Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лайыҡлы һайлау яһайыҡ

Башҡортостанда алдан тауыш биреү үтте Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Беҙгә алмашҡа йәштәр үҫә һәм улар араһында сәйәсәт менән шөғөлләнергә, ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләүселәр ҙә байтаҡ. Был — бик яҡшы ниәт һәм мин шулай булырға тейеш тип һанайым.

3 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһы праймериз — төрлө кимәлдәге депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар эҙләү маҡсатында асыҡ алдан тауыш биреү уҙғарҙы. Баш-ҡортостанда 2018 йылдың көҙөндә үтәсәк Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол-тайға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы асыҡланылар.


Асыҡлыҡ һәм көнәркәшлек

Алдан тауыш биреү йәки праймериз — кандидаттарҙы билдәләүгә булышлыҡ итеүсе һайлап алыу туры, тиергә мөмкин. Әлеге осраҡта республика парламентына кандидаттар тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙең илдә праймеризды 2007 йылдан алып «Берҙәм Рәсәй» партияһы ғына уҙғара. Дөйөм алғанда, ул ғәҙәти һайлауҙарға оҡшаш, әммә сараның төп асылы рейтинг билдәләү булғанға күрә, һайлаусылар бер нисә кандидат өсөн тауыш бирергә мөмкин. Праймеризда, ниндәй фирҡәлә тороуына ҡарамай, һайлау хоҡуғына эйә һәр рәсәйле ҡатнаша ала. Был алдан тауыш биреү барышында асыҡлыҡ, көнәркәшлек һәм халыҡ менән власть араһында ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәтте тәьмин итә һәм халыҡ өсөн һөҙөмтәле эшләйәсәк лайыҡлы кандидаттар-ҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Быйыл Башҡортостан буйынса праймеризда 582 кандидат ҡатнашҡан. 55 һайлау округында урынлашҡан 662 участкала тауыш бирергә мөмкин булды.

Төбәк ойоштороу комитетында белдереүҙәренсә, беҙҙең республикала праймеризда ҡатнашыу өсөн 660-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Теркәү, үҙ-үҙеңде тәҡдим итеү тәртибенә ярашлы, 2 апрелдән 15 майға тиклем барҙы. Ҡағиҙә буйынса һәр кандидат кәм тигәндә ике дебатта ҡатнашырға тейеш ине.

Ҡайһы бер дәғүәселәр дебат- тарҙы үтмәне (бер генә дебатта ҡатнаштылар йәки бөтөнләй ҡатнашманылар), бәғзеләре документтар пакетын тулы килеш бирмәне. Һөҙөмтәлә бюллетенгә 582 кеше индерелде. Алдан тауыш биреүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, партияның төбәк бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың, БР Хөкүмәте вице-премьеры Николай Хорошиловтың һәм республика министр- ҙарының ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Электрон тауыш биреү

Праймериз сиктәрендә махсус сайт (epg.er.ru) булдырылды, уның ярҙамында алдан тауыш биреүҙе ойоштороусы һәм уҙғарыусы төбәк комитеттары, кандидаттар, уларҙың эшмәкәрлеге, иҫәп участкалары адрестары тураһында мәғлүмәттәр алыу мөмкин булды.

Тәүге тапҡыр электрон тауыш биреү алымы ҡулланылды. Праймеризда онлайн режимда ҡатнашыу өсөн 14 майҙан һуң epg.er.ru сайтының «Онлайн тауыш бирергә теләйем» бүлегендә ғариза ҡалдырырға кәрәк ине. Бының өсөн анкета тултырыу һәм верификация (шәхесте асыҡлау) үтеү зарур. Онлайн тауыш биреү — төрлө сәбәп арҡаһында теркәү урынынан ситтә булыусылар өсөн уңайлы алым. Кешеләр теркәү урынына барып тормайынса тауыш бирә алды. Был ысул менән теләге булған һәр һайлаусы ҡуллана алды. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың 14892 гражданы тап ошо рәүешле тауыш бирҙе. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин билдәләүенсә, алдан тауыш биреү сайтында 22021 кеше теркәлеү үткән, шуларҙың 16597-һенең шәхесе раҫланып, праймеризда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Электрон тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре иҫәп участкалары протоколдарындағы күрһәткестәргә ҡушыла.

Йәштәр, алға!

Республикала алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшөн 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итте. Йәштәргә сәйәсәттә тәүге аҙымдарын яһауҙа ярҙам итеү маҡсатында праймериз сиктәрендә «СәйәсиСтартап» федераль партия проекты булдырылды. Уның төп маҡсаты — фирҡә рәттәрен йәш кадрҙар менән тулыландырыу. Бығаса бер ҡасан да сәйәсәт менән шөғөлләнмәгән йәштәр менән партияның төбәк бүлексәһе вәкилдәре һәм федераль эксперттар эшләне. Улар йәш кандидаттарға һайлау алды кампанияһы буйынса юл картаһын булдырыуҙа ярҙамлашты. Шулай уҡ «СәйәсиСтартап»та ҡатнашыусылар махсус белем биреү модулдәре буйынса уҡыуҙар үтте, былар барыһы ла уларға сәйәсәт өлкәһендә артабан эшләү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.

Кадастр инженеры Илдар Камалетдинов — праймеризда ҡатнашыусыларҙың береһе. Йәш кеше үҙен республика парламентында депутат мандатына эйә булыуҙа, йәғни сәйәсәт майҙанында һынап ҡарамаҡсы.

— Миңә иҡтисад өлкәһе яҡыныраҡ, — тип һөйләй Илдар. — Башҡарма власть органдарында, эре дәүләт учреждениеларында эшләнем, шуға күрә йәмғиәт һәм иҡтисад алдында торған бурыстар менән танышмын. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә һәм яңы май Указдарында урын алған идеялар күңелемә яҡын. Был бурыстар-ҙы тормошҡа ашырыуҙа файҙалы эштәр башҡара алырмын, тип уйлайым. Алдан тауыш биреү Баш-ҡортостандың Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар һайлау мөмкинлеге бирә. Республиканың закондар сығарыу власы органына ябай халыҡтың хәстәрҙәрен белгән кандидаттар үтеүен кешеләр үҙҙәре хәл итә.

Һөҙөмтәләр

Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың әүҙемлеге 13,4 % тәшкил итте. 2016 йылда республика халҡы Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлағанда был күрһәткес 11,85 % бул-ғайны. Төбәгебеҙ халҡы ғәҙәттәгесә һайлауҙарға әүҙем йөрөй. Быйыл Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 11,14 % кимәлендә билдәләнде.

Праймеризда иң күп тауыш йыйыусылар «Берҙәм Рәсәй» партияһы 9 сентябрҙә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн тәҡдим итәсәк кандидаттар исемлегенә индереләсәк.

Улар республика парламентында 110 мандат өсөн көрәш алып барасаҡ.


Константин Толкачев,

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары:

— Республика халҡы үҙ һайлауын яһаны, йәғни Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ҡатнашырға лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Партияның төбәк башҡарма комитеты, урындағы бүлексәләре тарафынан алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Һөҙөмтәләрҙе тулыһынса барлағандан һуң берҙәм һайлау округы һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге партияның Генераль советы президиумы тарафынан раҫланырға тейеш. Был кандидаттар төбәк бүлексәһе конференцияһы тарафынан тәҡдим ителәсәк. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелгән кандидаттар 223 кешенән артыҡ булмаясаҡ.


Праймеризда республиканың 400 меңдән ашыу кешеһе ҡатнашҡан