Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
31 Август 2020, 13:00

Оҙаҡламай һайлау

Ағымдағы йыл республикабыҙ өсөн күп һанлы муниципаль һайлау кампанияларын үткәреү менән әһәмиәтле.

Атап әйткәндә, Өфө һәм Межгорье ҡалаларынан башҡа, бөтә ҡала округтарында, муниципаль район- дарҙа, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау үтәсәк. Урындағы һайлауҙарҙа 1 760 мандат алмаштырыласаҡ, шуларҙың яртыһынан күбеһе муниципаль район Советы депутаттарын һайлауға тура килә. Бынан тыш, Өфө ҡалаһының Совет районы халҡы 14-се Новиковка һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа ҡатнашасаҡ, Межгорье ҡалаһы һәм Белорет районы һайлаусылары –35-се Металлургия һайлау округы буйынса.
Бөтә кимәлдәге һайлауҙарға 4 799 кеше үҙ кандидатураһын тәҡдим иткән, шуларҙың 4 419-ы теркәлгән. Теркәлгән кандидаттарҙың яҡынса 20 проценты депутатлыҡҡа кандидат итеп үҙен үҙе күрһәткән, ҡалғандарын ун сәйәси партия тәҡдим иткән.
Быйыл һайлау тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде, улар һайлауҙы ойоштороуға ла ҡағылды. Улар пандемия осоронда граждандар-ҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, улар-ға ихтыярҙарын белдереү өсөн уңайлы шарттар һәм өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.
Шулай уҡ беҙҙең практикала ваҡытынан алда тауыш биреүҙең яңы формалары барлыҡҡа килде – тауыш биреү биналарынан ситтә (өйҙә), өй алды территорияһында тауыш биреү; тауыш биреү өсөн бина булмаған һәм транспорт бәйләнеше ҡатмарлы бул-ған торама пункттарҙа һайлаусылар төркөмөнөң тауыш биреүе. Был үҙгәрештәрҙе ҡулланыу тураһындағы ҡарарҙы ойоштороусы һайлау комиссияһы хәл итә.
Был яңылыҡтар менән бергә тауыш биреүҙең һайлаусыларға электән таныш булған ысулдары ла ғәмәлдә ҡала. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә “Мобиль һайлаусы” системаһы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа ҡатнашыусылар (Новиковка һәм Металлург бер мандатлы һайлау округтары) файҙалана ала. Шулай уҡ әлеге һайлауҙарҙа ҡатнашыусыларға Мәскәү ҡалаһындағы һанлы участкаларҙа тауыш биреү мөмкинлеге бирелә.
Коронавирус арҡаһында килеп сыҡҡан ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, һайлау комиссиялары Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә сир таралмаһын өсөн һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың тән температураһын үлсәү, ҡулдарҙы дезинфекциялау, социаль арауыҡты һаҡлау өсөн махсус билдәләр ҡуйыу, бинаны дезинфекциялаусы шыйыҡсалар менән эшкәртеү, комиссия ағзаларын бирсәткәләр һәм экрандар менән тәьмин итеү кеүек кәрәкле бөтә сараларҙы ҡулланасаҡ.
13 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм һайлау көнөнә ҡағылышлы һорауҙарға (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондары буйынса Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк. Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең күп каналлы телефоны эшләй: 8-800-20000-20.
Буласаҡ һайлау кампанияһы тураһындағы бөтә мәғлүмәтте Башҡорт-остан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссиһы сайтының “Һайлау-2020” бүлегендә, шулай уҡ Facebook, “Одноклассники”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә ҡарарға мөмкин.
Материал Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренконың республика гәзиттәренә биргән интервьюһы нигеҙендә әҙерләнгән.