Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Беҙ ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү эшенә халыҡты йәлеп итергә тейешбеҙ... Кеше үҙе йәшәгән ихата, тирә-йүн биләмә, подъезд һәм урамдың торошо, таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Был “бөтәгеҙ ҙә өмәгә, ҡулығыҙға көрәк тотоғоҙ ҙа эшкә сығығыҙ” тигәнде аңлатмай, бары тик халыҡтың үҙен уратып алған мөхиткә ҡарашы үҙгәреүе мөһим.
Республикабыҙ халҡы элек-электән өмәләрҙә әүҙем, мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда үткән экологик сараларҙа 4 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Бер ай эсендә, 2017 йылдың 8 апреленән 13 майына тиклем, полигондарға 49 мең тонна сүп-сар сығарылған, 600 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.
Тыуған төйәгенә битараф булмаған һәр кем хәленән килгәнсә эш башҡарырға тырыша. Шуныһы ҡыуаныслы: ундайҙар бихисап. Мәҫәлән, Федоровка районында Мәңгелек ут һәм билдәһеҙ һалдат һәйкәле яны тәртипкә килтерелгән. Тәтешле районында «Таҙа юлдар — хәүефһеҙ юлдар!» акцияһы сиктәрендә трасса буйҙары сүп-сарҙан таҙартылған. Ә Өфөлә ҡала Советы депутаттары һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн тәғәйен мәктәп-интернат биләмәһендә өмә ойошторған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, экологик сараларҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Башлығы хакимиәте, Ҡоролтай, Хөкүмәт, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ҡала хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ һәм студенттар ҙа әүҙем ҡатнаша.
Кешеләр таҙалыҡ һәм төҙөкләндереү тураһында яҙғыһын ғына хәстәрлек күрмәй, көҙгө өмәләр ҙә матур традицияға әйләнде. Былтыр сентябр-ҙә «Таҙа республика» акцияһы бик ойошҡан үтте. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ районында Йөрәктау яны сүп- сарҙан таҙартылды, Балаҡатай һәм Ҡалтасы райондарында законһыҙ сүплектәр юҡ ителде, Дүртөйлө районында һыу ятҡылыҡтары буйҙары тәртипкә килтерелде һәм башҡалар.
Урамдарҙағы, парк һәм скверҙар-ҙағы таҙалыҡ өсөн торама пункт хакимиәте яуаплы. Теге йәки был ойошма ҡарамағындағы биләмә тураһында ошо ойошманың етәкселеге хәстәрлек күрергә тейеш. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр үҙ ихатаһын үҙҙәре таҙалай. Ә инде йорт янындағы биләмәләр — идара итеүсе компания йәки торлаҡ милекселәре шир-ҡәте ҡарамағында һәм төҙөкләндереү эштәрен дә тап улар ойоштора. Был сараларҙа үҙ теләге менән халыҡ та ҡатнаша ала. Ҡағиҙә булараҡ, өмә тураһында алдан иғлан бирелә, һәм ҡатнашыусылар барлыҡ кәрәк-яраҡ — һепертке, тырма, көрәктәр менән тәьмин ителә.
— Кемдер һинең өсөн нимәлер эшләр, тип көтөп ятырға ярамай, — ти студентка Инесса Фәррәхова. — Таҙалыҡ һәм тәртип — һәр кемдең бурысы. Шуға күрә мин барлыҡ өмәләрҙә — йортобоҙ янында үткәрелһенме, парк йәки урманды таҙалау маҡсатында ойошторолһонмо — мотлаҡ ҡатнашырға тырышам. Өмәләргә тотош ғаиләләрҙең сығыуы — ҡыуаныслы күренеш, был үҙе үк балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү алымы. Билдәле булыуынса, 2018 йыл Рәсәйҙә — Ирекмәндәр йылы, ә өмәләрҙә ҡатнашыу — ирекмән булыуыңды танытыу өсөн бик яҡшы өлгө.
Ябай ғына эко-ҡағиҙәләрҙе үтәп, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ тәбиғәтте һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индерә ала. Улар хаҡында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге начальнигы Ринат Фәтҡуллин һөйләп үтте.
— Һүҙҙе энергияны һаҡлауҙан башлайыҡ. Өйҙә светодиод лампалар ҡулланыу отошло. Телевизор кеүек ҡорамалдарҙы, улар «көтөү» режимында булған хәлдә лә, электр селтәренә тоташҡан килеш ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ заряд биреүсе ҡорамалдарҙы ла розетканан алып китергә ғәҙәтләнегеҙ. Көнкүреш техникаһының энергияны һаҡсыл ҡулланыусы А һәм А+ класлыһын һайларға тырышығыҙ. Бер тапҡыр тотоноуға иҫәпләнгән аккумулятор батареяларына ҡарағанда күп тапҡыр ҡулланылғандары отошлораҡ: хаҡы бер аҙ ҡиммәтерәк, уның ҡарауы кәрәк саҡта заряд йыйҙырып, 500 тап-ҡырға тиклем файҙаланырға мөм-кин.
Тағы ла яҡтыртыу ҡорамалдарына әйләнеп ҡайтайыҡ: составында терегөмөш булған лампалар (хатта энергияны һаҡсыл ҡуллана тип билдәлән-һә лә) һатып алмағыҙ! Сөнки улар — үтә ҙур хәүеф класына ҡараған ҡалдыҡтар. Әгәр ҡулланһағыҙ, утилләштереү талаптарын теүәл үтәгеҙ, махсус экобокстарға ғына ташлағыҙ. Улар-ҙың ҡайҙа урынлашыуын 2GIS картаһы һәм recyclemap.ru сайты аша таба алаһығыҙ.
