Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
13 Февраль 2018, 12:57

Эш хаҡы нисек артасаҡ

Минималь эш хаҡы күләме тағы ла ике мең һумға күберәк буласаҡХәбәр итеүебеҙсә, яңы йылдан республикала минималь эш хаҡы күләме артты: Урал коэффициентын иҫәпкә алғандан һуң ул 10912 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ә 1 майҙан был сумма тағы ла ике мең һумға артасаҡ.

Рөстәм ХӘМИТОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Кешеләр хеҙмәте өсөн лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш
2018 йылдың 29 ғинуарында Мәскәүҙә ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй профсоюз берләшмәләре, Бөтә Рәсәй эш биреүселәр берләшмәләре һәм РФ Хөкүмәте араһында 2018-2020 йылдарға иҫәпләнгән Генераль килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ундағы бер пунктта минималь эш хаҡын йәшәү минимумы кимәлендә тотоу хаҡында әйтелә.

Владимир Путин билдәләүенсә, социаль гарантиялар йәһәтенән дә, хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса ла һәр кем яҡлау тойорға, ә башҡарған эше өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш.

Үҙ сиратында Башҡортостанда ла ошо йүнәлештә эшләүсе Республика өс яҡлы комиссияһының ултырышы үтте. БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов белдереүенсә, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә яңы билдәләнгән минималь эш хаҡынан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләү өсөн аҡса бар.

— Республика Хөкүмәте законды тулыһынса үтәүҙе тәьмин итәсәк, — тине Сәғитов. — БР Финанстар министрлығының алдан күҙаллаған күрһәткестәренә ярашлы, 2018 йылда республиканың бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 10912 һумдан кәм булмаған эш хаҡы түләү өсөн 621 миллион һум аҡса кәрәк. Минималь эш хаҡы күләменең артыуы бюджет өлкәһендә эшләүсе 19,9 мең кешегә ҡағыла. Әммә иҡтисадтың реаль секторында ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар тыуыуы ихтимал, сөнки эш биреүселәр закон тарафынан билдәләнгән минималь эш хаҡынан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләүҙе үҙ иҫәбенә тәьмин итергә тейеш. Яңыраҡ, 2017 йыл аҙағында ғына, республиканың бюджеттан тыш тармаҡтарында минималь эш хаҡы 9 мең һум ине, әле ул 11 мең һумға етә яҙҙы, йәғни яҡынса өстән бер өлөшкә артты. Был осраҡта иҡтисадтың реаль секторына ҡараусы эш биреүселәр минималь эш хаҡынан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләү менән бер рәттән хеҙмәткәрҙәр өсөн элекке шарттарҙы һаҡларға ла тейеш.

Эш хаҡы нисек түләнәсәк

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, минималь эш хаҡын йәшәү минимумынаса күтәреү ике этапта үтәсәк.

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 9489 һум тип билдәләнде, был 2017 йылдың икенсе кварталына ҡарата хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн тәғәйен йәшәү минимумының 85 процентына тиң. 2019 йылдың башына был ике күрһәткесте тулыһынса тигеҙләү күҙаллана.

Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына Урал коэффициенты (15%) өҫтәлә, шуға күрә минималь эш хаҡы ла ошо коэффициентты иҫәпкә алып билдәләнергә тейеш. Шулай итеп, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан төбәгебеҙҙә минималь эш хаҡы, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 10912 һум тәшкил итә (9489 + 1423).

Бынан тыш, әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Дәүләт Думаһына хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумын айына 11163 һум күләмдә билдәләп, 2018 йылдың 1 майынан минималь эш хаҡын ошо күрһәткескә еткереү тураһында закон проекты тәҡдим ителгән. Был осраҡта беҙҙә минималь эш хаҡы, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 12838 һумға тиклем артасаҡ.

Ниндәй саралар күреләсәк

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин:

— Минималь эш хаҡын йәшәү минимумы менән тигеҙләү мәсьәләһе ил күләмендә бер нисә тиҫтә йылдар дауамында күтәрелә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең республикала Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында өс яҡшы килешеү ҡабул ителгән һәм уға ярашлы, иҡтисадтың бюджеттан тыш секторында йәшәү минимумынан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы билдәләнгән. Минималь эш хаҡының артыуы республика бюджетын өҫтәмә керемдәр менән тулыландырасаҡ, халыҡтың килеменә йоғонто яһаясаҡ, ҡулланыусылар баҙарын йәнләндерәсәк.

Был яңылыҡ күп кешеләргә, айырыуса бәләкәй хеҙмәт хаҡы алып эшләүселәргә ҡағыласаҡ. Әлбиттә, төрлө кимәлдәге предприятиелар тарафынан был шарттың нисек үтәлеүенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа тыуыуы ихтимал. Бюджет тармаҡтары буйынса һорау юҡ, сөнки кәрәкле аҡса әле үк республика бюджетына һалынған. Ә бына кесе эшҡыуарлыҡ һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә ҡатмарлыҡтар булыуы бар. Шуға күрә эш биреүселәрҙең мөмкинлектәрен тикшереү һәм эш хаҡын «күләгәләге» иҡтисадҡа ебәреүгә юл ҡуймау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Муниципаль берәмектәр хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү мәсьәләһенә тағы ла нығыраҡ иғтибар йүнәлтәсәк. Профсоюз ойошмалары булған коллективтарҙа хеҙмәт килешеүе, коллектив килешеүҙәр төҙөү ныҡлы контролдә тотоласаҡ, уларҙа минималь эш хаҡын тейешле күләмдә тәғәйенләүҙе тәьмин итеү буйынса өҫтәмә гарантиялар ҡаралырға тейеш. Профсоюз комитеты булмаған ойошмаларҙа проблемалар тыуыуы ихтимал. Бында инде Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы, прокуратура тарафынан бойомға ашырылған дәүләт контроль системаһына таянырға ҡала.

Барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе эш хаҡы тураһында бирелгән иҫәп ҡағыҙҙарына иғтибар итергә саҡырабыҙ. Хеҙмәт хаҡы минималь эш хаҡынан кәмерәк булырға тейеш түгел. Әгәр яңылышлыҡ тапһағыҙ, үҙ тармағығыҙҙың профсоюзына мөрәжәғәт итегеҙ, ул сираттан тыш тикшереү үткәрергә хоҡуҡлы. Эш хаҡы күләмен һәр саҡ иғтибарҙа тотоғоҙ, әммә бер ваҡытта ла һоро йәки «күләгәләге» иҡтисад схемаһына ярашлы аҡса алыуға ризалашмағыҙ. Сөнки был осраҡта хеҙмәткәрҙе яҡлау мөмкин түгел, тиергә була.

Башҡортостан Республикаһы Эш биреүселәр союзының башҡарма директоры Владимир Касьянов фекеренсә, бөгөн «күләгәлә» ҡалыуҙы хуп күргән эш биреүселәрҙе асыҡлау, уларҙы законлы эшмәкәрлек алып барыуға йәлеп итеү мөһим.

— Минималь эш хаҡын йәшәү минимумына еткереү — көтөлгән дәүләт ҡарары. Президент Указын да үтәү мотлаҡ. Шуны билдәләгем килә: республиканың эре һәм урта эшҡыуарҙары һәр ваҡыт был шартты үтәргә тырышты. Төбәктә уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан юғары. Ә бына бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы тармаҡтарында ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың ҡатмарлыҡтары тыуыуы ихтимал. Урман хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәттәге шәхси компанияларҙа, ҙур булмаған төҙөлөш ойошмаларында хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумынаса еткереү бурысы тора. Беҙҙә әле бер ҡайҙа ла иҫәпкә алынмаған эш биреүселәр бар, уларҙы тик һалым йәки хеҙмәт инспекциялары ғына асыҡлай ала. Ҡағиҙә булараҡ, бындай ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы профсоюздар ҙа булмай. Бына шундайҙарҙы асыҡлау бурысы тора.

Үҙ сиратында, Өфө эшҡыуарҙары союзы директоры Елена Швеньк үҙенең йәмәғәт ойошмаһына барлыҡ эш биреүселәргә, атап әйткәндә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәренә хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумынаса күтәреү зарурлығы тураһында мәғлүмәтте еткереү бурысын ҡуя.

Эш хаҡын түләүҙә ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйыла

Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республиканың 10 меңдән ашыу кешеһе дөйөм алғанда 481,7 миллион һумға торошло эш хаҡын алып еткермәгән. 148 бурыслы эш биреүсе асыҡланған.

Бурыстың төп өлөшө Өфө ҡалаһына тура килә — 141,9 млн һум, артабан Стәрлетамаҡ — 71,4 млн, Ишембай — 47 млн, Октябрьский — 17,8 млн һум.

2017 йылда хеҙмәт дәүләт инспекторҙары тарафынан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә эш хаҡы буйынса 787 млн һумға торошло бурысты ҡаплатыуға өлгәшелгән.

Ә инде минималь хеҙмәт хаҡына бәйле яңылыҡҡа килгәндә, унан түбәнерәк аҡса түләүсе етәкселәр административ, хатта енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Билдәләнгән ваҡытта эш хаҡын түләмәүсе йәки өлөшләтә генә биреүсе юридик шәхестәргә 30 меңдән 100 мең һумғаса, вазифалы шәхестәргә 10 меңдән 30 мең һумғаса штрафтар ҡаралған. Бынан тыш, суд ҡарарына ярашлы, ойошма етәксеһе бер йылдан өс йылғаса биләгән вазифаһынан ситләтелеүе ихтимал.

Эш хаҡын өлөшләтә өс ай йәки тулыһынса ике айҙан ашыу түләмәү йә иһә ике ай дауамында федераль закон тарафынан билдәләнгән минималь хеҙмәт хаҡынан кәмерәк түләү енәйәт составын (РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһы) барлыҡҡа килтерә. Бындай осраҡтарҙа штраф һалыу менән бер рәттән биш йылғаса иректән мәхрүм итеү язаһы ла ҡулланылыуы ихтимал.

Үҙ хоҡуҡтарыңды нисек яҡларға

Хеҙмәткә хоҡуҡтарың боҙолған осраҡта кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһындағы Хеҙмәт дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быны башҡарыу юлдары:

— Онлайнинспекция.РФ порталы аша;

— мөрәжәғәттәр өсөн тәғәйен йәшниккә ғариза ҡалдырыу (Өфө ҡалаһы, Ҙур Граждандар урамы, 24, 1-се ҡат, холл);

— Рәсәй почтаһы аша 450059, Өфө ҡалаһы, Ҙур Граждандар урамы, 24 адресына хат ебәреү;

— хеҙмәт дәүләт инспекторына шәхси ҡабул итеүгә килеү (331-се бүлмә, дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 14.00-17.00 сәғәттәрҙә, йомала 10.00-13.00 сәғәттәрҙә). Үҙең менән паспортың булыуы мотлаҡ.

Мөрәжәғәттә фамилия, исем-шәриф; яуап биреү өсөн почта йәки электрон адрес; эш биреүсе ойошманың исеме, адресы, телефоны күрһәтелергә тейеш.