Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
6 Август 2021, 11:50

Мобиль һайлаусы

Хөрмәтле һайлаусы!

Мобиль һайлаусы
Мобиль һайлаусы

2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һәм Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының Әләгәҙ, Яңы Мишәр һәм Ростов ауыл советтары ауыл биләмәләре Советтарына өҫтәмә депутаттар һайлау уҙа. Әгәр 2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә һеҙ йәшәгән урынығыҙҙа булмайһығыҙ икән йәки теркәлгән адрес буйынса йәшәмәһәгеҙ, һеҙ “Мобиль һайлаусы” мехнизмы менән файҙаланып, теләгән һайлау участкаһында тауыш бирә алаһығыҙ. Бының өсөн теләгән территориаль һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә йәки Күп функциялы үҙәк аша, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (https://www.gosuslugi.ru/) үҙең булған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза бирергә кәрәк. 8 – 13 сентябрҙә был ғаризаны теләгән участка һайлау комиссияһында яҙырға була.
Ғаризаны бер тапҡыр ғына бирергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт алыр-ға кәрәк. Территориаль һайлау комиссияһының эш графигы:
эш көндәрендә – 10.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем,
ял һәм байрам көндәрендә – 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Участка комиссияларының эш графигы:
8 – 13 сентябрҙә эш көндәрендә – 16.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем,
ял һәм байрам көндәрендә 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Ғариза тултырыу тураһында мәғлүмәтте түбәндәге телефон һандары буйынса алырға мөмкин:
8-800-347-54-54 – Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы;
8 (34770) 2-03-25 – Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы.

Автор:Наталья  Русинова