Өс көн дауамында район территорияһында 44 һайлау участкаһында хәл иткес тауыш хоҡуғы менән 243 участка комиссияһы ағзаһы эшләне. Участка һайлау комиссияһы эшен Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева, урынбаҫары Илнур Вәлиев, секретарь Светлана Ғәлимова, ағзалар Артур Әхмәтшин, Иршат Бәйтуллин, Ришат Заһиҙуллин, Ләйсән Мәғәсүмова, Ольга Кондратьева һәм Зөһрә Ханова көйләне.
Дәүләт Думаһына һайлау барышында ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленде: тауыш биреүселәргә ручка, битлек бирелде, ҡулдары вирусҡа ҡаршы махсус шыйыҡса менән эшкәртелде, ә һайлау комиссияһы ағзалары социаль арауыҡ һаҡлап, һаҡлаусы экрандар артында ултырҙы.
Тауыш биреү ваҡытында иң мөһиме – һәр һайлаусы хәүефһеҙлеге. Һайлау пункттарында райондың 44 полиция хеҙмәткәре йәмәғәт тәртибен күҙәтте. Өфө тәртип һаҡлау органдарынан 500 һәм унан ашыу һайлаусы булған участкаларға беркетелгән өҫтәмә 23 хеҙмәткәр килде. Полиция хеҙмәткәрҙәре тауыш биреү ваҡытында граждандар хәүефһеҙлеген һаҡлаһа, һайлау ваҡыты тамамланғандан һуң беренсе һәм икенсе һайлау көндәренең бюллетендәре һаҡланған сейф-пакеттарҙы мисәтләү улар күҙәтеүе аҫтында уҙҙы.
Һайлау участкаһында күҙәтеүселәр булды. Шуларҙың береһе – фельдшер-акушерлыҡ пунктының патронаж шәфҡәт туташы Розалия Камалова. Ул Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2619-сы һайлау участкаһында эшләне. Йонос ауыл клубындағы 2616-сы тауыш биреү пунктына күҙәтеүсе итеп Зифа Сәлмәнова тәғәйенләнде.
Мәсетле районының берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Таиф Зарипов та һайлау хоҡуғын ҡулланды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, оло йәштә (97 йәш) булыуына ҡарамаҫтан, ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған һәм быны үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Ветеран күсмә һайлауҙа беренсе тап-ҡыр ҡатнаша, ә уҙған йылдарҙа һәр ваҡыт үҙ һайлау участкаһына – район Мәҙәниәт һарайына барып тауыш биргән.
Тауыш биреүселәр исемлеге 18 йәше тулған 298 йәш һайлаусы менән тулыланған. Шулар араһында – Нурсилә Хафизова. Һабанаҡ ауылы уртаһындағы социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан 2630-сы һайлау участкаһына ул беренселәр рәтендә килә. Ҡыҙҙың әйтеүе буйынса, был уның өсөн тулҡынландырғыс мәл. Гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәткән өсөн Нурсилә участка һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Йәрмөхәмәтова ҡулынан иҫтәлекле бүләк алды.
Теләш ауылының “Әхирәттәр” фольклор ансамбле ағзалары тауыш биреү пунктына милли кейемдә йыр-ҙар йырлап, бейеп килде. Улар 2612-се һайлау участкаһында республика һәм ил киләсәге өсөн тауыш бирҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ауыл биләмәһендә улар ҡатнашлығынан башҡа бер сара ла үтмәй. Һайлауҙың өсөнсө көнөндә район гәзите хәбәрселәре Кесе Ыҡтамаҡ ауылының 2607-се һайлау участкаһында булды. Беҙ бында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, “Бирюсинка” халыҡ йыры ансамбле ағзаһы Татьяна Томилова (һүрәттә) менән әңгәмәләштек. “Тыуған илем, ауылым яҙмышына мин битараф түгел. Һайлау участкаһына гражданлыҡ бурысымды үтәргә килдем”, – ти ул.
Һайлау участкаһы комиссияһы ағзаларының эше көйлө бара. Бинала йылы, бөтә эпидемиологик талаптар үтәлә.
Һайлауҙың һуңғы көнөндә Кесе Ыҡтамаҡ ауылы халҡы өсөн ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр коллективтар концерт әҙерләгән.
Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы хакимиәте башлығы Степан Гуштюк “Иң яҡшы йорт” конкурсы еңеүселәре һәм призерҙарын бүләкләне. Шулай уҡ ул ағымдағы йылда 60 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләүсе Валентина Николаевна һәм Леонид Махайлович Акуловтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау хатын тапшырҙы.
Һайлау көндәре уҙғас, Радий Хәбиров “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат-үҙәгендә хәбәрселәр, блогерҙар, йәмәғәтселәр һорауҙарына яуап бирҙе, өс көнлөк тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһаны. Уның билдәләүенсә, Башҡортостанда үткән һайлау яҡшы, лайыҡлы һәм ойошҡанлы барҙы. Республикала һайлауға килеүселәр һаны, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 70 процент тәшкил итә. Тауыш биреү бюллетендәрен иҫәпләү эше бара.
Һайлау һөҙөмтәләре гәзитебеҙҙең киләһе һанында баҫыласаҡ.
Айгөл ШАРАПОВА.