Мәсетле районында күпме кандидат теркәлгән, комиссиялар нисек эшләй, һайлауҙың үҙенсәлектәре ниндәй? Был һорауҙарға Мәсетле районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева яуап бирә.
– Гөлнара Ким ҡыҙы, районда нисә һайлаусы бар, һайлау комиссияларында ниндәй эш алып барыла?
– Мәсетле районында 1 июлгә ҡарата 16436 һайлаусы иҫәпләнә. 44 һайлау участкаһы ойошторолдо. Комиссия ағзалары – йәмғеһе 243 кеше. Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса календарь планға ярашлы, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары – 2024 йылдың 13 июненән, участка һайлау комиссиялары 2024 йылдың 18 авгусынан эшләй.
– Муниципаль һәм урындағы кимәлдәге һайлауҙа күпме мандат алмаштырыласаҡ?
– 22 июндә муниципаль берәмектең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү осоро башланды. Мәсетле районы Советына һайлауҙа – 15 депутат мандаты, Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советына өҫтәмә һайлауҙа 1 мандат алмаштырыласаҡ.
Муниципаль һайлауға кандидаттарҙы һайлау берекмәләре тәҡдим итте, үҙен күрһәтеүселәр бар. Мәсетле районы Советына депутаттар һайлау Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау менән берләштерелгән. Һайлау кампанияһы 2024 йылдың 8 сентябренә билдәләнгән.
Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһына муниципаль район депутаттары һайлауға кандидаттар күр-һәтеү һәм теркәү тураһында 37 кандидаттан документ килде. Уларҙың өсәүһе үҙҙәрен күр-һәткән, 15-е – “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан, бишәүһе – “РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ”нан, 12-һе – “ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР – ДӨРӨҪЛӨК ӨСӨН” социалистик сәйәси партияһынан, ике – “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы” сәйәси партияһынан.
Бер кандидатты теркәү тәҡдиме кире ҡағылды. Кандидаттарҙың дөйөм һанынан 14 кандидат (38%) – ҡатын-ҡыҙҙар, 22-һе (61%) – ир-егеттәр.
– Район кимәлендәге һайлауҙа кандидаттарҙың йәш составы һәм уларҙың белем кимәле ниндәй?
– Кандидаттарҙың йәш составы: 39 йәшкә тиклем – 5 кеше (13,08%), 49 йәшкә тиклем – 9 кеше (25%), 59 йәшкә тиклем – 14 кеше (38,88%), 60 йәштән өлкәнерәктәр – 9 кеше (25%). 24 кандидат – юғары, 10-һы – урта һөнәри, 2-һе урта дөйөм белемгә эйә. Социаль тәғәйенләнеше буйынса: 18 кеше – ойошма етәкселәре, 8 – хеҙмәткәрҙәр, 6 – эшсе һөнәр вәкилдәре, 4 – пенсионер.
– Алдағы һайлауҙа ниндәй үҙенсәлектәр бар?
– Беренсенән, һайлау өс көн дауамында, атап әйткәндә, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлағанда һайлау көнөндә булған урын буйынса тауыш биреү мөмкинлеге ҡаралған. “Мобиль һайлаусы” механизмы һайлаусының ҡайҙа теркәлеүенә ҡарамайынса тауыш биреү мөмкинлеге бирә. Быны нисек эшләргә һуң? 22 июндән 2 сентябргә тиклем “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгендә, теләгән территориаль һайлау комиссияһында, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша.
28 августан 2 сентябргә тиклем республиканың теләгән участка һайлау комиссияһына ғариза бирергә һәм тауыш биреү көндәрендә үҙегеҙ булған урында тауыш бирергә мөмкин. Был сәфәр, ял, командировка планлаштырған һайлаусыларға һәм студенттарға уңайлы. Үҙегеҙгә уңайлы урында тауыш бирегеҙ!
Светлана СЕРГЕЕВА
әңгәмәләште.