Мәсетле районында 13 сентябрҙә – берҙәм тауыш биреү көнөндә – Мәсетле районы муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советына депутаттар һайлау, шулай уҡ 2-се округ буйынса Оло Ыҡтамаҡ һәм 9-сы округ буйынса Дыуан-Мәсетле ауыл советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау үтә.
Уға әҙерлек барышы, ойоштороусылар алдында торған бурыстар тураһында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева һөйләй.
– Һайлауға ниндәй әҙерлек эше алып барылды?
– 13 сентябрҙә Мәсетле районында республикабыҙҙың барлыҡ территорияһындағы кеүек үк урындағы үҙ-идараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буласаҡ. Уға әҙерлек эше Рәсәй Федерацияһы Конститутцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙән һуң башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һайлаусылар исемлектәрен аныҡлау буйынса ҙур эш уҙғарылды. Унда райондың бөтә ауыл биләмәләре һәм һайлаусыларҙы теркәү иҫәбен алып барыуҙың бөтә органдары ла әүҙем ҡатнашты. Территориаль һайлау комиссияһы район хакимиәте менән берлектә участка һайлау комиссиялары биналарын аныҡлау буйынса эш башҡарҙы.
Участка һайлау комиссиялары эше өсөн биналар нигеҙҙә райондың ауыл клубтарында, белем биреү учреждениеларында, мәҙәниәт үҙәктәрендә, ауыл советы хакимиәттәрендә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында бүленде.
Һайлауҙарҙы ойоштороу менән территориаль һайлау комиссияһы ағзалары һәм 44 һайлау участкаһында хәл иткес тауыш хоҡуғы менән 243 участка һайлау комиссияһы ағзаһы шөғөлләнде. Эшләү өсөн комиссияларға технологик ҡорамалдар бүленде, биналар компьютер техникаһы менән йыһазландырылды, эш өсөн шарттар тыуҙырылды. Ике аҙна дауамында улар өсөн уҡыу ойошторолдо.
– Район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар тураһында һөйләгеҙ әле.
– Муниципаль район Советына 35 кандидат теркәлде. Уларҙың 25-ен сәйәси партиялар күрһәтте: “Берҙәм Рәсәй” – 15, “Рәсәй патриоттары” – дүрт, КПРФ – өс, ЛДПР – ике, “Үҫеш партияһы” – бер кеше. Ун кандидат үҙен үҙе күрһәтте.
Мәсетле районы территорияһы 15 бер мандатлы һайлау округына бүленгән, шуға күрә муниципаль райондың бишенсе саҡырылыш Советына 15 депутат һайланасаҡ.
Ауыл биләмәләре советтарына өҫтәмә һайлауҙар буйынса депутат мандатына дүрт кеше дәғүә итә – ике кандидатты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тәҡдим итте, икәүһе үҙен үҙе күрһәтте. Депутатлыҡҡа кандидаттар араһында ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, элемтә өлкәһе вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ пенсионерҙар бар. Кандидаттар иҫәбендә 35 йәшкә тиклемге йәш быуын вәкилдәре лә теркәлгән.
– 2020 йылғы һайлауҙарҙа үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар бармы?
– Үҙгәрештәр, әлбиттә, бар. 2018 йылда индерелгән үҙгәрештәр кире әйләнеп ҡайта – һайлау участкалары 7.00-дә асыласаҡ һәм тик 21.00-дә генә ябыласаҡ, ауыл ерендәге кешеләр өсөн, был бик уңайлы булыр, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ муниципаль район Советына депутаттар һайлау өсөн тауыш биреү көнөндә килә алмағандар өсөн көнэлгәре тауыш биреү ойошторолдо. 10 сентябргә ҡарата 72 һайлаусы бындай хоҡуҡ менән файҙаланды.
– Участка һайлау комиссияһы ағзаларын һәм һайлаусыларҙы шәхси һаҡлау саралары менән тәьмин итеү буйынса нимәләр эшләнәсәк?
– Бөтә участка һайлау комиссияһы ағзалары шәхси һаҡлау саралары – термометрҙар, битлектәр, һаҡлаусы экрандар, бирсәткәләр, антисептиктар, өйҙә тауыш биреүҙе ойоштороусылар бер тапҡыр ҡулланыла торған халаттар менән тәьмин ителгән. Биналар Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең талаптары буйынса эшкәртеләсәк. Һәм, әлбиттә, һайлаусылар араһында 1,5 метрлыҡ социаль дистанция күҙәтеләсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре, күҙәтеүселәр шулай уҡ шәхси һаҡлау саралары менән тәьмин ителәсәк. Һайлаусылар өсөн ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртеү урыны булдырыласаҡ. Битлектәре булмағандарға улар биреләсәк. Шулай ҙа үҙеңдең битлегең ышаныслыраҡ.
– 13 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙы ойоштороусылар алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?
– Беҙҙең төп бурыс – кандидаттар, тауыш биреү датаһы, урыны һәм ваҡыты тураһындағы тулы мәғлүмәтте һәр бер һайлаусыға еткереү, ойоштороу, бөтә шарттарҙы ла булдырыу һәм 13 сентябрҙә һайлаусыларҙы райондың һайлау участкаларында ҡаршы алыу.
Һорауҙар килеп тыуған ваҡытта комиссия ағзалары һәр ваҡыт тулы квалификациялы яуап бирергә әҙер. Беҙҙең координаталар: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20, 23-сө кабинет, телефондар: 2-03-25, 2-03-26.
– Ойоштороусылар өсөн һәм һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Беҙҙең районда һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙың бөтә кимәлдәге һайлау комиссияларында беренсе йыл ғына эшләмәгән профессиональ командаһы формалаштырылған. Беҙҙең барыбыҙҙың да тотош республикабыҙ өсөн бик мөһим кампанияны ойоштороп уҙғарырға хәлебеҙҙән килеүенә ышанам. райондаштарҙы тауыш бирергә һайлау участкаларына саҡырабыҙ. Участка комиссиялары ишектәре иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Килегеҙ һәм лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш бирегеҙ!