Әлеге ваҡытта һайлау участкалары биналарын кәрәкле технологик ҡорамалдар менән йыһазландырыу, һайлаусылар исемлеген аныҡлау буйынса эштәр алып барыла. Һайлау бюллетендәре, саҡырыу ҡағыҙҙары әҙерләнә, участка һайлау комиссияһы составы төҙөлә.
Мәсетле районы муниципаль район Советына депутаттар һайлағанда, һайлауҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексының 79.1-се статья-һының 2-се пунктына ярашлы, нигеҙле сәбәп арҡаһында (отпуск, командировка, хеҙмәт һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, сәләмәтлек торошо һ.б.) һайлау участкаһына килә алмағандарға алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелә.
Алдан тауыш бирергә теләүсе участка һайлау комиссияһына сәбәбен аңлатып ғариза яҙа. Артабан ул тейешле һайлау участкаһында тауыш биреү серен күҙәтеп бюллетень тултыра. Алдан тауышты 2 сентябрҙән 12-һенә тиклем көндөҙгә икенән киске алтыға тиклем һайлау участкаһында бирергә мөмкин.
Һайлау участкалары исемлеге “Мәсетле тормошо” гәзите биттәрендә баҫылды. Уны шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһы, район хакимиәте (“Территориаль һайлау комиссияһы” бүлеге) сайттарында ҡарарға йәки 8 (34770) 2-03-25 телефоны буйынса белешергә мөмкин.