Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр бала бәхетле булырға тейеш

1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Йәшәү мәғәнәһе — балаларҙа. Байлыҡта ла, аҡсала ла, карьерала ла, уңышлы булыуҙа ла түгел, тап балаларҙа.


Ғаилә бала саҡ һағында

Балаларҙың матди һәм психологик именлеге тәү сиратта ғаиләләге мөхиткә бәйле. 19 майҙа Өфөлә үткән II Республика ата-әсәләр форумында ла һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ институтын нығытыу буйынса эшмәкәрлектә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы май указдарында билдәләнгән бурыстарға таянырға кәрәк. Бында балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү, һәр кем һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау өлкәләрен камиллаштырыу, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү күҙ уңында тотола.

— Социаль мәнфәғәттәргә, ғаиләләргә (улар беҙҙә 1,2 млн самаһы) адреслы ярҙам күрһәтеүгә йыл һайын республика бюджетының өстән ике өлөшө — 65 млрд һум йүнәлтелә. Был сараларҙың мөһимлеге шунда — буласаҡ ата-әсәләр дәүләттең ғаиләләр тураһында хәстәрлек күреүен, тыуымды арттырыу, күп балалы булыуҙы яҡлау, йәш ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән әүҙем эшләүен аңларға, белергә тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау сәйәсәте, һис шикһеҙ, киләсәктә лә дауам итәсәк.

Шул уҡ ваҡытта, төбәк Башлығы фекеренсә, был тәңгәлдәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе ҡайтанан ҡарау зарур. Бөгөн күпселек ғаиләләргә ташлама һәм пособиеларҙан бигерәк һөҙөмтәле социаль үҫеш институттары кәрәк. Халыҡтың иҡтисади процестарҙа ҡатнашыуы, яҡшы эш хаҡы алыуы, йәмәғәт тормошонда әүҙем булыуы, үҙҙәрен кәрәкле итеп тойоуы һәм йәмғиәткә файҙа килтереүе мөһим. «Аҙ тәьмин ителгән ғаилә» тигән төшөнсә үткән заманда ҡалырға тейеш. Мөмкин тиклем күберәк ғаиләләр яҡшы килемгә, торлаҡҡа эйә булһын, балаларына лайыҡлы белем бирә алһын, сәләмәтлеген нығытһын тигән маҡсатҡа ынтылырға кәрәк.

Яңы йылдан республикабыҙҙа «Ғаилә» үҙәктәре эш башланы. Быға тиклем улар ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәләре булараҡ эшләп килде. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, яңы форматтағы үҙәктәрҙең төп маҡсаты — ауыр мөхитле ғаиләләр менән эшләү, айырылышыуҙар һанын, социаль етемлекте кәметеү.

Республикала ғаилә ҡиммәттәрен һәм балалар именлеген нығытыуға йүнәлтелгән бик күп саралар уҙғарыла. Сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә «Ғаилә ялы» ойоштороу матур традицияға әйләнгән. Уның барышында һәр төрлө ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, ғаилә психологтары менән кәңәшләшергә мөмкин. Шулай уҡ әлеге саралар сиктәрендә ике, өс игеҙәк тәрбиәләүсе ғаиләләргә балалар әйберҙәре йыйыу, «Атай-әсәйеңә шылтырат» кеүек матур акциялар ҙа үтә.

Балалар ялы

Йәйге каникул башлана. Быйыл республикала балалар ялын ойоштороу буйынса өс меңгә яҡын (2605) ойошма — ҡала яны һәм мәктәп лагерҙары, шифаханалар эшләйәсәк. Уларҙың эшмәкәрлеген 400 мең самаһы кескәй граждан баһалай аласаҡ. Республика йәйге һауыҡтырыу кампанияһына бер миллиард ярым һум аҡса бүлә. Был сумма лагерҙарҙың матди базаһын нығытыуға, льготалы путевкаларҙың хаҡын ҡаплауға тотонола.

Ташламалы хаҡ менән юллама алырға теләүселәрҙең исемлеге сентябрҙә үк әҙерләп ҡуйыла. Һәр лагерҙа профилле сменалар (спорт, туризм, физика-математика һ.б.) ойошторола, шуға күрә ялды баланың ҡыҙыҡһыныуына тап килерлек итеп һайларға кәрәк.

— Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә путевка бүлеү менән Хеҙмәт министрлығы шөғөлләнә. Ә медицина күрһәткестәре буйынса юлламалар Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша бирелә. Эшләүсе ата-әсәләр Мәғариф министрлығы аша ала. Ғаризалар ҡабул итеү урындарҙа башҡарыла, улар профсоюз комитеттары менән берлектә эшләй. Шуға күрә путевка юллау өсөн урындағы мәғариф бүлегенә йәки эш урынындағы профсоюз ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк, — тип аңлатма бирҙе БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина.

Балаларҙың сәләмәтлегенә һәм хәүефһеҙлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Был эште махсус ведомство-ара комиссия контролдә тота, уның тарафынан бөтә талаптарға яуап биреүсе балалар һауыҡтырыу учреждениелары реестры төҙөлгән. Лагерҙар исемлеге менән БР Мәғариф министрлығының рәсми сайтының «Балалар ялы һәм сәләмәтлеге» бүлегендә танышырға мөмкин (education.bashkortostan.ru/activity/2344).

