Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
23 Апрель 2018, 17:09

Өйрәнгәнең — үҙең өсөн

Нисек лайыҡлы эш табырға Республикабыҙ йыл һайын 60 меңгә яҡын төрлө кимәлдәге белгес әҙерләп сығара. Уларҙың яҡынса дүрттән бер өлөшө — эшсе кадрҙар, тағы ла шуның самаһы — урта звено һөнәрмәндәре һәм яртыһынан күбеһе — вуз тамамлаусылар. Бөгөнгө яҙмабыҙ — йәш белгестәргә нисек итеп лайыҡлы эш табыу һәм тәжрибәле кешеләргә хеҙмәт урынында кәрәкле булып ҡалыу тураһында.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Төрлө яҡлы үҫеш һәм һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыш һәр кем өсөн тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булһын, тигән фекерҙәмен. Кешеләр, нисә йәштә булыуына ҡарамай, оҫталыҡ кимәлен арттырыу, яңы белем, һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.


Һөнәреңдең оҫтаһы булырға

Һәр хеҙмәткәргә ҡуйылған иң мөһим талап — һөнәри оҫталыҡ. Кеше ни тиклем таһыллыраҡ белгес булған һайын, уның аҡсалы эш табыу мөмкинлектәре лә шул тиклем арта бара. «Һөнәри стандарт» тигән махсус төшөнсә лә бар, ул — хеҙмәткәрҙең иңенә һалынған талаптарға ярашлы квалификацияға эйә булыуы. РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, һөнәри стандарттар дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, предприятие, компания, корпорацияларҙа мотлаҡ ҡулланылырға тейеш. Был ойошмалар һөнәри стандарттарҙы эҙмә-эҙлекле ҡулланыу буйынса план эшләп, уны 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлгә ашырырға бурыслы.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һөнәри квалификацияларҙы бойондороҡһоҙ баһалау өсөн инфраструктура булдырыла. 2017 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, беҙҙең төбәктә белгестәрҙе баһалау буйынса 12 үҙәк эшләй, улар төҙөлөш, машиналар эшләү, коммуналь хужалыҡ һәм ремонт тармағы, административ һәм офис хеҙмәткәр-ҙәре, бухгалтерҙар, лифт ҡорамалдары белгестәре, наноиндустрия өлкәһе инженерҙарының һөнәри оҫталығын тикшерә.

Бөгөн республикала һөнәри стандарттар индерелгән ойошмаларҙа эшләүселәр һаны 25819 кешегә етте. Был — РФ Хеҙмәт министрлығы тарафынан әлеге алым ҡулланылырға тейешле хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшө.

БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты (95%), БР Мәҙәниәт министрлығы (66%), БР Ауыл хужалығы министрлығы (65%) ҡарамағындағы ойошмаларҙа күрһәткестәр юғары.

Иң түбән процент — БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында (10%) һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында (0%).

Республика төбәктәре буйынса ҡараһаҡ, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Нуриман, Иглин райондары — 100%, Көйөргәҙе һәм Хәйбулла 94 процент-ҡа эйә.

Иң түбән күрһәткестәр: Тәтешле — 7%, Йәрмәкәй — 6%, Архангель — 5%, Саҡмағош — 4%, Бишбүләк — 3%.

Хеҙмәт баҙарында

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың хеҙмәт баҙарындағы вакансияларҙың 80 процентын юғары квалификациялы эшсе кадрҙар тәшкил итә. Бигерәк тә һатыусылар, ашнаҡсылар, водителдәр, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, төрлө йүнәлештәге төҙөүселәр күпләп талап ителә. Шулай уҡ табип, шәфҡәт туташы, зоотехник, менеджер, промоутер кеүек һөнәр-ҙәр ҙә һорау менән ҡуллана.

Бухгалтер, юрист, иҡтисадсылар- ға артыҡ ҡытлыҡ юҡ. Был өлкәлә һәйбәт эш табыу өсөн юғары квалификацияға һәм ярайһы уҡ ҙур тәжрибәгә эйә булыу шарт.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республикала уртаса эш хаҡы 30 мең һум тирәһе тәшкил итә, 2017 йыл менән сағыштырғанда ул яҡынса 10 процентҡа артҡан.

Финанс эшмәкәрлеге, файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм эшкәртеү, транспорт һәм элемтә, электр энергияһы, газ, һыу хужалыҡтары, дәүләт идаралығы кеүек тармаҡтарға юғары хеҙмәт хаҡына бәйле ҡыҙыҡһыныу ҙур. Был йәһәттән ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләре белгестәрҙе артыҡ йәлеп итмәй.

Ауыл һәм урман хужалығы, мебель эшләү, тире эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр, туҡыма, кейем-һалым етештереүселәр, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре айына 20 мең һумдан аҙыраҡ килемгә эйә. Ҡағиҙә булараҡ, химия, нефть эшкәртеү сәнәғәте, машиналар төҙөү, компьютер-ҙар, электрон һәм оптик ҡорамалдар етештереү тармаҡтарында уртаса эш хаҡы ярайһы уҡ юғары — ҡырҡ-илле мең һум самаһы тәшкил итә.

Вакансиялар банкы

Эш табыуҙа халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре ярҙамға килә. Унда һәр кем мөрәжәғәт итә ала: кешенең эше, белеме, һөнәре, йәшәү урыны буйынса теркәлеүе, эш урынынан ниндәй сәбәп менән китеүе мөһим түгел. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Мәшғүллек буйынса мәғлүмәт порталы (bashzan.ru) аша ла эш табырға мөмкин.

Мәшғүллек үҙәге асыҡ вакансияларға бәйле мәғлүмәттәрҙе туплай, илдең башҡа төбәктәре менән бәйләнеш урынлаштыра. Ошоға ярашлы урындағы, республика һәм төбәк-ара вакансиялар банкы булдырыла. Әлеге көндә каталогта 45 меңдән ашыу эш тәҡдим ителә.

Белгестәр эш эҙләүселәргә мәш-ғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеү менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, даими рәүештә гәзит һәм журналдарҙа баҫылған иғландар менән дә танышып барырға кәңәш итә. Мәҫәлән, «Работа в России» Дөйөм Рәсәй вакансиялар базаһы (trudvsem.ru), HeadHunter (hh.ru), rabota.ru, superjob.ru сайттары күптәргә күңеленә ятҡан эш табыуҙа ярҙам итә. Шәхси резюмены электрон вариантта мәшғүллек үҙәктәренә, предприятие һәм ойошма- ларға, кадрҙар агентлыҡтарына ебәреү ҙә һөҙөмтә бирә.

Башстат хәбәр итеүенсә, 2017 йылда республикала йәшәүсе 155 мең кеше Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән, был Башҡортостандың хеҙмәткә яраҡлы халҡының 8 процентын тәшкил итә. Уларҙың 102 меңе — Төмән өлкәһендә, 14 меңе — Силәбе тарафтарында, 9 меңе Мәскәүҙә эшләүселәр.

HeadHunter агентлығы, эш эҙләүселәрҙең резюмеларын тикшереп, шундай һығымта яһаған: республиканың һәр өсөнсө кешеһе яңы хеҙмәт урынына күсергә риза. Кешеләр эш хаҡы күләменә, торлаҡ менән тәьмин итеүгә, компанияның хеҙмәт баҙарында тотҡан урынына ҙур әһәмиәт бирә. Республика халҡы күберәк Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан ҡалаларынан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан эш эҙләй.

Яңы һөнәр үҙләштереү

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Әгәр һеҙ яңы һөнәр үҙләштерергә теләһәгеҙ, өҫтәмә уҡыу курстарында шөғөлләнә алаһығыҙ. Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2017 йылда республиканың ете мең самаһы кешеһе яңы һөнәр алыуға, квалификация күтәреүгә йүнәлтелгән, уларҙың алты меңе эшһеҙ булған. Һөнәри белем алыусыларҙың 71,3 проценты — ҡатын-ҡыҙҙар; 37,2 проценты — 16-29 йәшлектәр; 16,4% проценты — тәүге тапҡыр эш эҙләүселәр; 3,3% проценты — инвалидтар. Декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар, хаҡлы ялға сыҡҡан ололар ҙа яңы һөнәрҙәргә теләп уҡый. Һөнәри белемгә эйә булыусыларҙың 3,5 меңе эшкә урын- лашҡан.

Мәшғүлек үҙәге үҙ клиенттарына 130 төрлө һөнәр тәҡдим итә. Былтыр эшһеҙҙәрҙең 70% проценты хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланған парикмахер, маникюр, биҙәү оҫтаһы, ашнаҡсы, бухгалтер, иретеп йәбештереүсе, ЭВМ операторы, персонал буйынса менеджер, ҡаҙанлыҡ операторы, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, водитель һөнәр- ҙәренә уҡыған.

Мәшғүлллек үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүсе мәғариф ойошмалары көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары тәҡдим итә. Бөрө, Күгәрсен, Дыуан, Салауат, Благовар, Әлшәй һәм Бишбүләк райондарында дистанцион белем биреү ғәмәлгә ашырыла.


Бизнес-тренер кәңәштәре

Психолог һәм бизнес-тренер Рөстәм Кәлимуллин менән нисек итеп эшһеҙ ҡалмау һәм дөрөҫ итеп эш эҙләү тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Эш эҙләүҙе нимәнән башларға кәрәк?

— Иң тәүҙә яҡшы резюме-портфолио әҙерләү зарур. Йәш кеше уҡыу барышында туплаған барлыҡ тәжрибәһен, һәләтен күрһәтә алыр-ға тейеш. Ғәҙәттә, бындай мәғлүмәт хеҙмәт кенәгәһендәге ҡоро яҙыуға ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк. Резюмела йәйгеһен ваҡытлыса йәки уҡыу менән рәттән башҡарған эштәрҙе, производство практикаларын, төрлө фәнни-ғәмәли проекттарҙа ҡатнашыуыңды, ирекмән булараҡ эшмәкәрлегеңде, йәғни аралашыу тәжрибәһен, белемең-де, һәләттәреңде күрһәтеү мөһим. Эш биреүсене тәү сиратта һинең нимә эшләй белеүең ҡыҙыҡһындыра. Бына ошо һорауға яуабың мотлаҡ әҙер булырға тейеш, ул саҡта эшкә алыныуың бик ихтимал. Әгәр студент уҡыу барышында бер ниндәй ҙә хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булмаһа, һәләттәреңде, теләгеңде еткерә белеү зарур. Тап ошо эш тураһында хыялланыуығыҙға, әлеге йүнәлештә уңышҡа өлгәшергә теләүегеҙгә баҫым яһағыҙ.

— Резюме төҙөгәндә профессионалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәкме?

— Бер яҡтан ҡарағанда, интернетта өлгөләр күп, улар ярҙамында һәр кем үҙ аллы резюме төҙөй ала. Ә икенсе яҡтан, өлгө — ул үҙеңде танытыуҙың бер алымы ғына. Профессиональ консультанттар әңгәмә барышында кандидаттың тормошона ҡағылышлы барлыҡ кәрәкле мәғлүмәткә эйә булып, уның тәжрибәһен, белем кимәлен, һәләттәрен аныҡ баһалап, уларҙы дөрөҫ итеп күрһәтә ала. Шуны билдәләп үткем килә: бөгөнгө хеҙмәт баҙары эш биреүсе түгел, эш эҙләүсе ваҡыты булараҡ баһалана. Хеҙмәт ресурстары ысынлап та етешмәй. Кем ихлас теләй, ул мотлаҡ эш табасаҡ.

— Бөгөн ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур?

— Эшсе һөнәрҙәргә, йәғни эште ҡул менән башҡарыусыларға ихтыяж ҙур булыуы бер кемгә лә сер түгел. Был бөгөнгө хеҙмәт баҙарының ысын йөҙөн билдәләүсе күренеш. Шулай уҡ һатыу итә белгән кешеләр һәр ваҡыт һорау менән ҡулланасаҡ. Иҡтисад продукцияны тарата белеүселәргә таяна. Бынан тыш, бөгөнгө шарттарҙа әллә ни кәрәге булмаған һөнәрҙәр ҙә бар, мәҫәлән, бизнесты юридик, иҡтисади йәһәттән тәьмин итеү, бухгалтер. Әммә улар бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаясаҡ, шуға күрә был тармаҡтарҙа ла карьера яһау өсөн нигеҙ бар. Ихтыяж даими арта барыусы техник белгестәрҙе айырып билдәләп үтергә кәрәк. Һөнәр һайлағанда теләк, һәләт, шәхсән сифаттар һәм уның хеҙмәт баҙарындағы урыны иҫәпкә алы-нырға тейеш. Дөрөҫ һайланған һөнәрҙең формулаһы өс төшөнсәнән тора — теләйем, булдырам, кәрәк.

