Ташҡынға, ҡыш дауамында яуған ҡарҙан тыш, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа күренештәр йоғонто яһай. Быйыл ҡарҙағы һыу составы нормаға ҡарата 30 процент самаһы тәшкил итте. Бындай аҙ ҡарлы ҡыштар Башҡортостанда 1967, 1984, 2009 йылдарҙа күҙәтелгән. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге — нормаға ярашлы. Ғәҙәттә, ташҡын миҙгеле уртаса һауа температураһы нуль һәм унан юғарыраҡ булғанда башлана. Беҙҙең төбәктә ысын яҙ 4-8 апрелдә етә, ә йылғалар 10-15 апрель арауығында «уяна».
Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙағы һауа шарттарын һәм тау, дала йылғаларының ҡапыл боҙҙан асылыуын иҫәпкә алғанда, айырым урындарҙа боҙ тығылыу һәм шул сәбәпле ташҡын хәүефе тыуыу ихтималлығы бар. Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыу кимәле һуңғы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙән 30-40 процентҡа кәмерәк булмаҡсы. Бындай шарттарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларының уйһыу урындарҙағы биләмәләренә һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында — 280-380 см (норманан 160 см-ға аҙыраҡ), Өфө ҡалаһы эргәһендә — 400-500см (280 см-ға кәм), Бөрө ҡалаһы янында 400-550 см (220 см-ға кәм) буласаҡ тип күҙаллана.
Әйткәндәй, республикабыҙ — Рәсәй күләмендә яҙғы ташҡынды прогнозлауҙа авиация гамма-төшөрөү алымын ҡулланған берҙән-бер төбәк (был алым ярҙамында ҡарҙың ҡайҙа ниндәй ҡалынлыҡта булыуы асыҡлана).
— Быға тиклем ҡарҙағы һыу запасы Башгидромет станцияларындағы ҡар үлсәгестәр ярҙамында билдәләнде, — тип аңлатып үтте БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр. — Улар бик аҙ ине, айырыуса ҡар запасы күп булған таулы-урманлы төбәктәрҙә етешмәне. Авиация гамма-төшөрөү алымы ҡар ҡатламындағы һыуҙы мөмкин тиклем анығыраҡ билдәләргә булышлыҡ итә. Быйыл ул Ҡариҙел, Ағиҙел, Нөгөш, Сөн, Инйәр һәм Урал аръяғы йылғаларының бассейнын тикшереүҙә ҡулланыласаҡ. Алынған мәғлүмәттәр ташҡын буйынса аныҡ күҙаллау яһау өсөн Башгидрометҡа тапшырыла.
Рәсми прогноз 25 мартта, апрель айындағы һауа торошо хаҡында тулы мәғлүмәткә эйә булғас, яһаласаҡ.
Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәләр
Ташҡындың иң ҙур хәүефе — кеше йәшәгән биләмәләрҙе һыу баҫыуы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 366 тораҡ пункт хәүеф биләмәһенә инә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы биш йылда иң һыубаҫар төбәктәр булып Белорет һәм Йәрмәкәй райондары, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары һанала. Хәүеф биләмәһенә ингән тораҡ пункттарҙың тулы исемлеге БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 30 ғинуарында ҡабул ителгән «Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының һыу баҫыу ҡурҡынысы янаусы тораҡ пункттары реестрын раҫлау тураһында» 22-се ҡарарында бирелгән. Был документты Интернетта ла табырға мөмкин (docs.cntd.ru/document/463500747).
Реестр йыл һайын яңыртылып тора. Мәҫәлән, 2017 йылдың сентябрендә уға ташҡын хәүефе янаған тағы ла ике тиҫтә самаһы тораҡ пункт өҫтәлде. Улар иҫәбендә — Инйәр йылғаһы буйында ултырған Ҡарағай һәм Ҡыҙылъяр, Етеҙ Танып йылғаһын һыулаған Ҡасияр, Оло Эйек буйындағы Үрге Мөрсәләй, Миәкә йылғаһы ярында урынлашҡан Миәкәтамаҡ, Уяҙы йылғаһы буйындағы Бәләкәй Кәркәле, Мәнәүез йылғаһына яҡын Мәнәүезтамаҡ ауылдары, Өршәк буйындағы Булгаково ҡасабаһы.
Бынан тыш, гидротехник ҡоролмаларға яҡын урынлашҡан тораҡ пункттар ҙа хәүеф биләмәһенә ҡарай. Реестрға Павловка, Ҡарман, Йомағужа, Нөгөш, Ямашлы һыуһаҡлағыстары янындағы 50-ләп ауыл индерелгән.
Һыу баҫҡан биләмәләрҙә торлаҡ төҙөү тыйыласаҡ
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә: йылға һәм һыуһаҡлағыстарға яҡын уйһыулыҡтарҙа урынлашҡан тораҡ пункттар һыу баҫыу йәһәтенән иң ҙур хәүефкә эйә. Бығаса бер тапҡыр ҙа ташмаған йылғалар ҙа яҙын үҙен икенсе яҡтан күрһәтеүе ихтимал. Шуға күрә ундай ерҙәрҙә йәшәүселәрҙән һәр ваҡыт уяулыҡ талап ителә.
— Рәсәй закондарында әйтелеүенсә, һыубаҫар биләмәләрҙә һаҡлағыс ҡоролмалар булмаһа, төҙөлөш алып барыу тыйыла. Әммә был талап теүәл үтәлһен өсөн ундай биләмәләрҙе юридик йәһәттән билдәләү зарур. Рәсәй төбәктәренә был эште 2019 йылғаса тамамлау бурысы ҡуйылған. Һыубаҫар биләмәләр билдәләнеү менән мәғлүмәттәр Кадастр палатаһына, урындағы хакимиәттәргә ебәреләсәк. Муниципалитеттар төҙөлөшкә рөхсәт биргәндә, ерҙе ҡуртымға биреү йәки һатыу буйынса аукциондар үткәргәндә шул мәғлүмәттәргә таянып эш итергә тейеш, — тип аңлатты Виталий Тюр.
Ул әйтеүенсә, төҙөлөш тыйыласаҡ һыубаҫар биләмәләрҙе асыҡлау эше менән тар йүнәлештәге белгестәр — гидрологтар, инженер-гидротехниктар, топографтар, кадастр инженерҙары шөғөлләнә.
— Проектҡа «Роскосмос» корпорацияһы предприятиеларының берәйһенән белгестәр йәлеп итеү мөмкинлеге ҡарала. Әгәр ҙә юлдаш ярҙамында фотолар төшөрөү алымын ҡулланһаҡ, эште башҡарып сығыу күпкә еңелләшәсәк, ул саҡта ер-һыуҙы топографик төшөрөү талап ителмәйәсәк. Әлеге ваҡытта беҙ ошоға бәйле коммерция тәҡдимдәре көтәбеҙ һәм был мөмкинлекте хөкүмәт менән берлектә ҡараясаҡбыҙ.
2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала 22 тораҡ пунктҡа ҡағылышлы эштәр башҡарылған, ә дөйөм алғанда, ике йыл эсендә даими һыу баҫҡан һәм әүҙем рәүештә рөхсәтһеҙ төҙөлөш алып барылған 63 биләмәне тикшереү бурысы тора, уларҙың күбеһе Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәһенә тура килә. Бөгөн республикабыҙ хөкүмәттең әлеге ҡарарын үтәү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ете меңдән ашыу кеше һәм мең ярым берәмек техника яҙғы ташҡын мәленә тулыһынса әҙер. Улар иҫәбенә профессиональ ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авария-тергеҙеү бүлексәләре инә.
Бынан тыш, ташҡын торошон йыһандан, һауанан һәм ерҙән күҙәтәсәктәр. Республика биләмәһендәге һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы даими контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыласаҡ. Һыу ятҡылыҡтарындағы хәл-торошто Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле, Эҫем, Ҡариҙел, Әй, Йүрүҙән, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында урынлашҡан гидропостар күҙәтәсәк. Улар тәүлегенә ике тапҡыр йылғаларҙың торошо хаҡында мәғлүмәт еткерәсәк.
Ҡариҙел, Бөрө һәм Краснокама райондарында урындағы хакимиәттәр тарафынан йылғаларҙа боҙ тығындары барлыҡҡа килгән урындар алдан тикшерелә. Кәрәк тип табылһа, ярҙамға шартлатыусылар киләсәк. Әлеге мәлдә 12 тоннанан ашыу шартлатҡыс матдә запасы тупланған.
1 апрелдән 30-ына тиклем республиканың һыу баҫыу хәүефе янаған биләмәләрендә 42 оператив төркөм эшләйәсәк. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ килеп етеп, халыҡҡа ярҙам күрһәтергә бурыслы. Әгәр бәләгә тарыусы йортонан, ҡыйыҡ башынан үҙаллы сыға алмаһа, ҡайыштар, арҡандар һәм башҡа ҡорамалдар ҡулланыла. Кәрәк тип табылһа, шунда уҡ тәүге ярҙам күрһәтелә. Барлыҡ ҡазаға тарыусылар хәүеф биләмәһенән сығарылып, ваҡытлыса йәшәү урындарына алып барыла. 160 мең кешегә иҫәпләнгән 600-ҙән ашыу шундай пункт әҙерләнгән. Улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлашҡан. Урындағы үҙидара органдары тарафынан эвакуацияланған халыҡты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар күрелгән.
Ташҡын хаҡында халыҡҡа бөтә мөмкин булған саралар — смс-хәбәр, телевидение, радио, сиреналар һәм башҡалар аша мәғлүмәт еткерәсәктәр.
Кәрәк тип табылһа, янғын, тиҙ ярҙам, полиция хеҙмәте автомобилдәренә ҡуйылған тауыш көсәйткестәр ҙә ҡулланыласаҡ. Шәхси секторҙарҙа өй беренсә йөрөп, «Иғтибар! Ташҡын» тигән иҫкәртмәләр таратыласаҡ.
Ташҡынды онлайн күҙәтегеҙ
Республика халҡы яҙғы ташҡын мәлендә түбәндәге онлайн-ресурстар ярҙамында йылғаларҙағы һыу кимәлен үҙаллы күҙәтеү мөмкинлегенә эйә:
«Ташҡын 2.0» геоинформацион системаһы
Өршәк (Булгаков ҡасабаһы) һәм Ағиҙел йылғаларындағы (Өфө, Мәләүез ҡалалары) гидродатчиктар мәғлүмәттәре
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы постарының мәғлүмәттәре
Ташҡынды нисек иҫкәртергә
Һыу баҫыуҙан күрелгән зыянды мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында түбәндәгеләрҙе иҫтә тотоу мөһим:
Буласаҡ ташҡын кимәлен алдан самалағыҙ;
Йортоғоҙҙоң эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартығыҙ, уны йомшартып, әкренләп иреүенә булышлыҡ итегеҙ;
Йортоғоҙҙан канауҙарға, йырындарға табан һыу ағыу мөмкинлеге булдырығыҙ;
Йортоғоҙ янындағы һыу ағыу торбаларын, канауҙарҙы ҡарҙан, боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартығыҙ;
Һыу һурҙыртыу, түгеү ҡорамалдарығыҙ булһын: көнкүрештә ҡулланылған электр насостары, биҙрәләр, көрәктәр һ.б.;
Баҙ һәм подвалдарҙың торошон күҙ уңында тотоғоҙ, хужалыҡ ҡоролмаларының ныҡлығын тикшерегеҙ, кәрәкһә — нығытығыҙ;
Ихаталағы кәрәк-яраҡты мөмкин тиклем йыйығыҙ, сөнки һыу барыһын да ағыҙып алып китәсәк. Әгәр башҡа урынға күсереү мөмкин булмаһа, берәй ҡоролмаға бәйләп ҡуйығыҙ;
Бензин, кәрәсин кеүек яғыулыҡ материалдары һалынған һауыттарҙы ныҡ итеп ябығыҙ, уларҙы ҡолап, түгелмәҫлек итеп урынлаштырығыҙ;
Аҙыҡ-түлекте баҙҙан өҫкә күтәрегеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе өҫкө ҡатҡа йәки сарҙаҡҡа күсерегеҙ;
Алдан мал-тыуарҙы ҡурҡыныс янамаған урынға ҡыуыу хаҡында хәстәрләгеҙ;
Ташҡын була ҡалһа, туғандарығыҙҙа, таныштарығыҙҙа ваҡытлыса йәшәү мөмкинлеге тураһында һөйләшегеҙ;
Транспорт сараларын ҡалҡыу ергә йәки ҡалала түләүле автомобиль ҡуйыу урындарының өҫкө ҡаттарына ҡуйығыҙ;
Кеҫә телефонығыҙ һәр ваҡыт тулы зарядлы булһын;
Йортоғоҙҙоң эргә-тирәһендә ҡар, боҙ, сүп-сар менән ҡапланған һыу ағыу торбалары күрһәгеҙ, ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығына йәки 112 телефоны буйынса Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
Ташҡындан күрелгән матди зыянды кәметеү өсөн милкегеҙҙе страховкалағыҙ.