Республикала һәм унан ситтә урынлашҡан балалар-һауыҡтырыу лагерҙарына турфирмалар аша ла юллама алып була. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының сайтында Башҡортостан Республикаһының туристик ойошмалары реестры бирелгән (biznestur.bashkortostan.ru/activity/1564). Тап ошо туроператорҙар хәүефһеҙ ял тәҡдим итә. Уларҙа урынлашыу, йәшәү шарттары, туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе, һаҡ, ял урынына барыу уңайлығы, вожатыйҙарҙың эш программаһы — барыһы ла иҫәпкә алына. Балағыҙҙы йәйге ялға ебәрер алдынан лагерь хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт туплағыҙ. Медицина картаһын тултырыуға илке-һалҡы ҡарамағыҙ.

Тәьҫораттар артынан

Каникулды файҙалы үткәреүгә мәҙәни походтар ярҙам итәсәк. Шуға күрә «Башҡортостан — бәләкәй сәйәхәттәр» тип аталған республика музейҙары буйынса балалар программаһы тураһында һөйләп үтеү бер ҙә артыҡ булмаҫ. Исемлеккә республиканың һәр мөйөшөн үҙ эсенә алған йөҙҙән ашыу маршрут ингән.

Мәҫәлән, Шишмә районында һеҙгә Хөсәйен-бәк кәшәнәһенә автобус туры тәҡдим итәсәктәр. Был археологик һәйкәл XIV быуатҡа ҡарай һәм мосолмандарҙың изге урыны һанала.

Бәләбәйҙә үҙеңде «сауҙагәр» итеп тойорға, боронғо сауҙа рәттәре буйлап йөрөргә, байҙарҙың йорттарын, шулай уҡ Михайло-Архангельский һәм Никольский ҡорамдарын ҡарарға мөмкин.

Ҡалтасы районында «Советтар Союзы Геройҙары ерендә» тип аталған автобус экскурсия туры эшләнгән. Ул үҙ эсенә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, рейхстагтың бер колоннаһына ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаусы Байтимер Яппаровтың тыуған ауылы — Яңы Килбаҡтыны, Советтар Союзы Геройы Дмитрий Лазаревтың йәнтөйәге Братовщина ауылын һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы берләштерә.

Ә инде республикабыҙҙың баш ҡалаһында БР Милли музейына, Нестеров исемендәге художество музейына, «Рәсәй — минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркка сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

Республикала балалар хәүефһеҙлеге, уларҙың сәләмәт тормош алып барыуы, мәҙәни яҡтан үҫешеүе өсөн күп эштәр башҡарыла. Ошо маҡсатта шарттар тыуҙырыу — беҙҙең барыбыҙҙың да уртаҡ бурысы.


Милана Скоробогатова,

Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил:

— Балалар хаҡында хәстәрлек — йәмғиәт һәм тотош цивилизацияның тотороҡло үҫеше өсөн иң төп һәм мөһим шарттарҙың береһе. Балаларыбыҙ — илебеҙҙең киләсәге. Тап бына шуның өсөн дә йәш быуындың күп яҡлы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, уны хоҡуҡи һәм социаль йәһәттән яҡлау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарынан һанала. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, 2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Документ РФ Президентының «Рәсәй Федерацияһында Бала саҡ ун йыллығы иғлан итеү тураһында» Указына ярашлы барлыҡҡа килде. Ул дәүләттең ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институтын яҡлауға һәм уның абруйын нығытыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында был тәңгәлдәге федераль һәм төбәк закондары, ғаиләгә һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеүсе маҡсатлы программалар уңышлы эшләй, әсәлек капиталы түләнә, йәш ғаиләләргә социаль ярҙам саралары, субсидиялар ҡаралған, балалар ялы яҡшы кимәлдә ойошторола. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, ярҙамға мохтаж балалар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы ғаилә йылыһы менән солғау йәһәтенән дә күп эштәр башҡарыла. Был башланғыстар киләсәктә лә дауам итер, тип ышанам. Һәр бәләкәс кеше бәхетле бала саҡҡа хоҡуҡлы. Балалар беҙгә — ололарға ышана, өмөт бағлай, беҙҙең хәстәргә мохтаж. Һәр сабый үҙен ҡурсыулы, кәрәкле, һөйөклө һәм сикһеҙ бәхетле тойһон!


Балалар ышаныс телефоны

2010 йылдан илебеҙҙә балалар ышаныс телефоны эшләй: 8-800-2000-122. Бөтә ил буйынса көн һайын психологик ярҙам хеҙмәте белгестәре ике мең самаһы шылтыратыу ҡабул итә. Статистикаға ярашлы, ышаныс телефонына күберәк балалар һәм үҫмерҙәр шылтырата: 60 процент улар өлөшөнә тура килә. Ата-әсәләр — 11 процент, ҡалған өлөштө уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм теге йәки был күренешкә битараф булмаған кешеләр тәшкил итә.

Башҡортостанда ла балаларға, үҫмерҙәргә һәм ата-әсәләргә тәғәйен ышаныс телефоны — 8-800-2000-122 2010 йылда эшләй башланы. Бөтә Рәсәйҙәге кеүек беҙҙә лә ул тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Бынан тыш, быйыл 20 мартта Башҡортостан Республикаһында тағы бер ышаныс телефоны — ата-әсәләргә ярҙам хеҙмәте эш башланы: 8-800-347-5000, шылтыратыу бушлай. Был телефон һандары буйынса эш көндәрендә мөрәжәғәт итеп, балалар менән ата-әсәләр мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы кәңәштәр алырға мөмкин. Шулай уҡ медицина, психология, педагогика, хоҡуҡ һәм социаль өлкәләргә ҡағылышлы ярҙам саралары тураһында ла белешмәләр бирелә.


2018 йылдың йәйендә республиканың һауыҡтырыу лагерҙарында 400 мең бала ял итәсәк