Осрашыуҙа 2020 йылдың 13 сентябрендә уҙасаҡ Мәсетле районы муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советына депутаттар һайлауға әҙерлек, уны уҙғарыу, Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауыл советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һайлау участкаларының тауыш биреү көнөнә әҙерлеген, технологик ҡорамалдар, ойоштороу техникаһы, телефон бәйләнеше, тауыш биреү биналарының янғынға һәм терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлек менән тәьмин ителешен баһаланы. Шулай уҡ һайлау участкаһында тауыш биреү көнөн ойоштороуҙың актуаль һорауҙары, һайлау документтары менән эш итеү тәртибе ҡаралды.