Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
27 Февраль 2018, 13:18

Рәхим ит, турист!

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Республикабыҙ эске туризм үҫеше буйынса иң яҡшы биш төбәк исемлегенә инде. Яңы маршруттар эшләнә, күләмле инвестицион проекттар тормошҡа ашырыла... Әлеге мәлдә дауалау-һауыҡтырыу туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Көньяҡ Урал» берҙәм туристик биләмәһен булдырыу эшен башлап торабыҙ.

Меңдәрсә кеше ял өсөн Башҡортостанды һайлай
Башҡортостан үҙенең шифаханалары менән данлы. Саф һауа, таҙа һыулы күлдәр, шифалы сығанаҡтар — ошо һәм башҡа бик күп тәбиғәт байлыҡтары туристик базалар, шифаханалар, тау саңғыһы үҙәктәре булдырыуға булышлыҡ итә. Туризм тармағы көндән-көн үҫешә бара, әммә башҡараһы эштәр ҙә етерлек әле.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Башҡортостан туризмды үҫтереү өсөн яҡшы потенциалға эйә төбәк һанала, тармаҡ өсөн уңайлыҡтар етерлек. Бында һүҙ ҡунаҡханалар, шифаханалар, профилакторийҙар, күңел асыу үҙәктәре, йәмәғәт туҡланыу селтәре тураһында бара. Ә инде республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәте — 300-гә яҡын карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, мәғрүр тау һырттары, «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты, өс ҡурсаулыҡ, милли парк һәм дүрт тәбиғи парк туристарҙы айырыуса йәлеп итә.


Башҡортостан шифаханалары

Башҡортостан шифаханаларының даны күптән инде тирә-яҡҡа таралған, һәр береһе ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Уларҙа шифалы һыуҙар, батҡаҡ, ҡымыҙ менән дауалау киң ҡулланыла. Күптәренең дауалау көсө, тылсымлы тәьҫире борон-борондан билдәле булған. Башҡорт ерендәге минераль һыу сығанаҡтары тураһында XVI быуатта уҡ яҙып ҡалдырғандар. «Яҡтыкүл», «Асы», «Талҡаҫ», «Янғантау», «Красноусол» — был шифаханалар рәхәтләнеп ял итергә, сәләмәтлеген нығытырға теләүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итә.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 76 шифахана-курорт ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа йыл дауамында 300 мең тирәһе кеше һаулығын нығыта.

Башҡортостан шифаханалары тураһында беҙ БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шифахана-курорт дауалауы буйынса баш белгесе Лира ҒИЛМЕТДИНОВА менән әңгәмәләштек.

— Лира Тәлғәт ҡыҙы, курортология нимә ул һәм беҙҙең республика шифаханаларының үҙенсәлеге нимәлә?

— Курортология — тәбиғәт шарттарының һәм климаттың шифалы үҙенсәлектәрен, уларҙы төрлө сирҙәрҙе дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүсе фән, йәғни медицинаның бер тармағы. Шифахана-курорт дауалауы үҙ эсенә профилактика, һауыҡтырыу һәм төрлө сирҙәрҙән һуң организмды тергеҙеү маҡсатында тәбиғи дауалау сығанаҡтарын ҡулланып, ошо йүнәлештә эшләүсе учреждениеларҙа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ала.

Республикабыҙҙа шифахана-курорт системаһы яҡшы үҫешкән, беҙҙә балалар һәм ололар шифаханалары, профилакторийҙар, һауыҡтырыу лагерҙары бихисап.

Ололар өсөн тәғәйен шифаханаларҙа йыл һайын республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән 250 меңдән ашыу кеше сәләмәтлеген нығыта. Балалар шифаханалары йыл дауамында 37 меңдән ашыу баланы ҡабул итә, тағы ла 130 мең тирәһе уҡыусы йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында ял итә.

— Беҙҙең шифаханалар ниндәй реабилитация саралары тәҡдим итә ала?

— Йыл һайын төбәк аҡсалары иҫәбенә биш меңдән ашыу кешегә медицина реабилитация ярҙамы күрһәтелә. Миокард инфаркты, мейелә ҡан әйләнеше боҙолоу, тотороҡһоҙ стенокардия кеүек сирҙәр, йөрәккә, ҡан тамырҙарына һәм быуындарға операция үткәреүселәргә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына юллама бирелә. Эске ағзаларына операция яһатыусылар — «Йоматау», һөнәри сирҙәргә юлығыусылар, эш урынында йәрәхәтләнеүселәр «Ҡарағай» шифаханаларында сәләмәтлеген нығыта. Республикабыҙ биләмәһендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы туберкулезға ҡаршы өс шифахана урынлашҡан, улар йыл әйләнәһенә илдең төрлө төбәктәренән ике меңдән ашыу пациентты ҡабул итә.

