Республикабыҙ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре (ТОСЭР) булдырыу буйынса уңышлы эш тәжрибәһенә эйә. Әле ошо алымды БР-ҙың барлыҡ муниципалитеттарында ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Йәшәү кимәле тураһында һорау алыуҙа еңеүсе БР ҡалалары һәм райондары*
Моноҡалалар тәжрибәһе — бөтә республикаға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Сочи-2018» инвестиция форумында моноҡалалар нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
— Мин, тәү сиратта, ошо ҙур эште атҡарып сыҡҡан, илебеҙҙең бихисап биләмәләрен ҡуҙғатҡан һәм, әлбиттә, төрлө йүнәлештәр буйынса үҫешкә булышлыҡ иткән командаға рәхмәтемде еткерәм. Иң мөһиме — әлеге моноҡалаларҙа йәшәүсе миллионлаған кешеләрҙең үҙҙәрен аҙ ғына булһа ла бәхетлерәк тойоуы. Улар алдында яңы офоҡтар асылды, улар донъяға икенсе күҙлектән ҡарай башланы, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне. Беҙгә Баш-ҡортостан Республикаһындағы мо-ноҡалалар программаһы ныҡ оҡшай. Әлеге мәлдә әүҙем эш бара. Был тәжрибәне башҡа муниципалитеттарға ла таратырға теләйбеҙ. Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса республика программаһын ҡабул иттек, ул федераль кимәлдәге ҙур проектҡа ярҙам итәсәк. Маҡсатыбыҙ — төрлө сәбәптәр арҡаһында проектҡа инә алмаған ҡалаларҙы ошо программаға ярашлы үҫтереү.
Моноҡалаларҙы үҫтереү программаһының асылын хәтергә төшөрөп үтәйек. Төп маҡсат — ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған яңы эш урындары булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү һәм биләмәне төҙөкләндереү. Ошоғаса республикала алты моноҡала иҫәпләнде: Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Благовещен. Әйткәндәй, уларҙың тәүге икәүһе йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе тип иғлан ителгән, был һалымдар йәһәтенән һиҙелерлек ташламаларға хоҡуҡ бирә. Ҡалған дүртәүһе әлеге статусҡа дәғүә итә, уларҙың ғаризалары ҡаралыу өҫтөндә.
— 2018 йылда моноҡалаларға 16,7 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү бурысы ҡуйылғайны, уны 27,5 миллиардтан ашыуға еткерә алдыҡ, — тип һөйләй БР иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. — Байтаҡ эш урындары булдырылды, быйыл да эштәр дауам итәсәк. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә резиденттар йәлеп итеүҙе әүҙемләштереү зарур. Бөгөн уларҙың һаны — 14, туғыҙы — Күмертауҙа, бишәүһе — Бәләбәйҙә.
Февраль айында Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье ла моноҡала статусына эйә булды, тимәк, уларға ла республика кимәлендә иғтибар һәм ярҙам күрһәтеләсәк.
Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге
Республика етәкселеге биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге булдырыуҙы күҙаллай. Эшсе атамаһы — Муниципаль үҫеш буйынса дәүләт комитеты.
— Үкенескә күрә, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәре лә тигеҙ үҫешә, тип әйтеп булмай, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов БР Иҡтисади үҫеш министрлығының коллегияһында. — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Учалы, Сибай кеүек ҡалалар үҙҙәренә хеҙмәт һәм интеллектуаль ресурстарҙы күпләп ылыҡтыра. Беҙгә биләмәләр үҫешен төптән анализлау, һәр муниципалитеттың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын билдәләү зарур... Яңы комитет тармаҡ-ара балансты көйләү менән шөғөлләнәсәк, республиканың һәр районына анализ үткәрәсәк, башҡа төбәктәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнәсәк, һәр биләмәгә иҡтисади йүнәлеш, үҫеш нөктәһен билдәләүҙә ярҙамлашасаҡ, планға ярашлы күрһәткестәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
— Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге быйыл булдырыласаҡ, — тине Хәмитов. — Был эш Президенттың Рәсәй биләмәләрен үҫтереү программаһын киңерәк йәйелдереүгә бәйле тәҡдименә лә тура килә һәм алдағы йылдарҙа ошо маҡсат-ҡа йүнәлтелгән сығымдарҙы ике тап-ҡыр арттырыуҙы күҙаллай. Ғәмәлдә беҙ илдә тәүгеләрҙән булып әлеге йүнәлеште тормошҡа ашырыуға тотонабыҙ, тип әйтергә мөмкин.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығында белдереүҙәренсә, һәр муниципалитет өсөн шәхсән стратегия булдырыласаҡ (стратегик планлаштырыу документы). Унда район йәки ҡаланың үҙенсәлекле мөмкинлектәре лә, төп проблемалары ла иҫәпкә алынасаҡ. Стратегия иҡтисадтың ниндәй тармаҡтарына иғтибарҙы көсәйтеү, кеше капиталын дөрөҫ фай-ҙаланыу, үҫеш субъекттары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү кеүек бурыстарҙы асыҡлаясаҡ. Һөҙөмтәлә район йәки ҡаланың оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш перспективаһы, кәрәкле ресурстар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнәсәк.
— Стратегияны эшләү барышында өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса йәмәғәт килешеүенә ирешеү һәм муниципалитет хакимиәте менән төп ҡатнашыусыларҙың — граждандар йәм-ғиәте, эшлекле һәм бизнес ойошмалар, ижтимағи, фәнни берекмәләрҙең бер-ҙәм эшмәкәрлек нигеҙҙәрен булдырыу зарур, — тип билдәләне БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Дөйөм алғанда, урындағы стратегиялар Башҡортостандың 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Үҫеш стратегияһы менән ауаздаш. Уның төп маҡсаттары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
Йән башына тура килгән тулайым төбәк продуктын һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген өс тапҡырға арттырып, был күрһәткестәр буйынса иң яҡшы 10 төбәк исемлегенә инергә.
Йән башына инвестициялар күләмен 3,5 тапҡырға арттырып, Рәсәйҙең иң алдынғы 15 төбәгенең береһе булып танылырға.
Уртаса ғүмер оҙайлығын 76 йәшкә еткереп, был тәңгәлдә иң яҡшы 20 төбәктең береһе булырға.
Документта билдәләнеүенсә, республикабыҙ был йәһәттән ҡайһы бер өҫтөнлөктәргә эйә, мәҫәлән, уңайлы географик урын, үҫешкән транспорт селтәре, тәбиғәт байлыҡтары, юғары фәнни потенциал. Шул уҡ ваҡытта үҫешкә тотҡарлыҡ тыуҙырған сәбәптәр ҙә юҡ түгел: халыҡтың ситкә күсеүе, тыуымдың кәмеүе, түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм иҡтисадтың нефть сәнәғәтенә бәйлелеге.
Республика халҡы үҙе йәшәгән муниципаль район хакимиәтенең, шулай уҡ халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күр-һәтеүсе дәүләт ойошмаларының эшенә баһа бирә ала. Унда автомобиль юлдарының торошо, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеүҙе ойоштороу кимәле иғтибар үҙәгенә алына. Интернет-һорау алыу 2018 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем «Баш-ҡортостан Республикаһы тауышы» порталында (golos.openrepublic.ru/ polls/39) ойошторола. Унда әлеге порталда теркәү үткән һәр кем ҡатнаша ала.
Бынан тыш, портал төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн асыҡ майҙансыҡ та булып хеҙмәт итә. Бында властың теге йәки был органына адресланған петиция баҫтырырға, күтәрелгән мәсьәләгә киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр аша күберәк иғтибар йәлеп иттерергә мөмкин. Ресурсты эшләүселәр «БР тауышы» проекты — халыҡ, власть һәм социаль әһәмиәтле ойошмалар араһын бәйләүсе үҙенсәлекле күпер ул, тип билдәләй.
