Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
26 Июнь 2020, 12:00

Мәсетле районы һайлау участкалары бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнә әҙер

Ләмәҙтамаҡ ауылындағы 2629-сы һайлау участкаһы I һәм II дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, “Бейек Татр” партизандар отряды командиры, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, БАССР-ҙың атҡаҙан-ған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә.

Был һайлау участкаһына ҡараған һайлаусылар исемлегендә 610 кеше иҫәпләнә, уларҙың дүртәүһе тәү тапҡыр тауыш бирергә бара. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәл Мозафарова етәкселегендә секретарь Римма Зәбихуллина, рәйес урынбаҫары Гранит Кәлимуллин, комиссия ағзалары Флүрә Кәлимуллина, Зөһрә Кәлимуллина, Раил Мөхәмәтов эшләй. Уларҙың барыһы ла күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә. Һайлауға әҙерлек барышында улар халыҡҡа мәғлүмәт еткерҙе, Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр аңлатылған стендтар элде. Шулай уҡ һайлаусыларҙы исемлек буйынса барлап сыҡтылар.
Быйыл уңайһыҙ эпидемиологик хәлгә бәйле 65 йәштән өлкән һәр кем, үҙен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн, комиссия ағзаларын өйөнә саҡыра ала. Бинанан тыш тауыш биреү өсөн ғаризалар 21 июнгә тиклем ҡабул ителде. Комиссия рәйесе Гүзәл Мозафарова әйтеүенсә, 103 кеше өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән.
Һайлау участкаһына комиссия ағзалары өсөн шәхси һаҡланыу саралары килтерелгән. Тауыш биреү барышында улар һаҡлаусы халаттар, битлектәр һәм бирсәткәләр кейәсәк. Йөҙҙәре өҫтәмә рәүештә һаҡлаусы пластик экран ярҙамында һаҡланасаҡ.
Тауыш биреү өсөн бинаға инер алдынан һәр кемдең тән температураһын үлсәйәсәктәр. Һайлаусыларға бер тап-ҡыр ҡулланыу өсөн ручкалар һәм битлектәр әҙерләп ҡуйылған. Шулай уҡ ингән ерҙә ҡулдарҙы таҙартыу өсөн дезинфекциялаусы шыйыҡса торасаҡ һәм дезинфекциялаусы махсус келәм һалынасаҡ. Тауыш биреү барышында дистанция һаҡлау мотлаҡ талап булып тора.