Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
3 Июнь 2021, 14:50

Мәсетле районында праймериз уҙҙы

Уҙған шәмбе Башҡортостан Республикаһында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының алдан тауыш биреү сараһы уҙҙы.

Республика халҡы партияның көҙгө һайлауға күрһәткән кандидаттары өсөн тауыш бирҙе. Бер кандидат өсөн интернет аша онлайн, шулай уҡ һайлау участкаһына шәхсән килеп офлайн тауыш биреү мөмкинлеге булды.
Кандидаттар араһында – төрлө кимәлдәге ғәмәлдәге депутаттар, эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре, уҡытыусылар, табиптар. Ирекмәндәр ҙә был сарала тәүге тапҡыр үҙ көстәрен һынай.
Республикала 680 һайлау участкаһы асылды, улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләне. Алдан алын-ған мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт 6-ға Башҡортостанда 431966 кеше тауыш бирҙе, ул һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 14,25 процент тәшкил итә. Был һайлау участкаһына килеп һәм электрон тауыш биреүҙең дөйөмләштерелгән һаны. Тауыш биреү һөҙөмтәләре исемлек буйынса килгән кандидаттар һәм бер мандатлы һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа һайланыусылар өсөн дә мөһим.
Мәсетле районында 1800 кеше тауыш бирҙе. Уларҙың яртыһы pq.er.ru сайты аша тауыш бирһә, ҡалған яртыһы – шәхсән.
Республиканан Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән кандидаттарҙың тулы исемлеге 19 июндә Мәскәү ҡалаһында уҙған сәйәси ойошмалар съезында раҫлана. Праймериз лидерҙары өҫтөнлөк аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы – кандидаттарҙы бөтә халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлап алған берҙән-бер партия.