләнем, бер юлы ирекмәнлек эшмәкәрлегемде лә дауам иттем. Был хәрәкәткә ҡушылып, шуны аңланым: беҙ — оло быуындың дауамы һәм уларҙың тормошонан ситтә ҡала алмайбыҙ. Һәр беребеҙ өлкәндәрҙең йәшәйешен сағыу төҫтәр менән байыта, улар өсөн файҙалы була ала. Ололар хаҡында хәстәрлек быуындар бәйләнешен нығыта. Балалар, ейәндәр, атай-әсәйҙәр, ҡартатай-өләсәйҙәр бер-береһенә яҡын булғанда ғына тормошобоҙ тулы, матур буласаҡ.

Студент Мансур Мансуров йәшәү урыны булмаған кешеләргә ризыҡ тарата.

— Беҙ кафе, ресторандарға реклама яһау нигеҙендә уларҙағы артып ҡалған аш-һыуҙы мохтаждарға таратабыҙ. Минең ирекмәнлек тарихым тураһында нимәләр һөйләргә мөмкин? Бала саҡтан ауылда күршеләргә ярҙам иттем. Унда барыһы ла бер-береһен яҡшы белә. Әсәйемә йыш ҡына, улығыҙ өйҙә булһа, ярҙам итеп ебәрә алмаҫмы икән, тип мөрәжәғәт итә торғайнылар. Күршеләр был хаҡта әле лә һөйләп, иҫләп ала. Миңә кешеләргә ярҙам итеү оҡшай, уларҙың ҡыуанысынан, рәхмәтенән күңелгә рәхәт. Ошондай ябай ғына эштәр менән тотош йәмғиәткә, донъяға файҙа килтерәһең, — тип һөйләй йәш кеше.

Реналь Хәбировҡа 10 ғына йәш, әммә үҙ йәшенә ҡарата ул ысын мәғәнәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уның «Мөмкинлектәре сикләнгән, әммә һәләттәре сикһеҙ көслө рухлы фәрештәләр» тип аталған эше «Фәнгә аҙымдар» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында беренсе урын яулаған. Үҫмер «Туймазы-Арена» спорт комплексында мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарып, ҡалала эшләүсе спорт секциялары менән таныштырған. Шулай уҡ Реналь балалар церебраль фалижы менән ауырыусы биш йәшлек ҡыҙыҡайға дауаланыу өсөн аҡса йыйыу ойошторған.

Йәнлектәргә ярҙамға

БДМУ-ның ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Алина Ғиззәтуллина һөйләй:

— Яңынан 5-10-20 йылдан нисек, ниндәй мөхиттә йәшәйәсәкбеҙ — бары тик үҙебеҙҙән тора! Мин кешеләргә һәм изгелектең көсөнә ышаныусы оптимист булып ҡалам. Йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнашыуым да ошоға бәйлелер, моғайын, сөнки һәр кем тормошон һәм үҙен уратып алған донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Ҡыш-ҡыһын «Тәпәйеңде бир, дуҫым» тигән социаль акция ойошторҙоҡ. Кешеләргә, изге эшкә аҡса биреү менән генә сикләнмәйенсә, ниндәйҙер аныҡ эштәр башҡарырға тәҡдим ителде. Хайуандар өсөн тәғәйен магазиндарҙан приютта йәшәүсе эттәр өсөн аҙыҡ һатып алыу-сылар күп булды. Һөҙөмтәлә ете көн эсендә 96 мең һумға торошло 500 килограмға яҡын ризыҡ йыйылды. Акцияла 700-гә яҡын кеше һәм 86 ирекмән ҡатнашты.



Нисек ирекмән булырға

Әгәр һеҙгә 14 йәш тулһа һәм һеҙ ирекмән булырға теләһәгеҙ, Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәгенең штабына мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, телефон: (347) 251-89-76. Бынан тыш, урындарҙа, район-ҡала хакимиәттәренең йәштәр эштәре буйынса комитеттары ҡарамағында ячейкалар булдырылған.

Саралар исемлеге Республика ирекмәндәр хәрәкәте сайтында (volunteer-center.ru), шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә (vk.com/rvcrb) ҡуйып барыла.


Илшат БИКҠОЛОВ,

Республика ирекмәндәр хәрәкәте

һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге директоры:

— Ирекле ярҙам менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр, төрлө сараларҙа һәм республика тормошонда ҡатнашыу-сы ирекмәндәр һаны йылдан-йыл арта бара. Бөгөн Башҡортостан Республикаһында 200-ҙән ашыу ирекмәнлек ойошмаһы иҫәпләнә. Киләсәктә лә был йүнәлеште үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.


Ринат ФӘТҠУЛЛИН,

БР Тәбиғәттән файҙаланыу

һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге начальнигы:

— «ЙӘШЕЛ БАШҠОРТОСТАН» экология проекты — тәбиғәтебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүсе хәрәкәт. Уның төп маҡсаты — республиканы эко-төбәккә әйләндереп, Өфөнө Рәсәйҙең эко-баш ҡалаһы исеменә тәҡдим итеү.

Хәрәкәт дүрт йылдан ашыу эшләй. Ошо ваҡыт эсендә берләшмәбеҙгә бихисап коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмалары, әүҙем йәштәр, төбәгебеҙ тәбиғәтенә битараф булмаған кешеләр ҡушылды. Йыл һайын проект сиктәрендә республика күләмендә экологик йәшәү рәүешен киңерәк таратыуға, сүп-сарҙы айырып йыйыуға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.

Тап әлеге хәрәкәт эшмәкәрлеге арҡаһында республикабыҙ экологик белем һәм тәрбиә биреү йүнәлешендә Рәсәй Федерацияһында алдынғы төбәктәрҙән һанала. Хәрәкәт даими үҫешә, уға ҡушылырға теләүселәрҙең барыһын да ҡуш ҡуллап ҡабул итәбеҙ. Беҙ ойошторған саралар менән социаль селтәрҙә @GreenBashkiria адресы һәм #ЗеленаяБашкирия бер-ҙәм хэштегы буйынса танышырға мөмкин.

Киләһе ҙур сараларҙың береһе — Бөтә донъя таҙалыҡ көнө (#СДЕЛАЕМ2018), унда йыл һайын 150-гә яҡын ил ҡатнаша. Акция быйыл 15 сентябр-ҙә үтәсәк. Уның маҡсаты — республика биләмәһен таҙалау һәм сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы киңерәк таратыу.