Бөтә яңылыҡтар

Оҙон ғүмерле булайыҡ!

Республикала медицина ярҙамының сифатын яҡшыртасаҡтар

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу — беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөклө йүнәлеш.



Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы Указының («2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында») бер пункты демография күрһәткестәрен яҡшыртыу мәсьәләһенә арнала. Мәҫәлән, 2024 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон — 78, ә 2030 йылға 80 йәшкәсә еткереү күҙаллана.


Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был бурысты үтәү өсөн тыуым кимәлен арттырыу, йәш балалы ғаиләләргә матди ярҙам сараларын камиллаштырыу, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм яҡлауға ҡағылышлы программа булдырыу зарур.

— Федераль кимәлдә билдәләнгән күрһәткестәргә ирешеү өсөн йәшәү урыны буйынса тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡараһы бар. «Һаҡсыл поликлиника» республика проекты ла нәҡ ошо маҡсаттан сығып булдырылды. Шулай уҡ беҙгә медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүҙе бергә алып барыу мөмкинлеге тураһында ла уйларға кәрәк, — тине Хәмитов Рәсәй Президентының яңы май Указдарын тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә.

Сәләмәт киләсәк

Ошо атама аҫтында «Берҙәм Рәсәй» партияһы ил күләмендә яңы проектты ғәмәлгә ашырыуға тотондо. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы бихисап мәсьәләләрҙе — заман талаптарына яуап биргән яңы технологияларҙы үҫтереү, медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итеү кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә ала.

— Кеше ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан — бәләкәй ауылдамы, ҙур ҡалаламы — сифатлы, уңайлы медицина хеҙмәтләндереүенә хоҡуҡлы. Һәр кемгә йәшәгән урынында йәки район поликлиникаһында тәүге ярҙам сараһы, ә инде федераль үҙәктә юғары технологиялы һәм телемедицина хеҙмәте күрһәтелергә тейеш. Яҡын киләсәктә ошоно ойоштороу — беҙҙең уртаҡ бурыс, — тип билдәләне Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Морозов.

Бөгөн бөтә ил буйынса әлеге проект сиктәрендә яңы балалар поликлиникалары төҙөү, элеккеләрен үҙгәртеп ҡороу һәм йыһазландырыу эше йәйелдерелгән. Балаларҙы хеҙмәтләндереүсе барлыҡ медицина ойошмаларының эшмәкәрлеге тикшерелә. Уларҙың торошо, кадрҙар менән тәьмин ителеше, йыһазландырылыу кимәле баһалана.

«Сәләмәт киләсәк» проектының төбәк координаторы, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин белдереүенсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән ярайһы уҡ яҡшы тәьмин ителгән. Әммә яңы технологиялар менән эш итә белеүсе белгестәргә ҡытлыҡ бар. Был ихтыяж бигерәк тә медицина генетикаһы өлкәһендә ҙур ғына.

Бер кемгә лә сер түгел: ғүмер оҙайлығына медицина ярҙамының һәр кем ала алырлыҡ булыуы, үҙ мәлендә күрһәтелеүе лә йоғонто яһай. Шуға күрә ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу, булғандарын төҙөкләндереү — көнүҙәк мәсьәлә.

Шулай уҡ онкологик сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауға ла иғтибарҙы арттырыу зарур. Был проблема Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рөстәм Әхмәтшин фекеренсә, был мәсьәләгә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре генә түгел, тотош йәмәғәтселек етди ҡарарға тейеш. Шулай уҡ йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу мөһим.

«Сәләмәт киләсәк» проекты сиктәрендә юғары квалификациялы белгестәр ауыл ерендә халыҡты ҡабул итеү ойоштора. Мәҫәлән, апрелдә Өфө ҡалаһының күҙ табиптары Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында эшләне. Бер ыңғайҙан дүрт табип ҡабул итеү сәбәпле, оҙон сираттарға юл ҡуйылмаған, мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла белгестәргә күренә алған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелгән.