Кер йыуғанда машинағыҙ мөмкин ҡәҙәр тулы булһын, экологик көнкүреш химияһы сараларын ҡулланыр- ға тырышығыҙ. Бының өсөн тауар-ҙың ярлығы һәм файҙаланыу ҡағиҙәләре менән мотлаҡ танышығыҙ: унда махсус экомаркировка булырға тейеш, уның ярҙамында кер йыуыу сараһы тураһында мәғлүмәтте интернет аша тикшерергә мөмкин.
Пластик һауыттарҙа һыу һатып алмаҫҡа тырышығыҙ. Һыуҙың хаҡы бер нисә тин тора, ә беҙ сүп-сар булып ташланасаҡ пластик шешә өсөн аҡса сарыф итәбеҙ (әлбиттә, уны яңынан эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин). Юлға сыҡҡанда һыуҙы өйҙә үк хәстәрләп ҡойоп алығыҙ. Әгәр эсәр һыу-ҙы һатып алаһығыҙ икән, 20 литрлы һауыттар ҡулланығыҙ. Ни тиклем уңайлы булмаһын, бер тапҡыр тотонола торған һауыт-һабанан баш тартығыҙ.
Пластик һауыттарға һалынған аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы сикләгеҙ (сүп-сарҙы айырып ташлаған хәлдә лә). Көнкүреш ҡалдыҡтарының 50 процентын һәр төрлө төргәктәр, ҡаптар тәшкил итә! Магазинға сумка, моҡсай менән йөрөүҙе ғәҙәт итегеҙ. Ҙур магазиндарға йөрөү өсөн ныҡлы, ҙур сумкалар тотоғоҙ. Автомобиль ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Әгәр эшкә йәйәү йөрөү мөмкинлеге юҡ икән, тирә-йүнгә зыянһыҙ транспорт төрөн һайларға тырышығыҙ: велосипед, самокат, шәхси электр транспорты (улар хәҙер бик күп), йәмәғәт транспорты.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мөһим экологик мәсьәлә булып һанала. Беҙҙең республикала ғына ике меңдән ашыу законһыҙ сүп-лек иҫәпләнә. 2016 йылдың октябрендә БР Хөкүмәтенең 480-се ҡарарына ярашлы, сүп-сар, шул иҫәптән коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү биләмә схемаһы раҫланды. Башҡортостанда 47 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны булдырылған, шуларҙың 33-ө Ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттарының дәүләт реестрына (e-ecolog.ru/groro) индерелгән. Әлбиттә, был һандар беҙҙең өсөн аҙ. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләүҙәренсә, был өлкәгә эшҡыуарҙар-ҙы йәлеп итеү зарур. Тап уларҙың көсө менән Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа 10 сүп-сар айырыу комплексы төҙөлгән. Биләмә схемаһына төҙәтмәләр индерелде, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм һаҡлауға ҡағылышлы нормативтар булдырылды. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тармағындағы үҙгәрештәр әле башланып ҡына тора, шуға күрә яңы объекттар төҙөү, иҫәп-һеҙ-һанһыҙ законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн ғәйәт ҙур эштәр баш- ҡараһы бар. Сүп-сарҙы айырып йыйыуға килгәндә, ошо мәсьәлә буйынса Рәсәй Гринписы тарафынан булдырылған Бөтә Рәсәй рейтингында Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалалары «иң яҡшы унау» рәтендә билдәләнгән. Өфө әлегә 36-сы урында, сөнки миллионлы ҡалала был эште ойоштороу ауырыраҡ. Былтыр йыл дауамында норматив документтар законға яраҡлаштырылған, әле төбәк операторына конкурс иғлан ителгән. Уға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһенә ҡағылышлы барлыҡ эш йөкмәтеләсәк һәм был бурысты кем атҡарасағы беҙҙең өсөн барыбер түгел. Был тармаҡ муниципаль-араға әйләнә. 1 июлгә тиклем көйләүсе органға берҙәм тариф булдырыу тураһында тәҡдимдәр ебәреү зарур, ә инде 2019 йылдың 1 ғинуарынан әлеге коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса яңы бурыстар ғәмәлгә инә.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, биш биләмәнең өсәүһендә төбәк операторы билдәләнгән, улар менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөләсәк. Өфө биләмәһендә (Өфө ҡалаһы һәм уға яҡын 15 район) «Спецавтохозяйство» предприятиеһы төбәк операторы буласаҡ. Нефтекама төбәгендә —«Дюртюлиметеоводстрой» йәмғиәте, Октябрьский биләмәһендә — «Экология Т» ЯСЙ-һы. Стәрлетамаҡ һәм Межгорье биләмәләрендә төбәк оператор-ҙары яҡын арала билдәле буласаҡ.
Былтырғыса «Йәшел Башҡортостан» республика проекты сиктәрендә экологик саралар үткәрелә. Өмәләрҙең, башҡа экоакцияларҙың ҡасан, ҡайҙа үткәрелеүен социаль селтәрҙәрҙә #ЗеленаяБашкирия хэштегы буйынса белергә мөмкин.
Законһыҙ сүплектәр хаҡында хәбәр ит
Законһыҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүплектәр тураһында онлайн режимда хәбәр итергә мөмкин. Бының өсөн kartasvalok.ru сайтына — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының интерактив проектына инеп, картала законһыҙ сүплектең адресын билдәләргә, артабан был осраҡ тураһында смс ебәрергә, мөмкин булһа фотоһүрәт һалырға кәрәк. Теләге бул-ғандар сүплекте юҡ итеү эшендә үҙҙәре лә ҡатнаша ала.
2017 йылда БР-ҙа 4 млн кеше өмәләрҙә ҡатнашҡан