«Салют», «Аҡбуҙат», «Нур», «Красноусол» балалар шифаханаларында йыл дауамында нервы һәм һөйәк-мускул системаһы сирҙәре менән интегеүсе ике меңгә яҡын кескәй пациент һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә.

— Башҡортостан шифаханаларында ниндәй тәбиғи дауалау сығанаҡтары ҡулланыла?

— Улар күп төрлө һәм, әйтергә кәрәк, бик һөҙөмтәле. Әлбиттә, иң киң таралғаны — минераль һыуҙар, беҙҙә уларҙың хлорид-натрийлы, көкөрт водородлы, кальций-магнийлы, кальций-натрийлы һәм башҡа төрҙәре бар. Һәр төрлө шифалы батҡаҡтар, ләмдәр ҙә киң ҡулланыла. Янғантауҙың геотермаль газдары һәм быуҙары ошо тау исемен йөрөткән шифахананың дауалау алымдары нигеҙен тәшкил итә. Шулай уҡ ҡымыҙ, төбәгебеҙҙә үҫкән дарыу үләндәре лә күп сирҙәргә килешә.

— Бындай дауалау ни дәрәжәлә һөҙөмтәле?

— Республикабыҙҙағы шифахана-курорт дауалауҙың һөҙөмтәлелеге юғары баһалана. Быны ғилми тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай: бер курс терапияның файҙаһы 6-12 айға етә, ә сир хәүефе ике-өс тапҡырға кәмей. Эшкә һәләтлелек арта, йәшәү рәүеше яҡшыра.

Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙәге барлыҡ шифаханаларҙың дауалау алымдары нигеҙен курорт медицинаһы буйынса ғилми-тикшеренеү эшкәртмәләре тәшкил итә. Яңы технологиялар арҡаһында шифаханалар күрһәткән ярҙамдың һөҙөмтәлелеге арта бара. Ошоға бәйле беҙҙең курорттарҙың абруйы ла үҫә, йыл һайын Бөтә Рәсәй күләмендә үткәрелгән «Сәләмәтлек йорто» форумында Башҡортостан шифаханалары иң яҡшылар рәтендә билдәләнә.

Әүҙем ял билдәлелек яулай

Әүҙем ял яратыусылар өсөн республикала 19 тау саңғыһы үҙәге эшләй. Төрлө сығанаҡтар билдәләүенсә, улар йылына 800 мең самаһы кешене ҡабул итә. Тау саңғыһы үҙәктәренең иң билдәлеләре — «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл», «Морат», «Павлов паркы», «Уяҙытау», «Ҡандракүл», «Ҡуштау».

Республикала бер нисә тәбиғи һаҡлау биләмәһе урынлашҡан: «Башҡортостан» милли паркы», Башҡортостан, Көньяҡ Урал, «Шүлгәнташ» ҡурсаулыҡтары, «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Асылыкүл», «Ирәмәл» тәбиғи парктары. Улар төбәгебеҙ халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урындарына әйләнгән. Мәҫәлән, уҙған йылда милли парк һәм ҡурсаулыҡтарҙа 145 меңдән ашыу кеше булған.

Блогер Рәис Ғәбитов фекеренсә, республикабыҙ йылдан-йыл билдәлелек яулай бара. Өфө эшлекле туризм үҙәге булараҡ танылыу ала. «Яҡтыкүл», «Морат», «Абҙаҡ» тау саңғыларын берләштереүсе «Урал легендалары» кластеры әүҙем ял үҫешенә булышлыҡ итә. «Янғантау» һәм «Красноусол» кеүек билдәле сәләмәтлек үҙәктәре шифахана-курорт ялы тәҡдим итә. Туристарҙы айырыуса Яҡтыкүл, үҙенең серле Шүлгәнташы менән Бөрйән, Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы маршруты ылыҡтыра. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һәр береһендә тиерлек заманса ҡунаҡханалар ҡалҡып сыҡты.