Март айында Илеш районы мәктәптәрендә «Һыу һәм һаулыҡ» акцияһы старт алды. Район биләмәһендә экологик дәрестәр, викториналар, шишмәләрҙең эргә-тирәһен сүп-сар-ҙан таҙартыу буйынса өмәләр һәм башҡа саралар уҙа. Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияла ҡатнашып, балалар һыу менән һаҡсыл мөғәмәләлә булырға, уны өйҙә, мәктәптә һәм тәбиғәттә исраф итмәҫкә өйрәнә.

Дөйөм алғанда, «Сәләмәт киләсәк» башланғысы аҫтында уҡыусылар һәм студенттар даирәһендә әүҙем тормошто пропагандалаған төрлө фәһемле саралар үткәрелә. Республика мәктәптәрендә «Һаулығыбыҙ — шәп, зарядкаға рәхмәт!» тигән һынау проекты старт алды, унда ҡатнашыусылар беренсе дәрес алдынан физик күнегеүҙәр эшләй.

Ауылда медицина ярҙамы

Урындарҙа иртә медицина тикшереүҙәре үткәреү маҡсатында район һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына күсмә диагностик модулдәр тапшырыла. Күптән түгел үткән «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» III медицина форумында блоктар ярҙамында бер аҙна эсендә ҡоролған заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты күрһәтелде. Бынан тыш республика Башлығы ҡыҙыҡлы тәҡдим еткерҙе:

— Үкенескә ҡаршы, ауылдарҙа буш торған йорттар арта. Бына шуларҙы һатып алып, фельдшер-акушерлыҡ пункты итергә мөмкин. Яҡшы тороштағы өй булһа, әллә ни үҙгәртергә лә тура килмәйәсәк, һәр хәлдә блоклы модулдән арзаныраҡҡа төшәсәк. Был — тик бер вариант, тәҡдим генә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын да билдәләп үтергә кәрәк, улар ярҙамында төбәктәргә 1,5 мең самаһы белгес эшкә ҡайтҡан.

Һаҡсыл поликлиника

«Һаҡсыл поликлиника» Бөтә Рәсәй проектының төп маҡсаты дауалау-профилактика учреждениеларының эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм медицина ярҙамын уңайлы итеүгә ҡайтып ҡала. Проект ярҙамында сираттар кәмей, анализдар тапшырыу һәм уларҙы тикшереү тиҙерәк баш-ҡарыла, табиптарға яҙылыу ябайлаша һәм әлегәсә булған мөмкинлектәр менән күберәк халыҡты хеҙмәтләндереүгә ирешелә. Бөгөн ул 39 төбәктә тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың октябренән уға республикабыҙҙың дүрт учреждениеһы — Өфөнөң 32-се поликлиникаһы, 4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡала дауаханаһы ҡушылды.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгения Кустова белдереүенсә, проект сиктәрендә пациенттарҙың барлыҡ маршруттары анализланған, ҡабул итеү йәки тәүге ярҙам күрһәтеүгә бәйле ҡатмарлы мәсьәләләр билдәләнгән. Һөҙөмтәлә пациенттарҙың поликлиникаға ниндәй маҡсат менән мөрәжәғәт итеүен иҫәпкә алып, уларҙы ҡабул итеү, дауалау-диагностикалау алымдары көйләнгән, диспансеризация үтеү, анализдар биреү ваҡыты тиҙләтелгән һ.б.

Пациенттарға уңайлы булһын өсөн поликлиникала реконструкция эштәре башҡарылған. Дежур табип-терапевт, табипҡа тиклем ҡабул итеү бүлмәһе, ЭКГ һәм шәфҡәт туташтары посы беренсе ҡатҡа күсерелгән. Ошонда уҡ медкартанан күсермә эшләтергә, шифахана-курорт картаһы тултырырға, анализдарға йүнәлтмәләр, флюорография һөҙөмтәһен алыр-ға мөмкин. Әйтергә кәрәк, табиптарға көсөргәнеш һиҙелерлек кәмегән. Поликлиникаға ингән ерҙә администратор дежур итә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл «Һаҡсыл поликлиника» проектына республиканың барлыҡ балалар поликлиникалары һәм өлкәндәр өсөн тәғәйендәренең 70 проценты ҡушыласаҡ. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов киләсәктә әлеге башланғысҡа дауаханаларға ла ҡушылырға тәҡдим итте.