Башҡорт дәүләт университетының стратегик үҫеш буйынса проректоры:
— Ил төбәктәрен үҫтереү күҙлегенән алып ҡарағанда, Президенттың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй субъекттарының һәм муниципалитеттарының үҙ-ара бәйләнешен нығытыуҙы күҙаллаған биләмәләр үҫеше буйынса бурыстар мөһим урын алып тора. Тәү сиратта һүҙ транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу тураһында бара. Шулай уҡ Мөрәжәғәтнамәлә ауыл биләмәләрен үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелеүен билдәләп үткем килә.
Башҡортостан-2030 стратегияһын эшләү барышында мин етәкселек иткән төркөмгә республиканың төрлө төбәктәренең үҫешен тигеҙләү бурысы ҡуйылды.
Эш шунда: республикабыҙ үтә ҙур биләмәгә эйә, ул — илдең иң эре төбәктәренең береһе. Административ бүленеш, йәғни муниципаль берәмектәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң тәүге урындарҙың береһен биләй. Шуға күрә мәсьәлә бер аҙ ҡатмарлаша.
Башҡортостанда сәнәғәт тармағы объекттары айырым, йәғни бер нисә муниципаль берәмектә тупланған. Мәҫәлән, бөтә республика буйынса етештерелгән продукцияның, баш-ҡарылған эштәрҙең һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең өстән ике өлөшө БР-ҙың һигеҙ ҡалаһына тура килә. Был уларҙың бар йәһәттән уңышлы үҫешен билдәләй. Һөҙөмтәлә төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш муниципалитеттарҙа хәл ҡатмарлаша. Ҡағиҙә булараҡ, улар барыһы ла сәнәғәт тармағына эйә булмаған ауыл хужалығы райондары.
Шулай итеп, республика биләмәләре тигеҙ үҫешмәй. Халыҡ күпләп ҡалаларҙа, бигерәк тә баш ҡалала туплана. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етешмәүе күҙәтелә. Киләһе 15 йылда тап демография мәсьәләһе, миграция сәйәсәтен дөрөҫ көйләү, халыҡтың тәбиғи артыуына булышлыҡ итеү төбәк өсөн иң мөһим бурыстар булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Төбәкте үҫтереүҙә транспорт тармағы мөһим роль уйнай. Беҙгә Өфөнән көнсығыш йүнәлештә сығыу, Стәрлетамаҡ менән Магнитогорскиҙы транспорт бәйләнеше менән тоташтырыу, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә юлдар төҙөү бурысы тора. Улар барыһы ла төбәк өсөн кәрәкле, мөһим проекттар.
Тағы ла бер иғтибар йәлеп итерлек күренеш — «Ебәк юлы»ның 265 саҡрымға тиң өлөшөнөң БР-ҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшө аша үтеүе. Шуға күрә был проекттың тормош-ҡа ашырылыуы беҙҙең муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен көйләү, уларҙы алға әйҙәү йәһәтенән бик әһәмиәтле.
Минеңсә, беҙ Өфө һәм Көньяҡ Башҡортостан тип аталған ике агломерация булдырып, уларҙың эшмәкәрлеген яйға һалырға тейешбеҙ. Төп бурыс — киләсәктә иҡтисади инновацион һөҙөмтәләр нигеҙе булып хеҙмәт итәсәк ҡеүәтле кеше капиталын туплау. Әгәр уларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырылһа, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт усаҡтары тупланһа, был етди иҡтисади һөҙөмтә бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле агломерацияларҙың иҡтисади потенциалы башҡа биләмәләрҙе үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Төбәгебеҙҙә туризм һәм аграр тармаҡтар үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлектәргә эйә, тип уйлайым. Республика етәкселегенең ауыл хужалығын һәм туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге социаль-иҡтисади йәһәттән үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ.