Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Һәләтле балалар менән эшләү буйынса бар йәһәттән уйланылған, төплө алымдар булдырыу зарур. Һәр мәғариф ойошмаһында ошо өлкәгә яуаплы белгестәр булырға тейеш.
Илдең интеллектуаль потенциалын һәм һәләтле йәштәр-ҙе үҫтереү — дөйөм милли өҫтөнлөктәрҙең береһе. Талантһыҙ балалар юҡ, һәм беҙҙең бурыс — уларҙың һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыу.
Башҡортостанда балаларҙың төрлө һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе махсус учреждениелар элек-электән уңышлы эшләп килә. Улар иҫәбендә — лицейҙар, гимназиялар, ике кадет мәктәбе, айырым фәндәрҙе тәрәндән өйрәнеүсе мәктәптәр. Бигерәк тә физика-математика йүнәлешенә ҡыҙыҡһыныу арта: өлкән класс уҡыусыларының 55,1 проценты тап ошо йүнәлеште һайлай. Химия, биология, иҡтисад, информатика ла популяр. Бынан тыш, Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн спорт, һынлы сәнғәт, музыка, химия-биология, физика-математика буйынса махсус- лашҡан 11 республика дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты эшләй. Өҫтәмә белем биреүсе технопарк, кванториум һәм башҡалар ҙа балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһында Йәш таланттарҙы үҫтереү концепцияһы булдырылған. Һәләтле балалар менән эшләү тәңгәлендәге иң ҙур етешһеҙлек — эҙмә-эҙлекле алымдың булмауы, ти был концепцияның авторҙары. Улар фекеренсә, баланың тап ниндәй йүнәлештә һәләтле булыуын мәлендә билдәләй алырлыҡ заманса алымдар кәрәк. Концепцияның бурысы — тап шуларҙы булдырыу. Уҡытыуҙа түбәндәге ҡағиҙәләргә таяныу күҙаллана:
Инклюзия һәм эксклюзия: һәләтле балалар тиңдәштәре менән бергә белем ала, был уларҙың социализацияһына булышлыҡ итә, әммә һәләтлеләргә айырым программалар буйынса уҡыу өсөн шарттар тыуҙырыла.
Асыҡлыҡ: система махсус һайлап алыуға ҡоролмаясаҡ, йәғни ул ниндәй йүнәлештә һәләтле булыуына ҡарамай, һәр бала өсөн асыҡ буласаҡ.
Шәхсән эш: уҡыусыларҙың шәхсән сифаттарын, һәләттәрен иҫәпкә алып, уларҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Һәр кем ҡатнашырлыҡ: был эштә белем биреү институттары, йәмәғәт ойошмалары, бағыусылар, эш биреүселәр, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнаша ала. Мәғлүмәттәр әлеге система менән ҡыҙыҡһыныу-сыларҙың барыһы өсөн дә асыҡ буласаҡ.
Технология: заманса мәғлүмәт-коммуникация алымдарын ҡулланыу.
Бынан тыш, Һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса ведомство-ара координацион совет булдырыу күҙаллана.
Программаға ярашлы юғары уҡыу йорттары янында универсарийҙар булдырыу күҙаллана. Уларҙың асылы нимәлә? Вуз ҡарамағындағы был махсус мәктәптәрҙә өлкән класс уҡыусылары дөйөм белем биреү программаһы менән бер рәттән университет уҡытыусылары етәкселегендә айырым фәндәрҙе тәрәндән өйрә- нәсәк.
Был система әле үк Рәсәйҙең ҡайһы бер алдынғы вуздарында, мәҫәлән, МДУ-ла, МИФИ-ла, Сеченов исемендәге медицина университетында, Юғары иҡтисад мәктәбендә уңышлы тормошҡа ашырыла. Универсарийҙарҙа 10-сы, 11-се класс уҡыусылары уҡый һәм һайлаған йүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем ала, һөҙөмтәлә юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге лә арта. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы университеттары ҡарамағындағы мәктәптәрҙә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың бөтәһе лә БДИ-ны уңышлы тапшырған. Бынан тыш, күптәре Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүҙәр яулаған.
Беҙҙең республикала универса- рийҙар булдырыу тураһында тәҡдим БР Мәғариф министрлығының күптән түгел уҙған коллегия ултырышында яңғыраны.
— Әлегә республикала ҡайһы бер дөйөм белем биреү ойошмалары менән юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы «мәктәп — вуз» алымы ғына эшләп килә. Мәҫәлән, 153-сө лицей Өфө дәүләт авиация техник университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, — тип белдерҙе БР Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейын миҫалға килтерергә мөмкин, унда математика, физика, информатика, химия тәрәндән өйрәнелә.
Сәғитов белдереүенсә, әлеге концепцияны тормошҡа ашырыу өсөн республикала барлыҡ шарттар булдырылған. ТОП-200, ТОП-500 исемлектәренә инеүсе мәктәп-интернаттар, белемле уҡытыусылар, яҡшы ҡулланма материалдар, юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләү эше, алдынғы вуздар — барыһы ла ошо фекергә дәлил. Тик уларҙы берҙәм, эҙмә-эҙлекле системаға һалыу ғына бурыс.
Бынан тыш, райондарҙа муниципаль-ара ресурс үҙәктәре булдырыу зарур. Уларҙа балалар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларға әҙерләнеү, төплөрәк белем алыу мөмкинлегенә эйә булыр ине.
БР Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, республика вуздары менән дөйөм белем биреү мәктәп-интернаттары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу күҙаллана. Атап әйткәндә, Республика инженер лицей-интернаты базаһында Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы мәктәп асыласаҡ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын шефлыҡҡа аласаҡ.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында әйтеүҙәренсә, БР Мәғариф министрлығы менән берлектә башланған был проект 10-11-се класс уҡыусылары өсөн гуманитар йүнәлештәге Аҡмулла мәктәбе булдырыу-ҙан ғибәрәт. Уҡытыу өлкән класс уҡыусылары өсөн тәғәйен стандарттарға ярашлы алып барыласаҡ, әммә дәрестәр мәктәптә генә түгел, университетта ла үткәреләсәк. Күп кенә дәрестәргә, мәктәптән тыш күнекмәләргә вуз уҡытыусылары йәлеп ителәсәк. Был система һөҙөмтәһендә уҡыусылар һөнәр һайлау эшенә аңлыраҡ ҡарай башлаясаҡ, вуз мөхитенә лә тиҙерәк өйрәнәсәк.
Республика инженер лицей-интернаты базаһында эшләйәсәк Өфө дәүләт авиация техник университеты мәктәбенә килгәндә инде, бында тәбиғи-математик фәндәргә, инженерия йүнәлешенә баҫым яһаласаҡ. Ошо маҡсатта лицейҙа заманса программалар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған махсус уҡыу лабораториялары һәм проект биләмәләре булдырыла. Әлеге ваҡытта кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.
Уҡыусылар универсарийҙарға төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителәсәк. Уларҙа белем алыу хоҡуғына республикабыҙҙың һәр өлкән класс уҡыусыһы эйә.
Интернаттар үҙҙәренең юридик үҙаллылығын һаҡлап ҡаласаҡ, шул уҡ ваҡытта вуздарҙың беренсел белем биреү ойошмаһы булып һаналасаҡ.
Гимназияларҙа профилле кластар төҙөп, тәғәйен стандарттарға ярашлы уҡытыу менән бер рәттән вуз уҡытыусылары ҡатнашлығында өҫтәмә дәрестәр үткәреү варианты ла ҡарала. Юғары уҡыу йорттары уҡыусыларҙы үҙ биләмәһенә саҡырып та шөғөлләнергә мөмкин.
Март айында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән осрашты. Әңгәмә барышында һәләтле балалар тураһында ла һорау күтәрелде.
— Беҙҙе һеҙҙең эш тәжрибәгеҙ ҡыҙыҡһындыра, — тине республика Башлығы. — Әле һәләтле балалар буйынса республика программаһын бойомға ашырыуға тотондоҡ. Шуға күрә һеҙҙең ошо йүнәлештәге эш тәжрибәгеҙ менән танышып, фекерҙәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе ишетергә теләр инек.
— Мәскәү дәүләт университетының ике мәктәбе бар. Уларҙың Колмогоров исемендәгеһе 30 йылдан ашыу эшләп килә. Ул 3,5 мең фән кандидаты һәм докторы әҙерләп сығарҙы. Мәктәп әле лә элекке ҡеүәтен юғалтмай, уның үҙ методикаһы бар. Ул университет структураһына инә. Бер йыл элек МДУ ҡарамағындағы тағы бер гимназия булдырҙыҡ, уны мөһабәт һарай тиергә мөмкин. Ул яңы программалар нигеҙендә эшләй. Әгәр А.Н. Колмогоров исемендәге мәктәп асылда ябай белем усағы һаналып, унда математика, физика, химия фәндәре тәрәндән өйрәнелһә, яңы мәктәптә проект эшмәкәрлегенә баҫым яһала. Дәүләт компаниялары программалы-маҡсатлы әҙерлеккә заказ яһай. Уҡыу-сылар күпмелер ваҡыттарын әлеге компанияларҙа уҙғара. Мәктәптә иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә, — тип һөйләп үтте Виктор Садовничий.
— Бынан тыш, олимпиадаларға баҫым яһарға кәрәк, — тине баш ҡала вузы ректоры. — Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостандан 470 студент уҡый, әйтергә кәрәк, шуларҙың 370-е — олимпиада еңеүселәре. Һеҙҙә йәштәр талантлы, белемле. Уларҙың республикаға ҡайтыуы һәм эшләүе өсөн мөмкинлектәр булыуы мөһим.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:
— Мин 40 йылдан ашыу педагогик стажға эйәмен, шуға күрә бөгөн, республикала һәм илдә демография йәһәтенән һиҙелерлек көрсөк күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, һәләтле, белемгә ынтылыусы балалар һаны һис тә кәмемәне, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Өҫтәүенә бөгөн мәғариф даирәһендә уҡыусыларҙың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү өсөн яңынан-яңы шарттар булдырыла.
Бынан бер нисә йыл элек Баш-ҡортостанда кванториумдар, университет ҡарамағындағы мәктәптәр, технополистар эшләйәсәген күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Күптәр республика вуздары профессорҙарының, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты приват-профессорҙарының беҙҙең балалар менән уларҙың һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән күнекмәләр үткәреүенә лә ышана алмаҫ ине, моғайын.
Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ярҙамға
БР-ҙа Йәш таланттарҙы үҫтереү концепцияһы сиктәрендә od.bspu.ru — «Башҡортостан Республикаһының һәләтле балалары» мәғлүмәт порталы эш башланы. Унда олимпиадалар календары, конкурстар тураһында мәғлүмәт, уҡыу-методика йыйындары графигы, психолог кәңәштәре һәм башҡалар менән танышырға мөмкин.
2016-2017 уҡыу йылында республиканың 280 мең уҡыусыһы олимпиадаларҙа ҡатнашҡан.