Бөтә яңылыҡтар

Әкиәтте ысынбарлыҡ итәбеҙ

Инициатив бюджетлау буйынса иң яҡшы республика проекттары Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендәге проекттарға республика йыл һайын 700 млн һум самаһы аҡса йүнәлтә. Әгәр ошоғаса был программа Урал аръяғы райондарында ғына ғәмәлгә ашырылһа, хәҙер унда бөтә муниципаль берәмектәр ҡатнаша. Ошо дүрт йыл эсендә меңдән ашыу урындағы башланғысты атҡарып сығыу мөмкин булды.


Башҡортостандан биш проект еңеүгә дәғүә итә. Финалистар исемлегендә Хәйбулла, Илеш, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондары башлан-ғыстары бар.


Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: программаның төп асылы ябай халыҡтың бюджет формалаштырыуҙа һәм уны кәрәкле йүнәлештә тотоноуҙа ҡатнаша алыуына ҡайтып ҡала. Халыҡ дөйөм йыйылышта үҙҙәре йәшәгән төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәләне билдәләй. Мәҫәлән, юлды рәтләргәме әллә спорт майҙансығын төҙөкләндерергәме? Артабан сығымдарҙы ҡаплау юлдары эҙләнә, йәғни урындағы халыҡ, бағыусылар иғәнә индерә, муниципаль бюджеттан аҡса бүленә. Унан инде республика бюджетынан финанслауға ғариза яҙыла. Иң үҙенсәлекле, халыҡ әүҙем ҡатнашҡан проекттар еңеүсе тип табыла. Ҡалған аҡсаны республика бүлә һәм бер йыл дауамында проект тормошҡа ашырыла.

Башланғыстар конкурсы

Республика Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Бөтә Рәсәй конкурсы Алексей Кудриндың граждандарҙың башланғыстарын үҫтереү буйынса фонды тарафынан үткәрелә. Август аҙағына тиклем 25 финалсы араһынан түбәндәге өс номинация буйынса берәр еңеүсе билдәләнә: йәмәғәт партнерлығы (ябай халыҡ һәм эшҡыуарҙар тарафынан финанслау күләме баһалана); йәмәғәт әүҙемлеге (проектты тормошҡа ашырыу барышында ҡатнашҡан халыҡтың иҫәбенә баҫым яһала); иң үҙенсәлекле проект (яңылыҡ, ижади ҡараш иҫәпкә алына).

Еңеүселәрҙең һәр береһе киләһе проектты финанслауға 100 000 һум күләмдә аҡсалата ярҙам аласаҡ. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк.

Республикабыҙ конкурстың федераль этабына иң күп ғариза тапшырыу-сы төбәк булып танылды. Рәсәйҙең 30 төбәгенән 330 ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 97-һе — Башҡортостандан (16 йүнәлештең 13-ө буйынса). Төрлө биләмәләрҙе төҙөкләндереү, балалар май-ҙансыҡтары һәм юлдар төҙөүгә бәйле башланғыстарға ихтыяж ҙур булыуы билдәләнгән.

Финалға сығыусы проекттар

Конкурстың финалына Башҡортостандан биш проект сыҡты, улар интернет тауыш биреү юлы менән асыҡланды.

Хәйбулла районынан «Ҙур Әбеш ауылында янғын машинаһы өсөн гаражды ремонтлау» проекты, биш меңгә яҡын тауыш йыйып, исемлектең тәүге юлын биләне. Ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов әйтеүенсә, был гараж күптән төҙөкләндереүгә можтаж, бина йылытылмай, шунлыҡтан ҡышҡы осорҙа янғын машинаһын оператив ҡулланыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған. Ауыл хал-ҡының ярҙамы менән 100 мең һум аҡса йыйылған, был — проекттың дөйөм суммаһының ун проценты. Әбештәр ремонт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡан. Бөгөн гараж яңы төҫ алған, унда йылылыҡ үткәрелгән. Әлеге проектты уңышлы атҡарып сыҡҡан ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә яңы янғын һүндереү машинаһы һатып алыуға дәртләнгән. Быйыл улар конкурста нәҡ ошо проект менән ҡатнаша.

Тәтешле районы Үрге Балтас ауылында юлға капиталь ремонт яһау ҙа иң яҡшы биш проекттың береһе булараҡ билдәләнгән.

— Юл беҙҙең өсөн ҙур проблема ине, — тип һөйләй Түбәнге Балтас ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Рәхимйәнов. — Яҙлы-көҙлө һәм ямғырлы осорҙа ауыл урамдары буйлап еңел машинала ғына түгел, хатта йәйәү йөрөү ауыр була тор-ғайны. Әлбиттә, республика власы биләмәне, шишмәләрҙе, юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм башҡа эштәргә 500 мең һум аҡса бүлә, әммә уны барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә еткереү мөмкин түгел. Шуға күрә урындағы башланғыс-тарҙы яҡлау программаһын ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн ҙур мөмкинлек, тип ҡабул иттек һәм ҙур теләк менән ҡушылдыҡ. Һөҙөмтәлә Үрге Балтас-тың барлыҡ урамдары юлдарына капиталь ремонт яһалды. Асфальт түшәлде, яуын мәлендә юл япмаһы зыян күрмәһен өсөн һыу ағыҙыу торбалары һалынды. 716 мең һум субсидия бүленде. Ауыл халҡы һәр йорттан — ике мең, һәр берәмек трактор техникаһы өсөн биш йөҙ һумдан аҡса йыйып, 140 мең һум тупланы. Баш тартыусылар ҙа булды, әммә ундайҙар бик аҙ. Юлдың ни тиклем мөһим булыуын барыһы ла аңлап ҡараны. Урындағы эшҡыуар подрядсы, бер үк ваҡытта бағыусы булды. Тендер-ҙа тап уның ойошмаһы еңеп сыҡты. Һыу торбалары һалыу, юлды күтәртеү кеүек эштәрҙе подрядсы бушлай баш-ҡарҙы, ауыл халҡы ла ихлас ярҙам итте. Был проектты тормошҡа ашырыуҙан халыҡ ныҡ ҡәнәғәт. Ауылдаштар үҙҙәренең дә хеҙмәт көсө һалынған юлдарға һаҡсыл мөнәсәбәттә булыр, тип ышанам.

Шулай уҡ финалға сығыусылар араһында Илеш районынан ике проект — Һеңрән ауылында һыу үткәреү сис- темаһын ремонтлау һәм Үрге Йәркәйҙә уйын комплексы һатып алыу. Ҡыйғы район мәҙәниәт йорто филиалы бинаһында капиталь ремонт яһауға бәйле проект та иң яҡшы бишәү иҫәбендә.

Башҡортостанда инициатив бюджетлау

Әлеге ваҡытта республикала инициатив бюджетлау өс төрлө йүнәлештә ғәмәлгә ашырыла: урындағы башлан-ғыстарҙы яҡлау программаһы, «Аныҡ эштәр» һәм «Өфө ихаталары» проекттары.

Улар араһында иң тәүге тәжрибә — урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы. Ул 2014 йылда башланды һәм 2030 йылға тиклем Республиканың үҫеш стратегияһында билдәләнгән өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе һанала. Төбәктең Финанстар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, программа ғәмәлгә ашырылған дүрт йыл эсендә конкурста ҡатнашыу өсөн бирелгән ғаризалар һаны бер нисә тапҡырға артҡан: 2014 йылда 116 булһа, 2017 йылда — 787. Проекттарҙың дөйөм хаҡы 82 миллиондан 445 миллион һумғаса артҡан. Бөгөнгө көндә унда республиканың барлыҡ муниципалитеттары ҡатнаша, һәр унынсы кеше өҫтөнлөклө мәсьәләне билдәләүҙә үҙ һүҙен белдерә. Мәҫәлән, Йылайыр районының Иван-Ҡыуалат, Учалы районының Мансур һәм Абҙаҡ ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу селтәрен ремонтлап, энергияны аҙ сарыф итеүсе лампалар ҡуйғандар. Һөҙөмтәлә электр энергияһын йыллыҡ ҡулланыу күрһәткесе кәмегән, бюджет аҡсаһы янда ҡалған.

БР Финанстар министрлығында проекттарҙың йылдан-йыл ҡиммәтерәк була барыуын билдәләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта төбәк бюджетынан бер проектҡа тәғәйен субсидия күләме үҙгәреш-һеҙ ҡала килә, йәғни бер миллион һумдан арттырылмай. Мәҫәлән, былтыр Стәрлетамаҡ районында күләмле проекттар тормошҡа ашырылған. Төньяҡ ауылында һыу үткәреү системаһын капиталь ремонтлау 3,8 миллион һумға төшкән. Мәләүез районының Яңы Казановка ауылында юлды ремонтлау һәм уның эргә-тирәһен тәртипкә килтереү 3,2 миллион һумға торошло булған.

Дөйөмләштереп алғанда, проекттар-ҙы финанслау сығанаҡтары түбәндәгесә билдәләнә: яҡынса 70 проценты — республика бюджетынан, 13 проценты — урындағы бюджеттан. Тағы ла 9-10 проценты — халыҡ йыйған иғәнәләр, 9 процентын бағыусылар ярҙамы тәшкил итә.

— Быйыл урындағы башланғыстар- ҙы яҡлау программаһында ҡатнашыр- ға теләүселәрҙән 830 ғариза ҡабул ителде, — тип һөйләй Граждандар башлан-ғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Эльдар Нуртдинов. — Уларҙың 598-е еңеүсе тип табылды, проекттарҙың дөйөм суммаһы — 605,8 миллион һум. Ауыл халҡы 486 миллион һумға торошло 498 башланғысты ғәмәлгә ашырһа, ҡала округтарында 119,6 миллион һумлыҡ 100 проект еңеү яуланы. Башҡортостан Хөкүмәте урындағы башланғыстарҙы финанслау күләмен 300 миллиондан 400 миллион һумғаса арттырҙы. Бынан тыш, йыйылыштарҙы ойоштороусыларҙың эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү һөҙөмтәһендә халыҡтан йыйылған иғәнә өлөшөн арттырыуға өлгәшелде. Проекттар күп төрлө: ауылдарҙа һыу башняларын, балалар баҡсаларын ремонтлау, юлдар һалыу, спорт майҙансыҡтары булдырыу. Республика халҡы йәшәгән төбәгендә урамдарҙы яҡтыртыу, янғын һүндереү машинаһы һатып алыу, ауыл клубын ремонтлау, зыяратты кәртәләү, шишмәләрҙе таҙартыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү кеүек эштәрҙе көнүҙәк тип билдәләгән.

2019 йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса нисек ғариза бирергә

1. Ауыл йәки ҡала кешеһендә идея барлыҡҡа килә.

2. Ул ошо мәсьәлә буйынса күршеләре, ауыл йәки ҡала биләмәһе башлығы менән фекер алыша.

3. Ихата, подъезд, биҫтә эсендә йыйылыш уҙғарылып, проект раҫлана. Һәр кешенән йәки фатирҙан күпме аҡса йыйыу, пенсионерҙар, аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн иғәнә күләме билдәләнә. Былар барыһы ла протоколда теркәлә.

4. Инициатив төркөм урындағы хакимиәт менән берлектә ғариза әҙерләй.

5. Ғариза урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса республика конкурс комиссияһына ебәрелә.

6. Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге ғаризаны баһалай: барлыҡ мәғлүмәттәр автоматлаштырылған системаға индерелә һәм улар балл менән билдәләнә.

7. Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, республика бюджетынан бүленгән аҡса халыҡ тарафынан һайланған объекттарға йүнәлтелә.

8. Урындағы хакимиәт конкурс нигеҙендә эште башҡарыу өсөн подрядсылар һайлай.

9. Инициатив төркөм (йәки халыҡ тарафынан билдәләнгән вәкил) эш барышын контролдә тота. Эштәр тамамланғас, хакимиәт һәм инициатив төркөм вәкилдәре акт төҙөп, уға ҡул ҡуя.


Рида Собханҡолова,

Башҡортостан Республикаһы финанстар министры:

— Урындағы берләшмәләрҙең үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү күп осраҡта уларҙа ағза булып тороусыларҙың был процеста туранан-тура һәм әүҙем ҡатнашыуына бәйле. Беренсенән, объекттар граждандар тарафынан һайлана, тимәк, уларға ихтыяж ысынлап та ҙур. Икенсенән, халыҡтың урындағы үҙидара органдарына ышанысы артыуы күҙәтелә. Өсөнсөнән, һис шикһеҙ, ҡатнашыусыларҙың проекттар менән идара итеү өлкәһендә белеме, һәләте арта йәки барлыҡҡа килә. Дүртенсенән, башланғысҡа бизнес-берләшмәләрҙән вәкилдәр йәлеп ителә, бюджеттан тыш финанслау саралары табыла, һөҙөмтәлә республикала эске инвестицион эшмәкәрлек әүҙемләшә.

Бөтә был һанап үтелгән саралар урындағы берләшмәләрҙе нығытыуға булышлыҡ итә, хатта ҡайһы берҙә көтөлмәгән һөҙөмтәләр биреп ҡуя: урындағы хакимиәттәр тарафынан төбәк конкурсында еңмәгән проекттар араһында айырым бәйгеләр уҙғарыла, бюджет аҡсаһын йәлеп итмәйенсә башланғысты ғәмәлгә ашырыу юлдары табыла. Мәҫәлән, Нефтекамала тәҡдим ителгән проект конкурстан үтмәгәс, урындағы халыҡ үҙ көсө менән Балалар сәнғәт мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыу сараһын тапҡан. Бының өсөн planeta.ru краудфандинг майҙансығын ҡулланғандар. Һөҙөмтәлә был изге эшкә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе кешеләр аҡса күсергән.

Иҡтисади алымдар ҙа әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, эштең күпмелер өлөшө бағыусылар тарафынан «хужалыҡ иҫәбенә» башҡарылһа йәки урындағы берләшмәләрҙең етди контроле һөҙөмтәһендә сығымдарҙы арттырыуға юл ҡуйылмаһа, проекттың хаҡы кәмеүе лә ихтимал. Шулай уҡ халыҡтың үҙ көсө менән башҡарылған эшкә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуын да билдәләп үтергә кәрәк, был объекттың оҙағыраҡ хеҙмәт итеүенә, ремонт, хеҙмәтләндереү йәһәтенән сығымдар кәмеүенә булышлыҡ итә.

Инициатив бюджетлауҙы киңерәк даирәлә ҡулланыу 2030 йылға тиклем Республиканың үҫеш стратегияһында билдәләнгән һәм ул төбәгебеҙҙе үҫтереүҙә граждандар һәм урындағы башланғыстар институтын нығытыуҙың мөһимлеген иҫбатлай.