Ташҡын ваҡытында нимәләр эшләргә
Тәү сиратта ашығыс хәбәр итеүҙәргә иғтибарлы булығыҙ. Улар сирена, смс-хәбәр, радио һәм телевидение аша белдереүҙәр, ауыл ерендә хатта тауыш ярҙамында таратылыуы ихтимал.
Ташҡын ҡапыл башланһа, йорттоң өҫкө ҡатына күтәрелегеҙ. Әгәр торлағығыҙ бер ҡатлы булһа, ҡыйыҡ башына, сарҙаҡҡа менегеҙ.
Ярҙам килгәнсе өҫкө ҡатта, ҡыйыҡта, ағас башында йәки башҡа ҡалҡыу урында булығыҙ. Ҡотҡарыусыларға үҙегеҙ хаҡында белдереп, сигналдар ебәрегеҙ.
Иң мөһиме — тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Эвакуация хаҡында сигнал ишетеү менән документтарығыҙҙы һәм иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе алып, урындағы хакимиәт тарафынан билдәләнгән ергә барығыҙ. Торлаҡтан сығыр алдынан электрҙы, газды, мейестәге утты һүндерегеҙ, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап ябығыҙ, ваҡыт булһа, беренсе ҡаттағы тәҙрә һәм ишектәргә арҡыры таҡта ҡағып нығытығыҙ. Ҡағиҙәгә ярашлы, йыйылыу урыны ҡалҡыу урында билдәләнә. Махсус бүленгән техника ярҙамында һеҙҙе ваҡытлыса йәшәү урынына йәки туғандарығыҙға алып барасаҡтар.
Ташҡындан һуң нимәләр эшләргә
Радио тыңлағыҙ һәм ҡотҡарыусыларҙың инструкцияларын үтәгеҙ.
Торлағығыҙға кире ҡайтҡанда өҙөлгән, һәленеп төшкән электр сымдарынан һаҡ булығыҙ.
Электр селтәрен белгестәр тикшермәйенсә, электр ҡорамалдары менән ҡулланмағыҙ.
Йортҡа ингәндә һаҡ булығыҙ, иҙән, түбә, стеналарҙың ныҡлығын тикшерегеҙ.
Эске бүлмәләрҙе ҡарағанда шырпы, шәм кеүек асыҡ ут сығанаҡтары ҡулланмағыҙ, газ йыйылыу ҡурҡынысы бар. Кәрәк булһа, батарейка ярҙамында эшләүсе фонарҙар менән яҡтыртығыҙ.
Ташҡындан һуң эсәр һыуға, еүешләнгән аҙыҡ-түлеккә санитар тикшереү үткәреү зарур.
Ҡоҙоҡтарҙы һыуын тулыһынса һурҙырып таҙартығыҙ.
Торлағығыҙҙы елләтеп киптерегеҙ, бысраҡ һауыт-һабаны, мебелде, башҡа йыһаздарҙы ҡайнар һыу, махсус шыйыҡсалар менән йыуып тотоноғоҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, 112 һандарын йыйып, берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.