— Юлдар торошо хәл итәһе мәсьәлә булып ҡала, — ти Ғәбитов. — Шифаханаларға барыу бер ниндәй ҙә мәшәҡәт тыуҙырмай. Ә бына тау битләүҙәрендәге приют һәм базалар менән хәл ҡатмарлыраҡ. Бының асыҡ миҫалы — «Ирәмәл» тәбиғи паркы. Паркка тиклем биш-алты саҡрым юлды төҙөкләндерәһе бар. Юлдың бына ошо өлөшө ремонтланһа, Ирәмәлгә туристар ағымы бермә-бер артыр ине. Дәүләт юл, электр уты, элемтә мәсьәләләрен хәл итергә тейеш. Ә ҡалғанын эшҡыуарҙар үҙҙәре лә төҙөйәсәк.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, заманға ярашлы уңайлыҡтар булдырыу — ысынлап та дәүләт яуаплылығында, был тәңгәлдә эшләйһе эштәр бар әле. Былтыр «Урал легендалары» Башҡортостандың тау курорттары» кластерын үҫтереү сиктәрендә Өфө-Белорет тиҙ йөрөшлө поезы йөрөй башланы. Ул туристарға тау-саңғы үҙәктәренә, тау курорттарына бер мәшәҡәтһеҙ барып ҡайтырға мөмкинлек бирә.

— Беҙ республикабыҙҙың тап туризм йәһәтенән нығыраҡ танылыуын теләйбеҙ, — тип һөйләй Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләзетдинов. — Бының өсөн әкренләп беҙҙең халыҡтың менталитетын үҙгәртергә кәрәк. Беренсенән, сәйәхәт итеүҙе популярлаштырыу зарур. Икенсенән, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү, сөнки килгән туристы кемдер ҡаршы алырға, урынлаштырырға, йәғни уны ҡулланып аҡса эшләй белергә тейеш. «Бөрйән», «Урал легендалары» Башҡортостандың тау курорттары», «Асылыкүл» курорт паркы» кластерҙары төҙөү тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ. Туризмды үҫтереү йәһәтенән быйылғы йылға шундай бурыстар ҡуябыҙ: бөтә республиканың һәм айырым туристик кластерҙарҙың брендын раҫлау; республикалағы әүҙем ял итеүселәр ағымын тикшереү һәм һәр төбәккә хас «турист портретын» булдырыу. Был эш урындарҙа ла алып барыласаҡ, һәм ул беҙгә Башҡортостан турисын күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итәсәк.

Этномәҙәни ваҡиғалы туризм

Беҙҙә «Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһы ғәмәлгә ашырыла, унда билдәләнгән бурыстарҙың береһе көнәркәшлеккә эйә туристик продукция булдырыуға, уны төбәгебеҙҙә һәм донъя кимәлендә танытыуға ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, «Мөғжизәле, байрамса Башҡортостан 2017» проекты һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙ тәүге тапҡыр Рәсәйҙең яңы йыл байрамдары мәлендә иң билдәле ун төбәге исемлегенә инде.

Былтырғы әһәмиәтле ваҡиғаларҙан «Яҡтыкүл» шифаханаһы биләмәһендә уҙғарылған курорт һабантуйын, Бөрйәндәге Халыҡ-ара бал этнофестивален һәм матур традицияға әйләнгән «Бөрө алмаһы» фестивален билдәләп үтергә мөмкин.

Республикабыҙ тәүге тапҡыр ваҡиғалы туризм өлкәһендәге Russian Event Awards милли премия конкурсында ҡатнашып, Волга буйы һәм Урал төбәгенең финалистары араһында билдәләнде.

Быйыл да Башҡортостан ошо уҡ премияға бер нисә проект тәҡдим итте, һәм улар #ПораПутешествоватьПоРоссии – 2018 электрон йыйынтығына индерелде. «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале, шифахана һабантуйы, «Бөрө алмаһы» байрамы, «Мөғжизәле, байрамса Башҡортостан» проекты күп туристарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип көтөлә.

Отдельно

Башҡортостанды иңләп-буйлап

«Рус география йәмғиәте» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин һөйләй:

— Башҡортостан — Рус география йәмғиәте бүлексәһе эшмәкәрлеген һәр муниципаль берәмектә йәйелдергән берҙән-бер төбәк. Йәмғиәттең эшмәкәрлеге бик күп йүнәлештәрҙе берләштерә, шул иҫәптән экологик белем биреү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, туризм эшмәкәрлеге, тыуған төйәкте өйрәнеү буйынса ла эшләйбеҙ.

Рөстәм Хәмитовтың тәҡдименә ярашлы, «Еҙем» тәбиғи паркын булдырыуҙа ҡатнашабыҙ. Ул үҙ эсенә Уралдағы иң оҙон Киндерле мәмерйәһен ала. Былтыр беҙҙең йәмғиәт ярҙамы менән мәмерйәлә таҙартыу эштәре һәм топографик съемка үткәрелде. Әлеге ваҡытта 36 мең га майҙанды биләйәсәк парк проекты дәүләт тикшереүе үтә. Төбәк Башлығының икенсе тәҡдиме Өфөлә «Бал ауылы» булдырыуға ҡайтып ҡала. Унда бал музейы, лекторий, ысын умарталыҡтар (солоҡ һәм ғәҙәти), бал тәмләү залы, йәрминкәләр уҙғарыу майҙансығы, сувенир кибеттәре, балалар өсөн уйын биләмәһе буласаҡ. Өсөнсө яңылыҡ — Салауат Юлаев һәйкәле тәңгәленән саҡ ҡына аҫтараҡ яхталар һәм бәләкәй суднолар өсөн гавань төҙөү. Һис шикһеҙ, был объекттар республикабыҙға тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итәсәк.

Бынан тыш, «Башҡортостанды иңләп-буйлап» тип аталған туристик маршрут эш башлаясаҡ. Ул республиканың үҙәген һәм иң ситке географик нөктәләрен үҙ эсенә ала. Барлыҡ биш географик нөктәлә лә булыусыларға «Башҡортостанды иңләп-буйлап» тип аталған билдәләр һәм исемле сертификаттар тапшырыласаҡ. Ғәҙәттә, туристар, бигерәк тә йәштәр өсөн ошоноң ише иҫтәлекле ваҡ-төйәк үҙенә күрә әһәмиәткә эйә. Быға «Урал барыҫы» проектын ғәмәлгә ашырғанда тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ул Көньяҡ Уралдың бер саҡрым бейеклектәге ете үренә артылыуҙан ғибәрәт ине. Бындай бейеклеккә күтәрелеү махсус әҙерлек талап итмәй. Проект билдәлелек яулап, күптәрҙең күңеленә хуш килде, әлеге йүнәлештәр буйынса туристар ағымы бермә-бер артты.

Өфө спелеодайверҙары Йомағужа һыуһаҡлағысындағы Һаҡаҫҡы мәмерйәһенә төшөүҙә ҡатнашты. Күҙаллауҙар буйынса ул донъялағы иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе булыуы ихтимал. Әлегә был исемде Урҙа мәмерйәһе йөрөтә (8 км), ә Һаҡаҫҡының оҙонлоғо 20 саҡрым самаһы, тип фаразлана. Әгәр был факт раҫланһа, ул бөтә донъяның дайверҙарында ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Шуға күрә беҙ әле үк «Башҡорт ауылы» туристик базаһы етәкселеге менән Йомағужа һыуһаҡлағысында тәрән һыуҙарға төшөү үҙәге булдырыуға әҙерлек хаҡында һөйләштек.

Беҙҙең йәмғиәттең әүҙем ағзалары ЮНЕСКО яҡлауы аҫтында Салауат районында Рәсәйҙә тәүге Геопарк булдырыу өсөн нигеҙ әҙерләне. Рәсәй география йәмғиәте белгестәре кәрәкле мәғлүмәт йыйыу өсөн был урында өс тапҡыр булды.

Рәсәйҙә беҙҙең киңлектәге берҙән-бер Асҡын боҙ мәмерйәһен һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында бүлексә уны оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алды. Биләмәне төҙөкләндереүгә, инструкторҙар һәм туристар өсөн йорттар төҙөүгә БР Хөкүмәте ике миллион һум күләмдә грант бүлде.
Белешмә өсөн

Республикала Туристик ресурстар реестры булдырылған, унда өс мең самаһы объект ингән. Төп иғтибар күмәк халыҡ ихтыяждарына – ҡунаҡханалар, шифахана-курорт, ял ойошмаларына, туристик базаларға бирелә. Реестр bashkiria.travel туристик интернет-порталында һәм Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты сайтында — tourism.bashkortostan.ru урын алған. Бынан тыш, rgo-rb.ru сайты аша барлыҡ шифаханалар, туристик базалар, тау саңғыһы үҙәктәре, тәбиғи һәм милли парктар, тарихи һәм тәбиғи һәйкәлдәр, йылғалар, шарлауыҡтар, мәмерйәләр, атлы, йәйәүле, һыу маршруттары тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Бөтә был башланғыстар республикаға туристар ағымын арттырыуға булышлыҡ итә.
Цифра

2017 йылда БР 2 млн самаһы туристы ҡабул иткән

2017 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингта республикабыҙ 11-се урын биләй


На фото:

Республиканың иң матур урындарының береһе — Нөгөш йылғаһы

Фото: туризм-рб.рф