Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
13 Сентябрь 2020, 12:11

Бөгөн – Берҙәм һайлау көнө

Бөгөн сәғәт 7-нән Мәсетле районында 44 һайлау участкаһы үҙ ишеген асты.

Берҙәм һайлау көнөндә район биләмәһендә Мәсетле районы муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советына депутаттар һайлау, шулай уҡ 2-се округ буйынса Оло Ыҡтамаҡ һәм 9-сы округ буйынса Дыуан-Мәсетле ауыл советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау үтә.
Муниципаль район Советына депутатлыҡҡа 35 кандидат теркәлгән. Уларҙың 25-ен сәйәси партиялар күрһәткән: “Берҙәм Рәсәй” – 15, “Рәсәй патриоттары” – дүрт, КПРФ – өс, ЛДПР – ике, “Үҫеш партияһы” – бер кеше. Ун кандидат үҙен үҙе күрһәткән.
Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй.

Граждан ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына килә алмаһа, ул тауыш биреү бинаһынан ситтә (өйҙә) тауыш бирә ала. Бының өсөн яҙма рәүештә йәки телдән, шул иҫәптән башҡа кеше ярҙамында урындағы ваҡыт буйынса 15.00 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.