— Был — алға табан яҡшы аҙым: табиптарға төшкән көсөргәнеш үҙ-ара тигеҙ бүленә, ҡаңғырыҡҡа юл ҡуйылмай, эш билдәле бер тәртипкә һалына. Проект барыһы өсөн дә һөҙөмтәле — табиптарға ла, пациенттарға ла, — тине Рөстәм Хәмитов.

Юғары технологиялар медицинаһы

Республикала заманса медицина технологиялары яҡшы үҫешә. Быйыл Республика медицина-генетика үҙәге эш башланы, унда иртә ДНК-диагностикалау уҙғарыла.

— Беҙ Башҡортостан Республикаһы халҡын генетик паспортлаштырыуҙы башларға тейешбеҙ, — тип билдәләне төбәк Башлығы. — Беҙҙә бик көслө генетика мәктәбе булдырылған. Республикала, Өфөлә ошо йүнәлештә эшләүсе юғары квалификациялы белгестәрҙән торған коллектив тупланған. Бығаса улар тар ғына бүлмәләрҙә, ҡыҫынҡы подвалдарҙа эшләргә мәжбүр ине. Бөгөн табип-генетиктар ҡарамағында — 5 мең квадрат метрға тиң майҙан. Был заманса үҙәк булырға тейеш, уға аҡса йәлләргә ярамай, сөнки уның эшмәкәрлеге үҙен аҡлаясаҡ. Кардиология, онкология, пульмонологияла, йәғни һаулыҡ һаҡлауҙың һәр тармағында иртә диагностикалау һәм ауырыуҙарға шәхсән ҡараш бик мөһим роль уйнай.

Һуңғы биш йылда республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү (ВМП) күләме алты тап-ҡырға артҡан. 2012 йылда 500 млн һум булһа, 2017 йылда — 3 млрд һумға яҡын. Республика балалар клиник дауаханаһы был күрһәткесте 15 тап-ҡырға арттырҙы, бында йыл һайын өс меңдән ашыу балаға әлеге йүнәлештәге ярҙам күрһәтелә.

Үтә ҙур теүәллек талап иткән микрохирургик операциялар яһау ғәҙәти эшкә әйләнә бара. Улар барышында заманса медицина ҡорамалдарының иң һуңғы өлгөләре ҡулланыла. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университетының тырышлығы менән Өфөлә, Волга буйы федераль округында беренселәрҙән булып, Робот хирургия үҙәге асылды.

Бөйөр, йөрәк, бауырҙы күсереп ултыртыу буйынса операциялар ҙа юғары технологиялы медицина ярҙамы төрөнә ҡарай.

Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа медицина юғары кимәлдә, тип әйтеп була, беҙ халыҡтың һаулығын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйәбеҙ.


Яңы объекттар

Быйыл Башҡортостанда медицина объекттары төҙөү буйынса күләмле программа старт алды. Кәм тигәндә ун эре һаулыҡ һаҡлау үҙәге ҡалҡып сығасаҡ. Улар иҫәбендә — онкология диспансерының палата корпусы, кардиология үҙәгенең яңы корпусы, Бөрөлә поликлиника, Октябрьский һәм Учалы ҡалаларында хирургия корпустары, бер нисә районда балалар поликлиникалары. Әлеге маҡсатҡа 15 млрд һумдан ашыу аҡса бүленә.


Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡыҙыу линияһы

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәренә 8 (347) 218-00-53 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡыҙыу линияның эш сәғәттәре: дүшәмбенән йомаға тиклем 9.00-17.00.


2018 йылда БР-ҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 68,5 млрд һум аҡса бүленә.