— Яңы эш башлаусы бәләкәй хеҙмәт хаҡына ризалашырға тейешме?

— Ысынлап та, күпселек эш биреүселәр тәжрибәһеҙ йәш кеше уртасанан түбән хеҙмәт хаҡы менән эш башларға тейеш, тип һанай. Улар фекеренсә, йәш белгес үҙен һәйбәт хеҙмәткәр булараҡ күрһәтеп, күпмелер тәжрибә туплағас ҡына яҡшы килемгә өмөт итә ала. Ә йәштәр икенсе төрлөрәк уйлай, улар шунда уҡ ҙур аҡса түләнгән урын тураһында хыяллана. Әммә, күпмелер ваҡыт эш эҙләгәс, был талаптар бер аҙ йомшара, тормош ысынбарлығына яраҡлаша төшә. Әгәр был эш һеҙгә киләсәктә хеҙмәт баҙарында баһағыҙҙы күтәрәсәк тәжрибә һәм мөмкинлектәр бирә икән, хеҙмәт өсөн түләү ҙур булмаған осраҡта ла ризалашырға кәрәк, тип һанайым. Был үҙең өсөн һалынған инвестиция һәм һеҙ мотлаҡ уның мәнфәғәтен күрәсәкһегеҙ.


Рәил Әсәҙуллин,

БР Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:

— Һөнәрҙе мөмкинлектәргә ҡарап һайларға кәрәк. Бында, бер яҡтан, кешенең һәләте, икенсе яҡтан, теләге мөһим роль уйнай. Әммә тормошта, күпселек осраҡта, балаларҙың буласаҡ һөнәрен үҙенең донъяға ҡарашына, тәжрибәһенә таянып ата-әсә хәл итә. Ә бит тәжрибәнең тормошҡа яраҡһыҙ булыуы, ҡараштарҙың йәшәй-йәшәй биш-алты тапҡыр үҙгәреүе ихтимал. Икенсе фактор — уҡытыусылар. Ғәҙәттә, улар үҙ уҡыусыларын яҡшы белә һәм мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай.

Бөгөн һәр һөнәр эйәһе башҡа тармаҡтар буйынса ниндәйҙер белемгә эйә булырға тейеш. Мәҫәлән, инженер вузын тамамлаусы белгестең конструкторлау менән рәттән процестар һәм проекттар менән идара итә алыуы шарт. Яҡын киләсәктә бөтә һөнәрҙәрҙең нигеҙен программалау, IT-технологиялар тәшкил итәсәк. Был әлеге ваҡытта ҡәләм тотоп яҙа белеү кеүек үк тәбиғи буласаҡ. Нано, биотехнологиялар, яңы төр фармацевтика һорау менән ҡулланасаҡ.

Шулай уҡ киләсәк белгестәре күп телле мөхиттә һәм күп мәҙәниәтле даирәлә эшләргә әҙер булырға тейеш. Аралашыу теле булараҡ инглиз телен белеү мотлаҡ.

Бөтә төр һөнәр эйәләре клиент, ҡулланыусы мәнфәғәтенән сығып эш итәсәк. Тағы ла шуны аңлау мөһим: һәр һөнәр баҙар талаптарын иҫәпкә алырға тейеш.

Һәм иң мөһим төшөнсәләрҙең береһе — белгесте коллективта эшләргә өйрәтеү. Үкенескә ҡаршы, мәктәптәр был мәсьәләнән ситләште. Элекке пионер, комсомол ойошмаларының булмауы, коллектив ялдар ойошторолмауы үҙен һиҙҙерә.


30149 һум — БР-ҙа уртаса эш хаҡы