Һайлау
18 Марта 2024, 11:30

Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына үҙ фекерен белдерҙе

Башҡортостанда халыҡтың 83% ашыуы Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашҡан, ә 90% күберәге ғәмәлдәге президент өсөн тауыш биргән, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына үҙ фекерен белдерҙеРадий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына үҙ фекерен белдерҙе
Радий Хәбиров Рәсәй президентын һайлау йомғаҡтарына үҙ фекерен белдерҙе

«Ошо тауыш биреүҙә илебеҙ үҙенең берҙәмлеген күрһәтте. Яҡшы кәйеф менән килгән, дөрөҫ тауыш биргән һайлаусыларыбыҙға рәхмәт белдерәм.

Барыбыҙ ҙа илебеҙҙең ҡаҙаныштары, киләсәге уртаҡ эшебеҙгә һәм лидерыбыҙ Владимир Владимирович Путинға, уның сәйәсәтенә бәйле икәнен аңлайбыҙ. Беҙ президенттың мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән пландарҙы ишеттек. Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндәрҙең барыһы ла бйомға ашыр тип ышанам.

Алда беҙҙе яҡшы реаль эштәр көтә, һәм еңеү көтә, һәм ир-егеттәребеҙ иҫән- һау ҡайтһын», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул Рәсәй президентын һайлауҙа Башҡортостан һайлау комиссияларының эшен «бик яҡшы» баһаланы.

Автор:Азат Ғиззәтуллин
 
Фото:трансляциянан скриншот
 
Автор: