Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл һәм ҡалаларға — уңайлы мөхит

Республика халҡы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар өсөн тауыш бирә ала

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» дәүләт программаһын тормош-ҡа ашырыу дауам итә. Уның һөҙөмтәһендә БР ҡалаларында һәм райондарында ихаталар һәм йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелә.


Рөстәм ХӘМИТОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Был өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙың төп асылы — әлеге эштәргә ябай халыҡты йәлеп итеү һәм йәмәғәт контролен көсәйтеү. Төҙөкләндерелгән объекттар иҫәбендә — Межгорьелағы парк, Нефтекамалағы Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә аллея, Белореттың ҡала паркы, Сибайҙағы «Йәшлек» скверы, Яңауылдағы мәҙәниәт һәм ял паркы. Йәшәгән төйәгебеҙҙе тәртипкә килтереүҙең һәр йәһәттән мөһим булыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләп үткем килә, сөнки яҡын киләсәктә беҙҙең алда әһәмиәтле, ҙур саралар үткәреү бурысы тора. Мәҫәлән, 2019 йылда Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ, 2020 йылда республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Был форумдарҙа, сараларҙа ҡатнашыусылар Өфөнән башҡа ҡалаларға ла барасаҡ, шуға күрә улар һәр йәһәттән юғары кимәлдә — матур, бөхтә, таҙа, төҙөк булырға тейеш. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, тәртип һәм таҙалыҡ халыҡтың үҙе өсөн мөһим.


Константин ТОЛКАЧЕВ,

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:

— Башҡортостанда был проектты тормошҡа ашырыу уның кәрәкле булыуын һәм халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға ыңғай йоғонто яһауын раҫланы. Ҡалаларыбыҙҙың тышҡы йөҙө генә түгел, халыҡ та үҙгәрә — улар үҙҙәрен ошо ерҙең ысын хужалары итеп тоя.


Сергей АФОНИН,

БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры:

— Проект төҙөкләндереү эштәрендә халыҡтың ҡатнашыуын мотлаҡ шарт итеп ҡуя. Шуға бәйле программа сиктәрендә ихатала нимә эшләргә, ниндәй йәмәғәт биләмәләрен — яр буйҙарын, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндерергә икәнен граждандар үҙҙәре хәл итә.


Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсатына ярашлы, капиталь ремонт үткәрелгән күп фатирлы йорттар һанын арттырыу, күмәк халыҡ ял иткән урындарҙы — парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы, яр буйҙарын төҙөкләндереү күҙ уңында тотола.

Нимәләр эшләнгән

2017 йылда Башҡортостан өҫтөнлөклө федераль проектты тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының алдынғы төбәктәре исемлегенә инде. Республикала 416 ихата һәм 37 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Урамдарҙы, сквер-ҙарҙы яҡтыртыу, автомобиль туҡталыштары, контейнер майҙансыҡтары булдырыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә бихисап эштәр башҡарылған. Заманса балалар уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.

Финанслау федераль һәм республика бюджеттарынан башҡарылған, дөйөм сумма 1 миллиард 32 миллион һум тәшкил иткән. Был аҡсаның өстән ике өлөшө — күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын тәртипкә килтереүгә, өстән бер өлөшө йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

Мәҫәлән, былтыр Стәрлетамаҡта 93 ихата һәм бер йәмәғәт биләмәһе яңы төҫ алған. Был маҡсатта 120 миллион һум самаһы аҡса бүленгән, уның 96 миллион һумы — федераль бюджеттан, 20 миллионы — республиканан, 4 миллионы — милекселәр иғәнәһе. Атап әйткәндә, Хоҙайбирҙин урамында аллея рәткә килтерелгән: асфальт япма ремонтланған, яҡтыртыу лампалары, ҡоймалар яңыртылған, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған, велосипедлылар өсөн юлдар һәм парковкалар барлыҡҡа килгән.

Ишембайҙа проектты тормошҡа ашырыу өсөн 61 миллион һум аҡса тотонолған, уның 2 миллионы — милекселәр өлөшө. Һөҙөмтәлә ихата эсендәге юлдарға асфальт түшәлгән, балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған. Мәҫәлән, Докучаев урамындағы алты күп фатирлы йортто берләштергән ихата танымаҫлыҡ үҙгәреш кисергән: баскетбол, футбол, балалар майҙансыҡтары, хатта сәхнә барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, Ленин проспектының Ағиҙел ярына илткән өлөшөнә асфальт түшәлгән, ағастар ултыртылған, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.

Белоретта 22 ихата төҙөкләндерелгән.

— Был бик ҙур эш, бығаса Белоретта бер ҡасан да бер юлы шуның сама ихата тәртипкә килтерелгәне юҡ ине әле, — ти ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков. — Барлыҡ эштәр ҙә халыҡтың туранан-тура ҡатнашлығында баш-ҡарылды. Автомобиль ҡуйыу урындары, йәшел биләмәләр булдырыу һәм юлдарҙы киңәйтеүгә бәйле бәхәсле мәлдәр үҙ-ара килешеп, тиҙ арала хәл ителде. Уңыш нигеҙе бер-ҙәм хеҙмәттә булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ.

Белорет ҡалаһы халҡының ярат-ҡан урыны — Ленин урамындағы Үҙәк скверҙы төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 10 миллион һум бүленгән. Дөйөм тырышлыҡ менән тротуар плиткалары һалынған, яҡтыртыу лампалары, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр ҡуйылған, сәскә түтәлдәре һәм йәшел биләмәләр барлыҡҡа килгән.

Һәр тарафҡа

2018 йылдан «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыуҙа республиканың бөтә 63 муниципаль берәмеге ҡатнашасаҡ. Урындағы программаларҙы финанслауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана, уның 891 миллион һумы — федераль, 175 миллионы — республика бюджетынан.

Халҡы 20 меңдән ашыу булған торама пункттар — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Сибай, Ағиҙел, Ишембай, Туймазы, Бөрө, Белорет, Мәләүез, Учалы, Дәүләкән, Яңауыл, Благовещен, Дүртөйлө, Баймаҡ, Бәләбәй, Межгорье, Приют, Шишмә, Иглин ҡала һәм ҡасабалары проектты ғәмәлгә ашырыуға тотондо ла инде.

Төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү

Быйыл һәр кем төҙөкләндереү объектын һайлауҙа ҡатнаша ала, йәғни билдәле проекттар тауыш биреүгә сығарыла һәм, уның һөҙөмтәһенә ярашлы, был объекттар киләһе йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ муниципаль программаларға индерелә.

Ғинуар айында ҡала һәм район халҡы ниндәй йәмәғәт урындары (парктар, скверҙар, аллеялар һәм башҡалар) төҙөкләндереүгә мохтаж булыуын билдәләне. Ғаризалар яҙма рәүештә лә, онлайн формала ла ҡабул ителде. Ҡала хакимиәттәренә 50 меңдән ашыу тәҡдим килде.

Февралдә халыҡ тарафынан иң ныҡ яҡлау тапҡан биләмә исемлектәре урындағы матбуғатта баҫылды, хакимиәттәрҙең сайттарына ҡуйылды. Март башына дизайн-проекттар әҙерләнде.

Төҙөкләндереләсәк биләмәләр-ҙең һәм проекттарҙың аныҡ исемлеген халыҡ 18 мартта — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаған көндә, үҙҙәренең һайлау участкаларында билдәләйәсәк. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә быйыл башҡарыласаҡ эштәр һайлап алынасаҡ. Проект ни тиклем күберәк тауыш йыйһа, ул шул тиклем тиҙерәк ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Нефтекамала ҡала паркының төп сәхнәһе янындағы скверҙы һәм Яҡты күленең ярҙарын төҙөкләндереү тауыш биреүгә сығарыла. Яңыртылған сквер проекты велосипедсылар өсөн юлдар төҙөүҙе, яҡтыртыу лампалары һәм стела ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Яҡты күленең ярҙарын төҙөкләндереү буйынса дизайн-проектҡа ярашлы, бында спорт һәм балалар майҙансыҡтары, шулай уҡ эт йөрөтөү өсөн махсус йыһазландырылған биләмә барлыҡҡа киләсәк. Күл яры буйлап яҡтылыҡ лампалары ҡуйыу ҙа күҙаллана.

Стәрлетамаҡ халҡы Стәрле һәм Ольховка йылғаларының яр буйҙарын тәртипкә килтермәксе. Шулай уҡ исемлектә йәйәүлеләр өсөн тәғәйен бер нисә биләмә һәм ҡала парктары бар.

Салауатта Батыр аллеяһын һәм Ленин урамындағы аллеяны, ҡала дауаханаһы янындағы биләмәне, пляжды, ҡала скверҙарын, Салауат Юлаев бульварындағы фонтанды төҙөкләндерергә тәҡдим итәләр.

Яңауыл халҡы өс проекттың берәүһе өсөн тауыш бирәсәк. Тәүгеһе мәҙәниәт һәм ял паркындағы фонтанды яңыртыуға бәйле булһа, икенсеһе — скверҙа велороллер юлы булдырыуҙы, өсөнсөһө ҡаланың үҙәк майҙанындағы сәхнәне йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота.

Тауыш биреүҙең рәсми һөҙөмтәләре 25 мартҡа тиклем урындағы хакимиәттәрҙең сайтында һәм киң мәғлүмәт баҫмаларында баҫыласаҡ.


2018 йылда БР-ҙа проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд һумдан ашыу аҡса бүленәсәк